Дауытова Дилә Рәхим ҡыҙы

Дауытова Дилә Рәхим ҡыҙы (15 февраль 1908 йыл — 21 июль 1990 йыл) — башҡорт совет театр актёры. 1941 йылдан КПСС, 1946 йылдан — СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1957).

Дауытова Дилә Рәхим ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 15 февраль 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 июль 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Биографияһы үҙгәртергә

Дилә Рәхим ҡыҙы Дауытова 1908 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Ғәҙелша приискыһы ҡасабаһында шахтёр ғаиләһендә тыуған.

Сәхнә эшмәкәрлеген 1924 йылда Троицк театрында башлай.

1931—1933 йылдарҙа Башҡорт сәнғәт техникумында белем ала, 1933—1936 йылдарҙа — К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.

1925—1930 йылдарҙа — Башҡорт күсмә театры 1936—1964 — Башҡорт академия драма театры актрисаһы.

Ижадының башланғыс осоронда Дилә Дауытова уйнауында халыҡ башҡарыусыларына хас булған импровизациялыҡ өҫтөнлөк итә: Таңһылыу («Ашҡаҙар»), Гөлзифа («Башҡорт туйы»), Шәүрә («Шәүрәкәй»; бөтәһе лә — М. А. Буранғолов), Таңсулпан («Ҡарағол», Д. Юлтый) һәм башҡалар.

Актрисаның артабанғы эштәренә — Арина Ивановна («Ванюшиндың балалары», С. А. Найдёнов), Вера өләсәй (А. А. Фадеевтың «Йәш гвардия» («Молодая гвардия») романы буйынса В. Ғ. Ғәлимовтың «Батырҙар» пьесаһы), Бибихаят («Әсәйемдең сал сәстәре», Ә.М.Мирзаһитов) — тормошсан дөрөҫлөк, сәхнәләге кәүҙәләнешенең ышандырырлыҡ булыуы һәм ябайлыҡ хаc. Актрисаның бай репертуарында шулай уҡ сағыу сатирик персонаждар ҙа була: Йыһан («Башмағым»), Ғилми (М. Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса Ғәлимов һәм Ғ.Әмириҙең шул уҡ исемле спектакле) һәм башҡалар.

Сығанаҡтар үҙгәртергә