Латвия

Латвия Респу́бликаһы — Төньяҡ Европалағы дәүләт

Ла́твия (латыш. Latvija [ˈlatvija]), рәсми атамаһы — Латвия Респу́бликаһы (латыш. Latvijas Republika), — Төньяҡ Европалағы дәүләт[5]. 2021 йылдың 1 ғинуарына ҡарата баһалау мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ 1 893 700 кеше[1] (донъяла 153-сө урын) тәшкил итте. Территория — 64 589 км² (донъяла дәүләттәрҙең һәм бойондороҡһоҙ территорияларҙың исемлеге 122-се урын). Ил оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа табан — 250 км, көнбайыштан көнсығышҡа 450 км тәшкил итә. Латвия төньяҡта — Эстония, көнсығышта — Рәсәй, көньяҡ-көнсығышта — Белоруссия һәм көньяҡта — Литва менән сиктәш 43 административ-территориаль берәмеккә бүленә, шуларҙың 36-һы — крайҙарға һәм 7-һе — статусы буйынса крайҙарға тиңләштерелгән республика ҡалалары. Баш ҡалаһы — Рига. Дәүләт теле — латыш теле.

Латвия Республикаһы
Latvijas Republika
Латвия гербы
Флаг
Гимн: «Dievs, Svētī Latviju  (Аллаһ, Латвияны данла)»noicon
Латвия күрһәтелгән (ҡуйы-йәшел):— Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡуйы-һоро)— Европа союзында (асыҡ-йәшел)
Үҙаллылыҡ датаһы 18 ноябрь 1918 (Рәсәй Империяһынан

21 август 1991 (СССР-ҙан)

Рәсми тел латыш
Баш ҡала Рига
Эре ҡалалар Рига, Даугавпилс, Лиепая, Елгава, Юрмала
Идара итеү төрө Парламент республикаһы
Президент
Премьер-министр
Эгилс Левитс
Krišjānis Kariņš
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
124
64 589 км²
1,5
Халыҡ
• Һаны (2016)
• Халыҡ тығыҙлығы

1 968 600[1] чел. (148)
34,3 чел./км²
ЭТП (ППС)
  • Бөтәһе
  • На душу населения

46,547 млрд[2] долл.
25 195[2][3] долл.
ЭТП (номинал)
  • Бөтәһе
  • Бер кешегә

32,320 млрд[2]долл.
16 145[2][3] долл.
КПҮИ (2015) 0,819[4] (бик юғары) (46 урын)
Этнохороним латвиялылар
Валюта Латвия латы, Ls, (LVL 428)
Интернет-домены .lv, .eu
Код ISO LV
МОК коды LAT
Телефон коды +371
Сәғәт бүлкәте 2

Халҡы — 2,22 млн кеше (2011): латыштар (59 %), урыҫтар (27 %), белорустар (3,6 %) һ. б.; 270 башҡорт йәшәй (2011). Диндарҙарҙың күпселеге — лютерандар.

Унитар дәүләт, парламент республикаһы. Дәүләт башлығы — президент. Латвия президенты — Эгилс Левитс[6] (2919 йылдың 8 июленән), премьер-министр (вазифаның рәсми атамаһы — Латвия министрҙары президенты) — Кришьянис Кариньш (2019 йылдың 23 ғинуарынан).

Иҡтисад логистикаға, банк хеҙмәтләндереүенә, туризмға, аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә йүнәлтелгән[7]. 2018 йылда һатып алыу һәләте паритеты буйынса эске тулайым продукт күләме 57,84 миллиард доллар (эске тулайым продукт ППС) — 29 901 $ һәм йән башына эске тулайым продукт ВВП (номинал) 18 031 $ тәшкил иткән[8]. Аҡса берәмеге — евро.

Илдең Балтик герцоглығынан бойондороҡһоҙлоғо 1918 йылдың 18 ноябрендә иғлан ителгән. 1940 йылдың 5 авгусынан 1990 йылдың 4 майына тиклем СССР составына союздаш республикаларҙың береһе булараҡ ингән.

1991 йылдан — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, 2004 йылдан — Европа союзы, 2004 йылдан НАТО (Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы илдәре килешеүе), 2016 йылдың июненән — Иҡтисади хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ОЭСР) ағзаһы. Шенген зонаһына һәм Еврозонаға инә.

Этимологияһы

үҙгәртергә

«Латвия» атамаһы латыш теленә литва теленән күскән, ул латыштарҙың этнонимынан — латвяйҙан (latviai) барлыҡҡа килгән. Латыш әҙәбиәтенә «Латвия» терминын шағир Аусеклис индерә[9].

Генрих Латвийскийҙың «Ливония хроника»һында (1209), тәүге тапҡыр немец рыцарҙарының Тевтон орденының Ерсик кенәзе Всеволодҡа (Висвалдиса) ҡаршы алып барылған һуғыш хәрәкәттәрен тасуирлағанда, латгалдар йәшәгән территорияларҙы (Ерсик кенәзлеге һәм [Кукенойс кенәзлеге) Леттия (Lettia, Letthia, Leththia) формаһындағы оҡшаш атама осрай. 1211 йылда, был ерҙәрҙе Рига архиепископлығы менән Ливон ордены араһында бүлгәндә, бөтә был ерҙәр Леттия (Letthia) тип атала башлай. Был атама 1210 йылдың 20 октябрендәге Папа буллаһында тәүге тапҡыр телгә алына һәм һуңынан документтарҙа XIV быуатҡа тиклем даими рәүештә осрай, ә XV быуатта «Ливония» атамаһы (немец теленең урта диалектында — Lyflant, Ifland) тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығарыла[9].

Барлыҡ латыш биләмәләрен атау өсөн «Латвия» һүҙен тәүге тапҡыр Вильянд руханийы Дионисий Фабрициус 1611 йылда тамамланған «Livonicae historiae compediosa series» хроникаһында ҡулланған. Артабан «латыш ере» тигән төшөнсәне руханиҙар: Георг Манцель (latviešu zeme, Lettus, 1638), Якоб Ланге (latviska zeme, Lexicon, 1777), Старший Стендер Latvju zeme (Lexicon, 1789) (45: 21, 1638) һүҙбәйләнешен телгә алған[9].

Лифляндия һәм Курляндия губерналарында крепостной хоҡуҡ бөтөрөлгәндән һуң, латышса һөйләшкән крәҫтиәндәр араһында, Паланганан Алукснаға тиклемге территорияны биләгән халыҡ булараҡ, милли үҙаң формалаша башлағас, термин киң ҡулланылышҡа инә. Юрис Алунанс 1857 йылда «Латва» исемен ҡулланырға тәҡдим итә, һуңынан, литва теленә оҡшатып, уға -ija суффикс һәм ялғау өҫтәй. Немецтар йоғонтоһона бирелгән латыштар тәүҙә Ostseeprovinzen иң боронғо төшөнсәне алмаштырған Baltenland неологизмынан яһалған «Балтия» терминын ҡулланған. Карлис Бауманистың «Dievs, Sveti Latviju (Боже, благослови Латвию!» тип аталған тантаналы йырында Латвия тураһында түгел, ә Балтия тураһында әйтелә. Шулай уҡ Балтия Андрей Пумпураның «Лачплесис» эпосында Латвия менән бер рәттән кәүҙәләндерелгән[9].

«Латвия» терминының сәйәси яңғырашы 1905 йылғы революция осоронда барлыҡҡа килә, һуңынан ул эмигранттар (Райнис, Карлис Скалбе) тырышлығы менән сит илдә йөрөй башлай. Беренсе донъя һуғышы осоронда, латыш уҡсылары подразделениелары ойошторолоу һәм бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш һөҙөмтәһендә, ул тулыһынса раҫлана[9].

XIII быуатҡа тиклем

үҙгәртергә
 
VIII быуат аҙағына Балтика, фин-уғыр һәм славян археологик мәҙәниәттәре картаһы

Б. э. т. 3-сө мең йыл тирәһе хәҙерге Латвия территорияһына соҡор-ҡырлы керамикалы мәҙәниәткә эйә[10] (тарихи ливтар уларҙың лингвистик тоҡомдары иҫәпләнгән) фин-уғыр ҡәбиләләре килгән. Б. э. т. 1-се мең йыллыҡтар тирәһендә бында штрихланған керамика мәҙәниәтенә эйә балт ҡәбиләләре килеп ултыра.

Рәсәйҙә феодаль тарҡаулыҡ һәм уделдар барлыҡҡа килеү осоронда Всеслав Брячиславич хакимлығы осоронда Көнбайыш Двина буйындағы Ливон ерҙәре Полоцк кенәзлегенә буйһонған була (1044—1101). Йылъяҙмасылар хәбәр итеүенсә, ливтар Полоцк кенәздәренә[11], куршиҙҙар Швеция королдәренә һалым түләгән[12].

1184 йылда католик миссионеры Мейнард фон Зегеберг кенәз Владимир Полоцкийҙың рөхсәте менән уның вассал ерҙәрендә — ливтар янында вәғәзләй башлаған. 2 йыл үткәс, Бремен архиепискобы Гартвиг II Мейнардты епископ дәрәжәһенә күтәргән һәм Ливонияла уның етәкселегендә тәүге епархия булдырған. 1188 йылдың 1 октябрендә Рим Клементы Мейнардты епископ санында раҫлай, ә ойошторолған епископлыҡты Бременскийға буйһондора. Ләкин ливтар теләр-теләмәҫ кенә христианлыҡҡа күскән һәм, Мейнардтың вариҫы, епископ Бертольдты үлтереп, епископ властарына ҡаршы фетнә күтәргән. Ләкин ливтар христианлыҡҡа теләр-теләмәҫ кенә күскән һәм, Мейнардтың вариҫы, епископ Бертольдты үлтереп, епископ властарына ҡаршы фетнә күтәргән[11].

XIII—XV быуаттар

үҙгәртергә
 
1260 йылғы Ливон конфедерацияһы картаһы

1201 йылда епископ Альберт фон Буксгевден Рига ҡалаһына нигеҙ һала. Үҙ власын нығытыу өсөн, ул артабан үҙ аллы сәйәси һәм иҡтисади көскә әйләнгән ҡылыс йөрөтөүселәр (меченосцы) орденын (Саул эргәһендәге алышта тар-мар ителгәндән һуң — Тевтон ордены составындағы Ливон ордены) төҙөй; орден һәм епископ Ливониялағы сәйәси гегемония өсөн бер-береһенә ҡаршы көрәш алып бара[13]. 1209 йылда епископ һәм орден контролдә тотҡан ерҙәрҙе үҙ-ара бүлешеү тураһында килешә. Европа картаһында немец рыцарҙары-тәре йөрөтөүселәрҙең дәүләт берәмеге — Ливония (урындағы ливтар этносының исеме буйынса) барлыҡҡа килә. Уның составына бөгөн Эстония һәм Латвия урынлашҡан биләмәләр инә. Полоцк кенәзлегенең Латвия территорияһындағы (Кукейнос һәм Герсика кенәзлектәре) элекке биләмәләре өҫтөнән контроле юғала.

1254 йылда — Рига архиепископлығы, уның йәмиғ капитулы һәм Ливон ордены араһында төҙөлгән килешеү буйынса ливон ерҙәрен яңынан бүлеү ойошторола. Ливонияның күп кенә ҡалалары артабан сәскә атҡан Төньяҡ Европа сауҙа союзы — Ганза союзы ағзалары булып китә.

 
1282 йылда Рига Ганза союзы ағзаһы булып китә

Латыш телендәге тәүге баҫма текст католик сиркәү белешмәһендә — «Agenda» (1507 йыл, Лейпциг) китабында барлыҡҡа килә[14].

Ригалылар ҙа Реформацияла әүҙем ҡатнашҡан, 1517 йылда Ригаға Мартин Лютер идеяларын таратыусы Андреас Кнопкен килгән. 1530 йылда Николаус Рамм беренсе тапҡыр Изге Яҙманан (Библия) өҙөктәрҙе латыш теленә тәржемә иткән. 1554 йылда Ливон ордены магистры Вальтер фон Плеттенберг бер нисә конфликттан (шул иҫәптән ҡораллы бәрелеш) һуң Ливонияла дин азатлығы иғлан итә.

Шул уҡ ваҡытта Мәскәү батшаһы Иван IV Грозный ҙа үҙенең Ливонияға дәғүәләре тураһында белдерҙе. Тарту (Юрьев) ҡалаһының 1480—1481 йылдарҙағы Рус-ливон һуғышынан һуң һәм 1503 йылғы рус-ливон килешеүе менән билдәләнгән һалымын түләмәүе[15], шулай уҡ рус сауҙагәрҙәрен ҡыҫырыҡлауы ҡаршылыҡ сәбәбе тип табылған. Балтика немецтары башта һалымды бөтөрөүҙе һораған, ә 1557 йылдың декабрендәге һөйләшеүҙәрҙә 30 мең венгр алтыны күләмендәге бурысты (был 45 мең талер йәки 18 мең һумға тиң ине) ҡайтарыу, артабан йылына мең венгр алтынын (20 мең һум) түләү тураһында һөйләшеп килешкән[16], әммә вәғәҙәләрен үтәй алмаған. Был Ливония һуғышы башланыуға сәбәп була. 1558 йылда Ливония биләмәһенә баҫып инеп, 1560 йылдың авгусында уҡ Иван Грозный Эргем янындағы алышта ордендың тарҡау көсөн тар-мар итә. 25 йыл дауам иткән Ливония һуғышы 1583 йылда Плюс килешеүе менән тамамлана. Һөҙөмтәлә Ливон ордены бөтөрөлә, ә уның территорияһы поляк-литва дәүләте, Швеция (хәҙерге Эстонияның төньяғы) һәм Дания (Сааремаа-Эзель утрауы) араһында бүленә. Ливон орденының ерҙәре Көнбайыш Двинанан төньяҡҡа табан Польша туранан-тура идара иткән Задвинск герцоглығы тип иғлан ителә, ә көньяҡтағы ерҙәр Речь Посполитая — Курляндия герцоглығының вассал дәүләтенә әйләнә.

 
XVII быуатта Швецияның Балтик буйы провинциялары

XVII быуат

үҙгәртергә

Поляк-швед һуғыштары (1600—1629) һөҙөмтәһендә Задвинск герцоглығы тарҡала. Уның күпселек өлөшө Швеция (Швед Ливонияһы) контроленә күскән, ә көньяҡ-көнсығыш өлөшө Речь Посполитаяның Инфлянт воеводалығы итеп үҙгәртелгән.

В XVII быуатта латгалдарҙың, селдарҙың, земгалдарҙың, куршиҙарҙың һәм ливтарҙың тупланыуы һөҙөмтәһендә латыш милләте барлыҡҡа килә.

1638 йылда Георг Манселиус «Lettus» тип аталған тәүге латыш һүҙлеген төҙөй, 1649 йылда Пауль Эйнхорн «Historia Lettica» («Латыш тарихы») хеҙмәтен баҫтырып сығара. 1683 йылда латыш теленең тәүге әлифбаһы донъя күрә.

[17]. 1685 йылда Генрих Адолфия авторлығында латыш теле дәреслеге донъя күрә[18]. Әлегә тиклем латыш теле диалекттары араһында айырма һаҡлана, ә үрге латыш диалектының тәрән һөйләштәрен ҡайһы бер тел белгестәре айырым латгал теле тип иҫәпләй.

1684 йылда Приекулала урындағы тимерсе Звиедрис Йогансон яндырып язалауға хөкөм ителә. 1670—1684 йылдарҙа ул үҙе конструкциялаған (дельтаплан кеүек) осоу аппаратында бер нисә осош яһаған. Саптырыу өсөн ҡәлғә һәм сиркәүҙәрҙең манараларын файҙаланған. Күрше поместьеларға тиклем 2 км ара үтеп, аяғын һындыра, һуңғараҡ һауала өйөрөлә башлай[19].

XVIII быуат

үҙгәртергә

Рус батшалығының Швед империяһын еңеүенән һуң 1721 йылдың 30 авгусында (10 сентябрь) Ништадт тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла. Швеция Рәсәйгә Лифляндия, Эстляндия, Ингерманландия, Карелияның бер өлөшө һәм башҡа биләмәләрҙең ҡушылыуын таный, шуның өсөн Рәсәй Швецияға 2 миллион ефимка (1,3 миллион һум) компенсация түләй.

  • 1757 йыл — Краслав католик дини семинарияһы асыла.
  • 1772 йыл — Речь Посполитаяныңберенсе бүленеүендә Латгалия (Польша Инфлянты) шулай уҡ Рәсәйгә ҡушыла.
  • 1775 йыл — герцог Пётр Бирон Курляндияла Academia Petrina аса.
  • 1785 йыл — Курляндияла латыш механикы Эрнст Иоганн Бинеман тәүге һауа шарын осорҙо[20].
  • 1795 йыл — Речь Посполитаяны өсөнсөгә бүлгәндә Курляндия герцоглығы Рәсәй империяһынан күсә.
 
Руссо-Балт С-24/40
  • 1812 йыл — Наполеон I менән һуғыш хәҙерге Латвия биләмәһенә бер ни тиклем ҡағыла.
  • 1817 йыл — Курляндия губернаһында крепостной хоҡуҡты бөтөрөү.
  • 1819 йыл — Лифляндия губернаһында крепостной хоҡуҡты бөтөрөү.
  • 1822 йыл — Елгавала латыш телендә тәүге «Latviešu Avīzes» («Латышская газета») гәзите сыға башлай.
  • 1861 йыл — хәҙерге Латвия биләмәһендәге тәүге Рига — Динабург тимер юлы файҙаланыуға тапшырыла.
  • 1862 йыл — Рига политехник институты асыла.

XIX быуат уртаһынан алып — милли үҙаңдың үҫеше, йәш латыштар хәрәкәте.

XIX быуат аҙағы — сәнәғәттең әүҙем үҫеше. Руссо-Балт — Рус-Балтика вагон заводы, «Феникс» Рига вагондар эшләү заводы, «Проводник» резина изделиелар заводы эшләй башланы, Рәсәйҙә тәүге автомобилдәр һәм велосипедтар сығарыла. Төп тармаҡтар — машиналар төҙөү һәм металл эшкәртеү.

1899 йылдың майы — эшселәрҙең ризаһыҙлыҡ сығыштары (Рига ихтилалы).

 
Янис Чаксте — (1922—1927 йылдарҙа) Латвияның беренсе президенты
 
1920 йылда «Польша һәм Балтика илдәре» Британия атласы картаһы Брест һәм Версаль тыныслыҡ килешеүҙәренә ҡул ҡуйғандан һуң һәм Рига килешеүенә ҡул ҡуйыр алдынан илдәрҙең билдәһеҙ сиктәрен күрһәтә

1905 йыл — Лифляндия губернаһында революцион ваҡиғалар.

1915 йыл — Беренсе донъя һуғышы барышында Германия ғәскәрҙәренең Курляндияны баҫып алыуы, Латвия ҡалаларынан сәнәғәт предприятиеларын эвакуациялау, Двинскиҙа (хәҙерге Даугавпилс) ҙур емереклектәр, латыш уҡсы частарын булдырыу.

1918 йылдың 18 ноябре — Латвия Халыҡ советы Латвия Республикаһын бойондороҡһоҙ һәм үҙаллы дәүләт тип иғлан итә һәм Латвия дәүләтселеген әҙерләү этабын тамамлай[21].

1918 йылдың 22 декабрендә — В. Ленин Латвия Совет Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһында Халыҡ Комиссарҙары Советының декретына ҡул ҡуя.

1918—1920 йылдар — Латвияның бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш. Прогерман һәм просовет ҡораллы көстәре сигенергә мәжбүр була, был Латвияны халыҡ-ара таныу өсөн шарттар булдыра.

1920 йылдың 11 авгусында Ригала РСФСР менән Латвия араһында тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла, унда Латвия Республикаһының бойондороҡһоҙлоғо таныла. Шул осорҙағы хоҡуҡи нормалар нигеҙендә был де-юре Латвия Республикаһының халыҡ-ара хоҡуҡ субъекты булараҡ барлыҡҡа килеүенә килтерә.

1921 йылдың 26 ғинуарында — Антанта Латвияны бойондороҡһоҙ дәүләт итеп де-юре таный.

1921 йылдың 22 сентябрендә Латвия Милләттәр лигаһына инә.

1922 йылдың 15 феврале — Латвия Республикаһын Ойоштороу йыйылышы Республика Конституцияһын (Сатверсме) ҡабул итә.

1934 йылдың 15 майында дәүләт түңкәрелеше була, Карлис Индрикович Улманис ҡулында илдә абсолют власть туплана.

1939 йылдың 7 июнендә Латвия Германия менән һөжүм итмәү тураһында килешеү төҙөй.

1939 йылдың 23 авгусында Германия һәм Советтар Союзы һөжүм итмәү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя (шулай уҡ Пакт Молотова — Риббентропа булараҡ билдәле). Килешеү буйынса Көнсығыш Европа илдәрен немец һәм совет мәнфәғәттәре өлкәләренә бүлеү тураһында йәшерен өҫтәмә протокол төҙөлә (Латвия СССР-ҙың йоғонто яһау өлкәһенә эләгә).

 
Ҡыҙыл армия частары Ригаға инә, 1940 йыл

29 октябрҙә — СССР менән Латвия араһындағы үҙ-ара ярҙам тураһындағы Пактҡа ярашлы, Латвияға 21 559 кеше иҫәпләнгән 2-се айырым уҡсылар корпусы һәм Ҡыҙыл армияның 18-се авиация бригадаһы частары килә.

1940 йылдың 15 июнендә — Масленки ҡалаһында Латвияның сик һаҡсыларына һөжүм итә.

16 июндә 14:00 сәғәттә сит ил эштәре совет халыҡ комиссары Вячеслав Михайлович Молотов Латвия илсеһе Ф. Коциньшҡа Латвия хөкүмәтен отставкаға ебәреү һәм Латвияға сикләнмәгән совет ҡораллы көстәре контингентын индереү талап ителеүен уҡып ишеттерә һәм өҫтәп түбәндәгене белдерә: әгәр 23:00 сәғәткә тиклем Латвия хөкүмәтенән яуап килмәһә, СССР-ҙың ҡораллы көстәре Латвия биләмәһенә инәсәк һәм теләһә ниндәй ҡаршылыҡтарҙы ла баҫтырасаҡ. К. Улманис хөкүмәте 16 июндә кискеһен ультиматумды ҡабул итеп, отставкаға китергә ҡарар итә. Министрҙар кабинеты ҡаршылыҡ күрһәтеүҙән баш тарта, сөнки ундай хәрәкәт ҡан ҡойошҡа килтерер, әммә Латвия дәүләтен ҡотҡара алмаҫ, тип иҫәпләй.

17 июндә Латвияға Ҡыҙыл армияның өҫтәмә частары юллана.

 
Латвияла холокост. Латвияла бөтәһе 70 мең самаһы Латвия йәһүде һәләк булған

1940 йылдың 14-15 июлендә Латвияла Халыҡ Сеймына һайлауҙар үтә. Һайлауҙарға бер — "Хеҙмәтсән халыҡ блогы"нан күрһәтелгән кандидаттар исемлеге генә үтә. Башҡа альтернатив исемлектәр кире ҡағыла. Рәсми рәүештә иғлан ителгән исемлек өсөн һайлаусыларҙың 97,5 % тауышы бирелеүе хаҡында хәбәр ителә.

1940 йылдың 21 июлендә Халыҡ Сеймы Латвияны совет республикаһы (Латвия Совет Социалистик Республикаһы) тип иғлан итә һәм 1940 йылдың 5 авгусында — СССР Юғары Советы Латвияны СССР составына ҡабул итә.

 
Латвияның оккупация музейында ГУЛАГ ваҡытындағы лагерь барагы реконструкцияһы

1941 йыл — репрессиялар тулҡыны — ВКП (б) ҮК һәм СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1941 йылдың 16 майындағы «Литва, Латвия һәм Эстония ССР-ын Советтарға ҡаршы, енәйәт һәм социаль хәүефле элементтан таҙартыу буйынса саралар тураһында»ғы ҡарарына ярашлы[22], милләтсе ойошмалар ағзалары, элекке хоҡуҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәре, буржуаз Латвия һәм Аҡ армия хәрбиҙәре (компрометациялаусы документтар булһа), эре фабриканттар, алпауыттар, сауҙагәрҙәр һәм Латвия Республикаһының юғары дәрәжәле дәүләт хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡҡа ҡаршы эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүен дауам итеүсе енәйәтселәр[23] — совет режимы өсөн хәүефле тип иҫәпләгән кешеләр, һуғыш алдынан ҡулға алына һәм СССР-ҙың алыҫ райондарына оҙатыла.

Латвияның Дәүләт архивы документтарына ярашлы, 1941 йылдың 14 июнендә 15 424 кеше Латвиянан ҡыуылған, шуларҙың 5263-ө ҡулға алынған. 700 ҡулға алыныусы атып үлтерелә, 3441 кеше төрмәлә вафат була; йәғни ҡулға алынғандарҙың биштән бер өлөшө иҫән ҡала. Башҡа һөргөнгә ебәрелгәндәр араһында махсус торамаларҙа 1900 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан[24]. СССР Дәүләт именлеге комитетының тарихсы А. Дюков анализлаған мәғлүмәттәренә ярашлы, депортация ҡорбандарының дөйөм һаны 4884 кеше (дөйөм һандан 34 %) тәшкил иткән, ә 1953 йылға 2000 кеше тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан. А. Дюков баһалауынса, депортацияланғандарҙың 81,27%-ын — латыштар, 11,70%-ын — йәһүдтәр, 5,29%-ын урыҫтар тәшкил иткән[25].

1941 йылдың 22 июнендә — нацист Германияһының СССР-ға һөжүме. Июль уртаһына Латвияның бөтә территорияһын Германия ғәскәрҙәре баҫып алған. Ирекле нигеҙҙә полиция батальондарын СС-тың латыш ирекле легионына берләштереү башлана.

Совет мәғлүмәттәре буйынса, Латвияла нацистар һәм уларҙың ярҙамсылары тарафынан баҫып алынған йылдарҙа 313 798 совет гражданы (шул иҫәптән 39 835 бала) һәм 330 мең совет хәрби әсире үлтерелә[26] и 330 тысяч советских военнопленных[27].

1944 йылдың 13 октябрендә армия частары Ригаға аяҡ баҫа. Либава (Лиепая), Павилоста, Айзпуте, Скрунда, Салдус, Сабиле, Кандава, Тукумс ҡалаларын 1945 йылдың 9 майында совет ғәскәрҙәре яулай. 10 майҙа генерал Гильперт етәкселегендә Курляндия төркөмө баш һала, совет ғәскәрҙәре Валдемарпилс, Вентспилс, Гробиня, Пилтене ҡалаларына инә.

 
Латвия 2004 йылда Европа союзы ағзаһы була һәм 2007 йылда Лиссабон килешеүенә ҡул ҡуя

1949 йыл — Латвияла репрессияларҙың икенсе тулҡыны ваҡытында 50 000 самаһы кеше илдән ҡыуылған.

1940—1956 йылдарҙа — «милли партизандар» хәрәкәте («Урман ҡәрҙәштәре» (1940—1957)).

1940—1991 йылдарҙа — Латвия ССР-ы СССР составында. Республикала сәнәғәт (Рига электр машиналары төҙөү заводы, Рига автобус фабрикаһы, «РНИИРП» — Рига радиоизотоп приборҙары төҙөү фәнни-тикшеренеү институты) үҫешә. Был осорҙа Совет Латвияһының ҡайһы бер партия етәкселәре Мәскәүгә етәксе вазифаларға күрһәтелә, улар араһында КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы Арвид Янович Пельше, СССР-ҙың эске эштәр министры Борис Карлович Пуго һ. б.

Латвияның СССР составында булыу осорон Советтар оккупацияһы тип йөрөтәләр. 2016 йылда унан килгән зыян 185 миллиард €-ға тиң тип баһаланған[28].

1990 йылдың 4 майында Латвия ССР-ы Юғары Советы «Латвия Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү тураһында декларация» ҡабул итә. Ошо документҡа ярашлы, 1922 йылғы бойондороҡһоҙ Латвия Конституцияһы яңытыла һәм Сейм саҡырылғанға тиклем де-факто күсеү осоро билдәләнә[29].

1991 йылдың 21 авгусында Латвияның Юғары Советы, «Латвия Республикаһының дәүләт статусы тураһында» Конституция законын ҡабул итеп, республиканың бойондороҡһоҙлоғон раҫлай[30].

1991 йылдың 6 сентябрендә Латвияның бойондороҡһоҙлоғо СССР Дәүләт Советы тарафынан таныла[31].

1991 йылдың 17 сентябрендә Латвия Республикаһы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы тип раҫлана[32].

1995 йылдың 10 февралендә Латвия Республикаһы Европа Советы ағзаһы була[33].

1999 йылдың 10 февралендә Латвия Республикаһы Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ағзаһы була.

2004 йылдың февралендә ағза булып торған 19 ил Латвияның Төньяҡ Атлантик альянсҡа инеүе тураһында протоколдарҙы раҫланы, шул уҡ йылдың майында ил Евросоюзға ҡабул ителде.

2007 йылдың 21 декабрендә Латвия составына инде, ә 2008 йылдың 30 мартынан Шенген зонаһы ҡағиҙәләрен тулыһынса ҡуллана. 2014 йылдың 1 ғинуарында Латвия Еврозонаның 18-се ағзаһы булды.

2015 йылдың тәүге ярты йыллығында Латвия Европа союзы Советына рәйеслек итте.

2016 йылдың 2 июнендә Латвия Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһының (ОЭСР) 35-се ағзаһы булды.

Дәүләт ҡоролошо

үҙгәртергә

Латвияла үҙгәрештәр менән 1922 йылғы конституция ғәмәлдә[34].

Латвия — парламент республикаһы. Закондар сығарыу органы — Сейм, ул 18 йәше тулған Латвияның тулы хоҡуҡлы граждандары тарафынан 4 йылға һайлана[35].

Юғары вәкиллекте Сейм тарафынан 4 йылға һайланған дәүләт президенты тормошҡа ашыра;

Башҡарма орган — премьер-министрҙан һәм министрҙарҙан торған Министрҙар кабинеты. Министрҙар кабинетын Президент тарафынан саҡырылған кеше формалаштыра[36]. Латвия Сеймының коалицион партиялары республика президентына премьер-министр (министрҙар президенты) кандидатураһын тәҡдим итә. Раҫланған премьер-министр министрҙарҙың яңы кабинетын булдыра.

Сәйәси партиялары

үҙгәртергә

Латвия күп партиялы системаға эйә, партияларҙың коалицион хөкүмәттәр ойоштороу мөмкинлеге бар.

Латвияла һуңғы парламент һайлауы 2022 йылдың 1 октябрендә уҙҙы[37] 1 542 407 граждандың 916 515-е[38], йәки 59,42%-ы һайлауҙа тауыш биреү хоҡуғына эйә.[38]

Латвияның элекке 13-сө Сеймы составы таблицала бирелгән.

Латыш телендәге атамаһы Идеологияһы Лидер Депутаттар Нигеҙләнгән
«Согласие» соыиал-демократик партияһы латыш. Sociāldemokrātiskā partija "Saskaņa" Социал-демократия Урбанович Янис 23 2010
«KPV LV» латыш. KPV LV Либерализм Алдис Гобземс, Артус Кайминьш 16 2016
Яңы консерватив партия (Латвия) латыш. Jaunā konservatīvā partija Консерватизм Юта Стрике 16 2014
«Attīstībai/Par! (Развитию/За!)» латыш. Attīstībai/Par! Либерализм Даниэль Павлютс 13 2018
«Всё для Латвии!» — «Отечеству и свободе/ДННЛ» милли берләшмәһе латыш. Nacionālā apvienība "Visu Latvijai!"—"Tēvzemei un Brīvībai/LNNK" Национал-консерватизм Райвис Дзинтарс 13 2010[~ 1]
Йәшелдәр һәм крәҫтиәндәр союзы латыш. Zaļo un zemnieku savienība Аграризм
Центризм
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау (Йәшел сәйәсәт)
Аугустс Бригманис
Раймондс Вейонис
11 2002[~ 2]
«Яңы берҙәмлек (Латвия)» латыш. Jaunā vienotība Консерватизм Кришьянис Кариньш 8 2010[~ 3]
  1. Ике партия блогы булараҡ булдырылған, 2011 йылда партия итеп үҙгәртелгән
  2. Входящий в объединение «Крестьянский союз Латвии» считает себя преемником одноимённой партии, основанной в 1917 году и запрещённой в 1934 году
  3. Создана как блок трёх партий, в 2011 году преобразована в партию

Профсоюздары

үҙгәртергә

Иң эре һөнәри үҙәк — Латвияның Ирекле профсоюздар союзы.

Дәүләт символикаһы, дәүләт байрамдары

үҙгәртергә

Латвияның дәүләт символикаһы Конституция һәм ғәмәлдәге ҡануниәт (Дәүләт флагы, дәүләт теле, дәүләт гербы һәм дәүләт гимны тураһында закон) менән көйләнә

Латвия флагы тура мөйөшлө, пропорцияһы 2:1:2 булған өс горизонталь һыҙаттан тора — аҡ уртаһында аҡ менән бүленгән ике кармин-ҡыҙыл һыҙатлы.

 
Латвия Гербы

1279 йылғы Ливон (немец) рифмалашҡан хроникаһында Венден ҡәлғәһенең (хәҙерге Цесис ҡалаһы биләмәһендә) аҡ һыҙатлы ҡыҙыл ландесвер (ополчение) отряды байрағы телгә алына.

Шулай уҡ XIX быуаттың икенсе яртыһында латыш композиторы К. Бауманис тарафынан яҙылған, тәүге тапҡыр 1873 йылда башҡарылған һәм 1921 йылда гимнға әүерелгән «Dievs, svētī Latviju!» («Боже, благослови Латвию!») Латвия гимны ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Латвияның гербы — өҫкө өлөшөндә зәңгәр фонда ҡалҡып килгән ҡояш, һулда аҫта көмөш фондағы ҡыҙыл арыҫлан һәм уңда аҫта ҡыҙыл фонда көмөш грифон менән биҙәлгән ҡалҡан[39].

Дата Рус атамаһы Латы атамаһы
1 ғинуар Яңы йыл көнө[40][41] Jaungada diena
Бөйөк йома Великая пятница[40][41] Lielā piektdiena
Пасха Первый и второй день Пасхи[40][41] Pirmās un Otrās Lieldienas
1 май Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, Латвия Республикаһын Ойоштороу йыйылышын саҡырыу көнө[40][41] Darba svētki. Latvijas Republikas Satversmes sapulces sasaukšanas diena
4 май Латвия Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү көнө[41] Latvijas Republikas Neatkarības atjaunošanas diena
Майҙың икенсе йәкшәмбеһе Әсәй көнө[40][41] Mātes diena
Изге Троица көнө[40][41] Изге Троица көнө Vasarsvētki
23 июнь Лиго көнө[40][41] Līgo diena
24 июнь Ян көнө (йәйге ҡояш боролошо байрамы)[40][41] Jāņu diena
18 ноябрь Латвия Республикаһын иғлан итеү көнө[40][41] Latvijas Republikas Proklamēšanas diena
24—26 декабрь Раштыуа (ҡышҡы ҡояш боролошо байрамы)[40][41] Ziemassvētki
31 декабрь Иҫке йыл көнө[40][41] Vecgada diena
  • Православие динен тотоусылар, старообрядсылар һәм башҡа конфессиялар диндарҙары Пасханы, Троицаны һәм Раштыуаны һәр конфессиялар билдәләгән көндәрҙә байрам итә[40][41].
  • Әгәр байрам көндәре — 4 май һәм 18 ноябрь — шәмбегә йәки йәкшәмбегә тура килһә, киләһе эш көнө ял көнө тип билдәләнә[40][41].
Дата Рус атамаһы Латыш атамаһы Иҫкәрмә
20 ғинуар 1991 йылғы баррикадаларҙы һаҡлаусыларҙы иҫкә алыу көнө[40][41] 1991. gada barikāžu aizstāvju atceres diena Был көндө Рига ОМОНы Латвия Республикаһы Эске эштәр министрлығын штурм менән алды, һуғыш барышында һәләк булыусылар һәм яраланыусылар бар ине
26ғинуар Латвия Республикаһының халыҡ-ара танылыу (де-юре) көнө[40][41] Latvijas Republikas starptautiskās (de jure) atzīšanas diena 1921 йылдың 26 ғинуарында Антанта илдәре — Бөйөк Британия, Франция, Италия, Япония һәм Бельгия — Латвияның бойондороҡһоҙлоғон де-юре тип таный
8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө[40][41] Starptautiskā sieviešu diena
8 май Нацизм ҡыйратылған көн һәм Икенсе донъя һуғышы ҡорбандарын иҫкә алыу көнө[40][41] Nacisma sagrāves diena. Otrā pasaules kara upuru piemiņas diena
9 май Европа көнө[40][41] Eiropas diena
15 май Халыҡ-ара ғаилә көнө[40][41] Starptautiskā ģimenes diena
1 июнь Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө[40][41] Starptautiskā bērnu aizsardzības diena
14 июнь Коммунистик геноцид ҡорбандарын иҫкә алыу көнө[40][41] Komunistiskā genocīda upuru piemiņas diena 1941 йылғы депортация ҡорбандары иҫтәлегенә[42]
22 июнь Геройҙарҙы иҫкә алыу көнө (Цесис һуғышын иҫкә алыу көнө)[40][41] Varoņu piemiņas diena (Cēsu kaujas atceres diena)
4 июль Йәһүд халҡына ҡаршы геноцид (холокост) ҡорбандарын иҫкә алыу көнө[40][41] Ebreju tautas genocīda upuru piemiņas diena
Июлдең икенсе шәмбеһе Диңгеҙ байрамдары көнө[40][41] Jūras svētku diena
11 август Латвия азатлығы өсөн көрәшселәрҙе иҫкә алыу көнө[40][41] Latvijas brīvības cīnītāju piemiņas diena
21 август «Латвия Республикаһының дәүләт статусы тураһында» Конституция законын ҡабул итеү көнө[41] Konstitucionālā likuma «Par Latvijas Republikas valstisko statusu» pieņemšanas diena
23 август Сталинизм һәм нацизм ҡорбандарын иҫкә алыу көнө[41] Staļinisma un nacisma upuru atceres diena
1 сентябрь Белем көнө[40][41] Zinību diena
Сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһе Атайҙар көнө[41] Tēva diena
22 сентябрь Балттар берҙәмлеге көнө[40][41] Baltu vienības diena Саул янындағы алышта еңеү хөрмәтенә (1236)
1 октябрь Халыҡ-ара ололар көнө[41] Starptautiskā veco ļaužu diena
Октябрҙең беренсе йәкшәмбеһе Уҡытыусылар көнө[40][41] Skolotāju diena
11 ноябрь Лачплесис көнө[40][41] Lāčplēša diena
Декабрҙең беренсе йәкшәмбеһе Латыш халҡына ҡаршы йүнәлтелгән тоталитар коммунистик режим геноциды ҡорбандарын иҫкә алыу көнө[40][41] Pret latviešu tautu vērstā totalitārā komunistiskā režīma genocīda upuru piemiņas diena 1937-1938 йылдарҙа Советтар Союзында латыштар геноциды ҡорбандары иҫтәлегенә[43]

Тышҡы сәйәсәте

үҙгәртергә
 
2006 йылда Ригала үткән НАТО Саммитында Латвия Президенты Джордж Буш, Латвия президенты Вайра Вики-Фрейберг һәм генераль секретарь Яп де Хоп Схеффер

1991 йылдың 24 авгусында РСФСР (ул саҡта — СССР-ҙың бер өлөшө) Латвия Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү фактын таный, һәм 4 октябрҙә Латвия һәм Рәсәй дипломатик мөнәсәбәттәрҙе тергеҙә. 1991 йылдың 6 сентябрендә Латвия бойондороҡһоҙлоғо СССР тарафынан таныла[44].

Латвия 1991 йылдың 17 сентябренән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы булып тора, [32], шулай уҡ Төньяҡ Атлантика килешеү ойошмаһы (НАТО), Европа Советы, Европала Именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма, Халыҡ-ара валюта фонды (МВФ), Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы (ВТО), Балтик диңгеҙе дәүләттәре Советы һәм Төньяҡ инвестиция банкы ағзаһы булып тора. Милләттәр лигаһы ағзаһы булған (1921—1940).

Латвия 160 ил менән дипломатик мөнәсәбәттәр булдырған һәм донъяның 35 илендәге илселектәргә терәк булып тора. Латвияның баш ҡалаһы Ригала 37 илдең илселектәре бар.

Латвия үҙенең тышҡы сәйәсәтендә Евросоюзға һәм НАТО-ға ориентирлаша. 2004 йылдың 1 майында Латвия Евросоюзға инә. 2004 йылдың 29 мартынан Төньяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы (НАТО) ағзаһы. 2007 йылдың 21 декабренән Латвия Шенген зонаһына инде, 2008 йылдың 30 мартына тиклем аэропорттарҙа контроль һаҡланды[45].

2005 йылдың майында һәм 2006 йылдың ноябрендә, НАТО саммиты ойошторолғанда, илгә АҠШ президенты Джордж Уокер Буш килә[46].

2010 йылдың 19 декабренән 22 декабренә тиклем, 16 йыл эсендә, Латвия президенты Валдис Затлерс тәүге тапҡыр Рәсәйгә рәсми сәфәр менән килде[47]. Сәфәре барышында В. Затлерс Рәсәй Федерацияһы президенты Д. Медведев һәм премьер-министр В. Путин менән осрашты[48].

2015 йылдың тәүге яртыһында Латвия Европа союзы Советының рәйес-дәүләте булды[49].

Европа берлегенә инеү процесы

үҙгәртергә
 
Европа берлеге флагы

1995 йылдың 27 октябрендә Латвия хөкүмәте рәйеслек иткән Испанияға Европа союзына инеүгә рәсми заявка бирә.

1997 йылда Европа комиссияһы Европа союзына инеү буйынса кандидат илдәрҙең һөйләшеүҙәрен башлау тураһында тәүге һығымталар яһаны. Латвия һөйләшеүгә саҡырыу алмай.

1999 йылда Хельсинкиҙа Латвия 2000 йылдың февралендә башланған Европа союзына ҡушылыу тураһында һөйләшеүҙәргә саҡырыла.

2002 йылдың 13 декабрендә Копенгагенда Латвияны һәм башҡа туғыҙ кандидат-илде Европа Союзына ҡабул итеү тураһындағы һөйләшеүҙәр тамамлана.

2003 йылдың 16 апрелендә Афинала инеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Латвия, башҡа 9 ил кеүек үк, кандидат статусынан буласаҡ ҡатнашыусы ил статусына күсте[50].

2003 йылдың 20 сентябрендә үткән референдумда Латвия граждандарының 66,97%-ы Латвияның Европа союзына ҡушылыуы өсөн, 32,26 % ҡаршы тауыш бирҙе[50].

2003 йылдың 30 октябрендә Сейм Латвияның Европа союзына ҡушылыуы тураһында килешеүҙе раҫланы.

2004 йылдың 1 майында Латвия башҡа 9 ил: Эстония, Литва, Польша, Словакия, Чехия, Венгрия, Словения, Мальта һәм Кипр Республикаһы — менән бергә Европа союзының тулы хоҡуҡлы ағзаһы-иленә әүерелә.

2007 йылдың 21 декабрендә Латвия исемлеккә инде, ә 2008 йылдың 30 мартынан зонаға ингән дәүләттәр араһында эске сиктәрҙә сик контролен бөтөрөүҙе һәм бер үк ваҡытта зона менән сиктәш өсөнсө дәүләттәр менән сиктәш булған сик контролен нығытыуҙы күҙ уңында тотҡан Шенген зонаһы ҡағиҙәләрен тулыһынса ҡуллана.

2004 йылдың 1 майында Латвия башҡа 9 ил: Эстония, Литва, Польша, Словакия, Чехия, Венгрия, Словения, Мальта һәм Кипр Республикаһы — менән бергә Европа союзының тулы хоҡуҡлы ағзаһына әүерелә.

2007 йылдың 21 декабрендә Латвия исемлеккә инде, ә 2008 йылдың 30 мартынан зонаға ингән дәүләттәр араһында эске сиктәрҙә сик контролен бөтөрөүҙе һәм бер үк ваҡытта зона менән сиктәш өсөнсө дәүләттәр менән сиктәш булған сик контролен нығытыуҙы күҙ уңында тотҡан Шенген зонаһы ҡағиҙәләрен тулыһынса ҡуллана.

Ҡораллы көстәре

үҙгәртергә
 
Латвия ҡораллы көстәренең эмблемаһы
 
Латвия һалдаты күнекмәләр ваҡытында
 
Латвия Ҡораллы көстәренә хеҙмәт итергә саҡырыу

Латвияның Милли ҡораллы көстәре — Латвия дәүләтенең азатлығын, бойондороҡһоҙлоғон һәм территориаль бөтөнлөгөн һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән ғәскәрҙәр тупланмаһы. 2004 йылда Латвия НАТО илдәре составына инә, ә 2007 йылдың 1 ғинуарынан профессиональ армияға күсә.

Латвия халыҡ-ара тыныслыҡ урынлаштырыу операцияларында һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса операцияларҙа ҡатнаша. Шулай уҡ Латвия белгестәре гражданлыҡ миссияларына үҙ өлөшөн индерҙе.

Армия составында 5500 хәрби, резервта — 10 000 кеше. Армия 2 пехота батальонына һәм Оборона министрлығы структураһына ингән ирекле хәрбиләштерелгән формирование — Земессардзеның 18 батальонына берләштерелгән[51] — добровольческого военизированного формирования, входящего в структуру Минобороны[52].

1996 йылдан алып 3600-ҙән ашыу хәрби хеҙмәткәр халыҡ-ара операцияларҙа ҡатнашҡан, шуларҙан етәүһе һәләк булған.

Милли ҡораллы көстәре (НВС) резервын хәрби хеҙмәт үткән Латвия граждандары тәшкил итә.

Латвияның Милли ҡораллы көстәренә Милли ҡораллы көстәр командующийының тәҡдиме буйынса оборона министры етәкселек итә.

Ҡораллы көстәренең составы

үҙгәртергә
  •   Ҡоро ер ғәскәрҙәре
  •   Хәрби-диңгеҙ көстәре
  •   Хәрби-һауа көстәре
  •   Земессардзе (милли гвардия)
  •   Матди-техник тәьминәт идаралығы
  •   Уҡытыу һәм доктрина идаралығы
  •   Махсус тәғәйенләнешле подразделение
  •   Штаб батальоны
  •   Хәрби полиция

Административ бүленеше

үҙгәртергә
 
Латвияның республика буйһоноуындағы крайҙары һәм ҡалалары

Латвия административ яҡтан 36 крайға (латыш. novadi, берлектә novads) һәм республикаға буйһонған 7 ҡалаға (Рига, Даугавпилс, Лиепая, Елгава, Юрмала, Вентспилс, Резекне) бүленгән унитар дәүләт булып тора. Крайҙар территория буйынса улустарға һәм край ҡалаларына бүленә йәки бөтөнләй эске бүленеше юҡ.

2009 йылдан алып 2021 йылға тиклем Латвия 110 крайға һәм республикаға буйһонған 9 ҡалаға бүленгән.

2009 йылға тиклем Латвияла ике үҙидара кимәле булды:

  1. 26 район һәм 7 республика ҡалаһы;
  2. бер нисә йөҙ улус һәм район ҡалалары, шулай уҡ реформа сиктәрендә булдырылған крайҙар.

Конституцияға ярашлы, Латвия дүрт тарихи-мәҙәни өлкәнән тора — Видземе, Латгалия, Курземе, Земгале, әммә улар административ-территориаль берәмек булмай[53].

Статистика иҫәбен алыу өсөн, 2004 йылда Рига, Пририжье, Видземе, Латгале, Курземе, Земгале статистик төбәктәр булдырылған. Төбәк үҫешен планлаштырыу һәм үҙидараның хеҙмәттәшлеген тәьмин итеү өсөн, 2006 йылда (Latvijas plānošanas reģioni) — Видземе, Земгаль, Курземе, Латгаль һәм Рига (Пририжье менән Рига берләшмәһе статистик төбәктәрҙең сиктәренән айырыла) планлаштырыу төбәктәре булдырылған.

Рәсәй һәм уның төбәктәре менән бәйләнештәр

үҙгәртергә

Башҡортостан һәм Латвия бәйләнештәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Хөкүмәтендә Латвия делегацияһы менән осрашыу уҙҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 15 декабрь.[54]
  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Латвия менән Башҡортостан араһында иҡтисад тармағында ғына түгел, шулай уҡ мәҙәни, фән, мәғариф өлкәләрендә бәйләнештәрҙе үҫтереүҙә юғары әүҙемлек күҙәтелә. 2015 йылдың 14 декабрендә республикаға эш сәфәре менән Латвияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Астра Курме етәкселегендәге Латвия эшҡыуарҙары делегацияһы килә[55].

Илдең эре ҡалалары

үҙгәртергә

Йәҙүәлдә 1000 ашыу кеше йәшәғән торамалар күрһәтелгән (01.01.2012). Латвия 777 пункттын ҡала статусы бар (ул араһынан 9 — республика ҡалалалар статуслы). Республика ҡалалар ҡалын хәрефтәр менән күрһәтелгән.

 ВентспилсВалдемарпилсПилтенеТалсыСтендеСабилеКандаваКулдигаПавилостаАйзпутеБроцениСалдусСкрундаПриекулеДурбеГробиняЛиепаяТукумсДобелеАуцеЕлгаваБаускаБалдонеОлайнеЮрмалаРигаБаложиСаласпилсОгреИкшкилеКегумсЛилвардеАйзкрауклеПлявинясМадонаЛубанаЦесвайнеГулбенеАлукснеАпеСмилтенеВалкаРуйиенаСедаСтренчиМазсалацаАлояСтайцелеАйнажиСалацгриваЛимбажиСаулкрастыВангажиСигулдаЛигатнеЦесисВалмиераЯунелгаваВиеситеАкнистеСубатеИлукстеДаугавпилсКраславаДагдаЗилупеЛудзаКарсаваБалвыВилякаРезекнеВиляныВаркляныЕкабпилсЛиваныПрейлиКурземеЗемгалеСелияВидземеЛатгале
Герб Ҡала Халыҡ һаны (01.01.2012) Тарихи район
  Рига 699 203 Видземе
  Даугавпилс 101 057 Латгале
  Лиепая 82 413 Курземе
  Елгава 63 534 Земгале
  Юрмала 56 307 Видземе
  Вентспилс 41 998 Курземе
  Резекне 33 936 Латгале
  Валмиера 26 674 Видземе
  Огре 26 549 Видземе
  Екабпилс 25 883 Селия / Латгале
  Тукумс 19 729 Земгале
  Саласпилс 18 039 Видземе
  Цесис 17 673 Видземе
  Кулдига 12 494 Курземе
  Олайне 12 367 Видземе
  Салдус 12 085 Курземе
  Сигулда 11 368 Видземе
  Талси 10 962 Курземе
  Добеле 10 895 Земгале

Физик-географик характеристикаһы

үҙгәртергә

Географик урынлашыуы

үҙгәртергә
 
Латвияның картаһы

Латвия территорияһы 64 589 км² (донъя илдәре араһында майҙаны буйынса 122-се урын) тәшкил итә. Сиктәрҙең дөйөм оҙонлоғо — 1150 км. Көнбайышта Балтик диңгеҙе (яр буйының оҙонлоғо — 531 км) һәм Рига ҡултығы менән йыуыла, төньяҡта Эстония (343 км), көньяҡта Литва (588 км), көнсығышта Рәсәй (246 км) һәм Белоруссия (161 км) менән сиктәш.

Рельефы тигеҙлекле, ҡалҡыулыҡтар уйпатлыҡтар менән алмашына.

  1. Видзем ҡалҡыулығы (иң бейек нөктәһе — Гайзинькалнс, 312 м);
  2. Латгаль ҡалҡыулығы (иң юғары нөктәһе — Лиелайс Лиепукалнс убаһы, 289 м);
  3. Алукснен ҡалҡыулығы (иң бейек нөктәһе — Делинькалнс тауы, 272 м);
  4. Курш ҡалҡыулығы (иң бейек нөктәһе — Криевукалнс ҡалҡыуы (Урыҫ тауы), 189 м);
  5. Аугшзем ҡалҡыулығы (иң бейек нөктәһе — Эглюкалнс убаһы, 220 м);

Иң оҙон уйһыулыҡ — Приморье уйһыулығы.

 
Даугава йылғаһы буйында Рига

Иң оҙон йылғалары:

Атамаһы Ҡоя Латвия буйлап оҙонлоғо (км) Дөйөм оҙонлоғо (км)
1. Гауя Рига ҡултығы 452 452
2. Көнбайыш Двина Рига ҡултығы]] 352 1020
3. Огре (йылға) Көнбайыш Двина (Даугава) 188 188
4. Вента Балтик диңгеҙе 178 346
5. Иецава Лиелупе 155 155

Иң ҙур күлдәр:

Атамаһы Майҙаны (км²) Оҙонлоғо (км)
1. Лубанс 80,7 15,6
2. Разна 57,56 12,1
3. Энгурес 40,46 17,9
4. Буртниекс 40,07 13,3
5. Лиепая күле 37,15 16,2

Иң тәрән күле — Дридзис(65,1 м).

Латвияла йәмғеһе 2585 йылға һәм 2288 күл иҫәпләнә[56].

Төп тәбиғәт ресурстары: ҡом, ҡырсынташ, торф, доломит, эзбизташ, балсыҡ, гипс[57], һыу ресурстары, урман. Балтик диңгеҙе шельфында нефть ятҡылыҡтарына разведка алып барыла һәм Курзем төбәгендә һынамаҡҡа нефть сығарыла. Латвия ярҙарында ҡайһы берҙә гәрәбә лә табыла.

 
Спутниктан 2003 йылдың мартында төшөрөлгән фото. Рига ҡултығы боҙ менән ҡапланған
 
Балтик диңгеҙе 2000 йылдың мартында (НАСА)

Климаты диңгеҙҙән континенталь сифатҡа күсеү характерына эйә, ул Балтик диңгеҙенә яҡын булғанлыҡтан йомшаҡлана. Башлыса көньяҡ-көнбайыштан иҫкән елдәр Атлантика яғынан ярайһы уҡ күләмдә — йылына 500—800 миллиметр яуым-төшөм килтерә. Күк йөҙөн йыш ҡына болоттар ҡаплап ала, ҡояшлы көндәрҙең һаны — йылына ни бары 30-40. Иң ҡояшлы һәм ҡоро ай — май.

Йәйе йыш ҡына һалҡынса һәм ямғырлы, йылына 125—155 көн температура нулдән юғары була. Уртаса температура +15…+17 °C, ҡайһы берҙә — 1990-сы йылдар уртаһындағы кеүек, аномалиялар (+32 °C-ҡа тиклем) була. Ҡыш декабрь уртаһынан март уртаһына тиклем дауам итә. Ғинуарҙа уртаса температура, һирәк осраҡта −20 °C-ҡа тиклем түбәнәйеп, −3, −7 °C тәшкил итә[58].

2011 йылда Латвиялағы уртаса температура:[59]
Ай
Янв
Фев
Март
Апр
Май
Июнь
Июль
Авг
Сен
Окт
Нояб
Дек
Уртаса температура (°C):
−3
−8,9
−0,5
+6,8
+11,2
+17,3
+19,8
+16,8
+13,4
+7,8
+4,4
+2,1
Латвияла һауа торошо рекордтары:[60]
Рекорд Әһәмиәте Урыны Датаһы
Иң юғары температура 37,8 °C Вентспилс 4 август 2014 йыл
Иң түбән температура −43,2 °C Даугавпилс 8 февраль 1956 йыл
Йылына иң күп яуым-төшөм 1007 мм Приекуль улусы (Видземе) 1928 йыл
Йылына иң аҙ яуым-төшөм 384 мм Айнажи 1939 йыл
Көн эсендә иң күп яуым-төшөм 160 мм Вентспилс 9 июль 1973 йыл
Айлыҡ иң юғары яуым-төшөм нормаһы 330 мм Ниц улусы август 1972 йыл
Айлыҡ иң түбән яуым-төшөм нормаһы 0 мм Территорияның күпселек өлөшө май 1938 йыл
Иң ҡалын ҡар ҡатламы 126 см Гайзинькалнс март 1931 йыл
Иң күп буранлы ай 19 көн Лиепая февраль 1956 йыл
Бер йыл эсендә күпселек томанлы көндәр 143 көн Гайзинькалн улусы 1946 йыл
Иң юғары атмосфера баҫымы 799,5 мм Лиепая ғинуар 1907 йыл
Иң түбән атмосфера баҫымы 699,7 мм Видзем ҡалҡыулығы 13 февраль 1962 йыл
Бер йыл эсендә күпселеге йәшенле ямғырлы көндәр 52 көн Видзем ҡалҡыулығы 1954 йыл
Бик көслө ел секундына 34 метр, секундына 48 метрға тиклем Күрһәтелмәгән 2 ноябрь 1969 йыл

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә
 
Урмандар менән ҡапланған биләмәләр араһында Европа союзында Латвия 4-се урынды биләй

Латвияла флора һуңғы боҙлоҡ осоронан һуң яҡынса 10-15 мең йыл үҫешкән.

Баҫыуҙар урман ҡырҡыу, даими сабыу йәки көтөүлек итеп файҙаланыу арҡаһында барлыҡҡа килгән. Тәбиғи майҙандар Латвия биләмәһенең ни бары бер процентын ғына тәшкил итә. Баҫыуҙарҙа ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең 360 төрө тасуирланған, ләкин ни бары 60 төрө генә йыш осрай.

Һаҙлыҡтар территорияның 10%-ын биләй. Уларҙың күбеһе Яр буйы уйпатлығында һәм Көнсығыш Латвияла урынлашҡан. Һаҙлыҡтар боҙлоҡ осоро тамамланғас та барлыҡҡа килә башлай, әммә уларҙың күпселеге боҙлоҡ осоронан һуң ғына барлыҡҡа килгән. Улар бөгөн дә, һыу ятҡылыҡтарына йәки ҡоро урындарға әүерелеп, үҫешеүен дауам итә.

Латвияла 1304 үҙенә генәи хас үҫемлек төрө һәм 633 ситтән индерелгән төр тасуирланған[61].

Латвия фаунаһы Төньяҡ Европа өсөн хас. Имеҙеүселәрҙең 62 төрө иҫәпләнә, уларҙың 19-ы Латвия биләмәһенә яңылыш ҡына килеп инеүе мөмкин, мәҫәлән: ябай йәки таплы тюлень, ябай диңгеҙ сусҡаһы һәм туғырлама (Sorex caecutiens средняя бурозубка). Латвияла ҡоштарҙың яҡынса 300 төрө осрай, ҡайһы берҙәре башҡа илдәрҙә һирәк осрай, мәҫәлән, аҡ ҡойроҡло бөркөт (орлан-белохвост), змееяд (йылан, һунағара), ҡара ҡауҙы (аист).

Бөтәһе 29 балыҡ төрө. Умыртҡаһыҙ хайуандарҙың 17 500-гә яҡын төрө билдәле, әммә Латвияла тағы ла 12 000-гә яҡын төрө осрауы ихтимал. Йәшәү өсөн уңайлы булмаған климат шарттары арҡаһында рептилиялар һәм ер-һыу хайуандары төрҙәре һаны аҙ — бөтәһе 20 төр (ер-һыу хайуандарының 13 төрө һәм рептилияларҙың — 7 төрө)[62].

Экологияһы

үҙгәртергә

Латвияның тәбиғәте етерлек төрлө, йән башына тәбиғәт ресурстары иҫәбе уртаса Европа күрһәткестәренән юғарыраҡ. Бер кешегә Нидерландҡа ҡарағанда 10 тапҡырға күберәк ер тура килә, ул урта донъялағы һыу ресурстарынан 10 тапҡырға күберәк. Европаның күп илдәренә ҡарағанда, урман массивтары бер кешегә ҡарата йөҙәрләгән тапҡырға күберәк. Уртаса климат һәм тигеҙ үлсәмле геологик шарттар территорияны катаклизмдарҙан һаҡлай.

Дөйөм алғанда, экологик хәл яҡшы, даими экологик мониторинг алып барыла. 2012 йылда Латвия экологик эшмәкәрлек индексы буйынса донъяла 2-се урынды (Швейцариянан һуң) биләй[63].

Халыҡтары

үҙгәртергә
Латвия халыҡтары 19352011
Милләт 1935 1959 1970 1979 1989 2000 2011
Һан % Һан % Һан % Һан % Һан % Һан % Һан %
Латыштар 1 467 035 76,97 1 297 881 62,39 1 341 805 57,05 1 344 105 53,69 1 387 757 52,05 1 370 703 57,65 1 284 194 62,10
Урыҫтар 168 300 8,83 556 400 26,75 704 600 29,95 821 500 32,81 905 515 33,96 703 243 29,58 556 422 26,90
Белорустар 26 800 1,4 61 600 2,9 94 700 4,0 111 500 4,5 119 700 4,5 97 100 4,0 68 174 3,3
Украиндар 1 800 0,1 29 400 1,4 53 500 2,3 66 700 2,7 92 100 3,4 63 600 2,7 45 699 2,2
Поляктар 48 600 2,6 59 800 2,9 63 000 2,7 62 700 2,5 60 400 2,5 59 500 2,5 44 783 2,2
Литвалар 22 800 1,2 32 400 1,5 40 600 1,7 37 800 1,5 34 600 1,3 33 400 1,4 24 426 1,2
Йәһүдтәр 93 400 4,9 36 600 1,7 36 700 1,6 28 300 1,1 22 900 0,9 10 300 0,4 6 416 0,3
Сиғандар 3 800 0,2 4 300 0,2 5 400 0,2 6 100 0,2 7 000 0,3 8 200 0,3 6 452 0,3
Немецтар 62 100 3,3 1 600 0,1 5 400 0,2 3 300 0,1 3 800 0,1 3 500 0,1 3 023 0,1
Эстондар 6 900 0,4 4 600 0,2 4 300 0,2 3 700 0,1 3 300 0,1 2 600 0,1 2 000 0,1
башҡа 4 200 0,2 1 800 0,1 2 700 0,1 3 800 0,2 29 400 1,0 25 000 1,1 26 298 1,3
Дөйөм халҡы 1 905 936 2 079 948 2 351 903 2 503 145 2 665 770 2 377 383 2 067 887

Һаны һәм таралып ултырыуы

үҙгәртергә
 
Возрастно-половая пирамида населения Латвии на 2020 год
 
Карта мира, отражающая визовые требования для граждан Латвии по состоянию на 2014 год      Латвия     Свободное передвижение     Виза не требуется     Виза оформляется по прибытии     eVisa     Виза оформляется по прибытии или через Интернет     Требуется заранее оформленная виза
 
Карта мира, отражающая визовые требования для неграждан Латвии по состоянию на 2017 год      Латвия     Виза не требуется     Виза оформляется по прибытии     Требуется заранее оформленная виза

2011 йылдың март — июнендә үткәрелгән дөйөм милли халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, Латвия халҡы 2 067 887 кеше тәшкил иткән, ә халыҡтың ғәмәлдәге үҫеш темптары иҫәбенән сығарылған баһалау мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылдың авгусына уның һаны 1 978 300 кешегә тиклем кәмегән[1].

2016 йылдың 1 авгусына Латвияла халыҡ һаны 1 958 800 кеше тәшкил иткән[1].

Халыҡтың тығыҙлығы — 30,5 кеше/км². 2010 йылда халыҡтың 68 % ҡалаларҙа йәшәгән[64].

Үҙәк статистика идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2008 йылда Латвияла 2 261 000 кеше иҫәпләнгән, был 2007 йылдағынан 9600 кешегә кәмерәк. Халыҡ иҫәбенең кәмеү темпы 0,42 % тәшкил иткән.

Халыҡтың тәбиғи кәмеүе һөҙөмтәһендә, үлем кимәле тыуым кимәленән юғарыраҡ булғанда, халыҡтың дөйөм һаны 7,1 мең кешегә кәмегән, ә миграция һөҙөмтәһендә халыҡ һаны тағы ла 2,5 мең кешегә кәмегән.

Тыуымдың артыуына ҡарамаҫтан, илдә йәшәүселәр һаны кәмеүен дауам итә, был 2008 йылда 4 % тәшкил иткәйне һәм һуңғы 15 йылда иң юғарыһы булды.

Латвиянан күсеп киткән граждандарҙың күбеһе Ирландияға һәм Бөйөк Британияға тура килә.

2019 йылға ҡарата, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы баһалауынса, Латвияла 237 266 иммигрант, йәки ил халҡының 12,4 %, йәшәгән[65].

СССР заманынан алып социаль, иҡтисади һәм сәйәси үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, 2022 йылға Латвияла һәм күрше Эстонияла рус этник аҙсылыҡ (Латвияла — 24,22 %, Эстонияла — бөтә халыҡтың 23,67 %), процент яғынан ҡарағанда, донъяның бөтә илдәре араһында иң ҙуры — рус этник аҙсылығы йәшәй[66][67].

Латвия граждандары

үҙгәртергә

2022 йылдың башына Латвияла 1 630 747 граждан йәшәгән һәм ил халҡының 86,9%-ын тәшкил иткән[68]. 2022 йылға ҡарата Латвия граждандары 181 дәүләткә һәм биләмәгә визаһыҙ бара ала, был паспорттар индексына ярашлы, донъяла 11-се тапҡыр йөрөү хоҡуғына эйә була[69].

Латвияның гражданлығына эйә түгелдәр

үҙгәртергә

2022 йылдың башына гражданлыҡҡа эйә түгелдәр 182 375 кеше, йәғни ил халҡының 9,7%-ын тәшкил иткән[68]. Юридик йәһәттән -[70] 1995 йылдың 12 апрелендәге «Латвия гражданлығы булмаған элекке СССР граждандарының статусы тураһында»ғы закон субъекттары — СССР-ҙан башҡа бер ниндәй дәүләттең дә граждандары булмаған һәм Латвияның гражданлығына эйә булмаған кешеләр.

Халыҡтың енес-йәш үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса (2000 йылға) Латвияла 1 093 305 ир-егет һәм 1 282 034 ҡатын-ҡыҙ даими йәшәй. Халыҡтың уртаса йәше — 37,9 йәш (ир-егеттәр — 35, ҡатын-ҡыҙҙар — 40,4). 1989 һәм 2000 йылғы халыҡ иҫәбен алыу арауығында Латвия халҡы ҡартайғаны күренә. 15 йәштән йәшерәк өлөшө 21,4%-тан 17,9 %-ҡа тиклем кәмегән, ә 60 йәштән өлкәндәрҙең өлөшө 17,4%-тан 21,1 %-ҡа тиклем артҡан[71].

Этник составы

үҙгәртергә

Ҡалып:Народы Латвии 1935 – 2009

Латвияла дәүләт теле — латыш теле. Урыҫ теле лә көнкүреш аралашыуының киң таралған теле булып тора, ҡайһы бер төбәктәрҙә халыҡ латгаль телен ҡуллана.

Латвия Республикаһының 1999 йылдың 21 декабрендәге «Дәүләт теле тураһында»ғы Законының 4-се статьяһына ярашлы, Латвия дәүләте лив телен ерле халыҡтың (автохтондарҙың) теле булараҡ һаҡлауҙы, яҡлауҙы һәм үҫтереүҙе тәьмин итә[72]. Шулай итеп, Латвиялағы ҡойоу теле сит тел тип һаналмай[73].

Дини составы

үҙгәртергә

Дин эштәре буйынса идаралыҡ мәғлүмәттәре буйынса, Латвияла 719 община һәм мәхәллә ингән 14 дини берекмә теркәлгән (2006). Латвияла дәүләт дине юҡ, әммә рус телле диндарҙарҙың күбеһе православие динен тота, илдең көнбайышында һәм үҙәгендә лютерандар күп, илдең көнсығышында католицизм таралған. Латвияла, башлыса Латвияла, ҙур старообрядсылар общинаһы ла бар. Дөйөм алғанда йәмғиәт төрлө дини хәрәкәттәргә толерантлы, ә сиркәү ижтимағи тормошҡа артыҡ йоғонто яһамай[39].[сығанаҡ 1361  көн күрһәтелмәгән]

2006 йылда Латвияла 769 дини һәм ғибәҙәт йорто иҫәпләнде.

Иҡтисады

үҙгәртергә
 
Латвия еврозонаның (ҡара-күк) һәм берҙәм ЕС баҙарының бер өлөшө булып тора

Евросоюз ағзаһы булыу Латвияға Европа дәүләттәре, айырыуса Германия, Швеция һәм Бөйөк Британия менән сауҙа бәйләнештәрен ярайһы уҡ киңәйтергә мөмкинлек бирҙе. 2021 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме (һалым, брутто түләгәнгә тиклем) үҙгәрешһеҙ ҡала һәм айына 500 евро, сәғәтенә 2,93 евро тәшкил итә, ләкин саф эквивалентта арта, һалым һалынмаған һалым минимумын 300 евронан 350 евроға тиклем, 418 евро һәм 428 евроға тиклем үҫә[74][75][76][77][78]. 2022 йылдан табиптарҙың минималь эш хаҡы күләме — 1555 € (брутто) һәм — 1132,23 € (нетто), ә шәфҡәт туташтары һәм фельдшерҙарҙың — 1032 € (брутто) һәм — 797,99 € (нетто) тәшкил итә. Дөйөм алғанда, 2022 йылдан табиптарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы 1963 € (брутто) һәм 1396,63 € (нетто), ә медицина хеҙмәткәрҙәренең һәм пациенттарға ярҙам күрһәтеүселәрҙең — 1183 € (брутто) һәм 894,49 € (нетто) тәшкил итә.[79][80][81][82] По состоянию на июнь 2022 года средний размер оплаты труда в Латвии составлял € 1383 (брутто), и € 1012 (нетто), при этом 27,16 % работающих получали менее € 700 (брутто), и € 586 (нетто)[82][83][84]. 2018 йылдың 3 кварталына ҡарата Кейтц индексы (эш хаҡының минималь күләменең (МРОТ) уртаса эш хаҡына нисбәте) 43 % самаһы тәшкил итә. 2021 йылдың декабренә Латвияла уртаса эш хаҡы 1435 € (брутто) һәм 1050 € (нетто) тәшкил итә[85].

Өҫтөнлөктәре: һуңғы йылдарҙа тулайым эске продукттың 70%-ы хеҙмәтләндереү өлкәһе иҫәбенә формалаша. Ил шок терапияһы аша сағыштырмаса тотороҡло баҙар иҡтисадына уңышлы үтте. Маастрихст критерийҙары арҡаһында евроға күсеү алдынан инфляция кәмене һәм түбән булып ҡала (2018 йылда 1%-тан аҙыраҡ)[86]. Евроға күсеү менән, милли валюта, лат, ғәмәлдән сығарыла (2014). Ил — берҙәм Европа союзы баҙары ағзаһы, иҡтисади үҫеш буйынса сағыштырмаса юғары темптарға (ЕС буйынса уртаса күрһәткестән юғары) һәм түбән дәүләт бурысына (ЕС буйынса уртасанан түбән) эйә. Бында, Европа союзы илдәре менән сағыштырғанда, сағыштырмаса арзан һәм яҡшы белемле эшсе көстәр бар. Эшһеҙлек кимәленең түбәнәйеүе һәм эшсе көстәр дефицитының көсәйеүе шарттарында 2019 йылға хеҙмәт хаҡының үҫеше иҡтисади үҫеш темптарын тотҡарламай[87].

Кире яҡтары: энергия менән тәьмин итеү нефть продукттары, газ һәм электр энергияһы импортына бәйле. Сеймал базаһы ярлы. Иң ҙур проблема (Евросоюздың яңы башҡа ағзаларындағы кеүек үк) — эшкә һәләтле эшсе көсө дефицитының йылдан-йыл артыуы һәм, тыуымдың түбән булыуы һәм халыҡтың Европа союзының байыраҡ илдәренә күпләп күсеүе менән бәйле, халыҡ структураһында пенсионерҙарҙың күбәйеүе, был үҙ сиратында хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын яһалма рәүештә арттырырға һәм хеҙмәткә түләү араһында етештереүсәнлек менән эш хаҡын түләү араһындағы дисбалансты арттырырға мәжбүр итә[87]. Латвияның төп экспорт тауарҙары (2011): электр машиналары һәм ҡорамалдары — 6,9 %, машиналар һәм механизмдар — 5,4 %, тимер һәм легирланмаған ҡорос — 5,2 %, ағас-таҡта материалдары — 4,8 %, фармацевтика продукцияһы — 4,1 %, тимер һәм ҡорос изделиелар — 3,2 %, тимер һәм ҡоростан беренсел продукция — 2,8 %, ағас — 2,6 % трикотаж һәм туҡыма — 2,5 %, төҫлө металл һәм уларҙаан яһалған изделиелар — 2,5 % (2011)[88].

Латвия Литва һәм Эстония менән таможня союзын ойоштороу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы, шуға күрә был илдәр араһында сауҙа күләме ярайһы уҡ ҙур.

Иҡтисадының тарихы

үҙгәртергә

Бойондороҡһоҙлоҡ тергеҙелгәндән һуңғы йылдарҙа Латвия етди иҡтисади реформалар үткәрҙе, 1992 йылда Латвия үҙенең валютаһын әйләнешкә сығарҙы, күп фатирлы торлаҡ йорттарҙы хосусилаштырҙы һәм элекке хужаларына кире ҡайтарҙы.

Иҡтисад, көрсөк башланғансыға тиклем, тотороҡло рәүештә йылына 5-7 %-ҡа күтәрелә (2006 йылда — 12,6 %, 2007 йылда — 10,3 %).

2007 йыл йомғаҡтары буйынса Латвия эске тулайым продукттың үҫеш темптары буйынса Советтарҙан һуңғы киңлектә 3-сө урында ине. Совет осоронан һуңғы киңлек илдәре араһында Латвияны Әзербайжан менән Әрмәнстан ғына уҙып киткән.

Эске тулайым продукттың йыллыҡ үҫеше:

2000 2001 2002 2003 2004 2005 2006 2007 2008 2009 2010 2011 2012 2013 2014 2015 2016 2017 2018 2019
Латвия 5,4 % 6,4 % 7,1 % 8,4 % 8,3 % 10,6 % 11,8 % 9,9 % −3,5 % −14,4 % −3,9 % 6,3 % 4 % 2,4 % 1,8 % 2,9 % 4,6 % 4,7 % 3,1 %
Data from International Monetary Fund

Йән башына иҫәпләгәндә, һатып алыу мөмкинлеге (ППС) буйынса эске тулайым продукт:

2000 2001 2002 2003 2004 2005 2006 2007 2008 2009 2010 2011 2012 2013 2014 2015 2016 2017 2018 2019
Латвия 8,923 9,825 10,838 12,083 13,577 15,682 18,255 20,794 20,605 18,010 17,852 19,816 21,318 22,449 23,559 24,708 25,716 27,685 29,901 31,49
Data from International Monetary Fund

Латвия 1999 йылдан башлап Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ағзаһы һәм 2004 йылдан Европа союзы ағзаһы булып тора. 2014 йылдың 1 ғинуарында Латвия милли валютаһы латтан евроға күсте. 2016 йылдың 2 июнендә Латвия Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһының 35-се ағзаһы булды. Статистикаға ярашлы, 2013 йыл аҙағында халыҡтың 45%-ы евро индереүҙе хупланы, ә 52%-ы — ҡаршы булды[89]. Евроны индергәндән һуң, 2014 йылдың ғинуарында Eurobarometer һорау үткәреүе евроны хуплау 53 % самаһы тәшкил итеүен күрһәтте, был Европалағы уртаса кимәлгә яҡын[90]. 2000 йылдан Латвияла Европала эске тулайым продукт үҫешенең иң юғары темптарының береһе булды[91]. Әммә үҫеш, башлыса, Латвияла ҡулланыу менән бәйле, 2008 йыл аҙағында һәм 2009 йыл башында Латвияның эске тулайым продуктын емереүгә, глобаль иҡтисади көрсөктөң киҫкенләшеүенә, кредиттар етешмәүенә һәм Parex банкын ҡотҡарыу өсөн файҙаланылған ҙур аҡсаларҙың етмәүенә килтерҙе[92]. 2009 йылдың тәүге 3 айында Латвияның эске тулайым продукты 18 %-ҡа кәмей, Европа союзында — иң түбәне[93][94].

 
1996-2006 йылдарҙа Латвияла реаль эске тулайым продукт үҫеше

2009 йылдағы иҡтисади көрсөк тиҙ үҫешеүсе иҡтисад, башлыса шәхси бурысты арттырыу иҫәбенә эске ҡулланыу артҡанлыҡтан, шулай уҡ тышҡы сауҙа балансы кире булғанлыҡтан, иҡтисади ҡыуыҡты емереүгә табан барыуын раҫланы. Айына яҡынса 5 %-ҡа артҡан күсемһеҙ милеккә хаҡтар оҙаҡ ваҡыт башлыса арзан хаҡҡа тауарҙар һәм сеймал етештергән иҡтисад өсөн бик юғары тип иҫәпләнде.

Латвияла хосусилаштырыу тамамланған тиерлек. Алдан дәүләт ҡарамағында булған бөтә бәләкәй һәм урта компаниялар ҙа тиерлек хосусилаштырылды, һөҙөмтәлә сәйәси һиҙгер бик аҙ эре дәүләт компаниялары ғына ҡалды. 2000 йылда илдең эске тулайым продуктынан 68 % самаһы шәхси секторға тура килгән.

Латвияға сит ил инвестициялары төньяҡ-үҙәк Европалағы кимәлдәр менән сағыштырғанда һаман да күп түгел. Ерҙе һатыу, шул иҫәптән сит ил граждандарына һатыу мөмкинлектәрен киңәйтеүсе, закон 1997 йылда ҡабул ителде. Латвияның дөйөм тура сит ил инвестициялары күләме 10,2 % тәшкил итә, Америка компаниялары 1999 йылда 127 миллион доллар инвестиция һалған. Шул уҡ йылда Америкаға 58,2 миллион $ тауар һәм хеҙмәттәр экспортҡа оҙатылған, 87,9 миллион $ импортланған. Латвия, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, Европа союзы кеүек көнбайыш иҡтисади институттарына ҡушылырға теләп, 1995 йылда, 4 йыллыҡ күсеү осоро менән, Европа союзы менән Европа килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Латвия менән Америка Ҡушма Штаттары араһында инвестициялар, сауҙа һәм интеллектуаль милекте яҡлау, икеләтә һалым һалыуға юл ҡуймау тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды[95][96]

Иҡтисадының төшөүе һәм терегеҙелеүе (2008—2012)

үҙгәртергә
 
АirBaltic компанияһының Boeing 757 самолёты Рига халыҡ-ара аэропортынан оса

Латвия банктарында ипотека кредиттарын еңел алыуға һәм баҙарҙа бик әүҙем алыпһатарлыҡҡа бәйле, күсемһеҙ милек баҙарында хаҡтарҙың ҡатмарлы үҫеше инфляцияның үҫеш факторҙарының береһе булды, Латвияның күсемһеҙ милек баҙарында емерелеүгә килтерҙе. 2008 йылдың икенсе кварталында Латвияла торлаҡҡа хаҡтар 2007 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 24,1 %-ҡа төшкән. Латвия иҡтисады кредиттар һәм күсемһеҙ милек хаҡының реаль булмаған үҫеше нигеҙендә оҙайлы алыпһатарлыҡ (спекуляция) осоронан һуң, 2008 йылдың икенсе яртыһында һалым түләү (фискаль) ҡыҫҡарыуы фазаһына аяҡ баҫты. Мәҫәлән, 2007 йылда милли иҫәп дефициты йылына эске тулайым продукттың 22 %-тан ашыуын тәшкил иткән, шул уҡ ваҡытта инфляция 10 % булған[97].

Латвияла эшһеҙлек кимәле был осорҙа 2007 йылдың ноябрендә 5,4 %-тан 2010 йылдың апрелендә 22 %-тан ашыуға тиклем үҫте. 2010 йылдың апрелендә Латвияла эшһеҙлектең иң юғары кимәле - 22,5 % тәшкил итә[98][99].

Әммә 2010 йылға иҡтисадсылар Латвия иҡтисадында стабиллек билдәләгән[100][101]. Standard & Poor's рейтинг агентлығы Латвияның бурыстары буйынса күҙаллауҙы негативтан стабиллеккә тиклем арттырҙы[100]. Латвияның 2006 йыл аҙағында 27 % дефицитлы ағымдағы иҫәбе 2010 йылдың февралендә профицитлы ине[100].

2012 йылдың беренсе кварталында көрсөккә ҡаршы саралар һөҙөмтәһендә Үҙәк статистика идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, эске тулайым продукттың үҫеше 2011 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 6,8 % тәшкил итте[102]. 2012 йылда Халыҡ-ара валюта фонды (МВФ), Латвияға финанс ярҙамы программаһы тамамланғандан һуң, күҙәтеү тураһында тәүге доклад менән сығыш яһаны. Унда, 2008-2009 йылдарҙа күп кәмегәндән һуң, Латвия иҡтисады 2010 йылдан тиҙ арала аяҡҡа баҫа, тип билдәләнелде[103].

2011 йылда эске тулайым продукттың 5,5 %-ҡа артыуы экспорттың артыуы һәм эске ихтыяждың тергеҙелеүе менән аңлатыла. Тышҡы шарттарҙың насарайыуына ҡарамаҫтан, 2012 һәм 2013 йылдарҙа үҫеш темптары дауам итте һәм 2014 йылда иҡтисадтың 4,1 %-ҡа үҫеүе көтөлә. Эшһеҙлек кимәле 2010 йылдағы иң юғары нөктәнән — 20 %-тан 2014 йылда яҡынса 9,3 %-ҡа тиклем кәмегән[104].

Эре предприятиелары

үҙгәртергә
  • АirBaltic — Латвия милли авиакомпанияһы. «Йыл авиакомпанияһы 2009/2010» алтын премияһына һәм башҡа наградаларға лайыҡ булды.
  • Aldaris — Латвияның һыра һәм алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү компанияһы.
  • Grindex — Балтика илдәренең ҙурлығы буйынса икенсе фармацевтика предприятиеһы[105].
  • Laima — Латвияның шоколад изделиелары етештереү предприятиеһы Orkla норвег компанияһына ҡарай (2015 йыл)[106].
  • Latvijas dzelzceļš — дәүләт тимер юл концерны; илдә иң ҙурҙарҙың береһе: 12 меңдән ашыу кеше
  • Latvijas Finieris — эре ағас эшкәртеү предприятиеһы.
  • Latvijas Gāze — Латвияла тәбиғи газды ташыу (тапшырыу), һаҡлау, бүлеү һәм һатыу буйынса берҙән-бер оператор (2017 йылда баҙарҙы либералләштереүгә тиклем).
  • Latvijas Pasts — Латвияның милли почта элемтәһе операторы.
  • Lattelecom — Латвияла электрон элемтә хеҙмәттәрен күрһәтеү өлкәһендә лидер.
  • Latvenergo — Латвияла электр энергияһын иң күп поставкалаусы.
  • MikroTik — селтәр ҡорамалдары етештереүсе.
  • Olainfarm — Балтика илдәренең иң эре фармацевтика предприятиеһы[107].
  • Rīgas piena kombināts — Һөттө һөт ризыҡтары итеп эшкәртеү предприятиеһы.
  • Rīgas Miesnieks — Латвияның ит изделиелары етештереү буйынса предприятиеһы.
  • Spilva — Йәшелсә һәм емеш-еләк эшкәртеү буйынса компания. Компания кетчуптар, соустар, джемдар, майонездар һ.б. етештерә.

Инфраструктураһы

үҙгәртергә
 
Латвиялағы автомобиль номер билдәләре
 
Вентспилс ирекле порты

Латвиялағы автомобиль коды — LV.

Транспорт секторы эске тулайым продукттың 14 %-ын тәшкил итә. Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан, шулай уҡ башҡа көнбайыш һәм көнсығыш илдәр араһында транзит[108].

Латвияла 8 диңгеҙ порты, Вентспилс ирекле порты, Рига ирекле порты һәм Лиепая порты — иң эре порттар. Транзит ташыуҙарының күбеһен сеймал нефть һәм нефть продукттары тәшкил итә[108]. Вентспилс порты Балтика илдәрендә иң йәнле порт булып тора. Юлдар һәм тимер юлдарҙан тыш, Вентспилс Рәсәй нефтен Балтик диңгеҙе аша экспортлауҙа ла мөһим звено булып тора. Эксперттар фекеренсә, Рәсәй порттары аша йөктәрҙе тейәп оҙатыу артһа ла, Латвия порттары эшһеҙ ҡалмаясаҡ.

Рига халыҡ-ара аэропорты йөк һәм пассажирҙар ташыу күләме буйынса Балтика илдәрендәге иң ҙур аэропорт. Рига халыҡ-ара аэропорты Балтика баш ҡалалары пассажирҙарының яртыһын тиерлек (49 %) хеҙмәтләндерә. Сағыштырыу өсөн: 2016 йылда Таллин аэропорты (Эстония) бөтә пассажирҙарҙың 21 % хеҙмәтләндергән һәм Вильнюс аэропорты (Литва) 30 % хеҙмәтләндергән. Аэропорттың донъяның 30 иленә 80-дән ашыу йүнәлештә тура рейстары бар. AirBaltic — Латвияның милли авиакомпанияһы. Һуңғы йылдарҙа Рига халыҡ-ара аэропорты дәүләт акционерҙар йәмғиәте Европала тиҙ үҫешеүсе аэропорттарҙың береһенә әйләнде. Мәҫәлән, 2016 йылда аэропортта - 5,4 миллион, 2019 йылда 7,8 миллион пассажир хеҙмәтләндерелгән. AirBaltic Латвия милли авиакомпанияһы 4 йыл рәттән донъялағы иң даими авиаташыусы тип танылды[109]. The Air Transport Research Society һауа транспортын тикшереү ойошмаһы Рига халыҡ-ара аэропортын Европала, бер пассажирға тарифтар структураһына һәм сығымдарына ҡарап, иң конкуренцияға һәләтле аэропорт тип таныны[110][111].

Латвия тимер юлының төп селтәре 1860 саҡрымдан тора, шуның 1826 саҡрымы - 1520 миллиметрлы рус колеяһы тимер юлы, шуның 251 километры электрлаштырылған, был уны Балтика илдәрендәге иң оҙон тимер юл селтәре итә. Латвияның тимер юлдар селтәре әлеге ваҡытта Европаның стандарт колеяһы менән тап килмәй.

[112]. Ләкин Хельсинки - Таллин - Рига - Каунас - Варшава ҡалаларын бәйләүсе Rail Baltica тимер юлы төҙөлөш стадияһында һәм 2026 йылға тамамланырға тейеш[113].

Латвия милли юл селтәренә 1675 саҡрым төп автомобиль юлы, 5448 саҡрым төбәк автомобиль юлы һәм 12880 саҡрым урындағы автомобиль юлы ҡарай[114]. Латвияла 29975 саҡрым юл һәм 8271 саҡрым урам муниципаль юлдар тип иҫәпләнә[114]. Иң билдәлеләре - Варшава менән Таллинды тоташтырған А1 юлы (Е67-се европа маршруты), шулай уҡ Вентспилс менән Терехованы тоташтырған Е22 европа маршруты. 2019 йылда Латвияла 727164 автомобиль теркәлгән[115]

Латвияның өс ҙур гидроэлектростанцияһы: Плявинь ГЭС-ы (825 МВт), Рига ГЭС-ы (402 МВт) һәм Кегумс ГЭС-ы (192 МВт) бар. Һуңғы йылдарҙа бер нисә тиҫтә ел, шулай уҡ биогазда йәки биомассала эшләгән төрлө масштабтағы электр станциялары төҙөлгән.

Инчукалн газ һаҡлағысы, Европала иң ҙур ер аҫты газ һаҡлағыстарының береһе һәм Балтика илдәрендә берҙән-бер һаҡлағыс Латвияла урынлашҡан. Инчукалнста уникаль геологик шарттар газды ер аҫтында һаҡлау өсөн айырыуса яраҡлы[116].

Элемтәһе

үҙгәртергә

Латвия территорияһында 4 мобиль элемтә операторы: LMT, Tele2, BITE Latvija һәм Triatel эшләй.

Мәғарифы

үҙгәртергә

Латвия йәмғиәте юғары белем кимәле менән айырылып тора. Әгәр мәктәптә уҡыусы балаларҙы иҫәпкә алмағанда, 2000 йылға ҡарата Латвия халҡының 2,8 %-ы ғына 4 кластан түбәнерәк белем кимәленә эйә. Юғары белемле кешеләрҙең иң юғары пропорцияһы Ригала (20,1%), Юрмалала (14,5%) һәм Елгавала (13,5%)[71].

Илдә ҡайһы бер предметтарҙы Латвияның аҙ һанлы милли телдәрендә өйрәнгән дәүләт мәктәптәре эшләй[117].

Юғары уҡыу йорттары

үҙгәртергә
  • Латвия университеты;
  • Рига техник университеты;
  • Страдыня исемендәге Рига университеты;
  • Латвия Художество академияһы;
  • Латвия ауыл хужалығы университеты;
  • Даугавпилс университеты;
  • Язеп Витола исемендәге Латвия музыка академияһы;
  • Латвия Диңгеҙ Академияһы;
  • Латвия мәҙәниәт академияһы;
  • Латвия спорт педагогия академияһы;
  • Лиепая университеты;
  • Рига аэронавигация институты;
  • Рига педагогия академияһы (2017 йылда Латвия университетына ҡушыла);
  • Балтик халыҡ-ара академияһы;
  • Транспорт һәм элемтә институты;
  • RISEBA;
  • Латвия Христиан Академияһы;
  • Мәғлүмәт системалары менеджменты институты;
  • Иҡтисад һәм мәҙәниәт юғары мәктәбе;
  • Психология юғары мәктәбе;
  • «Туриба» бизнес-мәктәбе.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт

үҙгәртергә
 
Сабилала латвия пейзажы

1991 йылда бойондороҡһоҙлоҡ тергеҙелгәндән һуң, Латвия латыш мәҙәниәтенең өс ҡатламын реинтеграциялау проблемаһына юлыҡты. Беренсе ҡатлам - ул латыш әҙәбиәте һәм совет заманына тиклемге традициялар

СССР-ҙағы Латвия әҙәбиәтен тәнҡитләүсе миҫал, Ҙур совет энциклопедияһынан:

Латыш әҙәбиәте туған фольклорының бай традицияларына - халыҡ йырҙарына, әкиәттәргә, легендаларға таяна. Латыш халыҡ йырҙарының «Латыш дайналары» ("Латышские дайны"; 1-6 томдар, 1894-1915) тулы тәүге баҫмаһын латыш фольклорсыһы Кришьянис Барон (1835-1923) төҙөгән. Юрис Алунандың «Йырҡайҙар» (1856) китабы латыш милли яҙма шиғриәтенә нигеҙ һала. Халыҡ романтизмы вәкилдәре - Аусеклис (М. Крогземис, 1850-1879) һәм Андрей Пумпур (1841-1902), «Лачплесис» эпосы (1888) авторының ижады антифеодаль характерҙа була. Унда милли азатлыҡ хәрәкәте идеялары сағылдырылған. Латыш прозаһының тәүге мөһим ҡаҙаныштары - ағалы-ҡустылы Матис (1848-1926) һәм Рейнис Каудзиттарҙың (1839-1920) «Ер үлсәүселәр заманы» романы һәм Апсишу Екабстың (Я. Яунземис, 1858-1929) ауыл тормошо тураһындағы хикәйәләре. Латыш яҙыусыларының ижады рус реализмы йоғонтоһон кисерә. 1870-1880-се йылдарҙа А. Алунан (1848-1912) латыш драматургияһына нигеҙ һала.

Латыш мәҙәниәтенең икенсе ҡатламы 1945 йылдан һуң Латвиянан ситтә Швецияла, Германияла, Америка Ҡушма Штаттарында, Канадала һәм Австралияла латыш общиналарын ойошторған яҡынса 120 мең эмигрант араһында формалашҡан. Латыштарҙың әҙәбиәт сығарыуҙы үҙ эсенә алған йәнле мәҙәни эшмәкәрлеге бөтә был илдәрҙә дауам иткән. Өсөнсө ҡатлам Латвияның 1945 йылдан һуңғы мәҙәни тормошон сағылдыра

Файл:K.Barons.jpg
Кришьянис Барон - латыш яҙыусыһы, фольклорсы һәм йәмәғәт эшмәкәре, дайна - латыш халыҡ йырҙарын йыйыусы

XIX быуатҡа тиклем Латвияның ҡала мәҙәниәте күбеһенсә немец телендә һөйләшкән сәйәси һәм йәмәғәт юғары ҡатламының (элита) продукты булған. Латыш крәҫтиәндәренең үҙ телендә башлыса халыҡ йырҙарынан һәм былиналарҙан торған үҙенсәлекле риүәйәттәре булған. 1694 йылда Изге Яҙманы Эрнст Глюктың латыш теленә тәржемәһе баҫылыуы милли мәҙәниәттең ҙур ҡаҙанышы була. 1822 йылда латыш телендәге «Латвиешу авизес» («Латыш гәзите») беренсе ваҡытлы баҫмаһына нигеҙ һалыныуы икенсе мөһим ваҡиға була.

XIX быуат уртаһында, Атис Кронвалдс (1837-1875) кеүек университет белеме алған латыштар телдәрҙең тиң хоҡуҡлылығын талап иткәс, ҡала һәм крәҫтиән мәҙәниәттәре араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәр тамырынан үҙгәрҙе һәм тулы ҡанлы латыш әҙәбиәтен булдырырға саҡырҙы. XX быуат башына бындай әҙәбиәт барлыҡҡа килә; унда скандинавия, немец һәм урыҫ әҙәбиәтенең йоғонтоһо һиҙелә. Райнис (1865-1929) һәм Аспазия (Эльза Розенберга, 1865-1943) кеүек шағирҙар танылыу яулай

Латвияның Советтар Союзы составына инеүе мәҙәни тормоштоң бөтә өлкәләрен, шул иҫәптән мәғариф системаһын да, советлаштырылыуыына килтерҙе. Латыштарҙың яңы быуыны совет латыш мәҙәниәте милли мәҙәни үҫештең юғары стадияһы булып тора тигән фекерҙә тәрбиәләнде. Әҙәбиәттә һәм һынлы сәнғәттә социалистик реализм рәсми раҫланған йүнәлеш булды.

 
Латвия музыка коллективы Brainstorm төркөмө

Советтар Союзында бөтә милли мәҙәниәттәрҙе интеграциялау буйынса планлы һәм маҡсатлы эш үткәрелде. Милли яҙыусыларҙы СССР-ҙың башҡа халыҡтары телдәренә, беренсе сиратта, рус теленә тәржемә итеү был эштең бер өлөшө булып торҙо. Был эш һөҙөмтәһендә СССР халҡы милли латыш әҙәбиәте һәм латыш мәҙәниәтенең тәржемәләге башҡа ҡаҙаныштары менән танышыу мөмкинлегенә эйә булды. Латыш яҙыусылары: Вилис Тенисович Лацис, Андрей Мартынович Упита, Жан Грива, Ян Судрабкалн, Мирдза Яновна Кемпе, Имант Зиедонис, Арвид Петрович Григулис, Зигмунд Скуиньш, Ояр Оттович Вациетис һ. б. китаптары СССР халыҡтары: эстон, литва, белорус, төркмән, үзбәк, украин, грузин, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һ. б. телдәренә, шулай уҡ сит телдәргә тәржемә ителгән. Лацис әҫәрҙәренең рус телендә дөйөм тиражы - 10 миллион, ә Упит әҫәрҙәре — 3 миллион дананан ашыу тәшкил иткән[118].

1980-се йылдарҙың икенсе яртыһында радикаль үҙгәрештәр була. Билдәлелек килгәс, нәшерселәр һәм яҙыусылар элекке сикләүҙәрҙе алып ташлап, тыйылған әҫәрҙәрен баҫтыра башлаған. 1989 йылға киң мәғлүмәт саралары ярҙамында яҙыусылар һәм журналистарҙың абруйы ярайһы уҡ үҫә. Янис Петерс (ул күпмелер ваҡыт Латвияның Рәсәйҙәге илсеһе булды) һәм Виктор Авотиньш кеүек мәҙәниәт эшмәкәрҙәре — Латвияның Халыҡ фронтын ойоштороу инициаторҙарының береһе.

Халыҡ араһында киң танылыу алған Латвия кухняһы ризыҡтарынан һөт ашын, икмәк ашын, шулай уҡ путра һәм кәбеҫтәне атарға мөмкин. Путра - ул ярманан (йышыраҡ арпа ононан) бешерелгән һәм һөт, ит һәм сало ҡушылған ҡуйы икмәк аҙығы. Латвияла күсәнле кәбеҫтәнән, төрлө йәшелсә-емештән, сөгөлдөр һабағынан, ҡуҙғалаҡтан һәм башҡа ҡырағай үҫемлектәрҙән төрлө-төрлө ризыҡтар әҙерләйҙәр. Латвия кулинарҙары борсаҡ һәм ноҡот борсағын киң ҡуллана. Ҡыҙҙырылған сусҡа майы (шпик) менән ҡайнатылған һоро борсаҡ (Латвияла ғына үҫтерелә) бик тәмле.

Традицион продукттар араһында - аҡ май, йомортҡа һәм аҡ әнис өҫтәлгән эремсектән һәм яңы һөттән етештерелгән Ян сыры. Атамаһын Ян көнөнән алған, ғәҙәттәгесә, был сыр ошо байрамға әҙерләнә.

Киң мәғлүмәт саралары

үҙгәртергә

Мәғлүмәт агентлыҡтары[119]:

  • LETA;
  • BNS (Baltic News Service).

Баҫма киң мәғлүмәт саралары

үҙгәртергә

Латвияла XVIII быуат башында ваҡытлы баҫмалар күренә башлай, пастор Иоганн Трей ваҡытлы матбуғатҡа нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Гәзиттәр:
  • Diena;
  • Neatkarīgā Rīta Avīze;
  • Dienas Bizness;
  • Бизнес&Балтия;
  • Латвия гәзите Latvijas Avīze;
  • The Baltic Times;
  • Вести Сегодня;
  • МК Латвия;
  • Вести (еженедельник);
  • Спорт гәзите Sporta avīze;
  • Baltische Rundschau.
Журналдар:
  • IR (журнал);
  • Открытый город (журнал);
  • Бизнес-Класс (журнал);
  • Телеграф (гәзит һәм журнал);
  • Балтийский курс (журнал һәм портал);
  • Klubs;
  • Лилит;
  • Патрон;
  • Pastaiga;
  • Kas Jauns (журнал һәм портал).

Электрон киң мәғлүмәт саралары (СМИ)

үҙгәртергә
  • Электрон киң мәғлүмәт саралары буйынса милли совет (НСЭСМИ)[120].
Интернет-порталдар
  • DELFI.lv;
  • Открыто.lv[121];
  • Meduza;
  • TvNet (Rus)[122];

Телевизион компаниялар

үҙгәртергә
  • Латвия телевидениеһы (LTV):
    • LTV1;
    • LTV7.
  • Re:TV;
  • Rīga TV24
  • Viasat:
    • TV3 Latvia;
    • TV3+;
    • TV6 Latvia;
    • LNT.

Радиостанциялары

үҙгәртергә

Дәүләт: Латвия радиоһы 1; Латвия радиоһы 2; «Классика» радиоһы (Латвия радиоһы 3); «Домская площадь» радиоһы (LR 4).

Шәхси: Baltkom радиоһы; SWH радиоһы; PIK радиоһы; Mix FM радиоһы.

Шайбалы хоккей Латвияла иң популяр спорт төрө булып иҫәпләнә. Латвия ир-егеттәр йыйылма командаһы өсөн Хелмут Гунарович Балдерис, Артур Ирбе, Сандис Озолиньш, Сергей Иванович Жолток, Карлис Скрастиньш кеүек һ. б. хоккейсылар сығыш яһаны. Рига «Динамо»һы илдең көслө хоккей клубы булып тора, Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһай. 2006 һәм 2021 йылдарҙа Ригала шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаттары үтте.

Баскетбол илдә иң популяр спорт төрө булып тора. Иң билдәле Латвия баскетболсыһы — Милли баскетбол лигаһында (НБА) сығыш яһаусы Кристапс Порзингис.

Спорттың Латвиялағы башҡа популяр төрҙәре: футбол, волейбол, теннис, велосипед спорты, бобслей, сана спорты һәм ауыр атлетика.

Футбол буйынса Латвия йыйылмаһының иң юғары ҡаҙанышы — 2004 йылда Европа чемпионатының финал өлөшөнә сығыу, унда улар Германия менән тигеҙ иҫәптә еңеү яуланы һәм Чехия йыйылмаһы менән матчта саҡ сенсация булдырмай ҡалды. Клуб кимәлендә әлеге ваҡытта булған, 2009/10 йылдар миҙгелендә УЕФА Европа лигаһының төркөм этабына сыҡҡан, шул уҡ исемдәге ҡаланан «Сконто» һәм «Вентспилс» 4-се ил чемпионын билдәләргә мөмкин.

Шулай уҡ спидвей популяр, унда Латвия йыйылма командаһы 2013 йылда тәүгә спидвей буйынса Донъя кубогының ярымфиналына сыҡты. Спидвейҙағы «Локомотив» (129) клубы Даугавпилсе ҡалаһында урынлашҡан.

«Локомотив» спидвей клубы[123]Даугавпилс ҡалаһында урынлашҡан.

Латвия ҡышҡы һәм йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша. Бойондороҡһоҙ Латвия тарихында иң уңышлы олимпия спортсыһы — Марис Штромбергс.

Ул 2008 һәм 2012 йылдарҙа велосипед мотокросы (BMX) спорт төрө буйынса ике тапҡыр Олимпия чемпионы булды.

Латвияның бобслей һәм скелетон федерацияһы (ЛФБС) мәғлүмәттәре буйынса, Латвия спортсылары спорттың саналы төрҙәрендә почёт пьедесталына 250 тапҡыр күтәрелгән. Латвияның спорт тарихында был иң яҡшы күрһәткес[124].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Комментарийҙар
Сығанаҡтар
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Халыҡ Латвии на 2016 год по данным Центрального статистического бюро Латвии 2013 йыл 28 июнь архивланған., 01.02.2016 (инг.)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 IMF: Gross domestic product based on purchasing-power-parity (PPP) valuation of country GDP МВФ: ЭТП по паритету покупательной способности (ППС). Октябрь 2014. (инг.)
  3. 3,0 3,1 Report for Selected Countries and Subjects (ингл.). The International Monetary Fund (IMF). Дата обращения: 20 ноябрь 2014.
  4. 2015 Human Development Report Summary 212. United Nations Development Programme (2015). Дата обращения: 15 декабрь 2015.
  5. Composition of macro geographical (continental) regions, geographical sub-regions, and selected economic and other groupings (ингл.). ООН. Дата обращения: 30 апрель 2015. Архивировано 11 май 2019 года.
  6. rus.DELFI.lv. Левитс - новый президент Латвии. Что о нём нужно знать? (недоступная ссылка — история). delfi.lv (29 май 2019). Дата обращения: 1 июнь 2019.
  7. ЛатвияEncyclopædia Britannica
  8. {title}.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Гинтс Скутенс. Валтерс Гривиньш: Latvija. Латвия: генезис понятия (латыш.). Historia (9 октябрь 2002). Дата обращения: 10 май 2021. Архивировано 10 май 2021 года.
  10. Каменный век. Дата обращения: 7 сентябрь 2014. Архивировано из оригинала 7 октябрь 2014 года.
  11. 11,0 11,1 Хроника Ливонии Генриха Латвийского
  12. Адам Бременский. «Gesta Hammaburgensis ecclesiae pontificum» («Деяния епископов Гамбургской церкви»), около 1075 года
  13. Советская Латвия — Рига: Главная редакция энциклопедий, 1985 — С. 136
  14. LIIS (Информацтонная система образования Латвии). Дата обращения: 19 декабрь 2011. Архивировано из оригинала 19 декабрь 2011 года. 2011 йыл 19 декабрь архивланған.
  15. Скрынников Руслан Григорьевич. Иван Грозный. — Историческая библиотека. — Москва: АСТ, 2001. — С. 102. — 480 с.
  16. Покровский Н.Н., Ленхофф Г.Д. Степенная книга царского родословия по древнейшим спискам. Том III / А.А.Горский, Л.С.Михельсон. — Комментарий. — Москва: Языки славянских культур, 2012. — С. 420. — 480 с. — ISBN 978-5-9551-0502-4.
  17. LB (Банк Латвии). Дата обращения: 24 декабрь 2017. Архивировано из оригинала 25 декабрь 2017 года.
  18. Literatura.lv. Дата обращения: 24 декабрь 2017. Архивировано из оригинала 25 декабрь 2017 года. 2017 йыл 25 декабрь архивланған.
  19. City Riga. Дата обращения: 24 декабрь 2017. Архивировано из оригинала 25 декабрь 2017 года. 2017 йыл 25 декабрь архивланған.
  20. Средневековые замки Латвии. Дата обращения: 24 декабрь 2017. Архивировано из оригинала 21 декабрь 2017 года.
  21. Решение Конституционного суда Латвийской Республики от 29 ноября 2007 года. Дата обращения: 19 июль 2011. Архивировано из оригинала 21 май 2013 года. 2013 йыл 21 май архивланған.
  22. ЦА ФСБ. Ф. 3-ос. Оп. 8. Д. 44. Л. 22-26; Органы государственной безопасности СССР в годы Великой Отечественной войны. Москва: Книга и бизнес, 1995. Т. 1. Кн. 2, с. 145—146.
  23. Министерство иностранных дел Латвийской Республики: Советские массовые депортации из Латвии. Дата обращения: 27 ноябрь 2019. Архивировано 19 апрель 2018 года.
  24. Jānis Riekstiņš. The 14 June 1941 Deportation in Latvia // The Hidden and Forbidden History of Latvia under Soviet and Nazi Occupations 1940-1991. — Рига: Latvijas vēstures institūta apgāds, 2005. — Т. 14. — 70-72 с. — (Latvijas Vēsturnieku komisijas raksti). — ISBN 9984-601-92-7. Архивированная копия. Дата обращения: 5 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 12 июль 2011 года. 2011 йыл 12 июль архивланған. (инг.)
  25. Дюков, А.Р. Депортация июня 1941 г. из Латвии: статистические данные. Записные книжки историка (19 ноябрь 2012). Дата обращения: 20 апрель 2019. Архивировано 20 апрель 2019 года.
  26. А. К. Рашкевиц. За Советскую Латвию // Советские партизаны: из истории партизанского движения в годы Великой Отечественной войны / ред.-сост. В. Е. Быстров, ред. З. Н. Политов. М., Госполитиздат, 1961. стр. 590—630
  27. ЦГИА Латв. ССР. ф. Р-802, оп.1, д.4, л.145
  28. Комиссия: СССР нанес экономике Латвии ущерб на 185 млрд евро, демографии — на десятки миллиардов 2020 йыл 31 май архивланған. / DELFI
  29. Декларация о восстановлении независимости Латвийской республики. Дата обращения: 30 ноябрь 2019. Архивировано 13 февраль 2021 года.
  30. Конституционный закон О государственном статусе Латвийской Республики. Дата обращения: 30 ноябрь 2019. Архивировано 24 июнь 2020 года.
  31. Постановление Государственного Совета СССР от 6 сентября 1991 года № 2. Дата обращения: 30 ноябрь 2019. Архивировано 22 декабрь 2019 года.
  32. 32,0 32,1 Государства — члены ООН. Дата обращения: 27 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 28 август 2018 года.
  33. eLatvia — ЛР становится членом Совета Европы. Архивировано из оригинала 27 март 2004 года.
  34. Конституция Латвии | Веб-сайт президента Латвии. www.president.lv. Дата обращения: 16 март 2021. Архивировано 21 ғинуар 2019 года.
  35. Статьи 8 и 10 конституции Латвийской Республики
  36. Конституция Латвийской Республики (недоступная ссылка — история). Кабинет министров Латвийской Республики. Дата обращения: 17 июль 2013. Архивировано 19 июль 2013 года.
  37. Rus.Delfi.lv. 1 октября — выборы в Сейм. Полная инструкция: как и где голосовать. delfi.lv (28 сентябрь 2022). Дата обращения: 6 октябрь 2022.
  38. 38,0 38,1 Rus.Delfi.lv. Официальные данные: явка на выборах в 14-й Сейм — 59,42%. delfi.lv (2 октябрь 2022). Дата обращения: 6 октябрь 2022.
  39. 39,0 39,1 Латвия: история, география, экономика, сайты, сми, герб, флаг — Латвия туризм. Дата обращения: 11 май 2009. Архивировано из оригинала 27 апрель 2009 года.
  40. 40,00 40,01 40,02 40,03 40,04 40,05 40,06 40,07 40,08 40,09 40,10 40,11 40,12 40,13 40,14 40,15 40,16 40,17 40,18 40,19 40,20 40,21 40,22 40,23 40,24 40,25 40,26 40,27 40,28 40,29 Закон ЛР от 03.10.1990 (ред. от 12.06.2007) «О ПРАЗДНИЧНЫХ, ОТМЕЧАЕМЫХ и ПАМЯТНЫХ ДНЯХ». Дата обращения: 7 март 2012. Архивировано из оригинала 6 октябрь 2014 года.
  41. 41,00 41,01 41,02 41,03 41,04 41,05 41,06 41,07 41,08 41,09 41,10 41,11 41,12 41,13 41,14 41,15 41,16 41,17 41,18 41,19 41,20 41,21 41,22 41,23 41,24 41,25 41,26 41,27 41,28 41,29 41,30 41,31 41,32 41,33 41,34 Закон ЛР от 03.10.1990 (ред. от 11.05.2011) «О ПРАЗДНИЧНЫХ, ОТМЕЧАЕМЫХ и ПАМЯТНЫХ ДНЯХ» (латыш.). Архивировано 3 июль 2016 года.
  42. Komunistiskā genocīda upuru piemiņas pasākumi 14. jūnijā Rīgā " gulags.lv 2020 йыл 3 март архивланған. (латыш.)
  43. Šodien piemin komunistiskā režīma genocīda upurus: Diena.lv 2016 йыл 6 март архивланған. (латыш.)
  44. Постановление Госсовета СССР от 06.09.1991 N ГС-2. Дата обращения: 15 февраль 2013. Архивировано из оригинала 23 февраль 2014 года.
  45. Enlargement of the Schengen area to be completed: border controls to be lifted at airports on 30 March. 2019 йыл 2 июль архивланған. (инг.)
  46. Travels of President George W. Bush 2018 йыл 31 август архивланған. (инг.)
  47. TVNET:: Политика — Начинается официальный визит Затлерса в Москву. Дата обращения: 17 май 2011. Архивировано из оригинала 2 сентябрь 2011 года.
  48. rus.tvnet.lv Начался официальный визит Валдиса Затлерса в Москву. Дата обращения: 17 май 2011. Архивировано из оригинала 2 сентябрь 2011 года.
  49. .the order in which the office of President of the Council shall be held. europa.eu (4 ғинуар 2007). Дата обращения: 2 май 2013. Архивировано 10 май 2013 года.
  50. 50,0 50,1 Ратифицирован договор о присоединении к ЕС. delfi.lv (30 октябрь 2003). Дата обращения: 13 июнь 2013. Архивировано 13 июнь 2013 года.
  51. ZS vienības (латыш.). Архивировано 20 сентябрь 2015 года.
  52. 115-страничный доклад: «Безопасность и обороноспособность прибалтийских государств», октябрь 2012 (ингл.). Архивировано 27 март 2013 года.
  53. {title}.
  54. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 15 декабрь
  55. Башҡортостанға Латвияның рәсми делегацияһы килә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 3 декабрь
  56. База данных географических названий Латвии 2019 йыл 8 ғинуар архивланған. (латыш.)
  57. LR Centrālā statistikas pārvalde — Центральное статистическое управление Латвии. Дата обращения: 26 ноябрь 2007. Архивировано из оригинала 21 ноябрь 2007 года.
  58. Латвия // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
  59. Geographical Data – Key Indicators. Central Statistical Bureau Republic of Latvia. Дата обращения: 17 май 2012. Архивировано из оригинала 2 июнь 2012 года.
  60. Latvijas ģeogrāfijas atlants. — Rīga: Jāņa sēta, 2004. — ISBN 9984073637.
  61. Latvijas flora (латыш.). Архивировано 9 ғинуар 2015 года.
  62. Fauna (латыш.). Архивировано 14 декабрь 2008 года.
  63. Malik, Omar. What makes Latvia a leader in the 2012 Environmental Performance Index? (ингл.) (недоступная ссылка — история). yale.edu. Дата обращения: 4 май 2013. Архивировано 10 май 2013 года. 2013 йыл 21 май архивланған.
  64. Latvia (ингл.). CIA. Дата обращения: 21 март 2012. Архивировано 15 май 2020 года. 2015 йыл 16 октябрь архивланған.
  65. United Nations Maintenance Page. Дата обращения: 26 ноябрь 2020. Архивировано 8 март 2021 года.
  66. Statistikaamet. RV0222U: RAHVASTIK SOO, RAHVUSE JA MAAKONNA JÄRGI, 1. JAANUAR. HALDUSJAOTUS SEISUGA 01.01.2018. Дата обращения: 9 июль 2022. Архивировано 16 июль 2020 года.
  67. Population by citizenship and ethnicity at the beginning of the year by Citizenship, Ethnicity, Indicator and Time period. PxWeb. Дата обращения: 3 июнь 2021. Архивировано 3 июнь 2021 года.
  68. 68,0 68,1 База данных центрального статистического управления Латвии. Дата обращения: 3 июнь 2021. Архивировано 3 июнь 2021 года.
  69. Henley Passport Index (ингл.). Henley Passport Index. Дата обращения: 15 ғинуар 2022. Архивировано 15 ғинуар 2022 года.
  70. Закон «О статусе граждан бывшего СССР, не имеющих гражданства Латвии или иного государства»[1] 2019 йыл 22 ноябрь архивланған. (латыш.); [2] 2016 йыл 10 ғинуар архивланған. (инг.)
  71. 71,0 71,1 Итоги переписи населения Латвии. Дата обращения: 11 май 2009. Архивировано 13 февраль 2009 года.
  72. Kādi dokumenti apliecina, ka lībiešiem ir īpaša vieta Latvijā? (латыш.). valoda.lv (12 декабрь 2011). Дата обращения: 22 декабрь 2014. Архивировано из оригинала 5 декабрь 2014 года. 2014 йыл 5 декабрь архивланған.
  73. ст. 5 Закона Латвийской Республики от 21 декабря 1999 года «О государственном языке»
  74. «Re:Check»: Vai partijas pildījušas vēlēšanu solījumus? Nodokļi un finanses / Raksts
  75. Minimālā alga būs 500 eiro: pēc ilgstošām diskusijām vienojas par 2021.gada valsts budžeta un plānotās nodokļu reformas aprisēm — Jauns.lv
  76. Комментарий: Зарплаты медиков, учителей и «минималка» 500 евро. Коалиция договорилась о бюджете 2021 года — DELFI
  77. Коалиция дала «зеленый свет» бюджету и налоговой реформе | Mixnews
  78. Darba algas kalkulators 2022. gadam | Swedbank blogs
  79. Sabiedrības veselības pamatnostādnes 2021.-2027. gadam
  80. https://providus.lv/wp-content/uploads/2022/05/VMvest_170322_neform_maks.docx.pdf
  81. Sabiedrības veselības pamatnostādnes 2021.-2027.… — Latvijas Vēstnesis
  82. 82,0 82,1 Darba algas kalkulators 2022. gadam | Swedbank blogs. Дата обращения: 4 февраль 2019. Архивировано 5 июль 2019 года.
  83. Average monthly wages and salaries of employees 1997M01 — 2022M06. PxWeb
  84. Darba ņēmēju skaita sadalījums pēc mēneša bruto darba ienākumiem pa sektoriem 2008M01 — 2022M06. PxWeb
  85. Average monthly wages and salaries by region (in euro) by Gross/ Net, Sector, Territorial unit and Time period. PxWeb. Дата обращения: 9 июнь 2021. Архивировано 9 июнь 2021 года.
  86. World Economic Outlook Database, April 2019. IMF.org. International Monetary Fund. Дата обращения: 4 май 2019.
  87. 87,0 87,1 {title}.
  88. Внешняя торговля Латвии. Важнейшие товары и партнёры в 2011 году (латыш.). Архивировано 21 октябрь 2012 года.. С. 2.
  89. Apollo, redakcija@apollo.lv. Turpina pieaugt iedzīvotāju atbalsts eiro ieviešanai. Apollo.lv. Дата обращения: 23 апрель 2014. Архивировано 4 апрель 2014 года.
  90. New currency, new leader. The Economist (14 ғинуар 2014). Дата обращения: 10 ғинуар 2014. Архивировано 1 июль 2017 года.
  91. Growth rate of real GDP per capita. Eurostat. Дата обращения: 28 июль 2007. Архивировано 12 октябрь 2007 года.
  92. Rimsevics: Failing to bail out Parex banka would result in closing down of four banks in Latvia. The Baltic Course. Дата обращения: 8 декабрь 2013. Архивировано 12 декабрь 2013 года.
  93. Aaron Eglitis. Latvian GDP Shrank 18% in First Quarter, EU's Biggest Fall –. Bloomberg L.P. (11 май 2009). Дата обращения: 16 октябрь 2010. Архивировано из оригинала 2 декабрь 2010 года.
  94. Latvian economy in rapid decline. BBC News (11 май 2009). Дата обращения: 4 апрель 2010. Архивировано 30 сентябрь 2009 года.
  95. TAX CONVENTION WITH LATVIA. Internal Revenue Service. Дата обращения: 19 май 2018. Архивировано 5 май 2017 года.
  96. Agreement between the United States of America and the Republic of Latvia on Trade Relations and Intellectual Property Rights Protection. World Intellectual Property Organization. Дата обращения: 19 май 2018. Архивировано 20 май 2018 года.
  97. Latvia. CIA. Дата обращения: 15 декабрь 2008. Архивировано 15 май 2020 года. 2015 йыл 16 октябрь архивланған.
  98. Statistical Office of the European Commission (Eurostat), Monthly Bulletin: Table in chapter 09, section 01. Europa (web portal) (1 октябрь 2010). Дата обращения: 16 октябрь 2010. Архивировано 20 июль 2011 года.
  99. Eurostat – Tables, Graphs and Maps Interface (TGM) table. European Commission. Дата обращения: 12 август 2010. Архивировано 1 ноябрь 2014 года.
  100. 100,0 100,1 100,2 «Baltic Thaw, Aegean freeze», The Economist, 27 February 2010, p59
  101. Patrick Lannin and Aija Braslina «UPDATE 2-IMF hails Latvia effort but sees risks ahead» 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.. Reuters, 15 March 2010. Retrieved 31 July 2010
  102. Ekonomika aug straujāk (латыш.). Архивировано 31 октябрь 2014 года., db.lv, 11.05.2012
  103. IMF Executive Board Concludes First Post-Program Monitoring Discussions with the Republic of Latvia 2016 йыл 30 ноябрь архивланған. // Public Information Notice (PIN) No. 12/76 — July 16, 2012
  104. Public Information Notice (PIN) No. 12/76 by IMF. IMF Executive Board Concludes First Post-Program Monitoring Discussions with the Republic of Latvia, July 16, 2012. imf.org. Дата обращения: 18 июль 2012. Архивировано 17 август 2012 года.
  105. NASDAQ OMX Baltic. Дата обращения: 9 октябрь 2012. Архивировано 8 ноябрь 2012 года.
  106. rus.DELFI.lv. Латвия разрешила норвежцам купить Laima, Gutta и Staburadze. delfi.lv (10 ғинуар 2015). Дата обращения: 26 июнь 2019. Архивировано 26 июнь 2019 года.
  107. Olainfarm | Aktsia hinna ajalugu | Nasdaq Balti börs. www.nasdaqbaltic.com. Дата обращения: 8 апрель 2016. Архивировано 20 апрель 2016 года.
  108. 108,0 108,1 Latvia. Дата обращения: 8 сентябрь 2008. Архивировано 8 сентябрь 2008 года., World Bank
  109. Латвийская AirBaltic вновь признана самой пунктуальной авиакомпанией в мире. ТАСС. Дата обращения: 26 май 2019. Архивировано 26 май 2019 года.
  110. Riga Airport – Europe’s most competitive airport in terms of service prices. riga-airport.com.(недоступная ссылка)
  111. Air Transport Research Society: The winners are…. eturbonews.com (20 июль 2014). Дата обращения: 19 октябрь 2019. Архивировано 19 октябрь 2019 года.
  112. Satiksmes ceļu garums gada beigās (kilometros) (недоступная ссылка — история). Centrālais Statistikas Birojs. Дата обращения: 7 март 2018.
  113. About Rail Baltica. Rail Baltica. Дата обращения: 7 март 2008. Архивировано 12 март 2018 года.
  114. 114,0 114,1 Архивированная копия. Дата обращения: 18 февраль 2021. Архивировано 21 ғинуар 2022 года.
  115. Reģistrēto vieglo automobiļu sadalījums pa markām gada beigās(недоступная ссылка)
  116. The Outlook of Latvian Potential Underground Gas Storages and Prospects of Utilization of this Potential for Securing of Reliable Gas Supply to Europe. UNECE (24 ғинуар 2007). Дата обращения: 5 июнь 2013. Архивировано 21 сентябрь 2013 года.
  117. Vispārizglītojošo dienas skolu kontaktinformācija 2012./2013.m.g. (латыш.). Архивировано 17 май 2014 года.
  118. Большая советская энциклопедия. Статья «Латвийская ССР»
  119. Совет по электронным СМИ хочет расширить свои полномочия 2019 йыл 23 июнь архивланған. // Lsm.lv, июнь 2019
  120. В кулуарах есть явные признаки того, что новым политическим силам нужны два свободных места в НСЭСМИ. Дата обращения: 31 июль 2019. Архивировано 31 июль 2019 года.
  121. rus.jauns.lv — Открыто.lv. Дата обращения: 31 июль 2019. Архивировано 31 июль 2019 года.
  122. {title}.
  123. Спидвейный клуб Локомотив Даугавпилс. Дата обращения: 20 май 2014. Архивировано 15 март 2014 года.
  124. Спортивный полуфабрикат: стадион Daugava — скорее уж для танцев. rus.lsm.lv. Дата обращения: 10 апрель 2020. Архивировано 7 май 2019 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә