Сәғиҙуллина Лилиә Рәшит ҡыҙы
Сәғиҙуллина Лилиә Рәшит ҡыҙы (15 февраль 1956 йыл) — ғалим-педагог, шағир. 1979 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1990), доцент. 2007 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Сәғиҙуллина Лилиә Рәшит ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 февраль 1956[1] (68 йәш) |
Тыуған урыны | Иҫке Тамъян, Баҙғыя ауыл Советы (Шаран районы), Шаран районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | филолог, университет уҡытыусыһы, шағир |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты[2] |
Уҡыу йорто | Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты[2] |
Ғилми исеме | доцент[d][2] |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре кандидаты[d] (1990) |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй яҙыусылар союзы[d][1] һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы[1] |
Биографияһы
үҙгәртергәЛилиә Рәшит ҡыҙы Сәғиҙуллина 1956 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ының[3] Шаран районы Иҫке Тамъян ауылында тыуған.
Үҙ яҡтарында урта белем ала. 1974 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының татар-урыҫ бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында әҙәби ижадҡа һәм фәнни тикшеренеүҙәргә ныҡлап ылыға. 1979 йылда «филолог», «урыҫ теле һәм әҙәбиәте», «татар теле һәм әҙәбиәте» һөнәрҙәре буйынса университетты тик яҡшы билдәләренә генә бөтөрә. Тиҫтә йылға яҡын уҡытыу һәм тәрбиә биреү эшмәкәрлегенән һуң Мәскәү дәүләт педагогия университетының аспирантураһына тәҡдим ителә. Бындағы уҡыуын, «педагогия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә уңышлы диссертация яҡлап, 1990 йылда тамамлай[4]. Ошо ваҡыттан бөгөнгө көнгәсә БДУ-ның филология факультетындағы татар филологияһы һәм мәҙәниәте кафедраһының доценты вазифаһында студенттарға юғары һөнәри белем биреүен дауам итә.
Уҡытыу һәм фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЮғары мәктәп педагогы хәҙерге заман татар теле буйынса теоретик курс алып бара. Юғары курс студенттары өсөн тағы ла татар теле уҡытыу методикаһы; тел һәм әҙәбиәт уҡытыуҙа фекерләүҙе үҫтереү методтары; ике теллелек шарттарында туған тел уҡытыу методикаһы; лингвокультурология һәм лингводидактика йәһәтенән тел һәм телмәр тип аталған дисциплиналарҙан белем бирә[5].
Ғалим Лилиә Сәғиҙуллина төрлө быуын һәм төрлө жанрҙарҙа эшләүсе әҙиптәрҙең ижадын өйрәнеү менән әүҙем шөғөлләнә. Мәҫәлән, ул Г. Ғилманов, Гөлсирә Ғиззәтуллина-Гайсарова, Мөнир Вафин, Нурия Измайлова, Марат Кәбиров, Рим Иҙиәтуллин һәм башҡа ҡайһы бер яҙыусы һәм шағирҙарҙың әҫәрҙәрен төплө анализлай. Уның әҙәбитәнҡит мәҡәләләре республиканың төрлө матбуғат баҫмаларында, шул иҫәптән өс телдә нәшер ителгән «Ватандаш» журналында, шулай уҡ татарса баҫылған «Толпар» журналында һәм «Кызыл таң» гәзитендә донъя күрә. Был ғилми тикшеренеүҙәренең ҡайһы берҙәре 2010 йылда сыҡҡан «Язык. Культура. Писатель» тип аталған уҡыу әсбабында урынлаштырылған, 2013 йылда киң ҡатлам уҡыусыға тәҡдим ителгән «Словарь татарских лингвокультурных концептов» һүҙлегендә ҡулланылған.
Бынан тыш белгес Башҡортостан Яҙыусылар союзының татар телле әҙиптәре секцияһы ултырыштарында ҡулъяҙмаларҙы һәм нәшер ителгән баҫмаларҙы тикшереүҙәрҙә эксперт булып сығыш яһай. Уны шулай уҡ төрлө кимәлдәге ижади бәйгеләрҙең баһалама ағзаһы итеп тә йыш саҡырылар.
Ғалим-педагог һәм юғары мәктәп уҡытыусыһының белем, тәрбиә һәм мәҙәниәт мәсьәләләренә арналған көнүҙәк мәҡәләләре Башҡортостан һәм Татарстан киң мәғлүмәт сараларында йыш донъя күрә.
Ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергәӘҙип булараҡ Лилиә Сәғиҙуллина шиғриәттә лә ярайһы уҡ емешле эшләп килә. Уның шиғыр шәлкемдәре Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының башҡорт һәм татар телдәрендә баҫылып килгән гәзит һәм журналдарында, атап әйткәндә, «Башҡортостан» һәм «Кызыл таң» гәзиттәрендә, «Ағиҙел», «Шонҡар», «Казан утлары», «Идел» һәм «Толпар» журналдарында донъя күрә. Бынан тыш уның ижад емештәре урыҫ теленә тәржемәлә Мәскәүҙә нәшер ителгән «Наш современник» һәм Башҡортостандың рус телендәге әҙәби-нәфис баҫмаһы «Бельские просторы», Иваново өлкәһенең Шуя ҡалаһында 2013 йылда сыҡҡан «Солнечная пряжа» альманахы биттәрендә лә лайыҡлы урын алған. Шиғри өлгөләр тағы ла «Башҡортостандың шиғри антологияһы» йыйынтығына ла индерелгән.
Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте шағирҙың татар телендә «Абаға сәскәһе» (2001), «Миҙгелдәр йондоҙлоғо» (2004) һәм «Күңелем йәннәттәре» (2011) йыйынтыҡтарын уҡыусылар хөкөменә сығарған. Башҡорт дәүләт университеты нәшриәтендә иһә 2010 йылда «Көҙгө блюз» шиғыр китабы баҫылып сыҡҡан.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЛилиә Сәғиҙуллина Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзының татар яҙыусылары берләшмәһенең бюро ағзаһы, Яҙыусылар союзының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премияһының баһалама ағзаһы, шулай уҡ «Сахипжамал» республика йәмәғәт ойошмаһының бюро ағзаһы һәм татар телендә нәшер ителгән «Өмет» гәзитенең ҡушымтаһы булараҡ донъя күреп килгән «Чаткылар» баҫмаһының редколлегия ағзһы.
Китаптары
үҙгәртергә- Цветок папоротника: Стихи. Уфа: Китап, 2001. (тат.)
- Созвездие мгновений: Стихи. Уфа: Китап, 2004. (тат.)
- Осенний блюз: Стихи. Уфа: БГУ, 2010. (тат.)
- Небеса моей души: Стихи. Уфа: Китап, 2011. (тат.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 https://www.bashkortostan.ru/presscenter/news/343274/
- ↑ 2,0 2,1 2,2 https://bashedu.ru/ru/sotrudniki-kafedry-tatarskoi-filologii-i-kultury
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы
- ↑ Официальный портал Республики Башкортостан. Главная → Пресс-центр → Лента новостей: 65 лет отмечает поэтесса Лилия Сагидуллина. 15 Февраля 2021 года 2021 йыл 7 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 май 2021)
- ↑ Официальный сайт Башкирского государственного университета. Филологический факультет. Кафедры. Сотрудники кафедры татарской филологии и культуры. Сагидуллина Лилия Рашитовна 2021 йыл 7 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 май 2021)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2016)
- Сагитова Г. Р. “В мгновениях – вечность” –“Мизгелләрдә – мәңгелек” /Г.Сагитова // Тулпар. -2005.- №1,. – Б.30-32;
- Хафизов С. Х. “:Претендовать на звание поэта, значит приравнять себя к богу»- “Шагыйрьлеккә дәгъвә итүләре – Ходай белән тиңләү үзеңне” /С.Хафизов //Кызыл таң. – 2007.- № 216. - 13 ноября;
- Ганиева Т. А. “Есть ли нация без поэта?” - “Шагыйрьсез милләт бармы?”(с.200-205) / Т.Ганиева // В кн. “Обращаюсь к вашему разуму» - Уйчаннар, сезгә эндәшәм” ( на башкирском языке) – Уфа:Китап, 2009.- 422 с.;
- Фарвазова З. Р. «Зеркала души» - “Күңел көзгеләре” (с.365-382) / З.Фарвазова // В кн. “Зеркала души”- “Күңел көзгеләре” ( на татарском языке) – Уфа: Китап.- 2008.-432 с.
- Кашфиева Л. “ Я с великими чай не пила...” ( “Мин бөекләр белән чәй эчмәдем...” ) // Кызыл таң. – 2011, 13 май
- Хафизов С. Х. “И тень – доказательство Солнца” (“Күләгә дә – Кояш дәлиле”) //Кызыл таң. – 2011, 7 июль
- Шаймарданова А. «Небеса души моей землячки» («Якташымның күңел күкләре”) // “Өмет”, 2011, 8ноябрь, № 86
- Гайсарова-Гыйззәтуллина Г. М. Хәзинә эзләүче / “Күпердә” китабының сүз башы. Уфа: Китап, 2018. 224 с. – 3-7 битләр
- Вагапова Л. Н. Современная татарская литература в Башкортостане. / Л.Н. Вагапова // Чын мирас. - 2013. - 5. - .
- Вагапова Л. Н. Внутренний мир поэзии Л. Сагидуллиной. / Л.Н. Вагапова // Материалы Всероссийской научно-практической конференции «Татарская литература Башкортостана: становление, современное состояние и перспективы развития», посвященной 125-летию со дня рождения татарского писателя Зарифа Башири. (25-26 апреля 2013 г.) : / . - Уфа: БГПУ, 2013. - .
- Вагапова, Л. Н. Этническая картина мира и национально-культурные коды в современной татарской литературе в Башкортостане. / Л.Н. Вагапова // : (на тат.яз.) / . - Уфа,: РИЦ БашГУ, 2014. - 246-257.
- Бәхет – ул юл... // Тулпар, 2017, № 4 60 – 68 б. (Дилбәр Булатова әзерләгән интервью)
- Мәйданны наданнар тотмый иде... // Өмет, № 10, 12 март 2021 (Эльмира Ибраһимова әзерләгән интервью)
- Сүзгә сөю илгә, халыкка сөю дә булсын // Кызыл таң, 25 май, 2021 (Резида Вәлитова әзерләгән интервью)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- 2021 йыл 7 май [https://web.archive.org/web/20210507155701/https://bashedu.ru/ru/sotrudniki-kafedry-tatarskoi-filologii-i-kultury архивланған. Сагидуллина Лилия Рашитовна. Башкирский государственный университет. Официальный сайт] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021).
- 65 лет отмечает поэтесса Лилия Сагидуллина. Официальный портал Республики Башкортостан. 15 февраля 2021 года 2021 йыл 7 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021).