Баҡы (әзерб. Bakı) — Әзербайжан Республикаһының баш ҡалаһы, илдең фәнни-техник һәм иҡтисади үҙәге, Каспий диңгеҙенең эре порты һәм Кавказдағы иң ҙур ҡала[7][8].

Ҡала
Баҡы
әзерб. Bakı
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Әзербайжан

Регион

Баҡы

Координаталар

40°21′59″ с. ш. 49°50′06″ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

12 район[1][2][3]

Мэр

Гаджибала Абуталыбов[4]

Беренсе мәртәбә телгә алынған

V быуат

Майҙаны

2 150[1] км²

Бейеклеге

-28 м

Климат тибы

субтропик, ярым ҡоро

Халҡы

2 181 800 кеше (2014)

Тығыҙлығы

1015 кеше/км²

Агломерация

2 673 700[5]

Милли состав

әзербайжандар, урыҫтар, лезгиндар һ.б.

Сәғәт бүлкәте

UTC+4, йәйге UTC+5

Телефон коды

+994 12

Почта индексы

AZ1000
AZ1002
AZ1006
AZ1044
AZ1063
AZ1072[6]

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

10 AZ 90 AZ

Рәсми сайт

baku-ih.gov.az  (әзерб.)

Ҡушаматы

Елдәр ҡалаһы

Бүләктәре

Ленин ордены

Баҡы (Әзербайжан)
Баҡы
Баҡы

Баҡыла Төрки шураһы — төрки телле дәүләттәрҙе берләштереүсе халыҡ-ара ойошманың Парламент ассамблеяһы урынлашҡан.

Ҡала Апшерон ярымутрауының көньяҡ ярында урынлашҡан, 2430 км² ер биләй. Тарихы, майҙаны һәм халыҡ иҫәбе буйынса Көнсығыштың иң боронғо һәм эре ҡалаһы.

Апшерон ярымутрауында йәшәгән халыҡ менән агломерацияла 2 545,6 мең кеше йәшәй. 2009 йылда Баҡы БДБ илдәре араһында сәйәхәтсе эшҡыуарҙар өсөн иң ҡиммәт ҡала тип танылған[9].

Этимологияһы

үҙгәртергә

«Баҡы» ойконимы борондан килгән һүҙ һәм тарихи рәүештә үҙгәрештәр кисергән. Хәҙер уны нефть һәм тәбиғи газ мул булыу менән бәйле «Аллаһ төбәге» тип аңлаталар[10]. Фарсы теленәнбад күбе — «елдәр иҫеп торған» тигән мәғәнә лә телгә алына[11]. Әммә бындай аңлатмалар халыҡ этимологияһы булараҡ ысынбарлыҡты боҙа тип һанай тел белгестәре[10].

Баҡы тәүге тапҡыр V быуат сығанаҡтарында телгә алына. Византия авторы Скифиянан Мидиға китеп барғанда Баҡы янында «диңгеҙ ташынан ҡайнап сығып торған ут» тураһында яҙа. Әрмән тарихсыһы Гевонд (VIII быуат) хазарҙар һөжүме тураһында яҙып, улар емергән Атши-Багуан тураһында бәйән итә[12]. Ашурбейли Сара Балабек ҡыҙы «Атши-Багуан» « Багуан уттары» тигәнде аңлата һәм һүҙ Баҡы тураһында бара тип һанай.[13].

Ғәрәптәр яулап алғас, VIII быуатта «Багу» һүҙе «Баҡы» тип үҙгәртелгән тип һанай С. Ашурбейли[14]. Әхмәд Кесреви Тебризи Атеши-Багуан «Бог урыны» тигәндән килеп сыҡҡан тип һанай һәм утҡа табыныусылар менән бәйләй.

IX быуаттан ғәрәп сығанаҡтарында «Баҡу», «Баҡуһ», «Баҡуа», «Баҡуйа» тигән атмалар осрай. Һуңғараҡ европа сығанаҡтарында Бага, Баки, Бакхи, урыҫса — Бака тигән атамалар күренә. Әл-Мәсудиҙың «Китаб әт-тәнбиһ үәл-Ишраһ» китабында ғәрәпсә «Баҡуһ» тигән атама бар.

Аташгяһ ҡорамындағы берҙән-бер фарсыса яҙмала «Бадак» телгә алына — был ҡыҫҡартылған Бад-ә ҡубә тигәндән килеп сыҡҡан.

Яҙма шиғыр рәүешендә эшләнгән һәм дүрт юлдан тора :

Оригинал Транслитерация Перевод
آتشی صف کشیده همچون دک
جیی بِوانی رسیده تا بادک
سال نو نُزل مبارک باد گفت
خانۀ شد رو سنامد (؟) سنة ۱۱۵٨
ātaši saf kešide hamčon dak
jeyi bavāni reside tā bādak
sāl-e nav-e nozl mobārak bād goft
xāne šod ru *sombole sane-ye hazār-o-sad-o-panjāh-o-haštom
тоташ рәт булып ут яна
Исфаханлы Бавандан Бадаҡҡа килгән
«Етеп килгән Яңы йыл бәрәкәтле булһын», — тигән ул.
Йорт сөмбөлә айында 1158 йылда төҙөлгән

Ташта — 1158 йыл күрһәтелгән, был миләди 1745 йылға тура килә.

 
Атешгяһта заратуштра яҙмаһы

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Дмитриенко Анатолий Сергеевич (15.02.1931—9.06.2006), архитектор. 1957 йылдан Башҡортостан Халыҡ Хужалығы Советы Төҙөлөш идаралығының проект бюроһы архитекторы, 1959—2001 йылдарҙа «Башҡортостан Промстройпроекты» институтының баш архитекторы, бер үк ваҡытта 1974—1983 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. 1970 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1979)[15].
  • Ҡараев Ҡара Әбелфәз улы, Әзербайжан композиторы, өс опера, өс балет, өс симфония һәм башҡа музыкаль әҫәрҙәр авторы. СССР-ҙың халыҡ артисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
  • Кучин Александр Васильевич (31.05.1949), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1971—1995 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Фәндәр академияһының Химия институты ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1990 йылдан — химия бүлеге мөдире. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000), химия фәндәре докторы (1989), профессор (1997). А. Н. Несмеянов исемендәге (1999), Коми Республикаһы Хөкүмәтенең П. А. Сорокин исемендәге (2006) премиялар лауреаты. 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1999) һәм Дуҫлыҡ (2010) ордендары кавалеры[16].
  • Мархасин Виктор Ильич (24.05.1944-28.11.1987), ғалим-тау инженеры, геофизик. 1971—1987 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1987)[17].
  • Нисанов Год Семёнович — Рәсәй бизнесмены, «Европейский» СҮ, «Рәддиссон рой-ял» ҡунаҡханаһы хужаһы. Баҡыла уҡыған.
  • Агаларов Араз Искендер оглы — Рәсәй бизнесмены, Crocus Group хужаһы.

2009 йылда Баҡыла әзербайжандар (90,3 %), урыҫтар (5,3 %), украиндар, курдтар, лезгиндар, йәһүдтәр, грузиндар, төрөктәр йәшәгән[18].

Йыл Әзербайжандар % Урыҫтар % Әрмәндәр % Йәһүдтәр % Башҡалар % Халыҡ
1886[19] 37 530 43,3 21 390 24,7 24 490 28,3 391 0,5 2 810 3,2 86 611
1897[20] 40 341 36,0 37 399 33,4 19 099 17,1 3 369 3,0 11 696 10,5 111 904
1926[21] 118 737 26,2 167 373 36,9 76 656 16,9 19 589 4,3 70 978 15,7 453 333
1939[22] 215 482 27,4 343 064 43,6 118 650 15,1 31 050 3,9 79 377 10,1 787 623
1959[23] 211 372 32,9 223 242 34,7 137 111 21,3 24 057 3,7 56 725 8,7 652 507
1970[24] 586 052 46,3 351 090 27,7 207 464 16,4 29 716 2,3 88 193 6,9 1 262 515
1979[25] 530 556 52,4 229 873 22,7 167 226 16,5 22 916 2,3 62 865 6,2 1 013 436
1999[26] 1 574 252 88,0 119 371 6,7 378 0,02 5 164 0,3 89 689 5,0 1 788 854
2009[27] 1 848 107 90,3 108 525 5,3 104 0,005 6 056 0,6 83 023 4,1 2 045 815

Географияһы

үҙгәртергә

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Ҡала Апшерон ярымутрауының көньяҡ өлөшөндә, на берегу Каспий диңгеҙе буйында урынлашҡан[28].

Бер оҙонлоҡта һәм киңлектә урынлашҡан иң ҙур ҡалалар
Север: Һамар Ҡазан Сыктывкар Киров
Запад:
Нью-Йорк
Мадрид
Неаполь
Анкара
Салоники
  Восток:
Ташкент
Пекин
Аомори
Юг: Манама, Туамасина

Климаты йомшаҡ — континенталь һәм ярымсүллек: эҫе ҡоро йәй, яуым-төшөмө һирәк һалҡынса ҡыш. Ҡайһы бер йылдары ҡар күп яуа, ә былай һәр ҡыш ә-мәҙ ҡар яуып тора. Йәйгеһен ямғыр һирәк яуа. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 239 мм.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 6,6 6,3 9,8 16,4 22,1 27,3 30,6 29,7 25,6 19,6 13,5 9,7 18,9
Уртаса температура, °C 4,2 4,0 6,3 12,3 18,0 22,8 26,4 25,6 21,8 16,0 10,8 6,6 14,5
Уртаса минимум, °C 2,1 2,0 4,2 9,4 14,9 19,7 22,2 22,9 19,4 13,6 8,8 4,8 12,0
Яуым-төшөм нормаһы, мм 21 20 21 18 18 8 2 6 15 25 30 26 210
Сығанаҡ: World Climate
Һыу температураһы (данные за 1977-1991 года)
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 10,9 10,6 16,0 21,4 26,5 29,5 32,7 31,9 29,5 25,3 19,0 14,5 32,7
Уртаса температура, °C 6,3 6,1 8,2 13,4 18,7 23,4 26,1 26,3 23,7 18,4 13,0 8,6 16,0
Абсолют минимум, °C 1,2 1,0 2,8 7,5 12,8 17,2 21,4 18,0 17,7 11,1 8,0 4,7 1,0
Сығанаҡ: ЕСИМО

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Государственный статистический комитет Азербайджана. Территория, численность населения регионов страны на начало 2013 года 2014 йыл 22 февраль архивланған.
  2. ИСТОРИЯ ГОРОДА БАКУ 2012 йыл 31 март архивланған.
  3. ИНФОРМАЦИЯ О БАКУ 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.
  4. Гаджибала Абуталыбов: Пресс-Портрет 2011 йыл 18 август архивланған.
  5. Агломерация в составе г.Баку, г.Сумгаит и Апшеронский район (данные на 2013)[1] 2014 йыл 22 февраль архивланған.
  6. Азерпочта, Индексы
  7. Визит Дмитрия Медведев в Азербайджан. Кстати, столица Азербайджана Баку — самый большой город на Кавказе и крупнейший порт на Каспийском море 2014 йыл 14 июль архивланған.
  8. [2] Азербайджан
  9. [3] Главные новости дня | Новости НИРА «Аксакал»
  10. 10,0 10,1 Ашурбейли С.А. История города Баку. — Б.: Азернешр, 1992. — С. 48—50. — ISBN 5-552-00479-5.
  11. Баку // Большая Советская Энциклопедия. 3-е изд. / Гл. ред. Александр Михайлович Прохоров]]. — М.: Советская Энциклопедия, 1970. — Т. 2. Ангола — Барзас. — С. 550—552.
  12. Гевонд. «История халифов».
  13. С. Ашурбейли. «История города Баку: период средневековья». Изд. Абилов, Зейналов и братья, 2006.
  14. Iranica, Baku 2010 йыл 23 май архивланған.
  15. Башҡорт энциклопедияһы — Дмитриенко Анатолий Сергеевич (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2021)
  16. Башҡорт энциклопедияһы — Кучин Александр Васильевич (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2021)
  17. Башҡорт энциклопедияһы — Мархасин Виктор Ильич (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2021)
  18. Центр Миграционных Исследований 2009 йыл 20 февраль архивланған.
  19. Ҡалып:Ru icon Свод статистических данных о населении Закавказского края, извлечённых из посемейных списков 1886 года, г. Тифлис, 1893
  20. Ҡалып:Ru icon Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г. — г. Баку
  21. Ҡалып:Ru icon Всесоюзная перепись населения 1926 года, т. 14, Закавказская СФСР, г. Москва, 1929
  22. Soviet 1939 census
  23. Soviet 1959 census
  24. Soviet 1970 census
  25. Soviet 1979 census
  26. Ethnic composition of Azerbaijan 1999
  27. Ethnic composition of Azerbaijan 2009
  28. Баку // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  29. Яндекс.Карты. Яндекс.Карты. Дата обращения: 27 июль 2011.
 
Баҡы күренеше