Сиражетдинова Фәнүнә Хәниф ҡыҙы

(Фәнүнә Сиражетдинова битенән йүнәлтелде)

Сиражетдинова Фәнүнә Хәниф ҡыҙы (15 февраль 1949 йыл) — йырсы, уҡытыусы. 1980—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1989) артисы.

Сиражетдинова Фәнүнә Хәниф ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

15 февраль 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (75 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Илеш районы Ишҡар ауылы

Һөнәре:

йырсы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәнүнә Хәниф ҡыҙы Сиражетдинова (ҡыҙ фамилияһы Шәйҙуллина) 1949 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Ишҡар ауылында тыуған.

1969 йылдан Башҡорт хор капеллаһы артисы булып эшләй. 1970 йылда Өфөләге 2-се педагогия училищеһын тамамлай.

1980—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының солисы була.

2006—2014 йылдарҙа Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында уҡытыусы булып эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнүнә Хәниф ҡыҙы Сиражетдинова йомшаҡ һәм нәфис тембрлы тауышҡа эйә, уның йырҙарына хислелек, ихласлыҡ хас. Репертуарында Роберт Ғәзизов, Заһир Исмәғилев, Рәүеф Мортазин, Тәлғәт Шәрипов һәм башҡа Башҡортостан композиторҙарының йырҙары, «Бейек кенә тауҡай», «Кизелекәй шаршау», «Тирмән дә аҫты тәрән һыу» башҡорт халыҡ йырҙары бар. Сафуан Әлибай шиғырына Н. Ә. Дауытовтың «Мөхәббәт йыры», Зөһрә Ҡотлогилдина шиғырына С. Ә. Низаметдиновтың «Ялан сәскәләре», Рәми Ғарипов шиғырына Р. Х. Сәхәүетдинованың «Кәкүк» йырҙарын тәүге башҡарыусыһы булып тора. СССР буйлап концерттарҙа сығыш яһай[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә