Виноградов Юрий Васильевич

композитор, музыка белгесе, педагог

Виноградов Юрий Васильевич (15 февраль 1907 йыл — 4 ғинуар 1983 йыл), композитор, музыка белгесе, педагог. 1936 йылдан Ҡазан музыка училищеһы, 1945—1977 йылдарҙа Ҡазан консерваторияһы уҡытыусыһы. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1954).

Виноградов Юрий Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 15 февраль 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Бәләбәй, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 4 ғинуар 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Атаһы Виноградов Василий Иванович
Һөнәр төрө композитор, музыка белгесе, университет уҡытыусыһы, музыкант

Биографияһы

үҙгәртергә

Юрий (Георгий) Васильевич Виноградов 1907 йылдың 15 февралендә Өфө губернаһының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Бәләбәй ҡалаһында композитор Василий Иванович Виноградов ғаиләһендә тыуған[1].

1926 йылда Ҡазан музыка техникумын педагог Олег Дмитриевич Родзевичтың фортепиано класы буйынса тамамлай. 1946 йылда Мәскәүҙәге хәҙерге Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтының композиторлыҡ теорияһы факультетындағы Максимилиан Осеевич Штейнберг етәкләгән композиция класын, юғары махсус һөнәр алып, бөтөрөп сыға.

1936 йылдан Ҡазан музыка училищеһында композиция һәм музыкаль-теоретик дисциплиналарҙан уҡыта. 1945—1977 йылдарҙа Ҡазан консерваторияһында музыкаль әҫәрҙәр анализы уҡытыусыһы булып эшләй.

1954 йылда «Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

1983 йылдың 4 ғинуарында Ҡазан ҡалаһында вафат була[1].

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • «Татар совет музыкаһы тарихы» курсы буйынса тәүге уҡыу программаһын төҙөүҙә ҡатнаша.
  • Татар композиторҙары әҫәрҙәренең беренсе баҫмаларын мөхәррирләй.
  • Концерт һәм спектаклдәргә рецезиялар яҙа.
  • Музыкаль мәғрифәтселек эштәре менән шөғөлләнә.

Төп әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Композитор ижадында камера-инструменталь һәм камера-вокаль әҫәрҙәр төп урынды алып тора:

  • Татар халыҡ йыры «Әпипә»нең симфоник оркестр өсөн вариациялары;
  • Фортепиано өсөн балалар альбомы;
  • Ике фортепиано өсөн татар маршы;
  • Муса Йәлил шиғырҙарына «Һандуғас һәм шишмә» кантатаһы;
  • Александр Сергеевич Пушкин һәм Степан Петрович Щипачёв шиғырҙарына романстар циклы;
  • Татар әҙиптәре шиғырҙарына романстар һәм йырҙар;
  • Фортепиано өсөн эшкәртелгән 12 ҡытай халыҡ йыры;
  • Рус, инглиз, ҡырғыҙ һәм татар халыҡ йырҙарын вокал һәм фортепиано өсөн эшкәртеү;
  • Балалар хорҙары өсөн әҫәрҙәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1954).

Билдәле уҡыусылары

үҙгәртергә
  • Бакиров Әнүәр Закир улы (1920—2001), композитор, скрипкасы. РСФСР-ҙың һәм Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы, Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
  • Вәлиуллин Аллаһыйәр Ғарифулла улы (1924—1972), композитор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
  • Вәлиуллин Хөснул Вәлиулла улы (1914—1993), композитор, РСФСР-ҙың һәм Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
  • Шамсетдинов Исмай Ғәйнетдин улы (1910—1982), композитор, Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм халыҡ артисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
  • Фандеев Тимофей Игнатьевич (1918—1999), композитор, баянист, Сыуаш педагогия институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың һәм Сыуаш АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. СССР Композиторҙар союзы ағзаһы.
  • Х. Әбделмәнов.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Татарский энциклопедический словарь, Казань, Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1999
  • Татарская энциклопедия, Казань, Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2002-14
  • Файзи Джаудат Харисович. Композиторы Советского Татарстана. Юрий Васильевич Виноградов. Казань. 1957
  • Ф. Бикчурина. Юрий Виноградов.

Һылтанмалар

үҙгәртергә