«Молния» ғилми-производство предприятиеһы

Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһы - авиация газ турбиналы двигателдәренең ҡабыҙыу системаларын һәм электронлы идара итеү аппараттарын уйлап табыу, яңыса ҡороу һәм етештереү менән шөғөлләнгән предприятие. «Ростех» дәүләт корпорацияһының «Технодинамика» холдингы составына инә[1][2][3][4][5].

Өфө „Молния“ ғилми-производство прдприятиеһы
Тип

Асыҡ акционерҙар йәмғиәте

Нигеҙләнгән

1941

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Өфө

Төп фигуралар

Дорфман Борис Соломонович — генераль директор

Тармаҡ

авиация сәнәғәте

Продукция

тоҡандырғыс электр системалары һәм электрон идара итеү системалары ГТД

Әйләнеш

895 млн һум. (2013 йыл)

Килем

171 млн һум. (2013 йыл)

Материнская компания

Ростех

Сайт

http://molniya-ufa.ru

Тарихы үҙгәртергә

Өфө «Молния» ғилми-производство предприятиеһы үҙенең тарихын 161-се заводтан һәм уның конструкторлыҡ бюроһынан башлай. 1941 йылда Өфөгә Мәскәүҙән эвакуацияланған был предприятие авиация өсөн поршенлы двигателдәргә тоҡандырғыстар эшләп сығарыуға махсуслашҡан була[6].

1956 йылда предприятие температураны электрон сикләгестең беренсе тәжрибә өлгөһөн эшләп сығара һәм әйләнеш корректорын эшләп сығарыу буйынса шөғөлләнә. Был ваҡиға электрон автоматикаһының айырым йүнәлеш булып үҫеүенә булышлыҡ итә[7].

1960 йылда предприятие ярымүткәргесле шәм менән эшләгән һыйҙырышлы тоҡандырыу системаһы өҫтөндә эшләй; микроэлектроника үҫеш ала[8].

70-се йылдарҙа предприятиела һанлы микропроцессор системаһы әүҙем үҫешә, газлы турбина двигателдәр (ГТД САУ) менән автоматик идара итеү системаһының математик алымдарын һәм ярым натураль моделдәрен әҙерләү, синтезлау һәм идара итеү алгаритмдарын анализлау ысулдарын индереү башлана, сөнки газлы турбина двигателдәре менән сифатлы идара итеү процессын һәм тотороҡлолоғон тәьмин итеү маҡсаты ҡуйыла.[9] һы[10].

1971 йылда Өфө агрегат заводы менән Өфө «Молния» агрегат конструкторлыҡ бюроһы берләштерелә. Яңы предприятие Өфө СССР-ҙың 50-йыллығы исемендәге агрегат производство-конструкторлыҡ берекмәһе тип атала.

1980 йылдан алып предприятиела бер нисә рәт осоу аппараттарының идара итеү системаһы составына ингән борт микроэлектрон-иҫәпләү «Молния-Д» машинаһын уйлап таба һәм сериялы етештереүҙе үҙләштерә башлай. 1983 йылда «Молния» конструкторлыҡ бюроһы Өфө СССР-ҙың 50-йыллығы исемендәге агрегат производство-конструкторлыҡ берекмәһенән сыға[11].

1986 йылда предприятие газлы турбина двигателдәрҙе (ГТД) һәм интеграцияланған автоматик идара итеү системаһын (АИС) көс биреүсе ҡоролмалар менән автоматик көйләү системаһын уйлап табыуҙа төп роль уйнай. Предприятие бөтә типтағы двигателдәр өсөн тоҡандырыу системаһы менән шөғөлләнәүен дауам итә.

1996 йылда КБ «Молния» фәнни-производство предприятиеһы статусын ала. Предприятиеның тулы исеме хәҙер былай яңғырай: Федераль дәүләт унитар предприятиеһы "Өфө «Молния» ғилми-производство предприятиеһы (ФДУП ӨФПП «Молния»). Был ваҡыттан башлап уйлап табылған бөтә спектр продукцияны предприятие үҙе етештерә[12].

2006 йылдарҙа предприятие перспективалы яңы быуын газлы турбина двигателдәр өсөн тоҡандырғыс ситеманы булдырыу буйынса тикшеренеү башлай. 2007 йылда ер өҫтө техникалары өсөн тоҡандырғыстарҙы шартлауҙан һаҡлаусы механизм эшләп сығарыуҙы башлай.

2009 йылда — предприятие тарафынан уйлап табылған электрон идара итеү системаларын тулы яуаплылыҡ менән күпләп һатыуға һәм ҡулланыуға сығара башлайҙар (FADEC төрө).[13]

Артабанғы йылдарҙа предприятие нефть һәм газ сәнәғәте предприятиелары, яғыулыҡ-энергетика комплексы мәнфәғәттәренә әүҙем эш алып бара. «Молнияның» яңы уйлап табыуҙары: газ ҡыуыу агрегаттары менән (ГПА) автоматик идара итеү һәм контролдә тотоу системаһы, катодлы һаҡлау станцияһы, яныу камераларында һәм ҡаҙан утлыҡтарында ялҡынды контролдә тотоуҙың оптик-электрон системаһы. Авиация менән бәйләнмәгән продукцияһы дөйөм етештереү күләмененең яҡынса 15 % тәшкил итә.[14][15]

2011 йылдың 1 июлдә Рәсәй Федерацияһы президенты указына ярашлы рәүештә (№ 1052, 10.07.2008 йыл) предприятие асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә үҙгәртелә һәм «Ростехнология» (Ростех) Дәүләт корпорацияһына тапшырыла. 2013 йылдың декабрендә предприятиеларҙың акциялары «Авиация ҡорамалдары» холдингҡа тапшырыла, ул Ростехҡа инә[16][17][18].

Етәкселәре үҙгәртергә

  • Воронков Петр Филиппович (1941—1943 йылдарҙа)
  • Чекун Николай Анатольевич (1943—1951 йылдарҙа)
  • Дмитриев Юрий Иосифович (1951—1956 йылдарҙа)
  • Богомолов Евгений Трифонович (1956—1959 йылдарҙа)
  • Гражданкин Василий Филиппович (1959—1976 йылдарҙа)
  • Дегтярев Анатолий Николаевич (1977—1991 йылдарҙа)
  • Чистяков Валентин Васильевич (1991—1996 йылдарҙа)
  • Распопов Евгений Викторович (1996 йыл- хәҙерге ваҡыт)

Структураһы үҙгәртергә

Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһы составына инә:

— тоҡандырғыс системалар буйынса конструкторлыҡ бүлексә;

— автоматика системаһы буйынса конструкторлыҡ бүлексә;

— ер өҫтө автоматика сараларын эшләп сығарыу бюроһы;

— завод.

Предприятие М. М. Громов исемендәге Осоу-тикшеренеү институтында (Йорт-лаборатория) вәкәләткә эйә (г. Жуковский, Мәскәү өлкәһе).

Эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Бөгөнгө көнгә Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһының һынауҙар базаһы һәм производство ҡеүәттәре Рәсәйҙең һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең авиация сәнәғәтенә булған ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.

Предприятие лицензия пакеттарына һәм сертификаттарға эйә: авиация техникаһын һәм газ ҡорамалдарын эшләү өсөн; йыһан эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн Федераль йыһан агентлығы лицензияһына; дәүләт серен тәшкил иткән мәғлүмәттәрҙе ҡулланып эш башҡарыу өсөн лицензия; хеҙмәт күрһәтеү һәм дәүләт серен яҡлау сараларын тормошҡа ашырыуға.

Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһының уйлап табыу, етештереү, хеҙмәтләндереү, күҙәтеү, ремонтлау һәм утилләштереү сифаттарының ГОСТ ISO 9001-2011 ярашлылығы сертификацияланған.

2008 йыла предприятиеның етештереүҙе раҫлау буйынса Армак тарафынан сертификация аудиты үткәрелә (етештереүҙе раҫлау тураһында таныҡлыҡ № 113 ОП-17.02.2009 АРМАК йыл ПКИ бирә)[19][20][21].

Продукцияһы үҙгәртергә

Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһының төп продукция төрҙәре:

  • газ турбиналы двигателдәрҙең тоҡандырғыс механизмдары һәм агрегаттары;
  • тоҡандырғыстарҙы шартлауҙан һаҡлаусы ҡоролма; газ турбиналы двигателдәрҙе электрон контролләү һәм идара итеү аппаратураһы;
  • башҡа продукция.[22][23]
  • Конверсия программаһы сиктәрендә предприятиела эшләп сығарыла һәм етештерелә:
  • тоҡандырыу системаһы (шул иҫәптән плазмалы) һәм газ ҡыуыу һәм энергетика ҡорамалары өсөн ГТД идара итеү аппаратураһы;
  • газтурбиналы күсергестең автоматик идара итеү системаһы;
  • газ турбиналы ҡыуыусы агрегаттың автоматик идара итеү һәм контролләү. системаһы;
  • температура көйләгестәр;
  • помпаждың электрон сигнализаторы;
  • һыу һәм ер аҫты үткәргес торбаларҙы һәм ҡоролмалаҙы коррозиянан катодлы һаҡлау станцияларына электрон модулдәр;
  • турбина ҡалаҡтары температураһын үлсәү өсөн программалы аппарат комплекстары;
  • газ турбинаһында һәм ҡаҙан утлыҡтарында ялҡынды контролләү системаһы.

[24][25]

Бөгөнгө предприятие үҙгәртергә

«Авиация ҡорамалдары» холдингына инеү арҡаһында (бөгөнгө көндә холдинг «Технодинамика» тип атала) предприятие үҙенең үҫешендә яңы импульс ала, етештереү ҡеүәттәрен модернизациялау үткәрелә һәм продукция халыҡ-ара стандартҡа ярашлы (ISO 9001) һәм эшләү, һынау һәм авиация ҡорамалдарын етештереү буйынса (AS/EN 9100) сертификациялар процедураһын үтә. Был предприятие базаһында компетенция үҙәген булдырыу мөмкинлеген бирә, был тауар етештереүҙең үҙҡиммәте төшөүен, сығарған продукцияның сифаты һәм конкуренцияға тоторошлоғо артыуын тәьмин иткән[26][27][28][29].

Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһы белгестәре Өфө дәүләт авиация техник университеты (ӨДАТУ) базаһында белемдәрен камиллаштыралар. Шулай уҡ предприятие базаһында холдингтың («Авиация ҡорамалдары») продуктлы компетенция үҙәге булдырылған[30][31].

Әлеге ваҡытта Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһы — тоҡандырыуҙың электр системаһын һәм электрон газ турбиналы двигателдәрҙең электрон идара итеү системаларын эшләп сығарыу буйынса алдынғы етештереүселәрҙең береһе. Эшләп сығарылған әйберҙәр Рәсәйҙең һәм БДБ-нең бөтә самолет һәм вертолет двигателдәрендә лә ҡулланыла тиерлек Рәсәй һәм БДБ[32].

Предприятиела МС-21 самолеты, йыһанға осоу аппараттары, диңгеҙ суднолары двигателдәре өсөн перспективалы тоҡандырғыс система эшләп сығарыу буйынса эштәр алып барыла. Як-130, Ан-148, Бе-200 самолеттары өсөн тулы яуаплылыҡ менән (FADEC тибындағы) электрон контроль һәм идаралыҡ аппаратураһын эшләй һәм ҡуя. 2011 йылда Ан-70 самолеты двигателенә ҡуйылған күп функциялы ЭСА-27М идаралыҡ блогын ҡайтанан эшләй башлай. Самолет Ан-124 һәм вертолет Ми-26Т2 двигателдәре өсөн автоматик идаралыҡ системаһын модернизациялау буйынса эш башлана[33].

Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһы эшләп сығарған тоҡандырғыс системалар Рәсәйҙә һәм БДБ-дә төҙөлгән бөтә самолет һәм вертолет двигателдәрендә ҡулланыла: Ту-204/214, Ту-204СМ, Ту-334, Ил 76, Ил-96-300М, Ил-96-400Т, Ил-114, Як-130, Бе-200, Ан-38, Ан-70, Ан-140, Ан-148, Су-27, Су-27 СМ2, Су-30, Су-34, МиГ 29, МиГ-29К, МиГ-29КУБ, Ми-8К, Ми-17, Ми-171, Ми-24, Ми-35, Ми-28, Ка-27, Ка-29, Ка-32, Ка-52 һ. б., шулай уҡ тиҫтәләгән төр газ турбиналары ҡулайламалары өсөн[34][35][36].

Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһының эшмәкәрлегендә перспективалы йүнәлештәре булып Ан-124 самолеты һәм Ми-26Т2 вертолеты двигателдәренең электрон идара итеү системаһын тәрән модернизациялау, шулай уҡ Ан-70 самолетының көс ҡоролмаларының электрон идара итеү системаһын модернизациялау тора. «Авиация ҡорамалдары» холдингтың тематика буйынса перспективалы эшмәкәрлек йүнәлеше — самолет системаһы менән идара итеүҙең цифрлы блогы (янғындан һаҡлау, кислород ҡорамалдары, боҙланыуға ҡаршы)[37][38][39].

Һуңғы тиҫтә йылда Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһы нефть һәм газ сәнәғәте, йылылыҡ-энергетика коммуникациялары мәнфәғәтенә әүҙем эш башҡара. Мәҫәлән, 2012 йылда Рәсәй Федерацияһынды тоҡандырғыстың электр системаһын эшләп сығарыусы предприятиеларҙың 90 % тәшкил итә, электрон идара итеү системаларын уйлап табыу һәм етештереү — 50 %, электрон идара итеү системаларын уйлап табыу — 40 % һәм етештереү — һәм 30 %. Авиация өсөн оптик пирометрик системаны уйлап табыусы һәм етештереүсе берҙән-бер предприятие[40][41][42][43].

Финанс күрһәткестәре үҙгәртергә

Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһының Устав капиталы 626 миллион һум тиерлек тәшкил итә. 2013 йылда килем 895 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, яҡынса 171 миллион һум саф табыш алына[44].

Бүләктәре үҙгәртергә

2009 йылда — «Һөҙөмтәле инвестиция эшмәкәрлеге өсөн» 2009 йыл өсөн Башҡортостан Республикаһы президентының I дәрәжә дипломы;2010 йыл — «Башҡортостан Республикаһының иҡтисад үҫешенә индергән өлөшө өсөн» Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте дипломы; 2013 йылдан — «Өфө ҡалаһының иң яҡшы сәнәғәт предприятиеһы» конкурсында «Предприятие — тармаҡ лидеры» номинацияһында һәм "Иң яҡшы ижади коллектив"номинацияһында еңегәне өсөн, «Тармағын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» орден һәм диплом, «Рәсәй лидеры 2013» почетлы исем биреү менән бергә бухгалтер отчеты критерийҙарына ярашлы федераль сертификаттар тапшырыла[45][46].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Тушинский машиностроительный завод
  • Лозино-Лозинский, Глеб Евгеньевич
  • Многоцелевая авиационно-космическая система

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Бизнес-рейтинг 2018 йыл 2 декабрь архивланған.
  2. О холдинге «Авиационное оборудование»
  3. Учредительные документы: 2015 йыл 12 июнь архивланған.
  4. Уфимское научно-производственное предприятие «Молния»
  5. Карточка компании ОАО УНПП «Молния»
  6. «Молния» — энергия замыслов, воплощенная в результат! 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  7. Aviadvigatel
  8. Патент на изобретение № 2463523 2017 йыл 18 июнь архивланған.
  9. Идентификация, контроль и диагностика систем автоматического управления газотурбинными двигателями при полунатурных и стендовых испытаниях
  10. Адаптивные системы управления авиационными двигателями с селектированием режимов (анализ, синтез, техническая реализация)
  11. Постановление Правительства РФ от 18.09.1995 N 949 «О Перечне акционерных обществ, созданных в процессе приватизации, производящих продукцию (товары, услуги), имеющую стратегическое значение для обеспечения национальной безопасности страны, закрепленные в федеральной собственности акции которых не подлежат досрочной продаже» 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  12. Описание предприятия 2017 йыл 24 август архивланған.
  13. Молния, ФГУП УНПП 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  14. Федеральное государственное унитарное предприятие «Молния» 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  15. Нефть-газ электронная библиотека 2014 йыл 9 октябрь архивланған.
  16. Указ Президента Российской Федерации от 10 июля 2008 года N 1052 г.
  17. Открытое акционерное общество "Уфимское научно-производственное предприятие «МОЛНИЯ» ведет свою историю от созданного в 1941 году конструкторского бюро по разработке авиационных свечей для поршневых двигателей. 2015 йыл 12 июнь архивланған.
  18. «Ростех» передал «Авиационному оборудованию» контрольные пакеты акций 16 предприятий
  19. МОЛНИЯ УФИМСКОЕ НПП
  20. Подробная информация о компании Молния, Уфимское НПП, ОАО в Уфе. 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  21. Молния, Уфимское научно-производственное предприятие, ФГУП
  22. Агрегаты зажигания газотурбинных двигателей 2015 йыл 12 июнь архивланған.
  23. «Молния» — энергия замыслов, воплощенная в результат! 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  24. «Авиационное оборудование» планирует создать в Уфе три центра компетенции 2016 йыл 7 май архивланған.
  25. Машиностроительный комплекс Республики Башкортостан
  26. НПП «Молния» успешно прошло международную сертификацию 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  27. В Уфе будут созданы три центра компетенции для разработки и испытаний инновационной авиапродукции 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  28. «Ростехнологии» планируют инновационные центры на уфимской «Молнии»
  29. Холдинг «Авиационное оборудование» намерен создать в Уфе три центра компетенции для разработки и испытаний инновационной продукции
  30. «Авиационное оборудование» готовит кадры для внедрения систем управления производством на предприятиях холдинга 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  31. «Авиационное оборудование» готовит кадры для внедрения инновационных систем управления производством на предприятиях холдинга
  32. Структура ОАО УНПП «Молния»:
  33. «Молния» покажет разработки на МФД-2014 2017 йыл 30 август архивланған.
  34. Первым делом — самолеты
  35. Ирек Ялалов посетил два передовых предприятия столицы Башкортостана
  36. Добро пожаловать в столицу Республики Башкортостан! 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  37. «Молния» успешно провела испытания уникального блока управления двигателем для Ан-70
  38. Инновации 2015 йыл 3 май архивланған.
  39. «Молния» покажет разработки на МФД-2014
  40. Уфимское научно-производственное предприятие «Молния» 2018 йыл 1 декабрь архивланған.
  41. Первым делом — самолеты
  42. Разработки НПО Молния 2015 йыл 12 июнь архивланған.
  43. «Авиационное оборудование» планирует создать в Уфе три центра компетенций 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  44. Учредительные документы: Устав ОАО УНПП «Молния» (pdf) 2015 йыл 12 июнь архивланған.
  45. Предприятия Ростеха признаны лучшими в Уфе 2017 йыл 22 ноябрь архивланған.
  46. Годовой отчет 2013 2014 йыл 6 октябрь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә