Хәлитов Рәхим Әнүәр улы
Хәлитов Рәхим Әнүәр улы (15 февраль 1923 йыл — 13 октябрь 2004 йыл) — Бөйөк Ватан һәм совет-япон (1945) һуғыштарында ҡатнашҡан яугир. ӀӀ дәрәжә Дан ордены һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Хәлитов Рәхим Әнүәр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР Башҡорт АССР-ы Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 15 февраль 1923 |
Тыуған урыны | Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы |
Вафат булған көнө | 13 октябрь 2004 (81 йәш) |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы, етәксе |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Сталинград һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәРәхим Әнүәр улы Хәлитов 1923 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы) Ғәлиәкбәр ауылында тыуған.
1941—1942 йылдарҙа Ҡолғана башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы, һуңынан директоры.
1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. 35-се уҡсылар дивизияһының 196-сы уҡсылар полкы 2-се пулемет ротаһының старшинаһы булып хеҙмәт итә[1]. Сталинград алышында, 1945 йылда Алыҫ Көнсығыш фронттағы алыштарҙа ҡатнаша.
Рәхим Әнүәр улы 1947 йылда демобилизацияланғандан һуң Ғәлиәкбәр ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1948 йылда Темәс башҡорт педагогия училищеһын тамамлай.
Ул — 1948 йылдан алып «Берлек» промартеле, 1952 йылдан — Бөрйән район урман химияһы сәнәғәте союзы (Иҫке Собханғол ауылы) 1953 й. — «1 Май» промартеле (Берәтәк ауылы, 1958 йылдан алып рәйес) бухгалтеры.
- Артабанғы хеҙмәт юлы
- 1960 йыл — промартель партия комитеты секретары
- 1961 йылдан — рәйес урынбаҫары
- 1962—1979 йылдарҙа — Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе (колхоз идараһы Исламбай ауылында урынлаша)
Рәхим Әнүәр улы Хәлитов 2004 йылдың 13 октябрендә вафат була һәм Берәтәк ауылында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- ӀӀ дәрәжә Дан ордены (1985)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1976)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1945)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1966)
- Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы (1970)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Халитов Рахим Анварович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 545. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- Портал «Память Народа»[2]