Ҡылысов Урал Ишбирҙе улы
Ҡылысов Урал Ишбирҙе улы (10 сентябрь 1963 йыл — 8 май 2013 йыл) — географ-ғалим. 1988—1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты, 2000—2013 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. География фәндәре кандидаты (2005).
Ҡылысов Урал Ишбирҙе улы | |
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР Башҡорт АССР-ы Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Тыуған көнө | 10 сентябрь 1963 |
Тыуған урыны | Иҫке Сибай ауылы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 8 май 2013 (49 йәш) |
Һөнәр төрө | юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Уҡыу йорто | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәУрал Ишбирҙе улы Ҡылысов 1963 йылдың 10 сентябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, БДПИ-ның география һәм биология факультетына уҡырға инә. 1985 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Балтика флотында хеҙмәт итә. 1988 йылдан ул тормошон мәғариф өлкәһенә бағышлай. Урал Ишбирҙе улы хеҙмәт эшмәкәрлеген Сибай ҡалаһының уҡыу йорттарында башлай: уҡытыусы, 1992 йылдан мәктәп-интернаттың фәнни-методик эш буйынса директор урынбаҫары, 1995 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия университетының Сибай филиалында, 1996 йылдан алып 9-сы урта мәктәп директоры. 2000—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡытыусы булып эшләй[1]
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәУрал Ишбирҙе улының ғилми тикшеренеүҙәре Урал аръяғы геоэкологияһына, шул иҫәптән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм Баймаҡ тау-мәғдән районы ресурстарын рациональ файҙаланыу проблемаларына, арналған. Ул 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 9 уҡытыу-методик әсбап авторы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәМаҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- География фәндәре кандидаты (2005)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡортостан гәзите «Ҡосаҡ йәйеп киләм ел-дауылға…»
- ↑ [https://search.rsl.ru/ru/record/01000720320 Клысов, Урал Ишбердович. Географические и экологические условия Сибайского рудного района / У. И. Клысов; М-во образования Рос. Федерации. Башк. гос. пед. ун-т. — Уфа : Башгоспедуниверситет, 2000. — 111 с. : ил., табл.; 20 см.]
- ↑ Геоэкологическая оценка природно-антропогенных комплексов Башкирского Зауралья : автореферат дис. … кандидата географических наук : 25.00.36
- ↑ Особенности туристско-рекреационного потенциала республики Башкортостан