Брянск өлкәһе
Бря́нск өлкәһе — Рәсәйҙең көньяк-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан өлкә. 1944 йылдың 5 июлендә Орел өлкәһенән бер-нисә районы нигеҙендә ойошторолған.
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Брянск өлкәһе | |||||
| |||||
Административ үҙәк |
Брянск | ||||
62-се | |||||
- Барлығы |
34 857 км² | ||||
- Барлығы |
1 253 666 (2013) 35.97/км² | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
144,3 млрд. млрд. һум (2010) 97,4 мең мең һум | ||||
Үҙәк федераль округы | |||||
Үҙәк иҡтисад районы | |||||
Губернатор |
Николай Васильевич Денин | ||||
32 | |||||
RU-BRY | |||||
MSD[d] һәм Европа/Москва[d][1] | |||||
Бүләктәре: |
Сиктәре
үҙгәртергә- Көнбайыштан — Белоруссия (Гомель, Могилёв өлкәләре)
- Көньяҡтан — Курск өлкәһе, Украина (Чернигов, Сумы өлкәләре)
- Көнсығыштан — Калуга һәм Орел өлкәләре
- Төньяҡтан — Смоленск өлкәһе
Дәүләт ҡоролошо
үҙгәртергәБрянск өлкәһе Уставына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.
Башҡарма власть
үҙгәртергәБрянск өлкәһе Губернаторы — Брянск өлкәһе башлығы һәм Брянск өлкәһенең иң юғары вазифалы кешеһе. Брянск өлкәһе Хөкүмәте етәксеһе. Брянск өлкәһе Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Брянск өлкәһе Уставы менән билдәләнгән.
Суд власы
үҙгәртергәБрянск өлкәһе суд системаһы составында:
- Брянск өлкәһе өлкә суды, Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
- Брянск өлкәһе арбитраж суды , Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
Закондар сығарыу власы
үҙгәртергәӨлкә Парламенты — Брянск өлкәһе өлкә думаһы.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Герасимова Лариса Павловна (1960), ғалим-стоматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1983 йылдан Республика балалар клиник дауаханаһының, 1999 йылдан Республика стоматология поликлиникаһының бүлек мөдире; 2000 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан терапевтик стоматология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2001 йылдан Өфөләге «Дентал Студия» стоматология клиникаһы директоры. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009). Сығышы менән ҡала тибындағы Локоть ҡасабаһынан[2].
- Устинова Раиса Алексеевна (2.04.1939), Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театрының элекке актёры, «Арлекин» профессиональ хәйриә театрын ойоштороусы, уның художество етәксеһе һәм режиссёры. СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Брянск өлкәһенең Семёновка ауылынан[3].
Сәнәғәт һәм иҡтисад
үҙгәртергәЭре ойошмалар:
- «Мальцовский портландцемент» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Фокино). Европала эре цемент етештереүсе предприятиеларҙан һанала.
- «Брянский машиностроительный завод» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Рәсәй тимер юлдары (баш заказсы) өcөн вагондар, судо дизелдәр, тимер юл локомотивтары етештерә.
- «Брянский автомобильный завод» (БАЗ) Асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
- «Брянсксельмаш» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте
- «Группа Кремний-Эл» Ябыҡ акционерҙар йәмғиәте. Ярымүткәргестәр һәм электроника етештереүсе предприятие.
- «Жуковский мотовелозавод» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте
- «Жуковский завод технологического оборудования» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте
- «Бежицкий сталелитейный завод» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте
- «Брянский Арсенал» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Грейфер, Драглайн, төрлө төҙөлөш һәм юл-ремонталау машиналары етештерә.
- «Ирмаш» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте(элеккке ирригация машиналары етештереүсе).
- Клинцовский автокрановый завод. Автокрандар етештереүсе.
- НИИ «Изотерм» — разработка, изготовление специального технологического оборудования для микроэлектроники, выращивания кристаллов, оборудования для атомных станций, медицины, железнодорожных депо;
- «Погарская сигаретно-сигарная фабрика» — единственный производитель российских сигар;
- «Метаклэй» Ябыҡ акционерҙар йәмғиәте
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Герасимова Лариса Павловна 2020 йыл 14 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 30 май 2020)
- ↑ Заслуженная артистка Башкирии четыре года добивалась получения статуса бывшей узницы концлагеря. ИА «Башинформ», 22 сентября 2014 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 март 2019)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Администрация Брянской области
- Брянская областная дума 2007 йыл 12 декабрь архивланған.
- Законодательство Брянска и Брянской области
- Брянскстат 2018 йыл 21 октябрь архивланған.
- Города Брянской области: путевые заметки