Зөлҡәрнәев Батыргәрәй Сәлим улы
Зөлҡәрнәев Батыргәрәй Сәлим улы (10 сентябрь 1949 йыл) — СССР һәм Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, контр‑адмирал (1999). Юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. Хәрби фәндәр докторы (1996), профессор (1997).
Зөлҡәрнәев Батыргәрәй Сәлим улы | ||||
Тыуған ваҡыты |
10 сентябрь 1949 (75 йәш) | |||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | ||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||
Ғәскәр төрө |
Хәрби-диңгеҙ ғәскәрҙәре | |||
Хәрби звание |
Контр‑адмирал | |||
Командалыҡ итеү |
крейсер атом ракета һыу аҫты кәмәһе командиры | |||
Наградалар һәм премиялар |
|
Биографияһы
үҙгәртергәБатыргәрәй (Батыр) Сәлим улы Зөлҡәрнәев 1949 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Йомағужа районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы) Хоҙайбирҙин ауылында тыуған.
Стәрлетамаҡ районы Ҡырмыҫҡалы урта мәктәбендә белем ала[1].
1971 йылда Әзербайжан ССР-ы Баҡыла С. М. Киров исемендәге Каспий юғары хәрби‑диңгеҙ училищеһын бөткән[1].
1971 йылдан СССР Төньяҡ хәрби‑диңгеҙ флотынының һыу аҫты атом кәмәләрендә хеҙмәт итә, төрлө командир вазифаларын үтәй — электр навигацион төркөм командиры, штурман хәрби часы командиры, командир ярҙамсыһы була[1][2].
1977—1978 йылдарҙа Хәрби-диңгеҙ флотының юғары махсус офицер класстарында уҡый. 1978 йылдан Төньяҡ хәрби-диңгеҙ флотының һыу аҫты кәмәһендә командир ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[2].
1981—1983 йылдарҙа — крейсер атом ракета һыу аҫты кәмәһе командиры[3].
1985 йылда Ленинград ҡалаһында Гречко исемендәге Хәрби‑диңгеҙ академияһын тамамлай. 1985 йылдан Хәрби‑диңгеҙ академияһында уҡыта, һыу аҫты кәмәләре тактикаһы кафедраһы адъюнкты итеп тәғәйенләнә. 1988 йылда адъюнктураны бөтә һәм хәрби фәндәр кандидаты дәрәжәһен алыуға диссертация яҡлай, кафедрала уҡытыусы, ә 1990 йылда — өлкән уҡытыусы вазифаһын ала[2].
1992 йылдан Рәсәй Федерацияһы хәрби‑диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1996 йылда «хәрби фәндәр докторы» дәрәжәһен алыуға диссертация яҡлай. 1997 йылда кафедра профессоры ғилми исемен ала[2].
1997 йылдан Рәсәй Федерацияһы Оборона советында референт вазифаһын башҡара[3].
1998 йылда Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре Генераль штабының Хәрби академияһының Юғары академик курстарын тамамлай[3].
1998 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Именлек советы аппаратында хәрби инспектор булып хеҙмәт итә[1].
2003 йылдан — Рәсәй Транспорт министрлығының «Росморпорт» предприятиеһының генераль директор урынбаҫары[3].
2006—2012 йылдарҙа Мәскәүҙә «Росатом» Дәүләт корпорацияһының «Атомспецтранс» ЯСЙ директоры урынбаҫары вазифаһын үтәй[3].
Ленинград (Санкт-Петербург) ҡалаһының Диңгеҙ буйы районының халыҡ депутаты була[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни тикшеренеүҙәре башлыса хәрби‑диңгеҙ флоты тарихына арналған. Батырәрәй Зөлҡәрнәев яҡынса 100 фәнни хеҙмәт (шул иҫәптән уҡыу әсбаптары һәм китаптары), 33 уйлап табыу авторы[3].
Маҡтаулы исемдәре һә башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1982),
- Батырлыҡ ордены (2001),
- миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Зулькарнаев Батергарай Салимович . Стерлитамакский район Республики Башкортостан : энциклопедия / [Адм. Стерлитамак. р-на Респ. Башкортостан при участии Стерлитамак. гос. пед. акад. ; редкол.: Х. Х. Шагиев (пред.) и др. ; рук. проекта М. М. Хамадиев]. — Уфа : Башкортостан, 2007. — 239 с.. Дата обращения: 8 август 2020. 2017 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Доценко В. Д., Щербаков В. Н. Зулькарнаев Батергарай Салимович . Профессора Военно-Морской Академии. — Санкт-Петербург, 2004.. Дата обращения: 8 август 2020.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Башҡорт энциклопедияһы — Зөлҡәрнәев Батыргәрәй Сәлим улы (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2022)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Зөлҡәрнәев Батыргәрәй Сәлим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2022)