Велосипе́д (иҫке франц. vélocipède, лат. vēlōx «тиҙ» и pēs «аяҡ») — тәгәрмәсле транспорт сараһы, кешенең мускул көсө менән аяҡ педалдәре аша йә бик һирәк ҡул ҡуҙғатҡыстары аша хәрәкәткә килеүсе; аяҡтар ярҙамында хәрәкәткә килтерелә торған ике йәки өс тәгәрмәсле машина[1]. Ике тәгәрмәсле велосипедтар киң таралған, әммә өс тәгәрмәсле велосипедтар ҙа була.

Велосипедтар. Брокгауз һәм Ефрондың Энциклопедик һүҙлегенән һүрәт

Рәсәйҙең юл ҡағиҙәләрендә велосипед «инвалид коляскаларынан башҡа транспорт сараһы, ике һәм унан күберәк тәгәрмәсле, унда ултырған кешенең мускул көсө менән хәрәкәткә килеүсе» атала.[2]

ТарихыҮҙгәртергә

 
Велосипед эволюцияһы

1817 йылда Карлсруэла немец профессоры барон Карл фон Дрез эшләгән, ә 1818 йылда беренсе ике тәгәрмәсле самокатҡа патент алған һәм «йүгереү өсөн машина» (Laufmaschine) тип атаған. Дрездың самокаты ике тәгәрмәсле, рулле булған, педалһеҙ велосипедҡа оҡшаған, рамы ағастан булған.

XIX быуаттың 70-се йылдарынан «пенни-фартинг» схемаһы киң ҡулланыла башлай. Исеме тәгәрмәстәрҙең ҙурлығын күрһәтә, пенни тәңкәһе фартингтан күпкә ҙурыраҡ тигәнде аңлатҡан.

Хәҙергегә оҡшаған беренсе велосипедты Rover — «Скиталец» тип йөрөткәндәр. Уны 1884 йылда инглиз уйлап табыусыһы Джон Кемп Старли уйлап тапҡан һәм 1885 йылда сығара башлаған. «Пенни-фартинг» велосипедтарынан Ровер велосипедтары айырмалы рәүештә артҡы тәгәрмәскә цеп тапшырғысы булған, ике тәгәрмәсе лә бер ҙурлыҡта булған һәм йөрөтөүсе ике тәгәрмәс араһында ултырған. Тәүге йыйып алынғыс велосипед 1878 йылда эшләнә, беренсе алюмин — 1890 йылда, ә лигерад ҡайһы берҙә рикамбент тип йөрөткәндәр, ятҡан килеш йөрөүсе велосипедтар 1895 йылда эшләнә башлай, ә 1914 йылда «Пежо» фирмаһы уларҙы күпләп етештерә башлай.

Велосипедтар XIX быуаттың икенсе яртыһында үҫешен дауам итә. 1974 йылда күпләп титандан велосипедтар етештереү башлана, ә 1975 йылда — углепластиктан велосипедтар етештереү башлана . 1983 йылда велокомпьютер уйлап табыла. 1990 йылдың башында индекслы тиҙлек күсереү системаһы киң тарала.

ҠулланышыҮҙгәртергә

 
Танзанийский мальчик на велосипеде перевозит фураж

Велосипед өс төрлө өлкәлә ҡулланыла:

  1. Транспорт — велосипед кеше һәм йөк ташыу сараһы булараҡ ҡулланыла.
  2. Спорт — төрөлө спорт төрҙәре велосипед төҙөлөшөнә айырым талаптар ҡуя.
  3. Ял итеү — велотуризм, ял итеү урындарында йөрөү. Балалар, үҫмерҙәр, цирк велосипедтары һәм башҡалар.

Төрлө илдәрҙә почта хеҙмәте велосипедтарҙы XIX быуат аҙағынан алып ҡуллана. Мәҫәлән, Бөйөк Британияның почтаһы (ингл. Royal Mail) велосипедты 1880 йылдарҙан алып ҡуллана. Велосипедист- почтальондар һаны Бөйөк Британияла −37 000, 27 500 Германияла- 27 500 , Венгрияла — 10 500 .

Күп кенә илдәрҙә полиция урамдарҙа патруль хеҙмәтен үтәгәндә, айырыуса ауыл ерендә, велосипедтар ҡуллана. Велопатрулдәр, велосипедлы почта кеүек үк XIX быуат аҙағында барлыҡҡа килә. 1896 йылда Кент графлығы полицияһы 20 велосипед һатып ала, ә 1904 йылда полиция велопатрулдәре һаны 129-ға етә. Велопатруль автомобиль тығындарында тормай, йәйәүле ял итеүсе кешеләр, хоҡуҡ боҙоусы янына йәшерен генә бара ала. Былар әлбиттә велосипед биргән өҫтөнлөк.

 
Лондонда «ашығыс ярҙам» велосипеды.

Бөйөк Британияла велосипедта гәзит ташыу таралған. Был эшкә автомобиль йөрөтөүсе таныҡлығы булмаған үҫмерҙәрҙе алырға мөмкинлек бирә. Ҡайһы бер илдәрҙә велосипед менән аҙыҡ та ташыйҙар.

Велосипедтарҙы ҡайһы бер ҡалаларҙа, мәҫәлән, Лондон, Талиннда, ашығыс ярҙам хеҙмәтендә ҡулланалар. Медиктар пациенттар янына, ҡала тығындарына эләкмәй, тиҙерәк барып етергә мөмкинлек бирә.[3][4].

Хатта автомобиль сәнәғәте лә велосипед ҡуллана. «Мерседес-Бенц» (нем. Mercedes-Benz, Зиндельфинген (нем. Sindelfingen, Германия) заводы биләмәһендә эшселәр велосипедта йөрөй. Һәр бүлектең велосипеды айырым төҫтә[5].

 
Самокатчики Русской армии, за спиной у одного сложен велосипед.
 
Финские войска переправляются через реку. 1944
 
Велосипедные военные собаководы. Парад 1 мая 1938

Велосипедтар хәрби хеҙмәттә лә ҡулланылған. 1899—1902 йылдарҙағы Көньяҡ Африкала булған инглиздәр менән бурҙар (голландтар вариҫтары) һуғышы осоронда ике яҡ та велосипедты разведка һәм мәғлүмәт тапшырыу өсөн ҡулланған. Айырым частар тимер юлдарҙы велодрезинала тикшереп йөрөгән. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ике яҡ та велосипедты разведкала, мәғлүмәт тапшырыу, яралыларҙы ташыу (Самокатчики) өсөн ҡулланған. 1937 йылда Япония Ҡытай ға һәм 1941 йылда Сингапурға Малайзия аша бәреп ингәндә велосипедтар ҡуллана. Фашист Германияһы армияһында (вермахт) бөтә пехота дивизияларында ла разведка батальондары составына ингән самокат роталары була. Велосипедта меңләгән һалдатты йәшерен һәм бик тиҙ, дошманды аптыратып, бер урындан икенсеһенә күсерергә мөмкин. Бынан тыш уларға йөк машиналары ла, яғыулыҡ та кәрәкмәй. Советтар Союзының союзниктары үҙ операциялары ваҡытында парашютистарҙы йыйыла торған велосипедтары менән бергә кәрәкле райондарға йүнәлтә торған була. Партизандар Америка менән Вьетнам араһындағы һуғыш ваҡытында ла йөк ташыу өсөн ҡулланыла. Швецияла велосипедистар ғәскәре 2001 йылға тиклем, Швейцария ла— 2003 йылға тиклем йәшәп килә. Велосипедтарҙы Америка махсус тәғәйенләнеш частары 2001 йылдан алып Афғанстанда ҡулланған тигән мәғлүмәттәр осрай.

Циркта ике тәгәрмәсле велосипедта айыуҙар һәм маймылдар, өс тәгәрмәслелә— филдәр йөрөй. Велосипед менән төрлө акробатик номерҙар тамашасыларға бик оҡшай[6].


Социаль урыны (әһәмиәте)Үҙгәртергә

 
1897 йылдағы реклама. Салбарҙағы велосипедистка һүрәте.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә