Ғәлимов Зиннәт Абдулхаҡ улы

Ғәлимов Зиннәт Абдулхаҡ улы (10 сентябрь 1922 йыл — 13 август 1983 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1962 йылдан — КПСС ағзаһы (1974), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Ғәлимов Зиннәт Абдулхаҡ улы
Тыуған көнө:

10 сентябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны[1] Буҙатбаш ауылы

Вафат булған көнө:

13 август 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (60 йәш)

Вафат булған урыны:

Алма-Ата, Ҡаҙағстан

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, журналист

Дебют:

Тынғыһыҙ көндәр (1961)

Биографияһы

үҙгәртергә

Зиннәт Абдулхаҡ улы Ғәлимов 1922 йылдың 10 сентябрендә БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны[1] Буҙатбаш ауылында крәҫтиән ғаиләһенда тыуа. Йәшләй етем ҡалып, 16 йәшенә тиклем балалар йортонда тәрбиәләнә. 1939 йылда Владимир өлкәһендәге Струнина ҡалаһына китеп, 1941 йылға тиклем «5 Октябрь» комбинатында туҡымаларға һүрәт төшөрөү буйынса өйрәнсек булып эшләй. Шул ҡалала эшсе йәштәр урта мәктәбен тамамлай.

1941 йылда үҙе теләп Бөйөк Ватан һуғышы фронтына китә. Полтава, Сумы өлкәләрендә барған һуғыштарҙа ҡатнашып, ҡаты яралана. Йылдан артыҡ госпиталдәрҙә дауаланғандан һуң, II төркөм инвалид булып, тыуған ауылына ҡайта. Тәүҙә колхозда эшләй, аҙаҡ Стәрлебаш район мәҙәниәт йортонда рәссам, инструктор-ойоштороусы вазифаһын башҡара. 1958—1966 йылдарҙа Стәрлебаш районының «Ленин юлы», Күмертау районының «Путь Октября» гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1963—1973 йылдарҙа Күмертау ҡалаһы предприятиеларында хеҙмәт итә. 1968 йылда Күмертау заводтарының береһендә инженер-конструктор булып эшләй. 1973 йылдан Стәрлебаш районы гәзитенә бүлек мөдире булып эшкә ҡайта.

1983 йылда Алма-Ата ҡалаһына барған саҡта вафат була. Тыуған яғында — Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылында ерләнә.

Зиннәт Ғәлимовтың тәүге хикәйәһе 1958 йылда «Йәш көстәр» альманахында баҫыла. Бер аҙ һуңыраҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ауыр һәм героик осорҙо һүрәтләгән «Тынғыһыҙ көндәр» тигән тәүге повесы «Ағиҙел» журналында баҫыла һәм 1961 йылда китап булып донъя күрә.

«Еңеү яҙы»(1964) китабында ауыл хеҙмәтсәндәренең һуғыштан һуңғы йылдарҙағы тормошо һүрәтләнә.

Зиннәт Ғәлимов әҫәрҙәренең төп темаһы — кешенең коллектив һәм тәбиғәт алдындағы яуаплылығы. «Күңел йылыһы» (1973)һәм «Юлдар осраша» (1977) повестарында автор геройҙарын тормоштарындағы хәл иткес мәлдәрендә әхлаҡи һайлау алдына ҡуя.

Бер нисә хикәйәһе һәм «Старшина» повесы автобиографик характерҙа. Һуңғы әҫәре фронтта аяҡтары яраланған һәм бушлай «Запорожец» машинаһы алыр өсөн шоферлыҡҡа уҡырға килгән Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары тураһында.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Тынғыһыҙ көндәр. Өфө, 1961 й.;
  • Еңеү яҙы. Өфө, Өфө, 1964 й.;
  • Күңел йылыһы. Өфө, 1973 й.;
  • Юлдар осраша. Өфө, 1977.;
  • Райхана. Өфө, 2000 й.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы
  • Әхмәтйәнов К.Ә. Еңеү яҙы. — «Ағиҙел» журналы, 1962, 10; № 10;
  • Тухтарова А. Ерҙә ҡалған эҙҙәр. — «Ағиҙел» журналы, 2002, № 9.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 август 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 август 2017)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 28 август 2017)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 август 2017)
  • Ғәлимов Зиннәт Абдулхаҡ улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2017)

Һылтанмалар

үҙгәртергә