Сара́нск (мордв. Саранош, мордв. Саран ош) — Рәсәйҙәге ҡала, Мордва Республикаһының баш ҡалаһы. Ҡала Инсар йылғаһы ярҙарында урынлашҡан. 12 июнь ҡала көнө тип һанала. Сара́нск (мордв. Саранск ошсь, мордв. Саранскяйсь, мордв. Саран ош, мордв. Саранской[2]) — Рәсәйҙәге ҡала, Мордва Республикаһының баш ҡалаһы. Саранск ҡала округын барлыҡҡа килтерә. 1641 йылда нигеҙ һалынған.

Ҡала
Саранск
эрз. Саранош, эрзя Саран ош
Флаг[d] Герб[d]
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Мордовия

Муниципаль район

Саранск

Координаталар

54°11′ с. ш. 45°11′ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

3 район

Мэр

Тултаев Пётр Николаевич[1]

Нигеҙләнгән

1641

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1641

Элекке исеме

Саранский Острожек

Ҡала с

1780

Майҙаны

81,478 км²

Бейеклеге

160 м

Халҡы

314 789 кеше (2017)

Конфессиональ составы

православ христиандар (насраниҙар), мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+7 8342

Почта индексы

430xxx

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

13

ОКАТО коды

89 401

ОКТМО коды

89 701 000 001

Рәсми сайт

adm-saransk.ru  (рус.)

Саранск (Рәсәй)
Саранск
Саранск
Саранск (Мордовия)
Саранск

Ҡалаға уның биләмәләрендә ағыусы Саранка йылғаһы атамаһынан исем бирелгән. 1934 йылдың башынан Мордва Республикаһының баш ҡалаһы булып тора.

Волга буйы ҡалҡыулығындағы Көнсығыш Европа тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә Инсар йылғаһының ике яҡ ярында урынлашҡан.

Саранск Рәсәйҙә халыҡ иҫәбе буйынса 64-се урында тора, 2017 йылдың 1 ғинуарына бында 314 789 кеше йәшәй.

2018 йылдың йәйендә Саранск Футбол буйынса Донъя чемпионат матчтарын ҡабул итте.

Физик-географик характеристикаһы

үҙгәртергә

Географик урыны

үҙгәртергә
 
2005 йылда ҡаланың космостан күренеше, ~ 84 км

(Волга бассейнына) ҡараған Инсар йылғаһы бассейнының үҙәк өлөшөндәге ике яҡ яры буйлап урман-дала ландшафтында, Мәскәүҙән көньяҡ-көнсығышҡа 642 км (тура юлдан — 500 км) урынлашҡан. Ҡаланың майҙаны — 81,478 км²[3].

Саранск ҡалаһы Мордва Республикаһының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Мәскәүҙән тура юлдан 500 километрҙа ятһа ла, әммә Саранск федераль трассаларҙан ситтә ятҡанлыҡтан, автомобиль юлынан араһы 642 км тәшкил итә[4]. Иң яҡын төбәк үҙәге — Пенза (128 км)[5]. Географик координаталар (ҡала үҙәге): төньяҡ киңлектән 54°11′ һәм көнсығыш оҙонлоҡтан 45°11′.

Саранскиҙан иң яҡын ҡалаларға юл араһы (автомобиль юлдары буйлап)[5]
Мәскәү ~ 640 км.
Коломна ~ 540 км.
Рязань ~ 460 км.
Городец ~ 362 км.
Түбәнге Новгород ~ 280 км.
Арзамас ~ 179 км.
Ҡаҙан ~ 444 км.
Чебоксары ~ 347 км.
Алатырь ~ 141 км.
Ковылкино ~ 99 км.
Краснослободск ~ 110 км.
Шацк (Рязань өлкәһе) ~ 308 км.
 
Димитровград
~ 313 км.
Уфа ~ 863 км.
Тамбов ~ 390 км.
Липецк ~ 530 км.
Воронеж ~ 622 км.
Рузаевка ~ 16 км.
Пенза ~ 119 км.
Һарытау ~ 348 км.
Сызрань ~ 363 км.
Тольятти ~ 421 км.
Һамара ~ 470 км.

Сәғәт бүлкәте

үҙгәртергә

Ҡабул ителгән ваҡытҡа һәм географик оҙонлоҡҡа ярашлы[6] уртаса ҡояшлы көн уртаһы Саранскиҙа 11:59 сәғәттә етә.

Уртаса континенталь климат, сағыштырмаса һыуыҡ ҡыш һәм уртаса эҫе йәй менән ҡылыҡһырлана. Уртаса йыллыҡ температура +3,9 °C. Ҡыштың уртаса температураһы −11 °C, лета +18 °C. Иң һыкуыҡ ай — ғинуар, уртаса температураһы −11,7 °C, иң йылыһы — июль, уның уртаса температураһы +19,3 °C. Абсолют температура максимумы +37 °C тәшкил итә (2010 йылда Рәсәйҙә аномаль эҫе көндәр, һауа температура +39 °C юғары булған[7][8]), ә абсолют температура минимум −49 °C[9]. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм суммаһы яҡынса 500 мм тәшкил итә. Минималь һәм максималь күрһәткестәр яғына тайпылыш 180 мм-ға тиклем тәшкил итә[4].

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C −8 −6,8 −0,8 10,5 20,2 23,3 24,9 23,6 16,7 7,7 −0,1 −5,5 8,8
Уртаса минимум, °C −15,3 −14,3 −8 1,3 7,5 11,6 13,6 11,9 6,9 0,8 −5,2 −11,5 −0,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 32 24 25 25 34 96 175 99 45 40 44 35 5103
Сығанаҡ: Гидрометцентр России

Ҡала рельефы уның Волга буйы ҡалҡыулығында урынлашыуы менән билдәләнә. Ҡала үҙәгенең уртаса бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 160 метр[10]. Саранскиҙың төп торлаҡ массивтары 125—200 м бейеклек интервалында ята. Һыу айырғыс арауығында абсолют бейеклектәр 230—250 м-ға етә. Ҡала территорияһында геологик мөхит ташкүмер, юрский, аҡбур һәм дүртенсел ҡатламдар ҡушылдығынан тора[4].

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Ҡарағыҙ: Мордовия географияһы.

Нигеҙ һалыныуы

үҙгәртергә

Саранскиға 1641 йылда нигеҙ һалынған[11] Рус батшалығының көньяҡ-көнсығыш сигендә, 1638 йылдан 1653 йыл арауығында төҙөлгән һәм Белгородтан Сембергә тиклем һуҙылған, нығытылған Атемарский сик һыҙаты ҡәлғәһе булараҡ төҙөлгән[12]. Ҡәлғә Саранский Острожек тип аталған һәм Сарлей йылғаһы тамағында (хәҙерге көндә Инсарҙың ҡушылдығы Саранка), Инсар йылғаһының һул, бейегерәк ярында урынлашҡан. Был атамалар нигеҙендә «ҙур күрәнле һаҙ, һаҙымаҡ һыубаҫар туғай» тигән мәғәнә йөрөткән сара (эрзә телендә бындай һүҙ юҡ) һүҙе ята, һәм географик шарттарға тап килә[13]. Ҡәлғәнең тәүге кешеләре яҡын ятҡан ҡалаларҙан саҡырылған казактар, стрелецтар һәм тупсылар, шулай уҡ яҡын ятҡан ауылдарҙан күсереп килтерелгән (рустар, эрзәләр, муҡшылар һәм татарҙар) булған.

Ҡәлғәне боронғораҡ тасуирлау 1703 йылға ҡайтып ҡала. Ул, диуары имән бүрәнәләрҙән төҙөлгән квадрат формаһындағы ағас ҡәлғә булған. Һәр мөйөшөндә бейеклеге 16 метр, диаметры 8 метр тәшкил иткән, пушкалар урынлаштырырлыҡ майҙансыҡтары булған дүрт алты мөйөшлө башнянан тора. Диуар урталарында дүрт квадрат башня урынлашҡан. Туғыҙынсы башня ҡала үҙәгендә торған (дошман эскә үтеп ингән осраҡта), унда һуғыш кәрәк-яраҡтары һаҡланған. Ҡәлғә, тышҡы яғынан тәрән соҡорҙар ҡаҙылған ур менән уратылған. На Иң бейек Спасский башняһына ҡала сәғәте ҡуйылған. Төньяҡ һәм көньяҡ квадрат башня аша Ҡырым-Ҡаҙан юлы үткән. Ҡәлғә эсендә келәттәр һәм мөгәрәптәр, ат аҙбарҙары, төрлө ярҙамсы ҡаралдылар, ә тирә-яҡта хеҙмәтсе халыҡ һәм посад халҡы йәшәгән биҫтәләр урынлашҡан[12].

1651 йылда Саранск Рәсәйҙең Саранск өйәҙе административ үҙәгенә әйләнгән. 1780 йылда ғына рәсми рәүештә ҡала статусы бирелһә лә, ғәмәлдә шул дәүерҙән башлап ул ҡала тип йөрөтөлгән[14].

1670 йылдың көҙөндә уны Степан Разиндың Михаил Харитонов етәкселегендәге отрядтарының береһе яулап алған, ҡала һәм өйәҙ күпмелер ваҡытҡа Разин ғәскәрҙәрен аҙыҡ-түлек, фураж һәм ҡорал менән тәьмин итеүҙең терәк пунктына әйләнгән. Шул уҡ йылдың декабренә, бер нисә тапҡыр ҡамауға ынтылып, ҡаланы ҡулдарына алғандар, һәм Разин ғәскәрҙәре Саранскиҙы ҡалдырырға мәжбүр булғандар.

XVII быуат аҙағына ҡалала 4 меңдән артыҡ кеше йәшәгән[12]. Биҫтәләргә бүлеүҙән тыш ҡаланы урамдарға бүлеү барлыҡҡа килгән.

Рәсәй империяһы

үҙгәртергә

1708 йылда Пётр I батшалыҡ иткәндә воевода идаралығы губернатор идаралығы менән алмашынған, Рус батшалығы территорияһы 8 эре губернаға бүленгән. Саранск башта Аҙау губернаһына беркетелгән булған, әммә 1709 йылда Астрахань губернаһына ҡаратылған. 1719 йылда көсһөҙ идара ителгән ҙур территорияларҙы ваҡлау реформаһы уҙғарылған — губерналар провинцияларға бүленгән. Саранск Ҡаҙан губернаһының Пенза провинцияһы составына ингән[12].

XVIII быуат башына Саранск ысыныбарлыҡта үҙенең хәрби әһәмиәтен юғалтҡан. Ағас ҡәлғә бик ныҡ иҫкергән, һәм уны ҡарап сыҡҡан хәрби чиновниктар ҡәлғәнең һәр бер ҡоролмаһына етди ремонт талап итеүен асыҡлаған. Саранск яйлап һөнәрселек һәм сауҙа ҡалаһына әүерелә барған (төп етештереү һәм сауҙа предметы — ашлыҡ, тарма сүсе, ағас, тире, ит, бал булған). Был эшкә ҡаланың уңайлы географик урыны — ҡала Астраханды Мәскәү, Ҡырымды Ҡаҙан менән тоташтырған ҙур йөк ташыу тракттары киҫелешендә урынлашыуы ярҙам иткән.

1774 йылдың июлендә ҡалала крәҫтиән ихтилалы етәксеһе Емельян Пугачёвтың булып китеүе XVIII быуаттың иҫтәлекле ваҡиғаһы булған. 26 июлдә 30 һыбайлы казак менән килгән баш күтәреүселәр вәкиле Ф. Чумаков «Пётр III батша»ны лайыҡлы ҡаршылау тураһындағы бойороҡ килтергән. Икенсе көндө халыҡ, шулай уҡ урындағы монастырҙың архимандриты етәкселегендәге ҡала юғары ҡатламы Инсар йылғаһы ярында Инзерский острог (Посоп) яғынан ҡалаға килеп ингән Пугачёвты һәм уның ғәскәрен тәре һәм икмәк-тоҙ менән[15] ҡаршы алған. Тантаналы ғибәҙәттән һуң ҡала халҡы «батшаға» тоғродоҡҡа ант биргән. Саранскиҙа булған дәүерҙә Пугачёв крәҫтиәндәрҙе иреккә сығарыу тураһында манифест сығарған, ҡулға алынған крәҫтиәндәрҙе, хеҙмәтселәрҙе һәм эшсе халҡын ҡала төрмәһенән сығарырға бойорған, шулай уҡ ҡала келәттәренән иң ярлы халыҡҡа тоҙ һәм икмәк таратҡан. Хәрби коллегия ултырыштары үткәрелгән, күп дворяндар, чиновниктар, сауҙагәрҙәр һәм сиркәү хеҙмәткәрҙәре язаланған. 1774 йылдың 30 июле иртәһендә Пугачёв ғәскәре Саранскиҙан Пензаға йүнәлгән. Бер көн үтеүгә батша ғәскәрҙәре отряды менән граф Меллин Саранскиға килгән һәм Пугачёв тәғәйенләгән Саранск воеводаһын, руханиҙар вәкилдәрен һәм Пугачёвты ҡаршы алған башҡа «фетнәлә ҡатнашыусыларҙы» ҡулға алған.

1785 йылда Екатерина II Саранскиҙағы төҙөлөштөң яңы планын раҫлаған, слободалар кварталлы һәм майҙанлы тура мөйөшлө урамдар селтәре менән алмаштырылған[16].

1796 йылда Саранск Пенза губернаһы составына ингән. 1798 йылда Сембер губернаһына бирелгән. XIX быуат башына Саранскиҙа халыҡ һаны 7,4 мең кешегә еткән [12].

1801 йылдың сентябрендә Саранск тағы ла Пенза губернаһы составына ингән.

1812 йылғы Ватан һуғышы йылдарында Саранск өйәҙендә һуңынан 1-се пехота полкы составына ингән халыҡ ополчениеһы отрядтарының береһе формалашҡан. Ополченецтарҙы антҡа килтерә башлағас, Саранскиҙа һәм Инсарҙа 5 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан ихтилал тоҡана. Крәҫтиәндәр араһынан сыҡҡан ополченецтар, ватан өсөн ҡан ҡойорға барғанлыҡтан, үҙ ғаиләләрен крепостной бойондороҡлолоҡтан азат итеүҙәрен талап иткән. Ихтилал ҡаты баҫтырылған. Полк 1813 йылдың башында походҡа ҡуҙғалған, ул Дрезден, Магдебург һәм Гамбург ҡалаларын француз ғәскәрҙәренән азат итеүҙә ҡатнашҡан[12].

XIX быуат аҙағында төбәктең иҡтисади һәм сәйәси тормошон йәнләндереп ебәреүсе Саранск аша Мәскәү-Ҡаҙан тимер юл һыҙаты (тимер юл станцияһы 1893 йылда эшләй башлаған) үткән. Шуға ҡарамаҫтан, ҡала эре сәнәғәт үҙәгенә әйләнә алмаған, уның иҡтисады, ауыл хужалығы секторы өҫтөнлөк иткән аҙ күләмле тауар иҡтисады булып ҡала килгән.

XIX быуатта Саранскиҙа Кузьма Александрович Макаровтың живопись мәктәбе (1828), ҡала банкы (1844), тәүге ҙур булмаған электростанция (1886), түләүле күп кеше өсөн тәғәйенләнгән публичная китапхана (1893), түләүһеҙ халыҡ китапханаһы (1899) барлыҡҡа килгән. Ҡалала быуат аҙағына 10 уҡыу йорто булған. Халыҡ һаны 14 меңдән артыҡ кеше тәшкил иткән[12].

1817, 1852 йылдарҙа һәм 1869 йылда һәр береһендә бер нисә йөҙ йорт янып юҡҡа сыҡҡан өс ҙур янғын булған[17]. Ҡала яңынан тиҙ тергеҙелһә лә, ундағы төҙөлөштә XX быуат уртаһына саҡлы ағас өйҙәр күпселекте тәшкил иткән.

XX быуат башында, бөтә Рәсәйҙәге кеүек, Саранскиҙа ла эшселәр хәрәкәте әүҙемләшкән. Ҡалала стачкалар һәм баш күтәреүҙәр үткән, йәшерен эшсе түңәрәктәре барлыҡҡа килгән. 1906 йылдың июлендә 200-гә яҡын кеше ҡатнашҡан ихтилал тоҡанған, уны полиция баҫтырған.

1904 йылда ҡала интеллигенцияһы ҡала мәҙәни тормошона әһәмиәтле өлөш индергән нәфис сәнғәт йәмғиәтенә нигеҙ һалған. Йәмғиәт ағзалары мәҙәни-ағартыу эшен алып барған, хәйриә спектаклдәрен ҡуйған, уларҙың инициативпаһы менән 1914 йылда ҡала паркы эргәһендә тәүге йәмәғәт кинотеатры (ҡалала электән эшләп килгән бер нисә кинотеатр хосуси милектә булған) асылған.

Совет осоро

үҙгәртергә
 
Герб (1967)

1917 йылдың 3 мартында (иҫке стиль менән), Николай II тәхеттән баш тартҡандан һуң, Саранскиҙа батша администрацияһы органдары эшен туҡтата, власть ҡала башлығы рәйеслегендәге ваҡытлы башҡарма комитетҡа күсә. Шул уҡ йылдың март-майында ҡалала эшсе һәм һалдат депутаттары советтары, крәҫтиән депутаттары советы ойошторолған. 1917 йылдың 8 декабрендә ҡалала совет власы урынлаштырылған.

Граждандар һуғышы йылдарында Саранск Ҡыҙыл Армия хәрби частарын формалаштырыу үҙәктәренең береһе була, ҡалала Көнсығыш фронты 1-се армияһының мобилизация бүлеге эшләгән, 1919 йылда Саранскиға Башҡорт Республикаһының ревкомы эвакуациялана.

Һуғыш аслыҡҡа, эшһеҙлеккә, етештереүҙең түбәнәйеүенә килтергән. Саранскиҙың күп предприятиелары, яғыулыҡ һәм сеймал булмау сәбәпле, оҙайлы ваҡыт эшләмәгән. Ҡала өсөн шундай ҡатмарлы дәүерҙә лә мәҙәни тормош дауам иткән: мәғариф хеҙмәткәрҙәре йорто, эшселәр клубы асылған, 1918 йылда крайҙы өйрәнеү музейына нигеҙ һалынған. 1927 йылға булған предприятиеларҙың һәм оҫтаханаларҙың күпселеге аяҡҡа баҫтырылған, шулай уҡ бер нисә яңы предприятие ойошторолған. 1930-сы йылдарҙа ҡаланы тамырынан яңыртып ҡороу башланған. 1935 йылдарға 45 урам электр уты менән тәьмин ителгән. 1927 йылдан 1940 йылға саҡлы Саранскиҙа сәнәғәт продукцияһын етештереү 50 тапҡырҙан артығыраҡҡа үҫкән. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт үҫкән. 1930 йылда радиостанция рус һәм мордва телдәрендә тапшырыуҙар башлаған.

1928 йылдың 16 июлендә Саранск Средневолжский өлкәһе составындағы Мордва округының үҙәге, 1930 йылдың 10 ғинуарында — Мордва автономия өлкәһе үҙәге, ә 1934 йылдың 20 декабренән — Мордва АССР-ының баш ҡалаһы.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Саранскиҙа 326-сы Рославль Ҡыҙыл байраҡлы уҡсылар дивизияһы формалаша. Ҡала предприятиелары армия өсөн аҙыҡ-түлек, һуғыш кәрәк-яраҡтары, формалы кейем, транспорт саралары етештергән. Күп предприятиелар һәм учреждениелар яралы һалдаттар өсөн эвакогоспиталь итеп ҡайтанан йыһазландырылған. 1941 йылда механик завод эшләй башлаған, 1944 йылда Саранскиға Һарытау өлкәһенән электр көсөн ҡаты үҙгәрткес (буласаҡ «Электровыпрямитель») заводы эвакуацияланған. Ҡаланың яҡынса 17 мең кешеһе Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ил азатлығын һаҡлаған, 8 меңдән ашыуы һәләк булған[16].

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡалала сәнәғәттең яңы тармаҡтары: электротехника, машиналар төҙөү, медицина, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, төҙөлөш материалдары етештереү барлыҡҡа килгән. Шулай, 1950-се йылдарҙа тимер-бетон конструкциялары заводы, асфальт-бетон, инструменталь, кабель, кирбес, мотовозоремонтный, электроламповый, прибор төҙөү, экскаватор, автосамосвал заводтары, медпрепараттар заводы, фабрика декоратив биҙәкле туҡымалар фабрикаһы, ит комбинаты төҙөлгән.

1960-сы йылда ҡалала яңы торлаҡ: төньяҡ-көнбайыш (хәҙерге ваҡытта Светотехстрой булараҡ билдәле) һәм көньяҡ-көнбайыш райондарын төҙөү башланған. Саранск Һарытау — Горький газүткәргесе ярҙамында газ менән тәьмин итеү системаһына индерелгән. 1965 йылда ҡалала тәүге троллейбустар барлыҡҡа килгән. Саранскиҙың сәнәғәт һәм мәҙәни үҫеше дауам иткән. XX быуаттың 1970—80-се йылдарына ҡала үҫешкән индустриаль үҙәккә әйләнгән.

Хәҙерге осор

үҙгәртергә
 
Герб (1994)

XX быуат аҙағында Саранскиҙа ҙур иҡтисади һәм сәйәси үҙгәрештәр булып үтте.

1990 йылдың 7 декабрендә Мордва АССР-ы была Мордва Совет Социалистик республикаһы тип үҙгәртелгән, Саранск уның баш ҡалаһы булып ҡалған. 1991 йылдан Саранск - Мордва Республикаһының баш ҡалаһы.

Рредприятиеларҙың баҙар иҡтисадына әҙер булмауы ҡаланың ижтимағи-иҡтисади үҫешенең түбәнәйеүенә килтерә. Саранск предприятиеларының барыһында ла тиерлек кадрҙар ҡыҫҡартыла, эш хаҡын түләү байтаҡ тотҡарлана, эшһеҙҙәр һаны үҫә. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары һ. б. ҙа шундай уҡ ҡатмарлы ситуацияла ҡала.

Рәсәйҙә күҙәтелгән 2000-се йылдар башындағы иҡтисади үҫеш Саранскиҙа ла сағылған. Һуңғы ваҡытта ҡала инфраструктураһының әһәмиәтле үҫеше күҙәтелә. Яңы «Юбилейный» стадионы, бер нисә ҙур торлаҡ кварталы, ҡунаҡханалар һәм башҡа объекттар төҙөлә. Ҡала тибындағы Николаевка ҡасабаһы һәм ҡаланың үҙәк артерияһы — Полежаев урамы араһында ике ҡулса юл һәм тура трасса төҙөү бара.

2007 йылдың 19 июлендә Мордовияның баш ҡалаһында «Шумбрат, Финно-Угрия!» тигән халыҡ-ара фестиваль үткән. 2011 йылдың 12 июнендә ҡалаға нигеҙ һалыныуының 370 йыллығы байрам ителә[18], ә 2012 йылдың 23-25 авгусына саҡлы — мордва халҡының Рәсәй дәүләте халыҡтары менән берҙәмлегенә 1000 йыллыҡ байрам ителә.

Саранскиҙа даими рәүештә спорт саралары үткәрелә. 2011 йылдың 8 һәм 9 сентябрендә «Россия — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы үткән. 2012 йылдың майында ҡалала ИААФ-тың спорт атлауы буйынса 25-се донъя кубогы ойошторолған, 62 илдән рекордлы һанда ҡатнашыусы йыйылған. 2012 йылдың 29 сентябрендә Саранск рәсми рәүештә 2018 йылғы Футбол буйынса Донъя чемпионаты матчтары үтәсәк ҡалалар исемлегенә индерелгән.

2004 йылдан башлап Саранск «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы» бөтөн рәсәй конкурсында ҡатнаша. Шул ваҡыт эсендә ҡала 4 тапҡыр II дәрәжәле һәм 2 тапҡыр — III дәрәжәле дипломына лайыҡ була. 2012 йылда Саранск конкурста беренсе урын яуланы һәм 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса I категориялы ҡалалар араһында «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала биләмәһе» исеменә лайыҡ була[19].

2017 йылда Саранскиҙа Рәсәй армияһына арнап аталған бөтә Рәсәйҙә беренсе проспект барлыҡҡа килгән. Саранскиҙа Юбилейный проспектын Рәсәй Армияһы проспекты тип үҙгәртеү тураһындағы ҡарарҙы ҡала думаһы ноябрь сессияһында ҡабул итә. Проспект яңы төҙөлөп ятҡан микрорайон эргәһенән үтә һәм "Мордовия Арена" стадионына сыға, унда 2018 йылда Футбол буйынса Донъя чемпионаты матчтары үтә.[20]

2018 йылдың 14 июненән 15 июлгә саҡлы Саранск «Мордовия Арена» стадионында Футбол буйынса Донъя чемпионатының бер нисә матчын ҡабул итте:

  • 16 июнь, Перуҙың футбол йыйылма командаһы – Данияның футбол йыйылма командаһы
  • 19 июнь, Колумбияның футбол йыйылма командаһы – Японияның футбол йыйылма командаһы
  • 25 июнь, Ирандың футбол йыйылма командаһы – Португалияның футбол йыйылма командаһы
  • 28 июнь, Панаманың футбол йыйылма командаһы – Тунистың футбол йыйылма командаһы


Ҡала халҡы

үҙгәртергә

Саранск — күп милләтле ҡала. Ҡалала йәшәгән халыҡтар араһында урыҫтар — 70,98 %, мордва — 21,20 % һәм татарҙар — 5,41 % тәшкил итә.

Халыҡ иҫәбе
1856[21]1897[22]1913[21]1926[22]1931[21]1939[22]1959[23]
540015 00016 80015 00020 20041 00091 034
1967[21]1970[24]1973[21]1975[25]1976[21]1979[26]1982[21]
154 000190 575214 000242 000242 000263 337286 000
1985[27]1986[21]1989[28]1990[29]1991[27]1992[27]1993[27]
297 000315 000312 128316 000320 000322 000322 000
1994[27]1995[27]1996[27]1997[27]1998[27]1999[27]2000[27]
321 000320 000320 000319 000318 000317 000315 000
2001[27]2002[30]2003[21]2004[31]2005[31]2006[31]2007[31]
313 200304 866304 900328 900326 300324 200322 496
2008[31]2009[32]2010[30]2011[21]2012[33]2013[34]2014[35]
322 329296 054297 415297 400297 924298 287299 195
2015[36]2016[37]
302 285307 987



2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 65 Рәсәй Федерацияһының 1112[38] ҡалаһы араһында [39] 375-се урында була


Эске административ бүленеше

үҙгәртергә

Саранск эске бүленеше буйынса өс административ районға бүленгән:

  • Ленин районы
  • Октябрь районы
  • Пролетариат районы

Саранск республика әһәмиәтендәге ҡала, уның Октябрьский районына 3 ҡала тибындағы ҡасаба һәм 13 ауыл тораҡтары инә[40][41][42]; муниципаль ҡоролош сиктәрендә ул 18 тораҡ пунктынан (Саранск ҡалаһы, 3 ҡала тибындағы ҡасаба һәм 13 ауыл) торған Саранск ҡала округы муниципаль берәмеген барлыҡҡа килтерә.[43]

Райондарҙан тыш, ҡаланы рәсми булмаған өлөштәргә, микрорайондарға, торлаҡ массивтарына бүлеү бар.

Иҡтисады

үҙгәртергә

Үҙҙәре етештергән һәм бушатылған тауар күләме, эшкәртеү производстволарында 2010 - 2013 йылдарҙа үҙ көстәре менән 35,5 миллиард һумлыҡ эштәр эшләнгән һәм хеҙмәт күрһәтелгән.

Сәнәғәттең төп тармаҡтары
  • машиналар төҙөү, металл эшкәртеү һәм приборҙар төҙөү («Мордовияның вагон төҙөү компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «„Саранский“ автомобиль ремонтлау заводы», Саранск вагон ремонтлау заводы, Саранский автосамосвалдар заводы, «Сарэкс» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (гидравлик тейәгес экскаваторҙар), «Саранск теүәл приборҙар заводы» унитар предприятиеһы, «Лодыгин ис. Лисма-ВНИИИС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Бөтә Рәсәй яҡтылыҡ сығанаҡтары фәнни-тикшеренеү институты) (төрлө типтағы лампалар), «Медоборудование», «Орбита», Саранск прибор төҙөү заводы, «Саранскинструмент», «Сарансккабель», «ЭМ-Пласт» ЯАЙ-е, «Сура», «Электровыпрямитель», «Искра» производство берләшмәһе ПО, Саранск механик заводы);
  • яҡтылыҡ техникаһы сәнәғәте «Лисма» МР Дәүләт унитар предприятиеһы, «Оптиковолоконные Системы» Акционер йәмғиәте;
  • электр энергетикаһы («Концерн „Мордовская ГРЭС“» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Саранск ТЭЦ-1, Саранск ТЭЦ-2, «МРСК Волги» — «Мордовэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы);
  • төҫлө металлургия («Мордоввторсырьё» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, икенсел алюминий иретмәләрен етештереү);
  • ҡара металлургия («ВКМ-Сталь» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (элек «Саранский литейный завод» ДУП, ҡара металлургия продукцияһын сығармай), РМ-Рейл (RM-Rail) холдингы составына инә);
  • химик («Биохимик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «„Резинотехника“ Саранск заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте);
  • станоктар төҙөү («Станкостроитель» асыҡ акционерҙар йәмғиәте);
  • «Воронеж-ДМ» РЛС производствоһы («Саранск телевизион заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте);
  • урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте («Мордовлестоппром» дәүләт предпритиеһы, «Мирта» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (мебель), «Оримекс» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (имәндән ҡҫтәл һәм ултырғыстар), «Теплоизоляция»);
  • төҙөлөш материалдарын етештереү («ЖБК-1» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Саранск йөҙләү кирбесе заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте);
  • еңел сәнәғәт («Саранск тегеү фабрикаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Сартекс», «Мордва биҙәктәре»);
  • аҙыҡ-түлек сәнәғәте («„Саранский“ консерва заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «САН ИнБев» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең саранск филиалы (һыра етештереү), «Мордовспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Ламзурь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең кондитер фабрикаһы, май- һәм һөт заводтары («„Саранский“ һөт комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте), «Саранск макарон эшләнмәләре комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Саранск икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Икмәк заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «„Саранский“ ит эшкәртеү комплексы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һ. б.).

Юғары иҡтисад мәктәбе йыл һайын төҙөгән Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең 2016 йылға инновацион үҫеш рейтингында, Татарстандан, Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан ҡала, Мордовия 4 урында тора. Бындай һөҙөмтәгә күпселеген төбәктә сүс оптикаһы сәнәғәт кластерҙары һәм яҡтылыҡ техникаһы үҫеше ярҙам иткән. Яңы кластер Рәсәй иҡтисад үҫеше министрлығы линияһы буйынса «Инновацион кластерҙар үҫеше — донъя кимәлендәге инвестицион яҡтан йәлеп итерлек лидерҙар үҫеше» приоритетлы проекты еңеүселәренең береһе була.

Транспорты

үҙгәртергә
 
Саранск тимер юл вокзалы
 
Саранск ҡалаһының Еңеү урамында троллейбус

Тимер юл транспорты

үҙгәртергә

Куйбышев тимер юлының Саранск-1 тимер юл станцияһы — даими ток менән электрлаштырылған электрифицированная. 2009 йылда тимер юл вокзалының яңы бинаһы эксплуатацияға тапшырылған. Ҡалала шулай уҡ Ялга, Саранск-2 тимер юл станциялары һәм Рузаевка һәм Красный Узелға йөрөгәндә файҙаланылған ҡала яны поездары туҡталыштары һәм Посоп һәм 30-сы км һәм 32-се км платформалары бар.

Автомобиль транспорты

үҙгәртергә

Саранск М-5 автомобиль магистрале сатында урынлашҡан (М5 «Урал» автомобиль юлынан Саранск ҡалаһына инеү), Р158 Түбәнге Новгород — Арзамас — Саранск — Исса — Пенза — Һарытау, Р178 Саранск — Сурское — Ульяновск, Саранск — Рузаевка — Пайгарм. Мәскәүгә илткән төп юлдан — «Урал» трассаһынан М5 ҡала яҡынса 180 километрҙа урынлашҡан.

Футбол буйынса Донъя чемпионаты сиктәрендә Саранскиҙа аэропортҡа тиклем юл һәм аэропортҡа инә торған транспорт үткәүеле развязка төҙөнөләр. Аэропортҡа яңы трассаның оҙонлоғо 3,5 км. Юлдың бер өлөшө яңыртып ҡоролдо, ә бер өлөшө яңынан төҙөлдө. Саранскиҙы урап үткән юлдың дөйөм оҙонлоғо 17,5 км тәшкил итә. Бында хәрәкәттнең ике һыҙаты эшләнгән, юл составына өс транспорт тармағы, биш күпер һәм дүрт юл үткәргесе инә. Юл ҡаланың үҙәк өлөшөн бушатыу һәм федераль автоюлын төбәк әһәмиәтендәге юлдар менән тоташтырыу маҡсатында төҙөлдө[44].

Аэропорты

үҙгәртергә

Основная статья: Саранск (аэропорт)

Саранскиҙа федераль әһәмиәтле ҡала атамаһын йөрөткән бер «Сара́нск» халыҡ-ара аэропорты (IATA: SKX, ICAO: UWPS) урынлашҡан.

2018 йылда Футбол буйынса Донъя чемпионаты матчтарын үткәреү менән бәйле, 2017 йылдың ғинуарында йыл һуңына саҡлы аэропорт яңыртып ҡороу өсөн ябылды. Реконструкциянан һуң осоу-ултырыу һыҙаты асфальт-бетон менән нығытылған. Эске рейстар өсөн сәғәтенә 300 пассажир үткәрә алыу мөмкинлегенә эйә даими терминал төҙөлгән һәм эксплуатацияға тапшырылған (2018 йылда Футбол буйынса Донъя чемпионаты матчтары үткән көндәрҙә сәғәтенә 600 пассажирҙы хеҙмәтләндерерлек), һәм халыҡ-ара рейстар өсөн сәғәтенә 360 пассажир хеҙмәтләндерерлек ваҡытлыса терминал эшләй.

Аэропортҡа Boeing 737 CL\NG и Airbus A-319\Airbus A320|320\321 самолеттарын ҡабул итергә рөхсәт ителә.

2018 йылда аэропорт, яңыртылғандан һуң, беренсе регуляр рейс ҡабул итте.

Саранск халыҡ-ара аэропорты терминалына автомобилдә, йәмәғәт транспортында йәки таксиҙа барырға мөмкин.

Автобустары

үҙгәртергә

Аэропорттан ҡала үҙәгенә тиклем 29-сы автобуста барып етергә мөмкин. Аэропорттан ҡуҙғалыу ваҡыты: 07.50; 09.30; 11.20; 12.50; 17.45; 19.45; 23.10. 2018 йылда Футбол буйынса Донъя чемпионаты матчтары үткәрелгән осорҙа көйәрмәндәр өсөн йәмәғәт транспортында йөрөү түләүһеҙ булды. «Аэропорт – Көйәрмәндәр фестивале (Боҙ һарайы)» маршруты буйынса рәсми шаттлдар йөрөнө.

Шәхси автомобиль

үҙгәртергә

Яңы терминал территоричһында 2 парковка йыһазландырылған. Буш урындар булған осраҡта түләүһеҙ парковка менән файҙаланыу мөмкин.

Ҡала транспорты

үҙгәртергә

Ҡала транспорты - автобустар, Саранский троллейбустары, маршрут микроавтобустары һәм такси. Саранскиҙы Футбол буйынса Донъя чемпионаты матчтарына әҙерләү сиктәрендә муниципаль автобустар һәм троллейбустар паркы яңыртылды. Маршрут таксиһында - «ПАЗ», «ГАЗ» һәм импорт автобусьарҙа йөрөтөүселәр. Ҡайһы бер маршруттарҙың йөрөү йышлығы 2-3 минут (халыҡ күп йөрөгән сәғәттәрҙә) тәшкил итә.

Фән һәм фәнни-тикшеренеү учреждениелары:

  • Техник физика һәм автоматизация Бөтә Рәсәй фәнни-тикшеренеү институты (ВНИИТФА);
  • Мордва Республикаһы Хөкүмәте эргәһендә гуманитар фәндәр фәнни-тикшеренеү институты (НИИ);
  • А. Н. Лодыгин исемендәге яҡтылыҡ сығанаҡтары фәнни-тикшеренеү институты (НИИ);
  • Көс ҡулланған ярым үткәргесле техника фәнни-тикшеренеү институты;
  • Алыҫ араға радио элемтәһе фәнни-тикшеренеү институты (опытное производство)[45];
  • Регионология фәнни-тикшеренеү институты (НИИ);
  • Мордва республика мәғариф институты;
  • Интернет-йорт (интернет-белем биреү федерацияһынан);
  • 2008 йылдың 12 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы премьер-министры Владимир Путин Мордва Республикаһында юғары технологиялар өлкәһендәге технопарк булдырыу тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы, һәм был технопарк Саранскиҙа урынлашҡан;
  • Мордва фәнни-техник мәғлүмәт үҙәге — «РЭА» ФГБУ филиалы.
  • Институт физики и химии 2018 йыл 14 июнь архивланған. Н. П. Огарёв исемендәге Мордва Дәүләт Университеты (Физика һәм Химия Институтының химия бүлегендә Н. П. Огарёв исемендәге МДУ-ның Медицина институтының фармакология кафедраһы менән берлектә яңы 02.00.16 «Медицина химияһы» специальносы һәм специализации «Медицина химияһы» специализацияһы нигеҙендә физиологик актив органик матдәләр лабораторияһы асылды. Әлеге ваҡытта лаборатория базаһында яңы физиологик актив органик матдәләр һәм дарыуҙар синтезы әүҙем башҡарыла.)
  • Н. П. Огарёв исемендәге Мордва дәүләт университеты;
     
    Н. П. Огарёв исемендәге Мордва дәүләт университетының төп корпусы
  • Макара Евсевьевича Евсевьев исемендәге Мордва дәүләт педагогия институты;
  • Саранский кооператив институты — Рәсәй кооперация университеты филиалы;
  • Мордва гуманитар институты;
  • Хәҙерге заман гуманитар академияһының Саранский филиалы;
  • Саранский дәүләт сәнәғәт-иҡтисад колледжы;
  • Урта-Волга институты — Бөтә Рәсәй филиал юстиция дәүләт университеты филиалы;
  • Волга-Вятка дәүләт идараһы академияһы филиалы;
  • Саранский электр-механик колледжы;
  • Саранский медицина колледжы;
  • А.И. Полежаев исемендәге Саранский энергетика һәм электрон техникаһы техникумы;
  • Саранский политехник техникумы;
  • Ф. В. Сычков исемендәге Саранский художество училищеһы;
  • Саранский аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте техникумы;
  • Л. П. Кирюков исемендәге Саранский музыкаль училищеһы;
  • Саранский автомеханик техникумы;
  • Саранский төҙөлөш техникумы;
  • Саранский хеҙмәттәр күрһәтеү һәм сәнәғәт технологиялары техникумы;
  • Рәсәй православие сиркәүенең Саранский руханиҙар әҙерләү училищеһы.

Мәҙәниәт

үҙгәртергә
Ваҡиғалар

2006 йылда ҡалала VI Һабантуй федераль милли байрамы уҙғарылды.

2007 йылда фин-уғыр халыҡтарының «Шумбрат, Финно-угрия!» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале үтте.

РФ Президенты Д. А. Медведевтың 2009 йылдың 11 ғинуар Бойороғона ярашлы, 2012 йылда прошёл праздник федераль масштабта бөтә илдә билдәләнгән «Мордва халҡының Рәсәй дәүләте халыҡтары менән берзәмлегенә 1000 йыл» байрамы ойошторолдо.

2016 йылда Жерар Депардье исемендәге Мәҙәни үҙәк асылды.

Театрҙар
  • Мордва Республика Дәүләт рус драма театры;
     
    Саранск. И. М. Яушев исемендәге музыкаль театр
  • Мордва Республика Дәүләт ҡурсаҡ театры;
  • Мордва дәүләт милли драма театры;
  • Мордва Республикаһының И. М. Яушев исемендәге Дәүләт музыкаль театры;
  • «Крошка» театры
  • Жерар Депардье имсемендәге Мәҙәни үҙәк
Кинотеатрҙары
  • «Победа» мәҙәни-күңел асыу үҙәге;
  • «Рио» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә «Синема Стар Саранск»;
  • «Сити Парк» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә «Мадагаскар»;
  • Жерара Депардьеның «Рәсәй» — Үҙәге.
Музейҙары
  • Степан Дмитриевич Эрьзя исемендәге Мордва республика һынлы сәнғәт музейы;
  • И. Д. Воронин исемендәге Мордва республика берләштерелгән крайҙы өйрәнеү музейы;
  • 1941—1945 йылдарҙағы хәрби һәм хеҙмәт батырлығы музейы;
  • Мордва халҡы мәҙәниәте музейы;
  • А. И. Полежаев музейы;
  • Н. П. Огарёв исемендәге Мордва Дәүләт Университетының тарихы музейы;
  • Н. П. Огарёв исемендәге Мордва Дәүләт Университетының Минералогия музейы;
  • Янғынға ҡаршы пропаганда һәм йәмәғәт бәйләнештәре музейы;
  • Интернациональ дуҫлыҡ музейы;
  • «Мордва ихатаһы» музей-этнографиек комплексы.
Китапханалары
  • А. С. Пушкин исемендәге Милли китапхана;
  • Мордва Дәүләт Университетының М. М. Бахтин исемендәге Фәнни китапханаһы;
  • Мордва республика балалар китапханаһы;
  • Өлкәндәр өсөн Үҙәкләштерелгән ҡала китапхана системаһы (18 филиалдан торған үҙәк ҡала китапханаһы;
  • Балалар өсөн Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы (8 филиалдан торған Горький исемендәге үҙәк ҡала балалар китапханаһы).
Филармонияһы
  • Республика мәҙәниәт һарайы.

Сауҙа үҙәктәре

үҙгәртергә
  • «Огарёв plaza» сауҙа-күңел асыу комплексы (ТРК);
  • «Рио» сауҙа-күңел асыу үҙәге (ТРЦ);
  • «Макс» сауҙа комплексы (ТК);
  • Универмаг;
  • «Сити-парк» сауҙа-күңел асыу үҙәге (ТРЦ);
  • «Планета» сауҙа үҙәге (ТЦ);
  • «Глобус» сауҙа үҙәге (ТЦ);
  • «Данко» сауҙа үҙәге (ТЦ);
  • «Хозяин» сауҙа комплексы (ТК);
  • «Хороший» сауҙа үҙәге (ТЦ);
  • «2 км» сауҙа үҙәге (ТЦ);
  • «Караван» сауҙа үҙәге (ТЦ).

Архитектураһы һәм иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
Архитектура һәйкәлдәре:
үҙгәртергә

Иоанн Богослов сиркәүе (1991—2006 йй. — Саранский епархияһының кафедраль соборы); Трёхсвятительский сиркәүе (XVIII быуаттың икенсе яртыһы); т. н. Пугачёв палаткаһы (риүәйәт буйынса, бында Емельян Иванович Пугачёв мул һыйлы табындар ойошторған; с высокого крыльца палатканың бейек күтәрмәһенән уның «батша манифестары» уҡылған).

 
Иоанн Богослов сиркәүе

[[Изге хаҡ яугир адмирал Феодор Ушаков Кафедраль соборы]][46].

Казань Божья Матерь иконаһы ҡорамы.[47]

Тиң апостолдар Кирилл һәм Мефодий ҡорамы[48].

Изгеләштереүсе Николай, Мирликийск Архиепискобы сиркәүе[49].

Саранскиҙа Пугачёв исеме менән тотош «Пугачёв урындары» комплексы бәйле.

Ҡала һәйкәлдәре араһында иғтибарға лайыҡтары:

  • вокзал алды майҙанындағы Стратонавтар монументы (1934 йылда Саранскиҙан йыраҡ түгел һәләк булған «Осоавиахим-1» стратостат экипажына бағышланған);
  • Беренсе Донъя һуғышы һалдаттары һәйкәле
  • «Рәсәй менән мәңге бергә» һәйкәле. Мордва халҡының рус һәм илдең башҡа халыҡтары менән күп быуаттар дауамындағы дуҫлығына арналған
  • шағир-революционер Николай Платонович Огарёв һәйкәле
  • Рузаевка ауылында тыуған шағир Александр Иванович Полежаев һәйкәле
  • Рәсәй флоты адмиралы Ф. Ф. Ушаков һәйкәле
  • Мәскәү һәм Бөтөн Рустең VI патриархы (1652 йылдан 1666 йылға саҡлы) Патриарх Никондың 401 йәше уңайы менән ҡуйылған һәйкәл
  • А. С. Пушкин һәйкәле;
  • изгеләр Кирилл һәм Мефодий һәйкәле
  • 1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Мордва яугирҙәренә бағышланған Мемориал
  • сәйәси репрессиялар ҡорбандарына һәйкәл
  • культуролог Михаил Бахтинға (120 йәше уңайы менән) ҡуйылған һәйкәл
  • Н. П. Огарёв исемендәге Мордва дәүләт университетында оҙаҡ йылдар билдәле филолог һәм фәйләсуф Михаил Михайлович Бахтин эшләгән. Ҡала үҙәгендә 1980 йылда төҙөлгән Саранскиҙың күренекле эшмәкәрҙәренә бағышланған скульптур портреттарҙан торған мемориаль-скульптура комплексы урынлашҡан.

Фонтандары

үҙгәртергә
  • Мордовия йондоҙҙары
  • Адажио
  • «Рәсәй менән мәңге бергә» фонтандар комплексы
  • Таш сәскә
  • Томбойоҡ
  • Торнадо
  • Мордва милли драма театры эргәһендәге фонтан
  • Фонтанлы түбәнгә төшөү
  • А. С. Пушкин исемендәге мәҙәниәт һәм ял Паркындағы фонтан
  • Саранка йылғаһындағы фонтандар комплексы

Спорт объекттары

үҙгәртергә
  • «Мордовия Арена» стадионы. 2018 йылғы Футбол буйынса Донъя Чемпионаты төркөм матчтарын ҡабул иткән стадион
  • Еңел атлетика буйынса олимпия резервы Спорт мәктәбе
  • «Мордовия» спорт комплексы
  • Мордва Республикаһының Боҙ һарайы
  • «Спорт һарайы»
  • «Олимп» спорт комплексы


  • «Формула С» спорт-күңел асыу комплексы
  • Мордовияның теннис үҙәге
  • Мордва Республикаһының саңғы-биатлон комплексы
  • «Старт» стадионы
  • Спорттың һыу төрҙәре Һарайы
  • «Саранск» стадионы

Ҡаланың билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Ҡарағыҙ Категория:Шәхестәр:Саранск.

Киң мәғлүмәт саралары

үҙгәртергә
Телевидение
  • Матч ТВ
  • Рәсәй 1 / «Мордовия» ДРТК-һы;
  • Беренсе канал (Рәсәй)
  • РЕН ТВ / Мордовия телеселтәре (10-сы канал)
  • Бишенсе канал (Рәсәй) / Саранск ТВ;
  • Үҙәк ТВ
  • Мәҙәниәт (телеканал) Рәсәй К / Euronews
  • НТВ
  • СТС
  • Disney каналы
Радио тапшырыуҙар
  • 90,6 МГц — Вести FM;
  • 91,2 МГц — Радио России/ ГТРК Мордовия;
  • 96,2 МГц — план Ретро FM;
  • 100,6 МГц — Радио Рекорд;
  • 101,3 МГц — Русское радио;
  • 102,0 МГц — Европа Плюс;
  • 102,6 МГц — Маяк - Саранск (Радио Маяк);
  • 103,2 МГц — Дорожное радио;
  • 103,7 МГц — Авторадио;
  • 104,1 Мгц — Радио Ваня;
  • 104,5 МГц — Старт FM;
  • 104,9 МГц — Юмор FM;
  • 105,6 МГц — Милицейская волна;
  • 106,3 МГц — DFM;
  • 106,8 МГц — Радио Мир;
  • 107,2 МГц — Шансон.
  • 107,8 МГц — план
Баҫма матбуғат

Гәзиттәр

  • «Pro Город Саранск»;
  • «Вечерний Саранск»;
  • «Высокая шпилька»;
  • «Голос Мордовского университета»;
  • «Диагональ»;
  • «Из рук в руки»;
  • «Известия Мордовии»;
  • «Малый бизнес Мордовии»;
  • «Мокшень правда» — муҡшы телендә;
  • «Мордовия 7 дней»;
  • «Республика молодая»;
  • «Столица С»;
  • «Сударыня»;
  • «ТВ Неделя Мордовии»;
  • «Телесемь»;
  • «Шестой номер»;
  • «Эрзянь Мастор» — эрзә телендә;
  • «Эрзянь правда» — эрзә телендә;
  • «Юлдаш» («Спутник») — татар телендә;
  • «Информагро» — тармаҡ студент баҫмаһы.

Журналдар

  • «FOXmagazine»;
  • «SPEED and Style»;
  • «Всё: Строительство, ремонт, дизайн»;
  • «Деловой мир»;
  • «Интеграция образования»;
  • «Од вий» («Молодая сила»);
  • «Регионология»;
  • «Странник»;
  • «Сятко» («Искра»);
  • «Феникс»;
  • Чилисема («Восход») — эрзә телендә;
  • «Якстерь тяштеня» («Красная звёздочка»);

Ҡунаҡханалар

үҙгәртергә
 
Park Hotel ресторан-ҡунаҡхана комплексы
  • Mercure Саранск Центр;
  • Саранск;
  • Сура;
  • Мирта;
  • Визит;
  • Олимпия;
  • Макаровская;
  • Меридиан;
  • Park Hotel;
  • Sheraton ;
  • Рассвет;
  • Вастома;
  • Адмирал;
  • Like.

Саранскиҙа традицион спорт төрө — спорт атлап йөрөүе. Һуңғы ваҡыттарҙа «Мордовия» футбол клубы уңышҡа өлгәшә. 2012 йылдың яҙында «Мордовия» ФНЛ беренселегендә отто һәм тарихта тәүге рәсәй футболының тапҡыр элита дивизионына — Премьер-лигаға сыҡты. Спорт белеме һәм инфраструктураһының әүҙем үҫеше ҡалаға 2011 йылдың 8-10 сентябрендә үткән «Рәсәй — спорт державаһы» Халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте. 2012 йылдың 12-13 майында ҡалала Спорт атлап йөрөүе буйынса Донъя Кубогы үтте.

Саранскиҙа бокс буйынса профессионалдар, WBC (2006—2008 йй.) версияһы буйынса элекке донъя чемпионы Олег Маскаев һәм уның оппоненттары Рич Боуфф һәм Джейсон Гавер араһында алыштар үтте. Ике алышта ла Маскаев еңеү яуланы.

Әлеге мәлдә ҡалала түбәндәге спорт саралары: Халыҡ-ара «Saransk Indoor» (велоспорт) этабы сиктәрендә Бөтә Рәсәй ярыштары, йәштәрҙең Ҡышҡы спартакиадаһы, мәктәптәрҙең Бөтә Рәсәй йәйге спартакиадаһы, биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары һ. б. үтә.

Шуға оҡшаш ярыштар комплекслы спорт саралары булып тора һәм Саранскиҙа спорт үҫтереү һәм популярлаштырыу, шулай уҡ, ҡағиҙә булараҡ, Олимпия уйындары программаһына ингән спорт һәм дисциплиналар төрҙәре буйынса Рәсәй резервының физик әҙерлек кимәлен һәм оҫталығын арттырыу маҡсатында ойошторола.

2018 йылда Саранскиҙа Футбол буйынса Донъя чемпионаты матчтары булды.

Ҡалала Республика спорт һарайы, Боҙ һарайы, «Мордовия» спорткомплексы, Леонид Аркаев исемендәге Гимнастика үҙәге, спорт һәм фитнес-клубтар, спорт залдары һәм секциялары кеүек ҙур спорт объекттары эшләй. Ҡала территорияһында «Старт» һәм «Мордовия Арена» кеүек ҙур стадиондар урынлашҡан.

  • Мордва Республикаһы спорт атлап йөрөүе буйынса Олимпиадаға әҙерлек үҙәге;
  • «Мордовия» спорт комплексы;
  • Мордва Республикаһының Боҙ һарайы;
  • «Спорт Һарайы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (ОАО);
  • «Олимп» спорт комплексы;
  • «Формула С» спорт-күңел асыу комплексы;
  • Шамил Тарпищев исемендәге теннис үҙәге;
  • Мордва Республикаһы саңғы-биатлон комплексы;
  • «Старт» стадионы;
  • Спорттың һыу төрҙәре һарайы;
  • «Саранск» стадионы;
  • «П. Г. Болотников исемендәге олимпия резервы махсулаштырылған үҫмер балалар спорт мәктәбе» (спорт төрҙәре: Еңел атлетика, бильярд спорты, шорт-трек) дәүләт бюджет учреждениеһы (ГБУ РМ ДОД).
  • Олег Александрович Маскаев исемендәге бокс мәктәбе;
  • 45 мең тамашасы һыйҙырышлы «Мордовия Арена» стадионы, Футбол буйынса 2018 йылғы Донъя чемпионатынан һуң стадиондың урындары 30 меңгә саҡлы ҡыҫҡарасаҡ[50].;
  • Л. Я. Аркаев исемендәге Гимнастика үҙәге;
  • Ат-спорт комплексы;
  • ГБУ РМ ДОД «П. Г. Болотников исемендәге велоспорт-ВМХ буйынса олимпия резервы махсулаштырылған үҫмер балалар спорт мәктәбе».

2013 йылдан Саранск территорияһында «Команда 2018» федераль программаһын тормошҡа ашыра башланы.

Мордовия федераль һәм халыҡ-ара әһәмиәтендәге спорт сараларын үткәреү буйынса ҙур тәжрибә тупланы. 2012 йылда Саранскиҙа ИААФ донъя Кубогының спорт атлап йөрөү буйынса ярыштары үтте, ә «Мордовия» футбол клубы, илдең әйҙәүсе клубтары менән көнәркәшлек итеп (2015 йылда 8-се урын) өс миҙгел дауамында Рәсәй футбол премьер-лигаһында сығыш яһаған.

2016 йылда Мордовия илдең иң спортсы төбәге тип танылған. Регуляр рәүештә спорт менән шөғөлләнгән халыҡ һаны даими үҫә, һәм әлеге мәлдә 36% тәшкил итә. Сәләмәт тормош рәүешен яратыусылар өсөн 2100-ҙән ашыу спорт ҡоролмаһы асылды.

Футбол буйынса 2018 йылғы Донъя чемпионаты[51]

үҙгәртергә

2018 йылдың 14 июненән 15 июленә саҡлы Рәсәй Футбол буйынса Донъя чемпионатын ҡабул итә. Был ҙур турнирҙы ҡаршылаусы Рәсәйҙең 11 ҡалаһы араһында Саранск ҡалаһы ла бар. Мордовияның баш ҡалаһы Донъя чемпионатын ойоштороусылар араһындағы иң аҙ һанлы ҡала булып тора. Ваҡиғаға әҙерлек сиктәрендә стадион, яңы юлдар һәм транспорт юл үткәргестәре развязки, ҡунаҡханалар һәм отелдәр төҙөлдө, аэропорт яңыртып ҡоролдо һәм йәмәғәт транспорты системаһы камиллаштырылды.

«Мордовия Арена» стадионында төркөм стадияһында 4 матч уҙҙы:

  • 16 июндә, Перу футбол йыйылма командаһы – Дания футбол йыйылма командаһы
  • 19 июндә, Колумбия футбол йыйылма командаһы – Япония футбол йыйылма командаһы
  • 25 июндә, Иран футбол йыйылма командаһы – Португалия футбол йыйылма командаһы
  • 28 июндә, Панама футбол йыйылма командаһы – Тунис футбол йыйылма командаһы

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә

Саранск ҡалаһының 4 туғандаш ҡалаһы бар[4]:

  •   Ботевград, Болгария
  •   Гожув-Велькопольский, Польша
  •   Серадз, Польша
  •   Калинковичи, Беларусь. Һуғыш йылдарында Мордовиянан 50 һалдат 1944 йылдың 14 ғинуарында Калинковичи-Мозырь операцияһы барышында Калинкович янында һәләк булған.

Саранскиҙа өс урамға туғандаш ҡалалар исеме бирелгән: Ботевград (Үҙәк), Гожувский (Химмаш), Серадзский (Көньяҡ-Көнбайыш) урамдары. Ботевград урамында болгар шағиры һәм патриоты Христо Ботев һәйкәле ҡуйылған, «Ботевград» сауҙа комплексы төҙөлгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Глава Администрации городского округа Саранск - Официальный сайт Администрации городского округа Саранск
  2. Решение Совета депутатов городского округа Саранск от 10 июля 2009 г. № 365 «Об утверждении Положения о порядке присвоения адресов объектам капитального строительства и ведения муниципального адресного реестра на территории городского округа Саранск» 2017 йыл 1 август архивланған.
  3. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Генплан төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Саранск — столица Мордовии. Администрация городского округа Саранск. Дата обращения: 21 июль 2011. Архивировано 22 август 2011 года.
  5. 5,0 5,1 Расчёт расстояний между городами. Транспортная компания «КСВ 911». Дата обращения: 21 июль 2011. Архивировано 13 август 2011 года.
  6. Время в Саранске, Республика Мордовия, Россия. Сколько сейчас времени в Саранске. dateandtime.info. Дата обращения: 19 октябрь 2017.
  7. «Вечерний Саранск»: Градус повышается — впереди +40 °С
  8. «Вечерний Саранск»: Уберечь Саранск от пожаров!
  9. Знакомство с городом Саранск
  10. Саранск (Республика Мордовия). Народная энциклопедия "Мой город". Дата обращения: 22 июль 2011. Архивировано 22 август 2011 года.
  11. Год основания Саранска указан в книге обер-секретаря Российского сената И. К. Кириллова «Цветущее состояние Всероссийского государства», написанной в 1726—1727 годах: «Саранск, город деревянной рубленой, построен во 149-м (1641) году, но токмо ныне от ветхости обвалился, стоит на горе при реке Инзаре, а сквозь того города течёт река Саранка».
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 12,5 12,6 Саранск: Историко-экономический очерк / Редкол.: Клеянкин А. В., Жиганов М.Ф., Жочкин Н. М. и др. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 1985. — 192 с.
  13. Поспелов Е. М. Географические названия России: топонимический словарь. — М.: АСТ: Астрель, 2008. — С. 388. — 523 с.
  14. Куклин В. Н. Биографии саранских улиц. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 1983. — С. 9. — 160 с.
  15. В дальнейшем село Посоп, c 1959 года входит в состав Саранска
  16. 16,0 16,1 Всё о Мордовии: Энциклопедический справочник / сост. Н. С. Крутов, Е. М. Голубчик, С. С. Маркова. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 2005. — 840 с. — ISBN 5-7595-1662-0.
  17. Воронин И. Д. Саранск. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 1961. — 268 с. — 10 000 экз.
  18. Массовыми народными гуляньями отметили жители Саранска День рождения родного города. 2014 йыл 23 март архивланған.
  19. Всероссийский конкурс на звание «Самое благоустроенное городское (сельское) поселение России» 2013 йыл 2 февраль архивланған.
  20. В Саранске новый проспект назвали именем Российской Армии
  21. 21,00 21,01 21,02 21,03 21,04 21,05 21,06 21,07 21,08 21,09 Народная энциклопедия «Мой город». Саранск. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  22. 22,0 22,1 22,2 Города с численностью населения 100 тысяч и более человек. Дата обращения: 17 август 2013. Архивировано 17 август 2013 года.
  23. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  24. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  25. Российский статистический ежегодник, 1998 год
  26. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  27. 27,00 27,01 27,02 27,03 27,04 27,05 27,06 27,07 27,08 27,09 27,10 27,11 Российский статистический ежегодник. Госкомстат, Москва, 2001. Дата обращения: 12 май 2015. Архивировано 12 май 2015 года.
  28. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  29. Российский статистический ежегодник.2002 : Стат.сб. / Госкомстат России. – М. : Госкомстат России, 2002. – 690 с. – На рус. яз. – ISBN 5-89476-123-9 : 539.00.
  30. 30,0 30,1 Численность и размещение населения Республики Мордовия. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Дата обращения: 19 ғинуар 2015. Архивировано 19 ғинуар 2015 года.
  31. 31,0 31,1 31,2 31,3 31,4 База данных "регионы Приволжского округа". Численность постоянного населения
  32. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  34. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  35. Оценка численности постоянного населения Республики Мордовия на 1 января 2014 года и в среднем за 2013 год. Дата обращения: 30 март 2014. Архивировано 30 март 2014 года.
  36. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  37. Предварительная оценка численности населения Республики Мордовии на 1 января 2016 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  38. с учётом городов Крыма
  39. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
  40. Закон «О порядке решения вопросов административно-территориального устройства Республики Мордовия»
  41. Конституция Республики Мордовия
  42. ОКАТО 89 401
  43. Устав городского округа Саранск 2017 йыл 6 сентябрь архивланған.</re
  44. ЧМ-2018: Какие дороги построили к мундиалю в Саранске (ингл.). dorinfo.ru. Дата обращения: 18 май 2018.
  45. В Саранске появится новый опытный завод 2016 йыл 4 март архивланған.
  46. Кафедральный собор св. праведного воина Феодора Ушакова - Турпортал Мордовия Саранск. turizmrm.ru. Дата обращения: 1 сентябрь 2016. 2016 йыл 7 сентябрь архивланған.
  47. Храм Казанской иконы Божией Матери - Турпортал Мордовия Саранск. turizmrm.ru. Дата обращения: 1 сентябрь 2016. 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  48. Храм равноапостольных Кирилла и Мефодия - Турпортал Мордовия Саранск. turizmrm.ru. Дата обращения: 2 сентябрь 2016. 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  49. Церковь святителя Николая, архиепископа Мирликийского - Турпортал Мордовия Саранск. turizmrm.ru. Дата обращения: 2 сентябрь 2016. 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  50. Города-организаторы — Bidding Nation Russia 2010 йыл 20 август архивланған.
  51. Саранск-2018. saransk-2018.com. Дата обращения: 21 май 2018.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Мордовия


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.