Әминев Салауат Хөрмәт улы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Әминев Салауат Хөрмәт улы (10 сентябрь 1946 йыл) — дәүләт эшмәкәре. 1987—1994 йылдарҙа Башҡортостандың мәҙәниәт министры, 1994—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе, 2001—2004 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының налогтар һәм һалымдар министры урынбаҫары. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016).
Биографияһы
үҙгәртергәСалауат Хөрмәт улы Әминев 1946 йылдың 10 сентябрендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Темәс ауылында урта мәктәпте тамамлай һәм Баймаҡ тау-металлургия техникумына уҡырға инә (1965 йылда тамамлай). Артабан Магнитогорск тау-металлургия институтында юғары һөнәри белем ала. Мурманск өлкәһендә Жданов тау-байыҡтырыу комбинатында экскаватор машинисы ярҙамсыһы булып эш башлай, әммә шул уҡ йылда Совет Армияһына хеҙмәткә алына. 1968 йылда тыуған яҡтарына ҡайта һәм Сибай карьерында үҙ һөнәре буйынса эшләй башлай[1]. Тап ошо йылдарҙа Салауат Хөрмәт улы дәүләт һәм партия өлкәһендә эшмәкәрлеген башлай: ВЛКСМ-дың Сибай ҡала комитеты секретары итеп һайлана (1969). Юлланма буйынса Мәскәүгә Үҙәк комсомол мәктәбенә уҡыуға ебәрелә.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөгә ҡайта һәм ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының ойоштороу бүлеге мөдире (1978), артабан КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров район комитеты секретары (1980) булып эшләй[2]. КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдиренең урынбаҫары, инструктор (1985). БАССР Министрҙар Советының ойоштороу бүлеге мөдире (1985—1987)[3].
1987—1994 йылдарҙа[4] Башҡортостандың мәҙәниәт министры булып эшләй[1].
1994 йылдан 2000 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтен етәкләй. Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федерацияһының налогтар һәм һалымдар министрының беренсе урынбаҫары (2001—2004)[2][3]. Налог хеҙмәтенең II рангы дәүләт советнигы (2000[5]).
2008 йылдан — «Химия комплексында техник-иҡтисади тикшеренеүҙәр фәнни-тикшеренеү институты» (НИИТЭХИМ) асыҡ акционерҙар йәмғитенең генераль директоры[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016)[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ 2,0 2,1 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.
- ↑ 3,0 3,1 Аминев Салават Хурматович
- ↑ http://cyclowiki.org/wiki Министры культуры Республики Башкортостан
- ↑ http://viperson.ru/people/aminev-salavat-hurmatovich Биография
- ↑ http://tem-baim.ucoz.ru/index/nashi_zemljaki/0-18 Салават Хурматович АМИНЕВ
- ↑ В Уфе прошла церемония вручения государственных наград за заслуги перед республикой
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.
- Аминев Салават Хурматович (рус.)