Йомағужина Рәмилә Наил ҡыҙы

Йомағужина Рәмилә Наил ҡыҙы (10 сентябрь 1953 йыл) — ғалим-юрист, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2003—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү (ЗАГС) идаралығы етәксеһе, 2012—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы уҡытыусыһы һәм факультет деканы урынбаҫары. Юридик фәндәр кандидаты (2006).

Рәмилә Наил ҡыҙы
Йомағужина
Тыуған көнө

10 сентябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (70 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ының Учалы районы Кәрим ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

Башҡортостандың ЗАГС идаралығы етәксеһе (2003—2011 йылдар), юрист-уҡытыусы

Биографияһы үҙгәртергә

Рәмилә Наил ҡыҙы Йомағужина (ҡыҙ фамилияһы — Бүләкова) 1953 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Учалы районы Кәрим ауылында тыуған.

Комсомол урта мәктәбенең һигеҙ синыфынан һуң 1969 йылда Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә, уны 1973 йылда уңышлы тамамлап, «башланғыс синыфтар уҡытыусыһы» дипломы ала. Бар фәндәрҙе лә өлгөлө үҙләштергәне һәм училищеның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн мотлаҡ эшкә ебәрелеү урынына Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына махсус йүнәлтмә ала. Уҡыу йылдарында «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләнә.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1978 йылда университетты тамамлағандан һуң юлланма менән Дыуан районына эшкә ебәрелә. Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген урындағы «Ленинское знамя» (хәҙер «Дуванский вестник») гәзитендә хәбәрсе булып башлай.

1980 йылда халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты аппаратына өлкән инструктор вазифаһына саҡырыла.

1983 йылда халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү район производство идаралығының етәксе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1985 йылдың 16 мартында Рәмилә Наил ҡыҙы халыҡ депутаттарының Мәсәғүт ауыл Советы башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары, ә ошо йылдың 21 июнендә халыҡ депутаттарының Дыуан район Советы башҡарма комитеты секретары итеп һайлана. Был вазифала ул 1990 йылға тиклем эшләй, артабан ҡануниәттәге үҙгәрештәргә ярашлы 1995 йылға тиклем Дыуан район хакимиәтенең эштәр идарасыһы була.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

  • Өфө ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған мәҡәләләре, уның менән әңгәмәләр үҙгәртергә

  • Рамиля Юмагужина, начальник Управления ЗАГС Министерства юстиции РБ: «Надо успевать жить в ногу со временем» «ufa1.ru» сайты. 8 сентябрь 2008 йыл[1].
  • Мы за счастливую семью. «Ватандаш» журналы, 2005[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының юбилей миҙалы.
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә