Янғуразов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы

иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре канидаты (1953). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы

Янғуразов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (10 сентябрь 1910 йыл12 сентябрь 1978 йыл) — иҡтисадсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Иҡтисад фәндәре канидаты (1953). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974)[1]. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Янғуразов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 сентябрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Иҫке Бүздәк
Вафат булған көнө 12 сентябрь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (68 йәш)
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты[d]
Уҡыу йорто К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Әхмәт Мөхәмәтәвәли улы Янғуразов 1910 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Иҫке Бүздәк ауылында тыуа. 1933 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.

1933-1934 йылдарҙа РККА-ла курсант булып хеҙмәт итә. 1934—37 йылдарҙа Башҡортостан инженер‑техник хеҙмәткәрҙәрҙең һәм хужалыҡ етәкселәренең квалификацияһын күтәреү иститутында эшләй, 1936 йылдан алып сәйәси иҡтисад кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара, 1937—1939 йылдарҙа Эске эштәр ХК тикшереүе аҫтында була. Аҡланғандан һуң Өфөнөң 2-се мәктәбе директоры була. 1939—41 йылдарҙа Өфөлә Башҡортостан он тартыу сәнәғәте техникумы директоры.

1941-1943 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында уҡсылар дивизияһының сәйәси бүлек начальнигы була, хәрби орден һәм миҙалдар, Волгоград, Орел, Белгород ҡалаларының Почет грамоталары менән бүләкләнә. 1943 йылда яраланғандан һуң Өфөгә ҡайта[2]. 1944 йылдан башлап ВКП(б)‑ның Өфө ҡала комитеты секретары[1].

1953 йылда А.М.Горький исемендәге Урал дәүләт университетында иҡтисад фәндәр кандидатлығы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Промысловая кооперация, ее значения и развитие в социалистическом народном хозяйстве» тмеаһына диссертация яҡлай.[3]

1948—53 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп уҡыу буйынса директор урынбаҫары, 1956 йылдан алып сәйәси иҡтисад кафедраһы мөдире, 1967— 78 йылдарҙа Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡисады институтының Өфө факультеты деканы[1]. 1954—1968 йылдарҙа пединститутта һәм Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.

1978 йылда вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнни тикшеренеүҙәре нефтехимия сәнәғәте предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу мәсьәләләренә арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1942),
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1961)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә