10 август
көнө
(10 августа битенән йүнәлтелде)
10 август — григориан стиле буйынса йылдың 222-се (кәбисә йылында 223-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 143 көн ҡала.
10 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
10 август Викимилектә |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Каллиграфия (матур яҙыу) көнө.
- Влогинг (видеороликтар ярҙамында мәғлүәмәт тапшырыу) көнө.
- Биодизель яғыулыҡ көнө.
- Арыҫлан көнө.
- 1500: Португалияның диңгеҙ сәйәхәтсеһе Диогу Диаш Мадагаскар утрауын аса.
- 1905: Францияның Булонь-сюр-Мер ҡалаһында эсперантсыларҙың беренсе Бөтә донъя конгресы үтә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ляшко Вениамин Иванович (1925—18.07.1980), СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, генерал-лейтенант. 1972—1980 йылдарҙа Киев Юғары дөйөм ғәскәри команда училищеһы начальнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордендары кавалеры.
- Ҡотлобаев Айҙар Сәми улы (1935), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ейәнсура районы «Инәк» совхозының элекке агрономы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Балғазин Илдус Әли улы (1940), агроном-иҡтисадсы-ғалим. 2002 йылдан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1988), доцент. Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- Суботина Мария Петровна (1940—9.05.2004), малсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Мәсетле район Советы депутаты. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск районы Шәмәхә ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Маслов Михаил Дмитриевич (1911—14.01.1973), ғалим-географ. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән, 1950 йылғаса (өҙөклөк менән) директор урынбаҫары, 1953—1969 йылдарҙа иҡтисади география кафедраһы мөдире. География фәндәре кандидаты (1953). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1954). Ике 1-се (1944, 1945) һәм 2-се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Дашков Заһит Камал улы (1926—16.04.1991), ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1978 йылдарҙа Кушнаренко районы Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе, 1979—1986 йылдарҙа «Кушнаренко» совхозының директор урынбаҫары. Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Баҡай ауылынан.
тулы исемлек
- Степаненко Екатерина Игнатьевна (1931—31.07.2011), педагогик хеҙмәт алдынғыһы. 1956—2009 йылдарҙа Салауат ҡала мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1962 йылдан 6-сы урта мәктәптең уҡытыу бүлеге мөдире, 1976—1992 йылдарҙа — директоры. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районынан.
- Дружинина Наталья Анатольевна (1951), ғалим-педиатр. 1983 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты, шул иҫәптән 1999 йылдан университеттың Дипломдан һуң белем биреү институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2005), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мөхәмәтйәнова Рима Мөхәмәт ҡыҙы (1956), хеҙмәт ветераны. «Салауатбыяла» берекмәһенең элекке контролеры. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Хәйруллин Зөфәр Ғәли улы (1946), хеҙмәт ветераны. 1972 йылдан Балаҡатай юл төҙәтеү-төҙөү участкаһы эшсеһе, 1979 йылдан — юл мастеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Әрмет-Баш ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Астраханцев Александр Александрович (1922—8.05.1986), рәссам-график. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1986 йылдарҙа хәҙерге Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтененең художество мөхәррире. 1962 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1969). «Главполиграфиздат»тың Бөтә Рәсәй китап һәм графика күргәҙмәһе (Мәскәү, 1958), Бөтә Рәсәй китап сәнғәте конкурсы (Мәскәү, 1981) дипломанты.
- Мырҙаханова Сәйҙә Нуриман ҡыҙы (1947—20.06.2024), мәғариф, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре, архивсы. 1971 йылдан Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1972 йылдан ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетының мәктәптәр бүлеге мөдире, 1973 йылдан — беренсе секретары; 1978 йылдан КПСС-тың Бәләбәй район комитеты секретары; 1983 йылдан Башҡортостандың Йәмәғәт берекмәләренең берләштерелгән үҙәк дәүләт архивының ғилми хеҙмәткәре, 1999—2006 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан.
тулы исемлек
- Рәмил Йәнбәк (1952—11.01.2017), шағир һәм журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002), Шәһит Хоҙайбирҙин (2002), Зәйнәб Биишева (2006) һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты.
- Хәкимов Зөфәр Ҡасим улы (1952), партия органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1989 йылдан Өфө ҡалаһының Дим район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары; 1995 йылдан — район хакимиәте башлығы урынбаҫары, 1997—2016 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы һәм Рәсәйҙең 2-се дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Алтай крайының үҙәге Барнаул ҡалаһынан.
- Гәрәев Вячеслав Юрьевич (1957), педагог, йәмәғәтсе. 1978 йылдан Краснокама районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры, шул иҫәптән 1982 йылдан Николо-Берёзовка урта мәктәбе директоры; 1991 йылдан Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейы директоры. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Нефтекаманың бишенсе саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2016), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2001), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1994), Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2018). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мусин Нуритдин Муса улы (1918—17.02.1990), ауыл хужалығы механигы. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан Әбйәлил районы «Урал» совхозының Әлмөхәмәт машина-трактор оҫтахаһанының өлкән механигы, 1955 йылдан Әлмөхәмәт бүлексәһе идарасыһы, 1961 йылдан совхоздың күп көс талап иткән процестар буйынса механигы, 1966—1986 йылдарҙа — хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Нурыев Исхаҡ Ғәбделкәбир улы (1918—23.01.1993), педагог. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы элемтәсеһе, сержант, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Әхмәтйәнов Әхәт Әбделхаҡ улы (1918—3.08.1976), мәғариф хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, снайпер, өлкән сержант. 1945—1947 йылдарҙа Маҡар район мәғариф бүлеге мөдире, артабан Бишбүләк районы мәктәптәре уҡытыусыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары (1942) кавалеры.
- Хоҙайбирҙина Тамара Шәһит ҡыҙы (1923—27.04.1998), балерина һәм педагог. 1941—1964 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1960—1971 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 1968 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1953) атҡаҙанған артисы. Йәштәр һәм студенттарҙың бөтә донъя фестивале лауреаты (Бухарест, 1953).
- Ғатауллин Наил Ғәйнәт улы (1928—26.04.2015), хирург-ғалим. 1958 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1966—1993 йылдарҙа госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1966), профессор (1968). РСФСР-ҙың (1991) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995) һәм һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы (2002), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
- Ишбулатов Нәғим Хажғәле улы (1928—7.02.2006), диалектолог-ғалим, үҙешмәкәр йырсы. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980), СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы.
- Курохтин Анатолий Васильевич (1933), слесарь. 1952—1995 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Ленин ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Тамбов өлкәһенең Сампур районы Верхоценье ауылынан.
- Назаров Николай Иванович (1933), нефтсе. 1956—1988 йылдарҙа Туймазы быраулау эштәре идаралығы эшсеһе, быраулаусы ярҙамсыһы һәм быраулаусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Знаменка ауылынан.
- Ахунов Фәтхелбаян Ғаян улы (1938—2.12.2019), тау инженеры, нефтсе, профсоюз органдары хеҙмәткәре. 1965 йылдан Ишембай нефть промыслаһы идаралығының нефть сығарыу буйынса мастеры, участка начальнигы. 1969 йылдан Ишембай НГДУ-һы профсоюз комитетының рәйес урынбаҫары, рәйесе; 1977 йылдан нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе, 1990—1994 йылдарҙа Башҡортостан профсоюздар федерацияһы советы рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре 1998), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1988), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1981) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.
- Хәйруллин Ирек Хәниф улы (1938), инженер-электромеханик-ғалим. 1983—2000 йылдарҙа Өфө авиация институтының һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1981), профессор (1983). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991). Сығышы менән Үзбәк ССР-ынан.
- Халиуллин Юрий Михайлович (1943—1.07.2022), инженер-механик-ғалим, хәрби хеҙмәткәр, контр-адмирал. 1992—2000 йылдарҙа Ленинградтағы В. И. Ленин исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ инженерҙар училищеһы һәм Хәрби-диңгеҙ инженерҙары институты начальнигы; «Завод Кризо» йәмғиәтенең генераль директоры. Ҡырым Республикаһының 1-се саҡырылыш (1991—1994) Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002). 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» (1988) һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (1998) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаран районы Анисимова Поляна ауылынан.
- Шәрәфетдинов Дамир Иҙиәт улы (1943), агроном. 1973 йылдан Йәрмәкәй районы 8 Март исемендәге совхозының Яңы Шах бүлексәһе идарасыһы, 2003—2007 йылдарҙа «Яңы Шах» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың 8 Март исемендәге ауылынан.
- Садиҡов Нафиҡ Садиҡ улы (1948), слесарь. 1985—2007 йылдарҙа Салауат ТЭЦ-ы эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2003). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Йәнғол ауылынан.
- Шәһимәрҙәнова Рәйлә Миғман ҡыҙы (1948), педагог. 1974—2004 йылдарҙа Әбйәлил районы Әүнәш башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы һәм мөдире. Башҡортостан Республиканың мәғариф отличнигы (2005). Сығышы менән ошо райондың Тупаҡ ауылынан.
- Әхмәтов Морат Хөсәйен улы (1948—26.02.2006), композитор, музыкант. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1996). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан. Композитор Хөсәйен Әхмәтовтың улы.
- Фәйзуллин Айытбай Абдулхаҡ улы (1953), бейеүсе. 1975—1995 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының Әбделнасир ауылынан.
- Йыһангирова Лариса Николаевна (1963), педагог. 2013 йылдан Нефтекама ҡалаһы 4-се урта мәктәбе директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Рәсәй мәғариф өлкәһенең почётлы хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Поспелов Пётр Иванович (1924—11.12.2006), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, артиллерия полкы разведчигы, рядовой. Дан орденының тулы кавалеры.
- Ғайсин Миңлеғәли Зәйнулла улы (1949—2017), хеҙмәт алдынғыһы. 1970—2011 йылдарҙа Баймаҡ районының «Йылайыр» совхозы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1987), Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1976), Ленин (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Сосновка ауылынан.
тулы исемлек
- Әхмәтова Розалия Фәйзелғаян ҡыҙы (1949), хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. Рәсәй Федерацияһы Һаҡлыҡ банкыһы Ҡариҙел бүлексәһенең элекке идарасыһы, 1990—1995 йылдарҙа Ҡариҙел район Советы рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1999).
- Масленникова Татьяна Александровна (10.08.1964), сәнғәт белгесе, 1992 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 2000 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Сәнғәт ғилеме докторы (2011). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Рәүҙе ҡалаһынан.
- Ғилметдинов Динар Заһит улы (1969), Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе, полиция полковнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Мишкә районының почётлы гражданы (2015).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1810: Камилло Кавур, граф, Италия хөкүмәтенең беренсе етәксеһе.
- 1830: Окубо Тосимити, Япония сәйәсмәне.
тулы исемлек
- 1845: Абай Ҡонанбаев, Ҡаҙағстандың мәғрифәтсе-шағиры, ҡаҙаҡ классик әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы.
- 1860: Сергей Сазонов, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, 1910—1916 йылдарҙа сит ил эштәре министры.
- 1865: Александр Глазунов, Рәсәй империяһы һәм СССР композиторы, дирижёр һәм педагог, Республиканың халыҡ артисы (1922).
- 1874: Герберт Гувер, АҠШ-тың 31-се президенты.
- 1890: Серафима Бирман, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, театр режиссёры, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1946).
- 1900: Андрей Лобанов, СССР-ҙың театр режиссёры, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1947).
- 1905: Кларенс Джон Лафлин, АҠШ-тың сюрреалист фоторәссамы.
- 1935: Гия Канчели, СССР һәм Грузия композиторы, педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1988).
- 1940: Вениамин Смехов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, режиссёр, сценарист, әҙип.
- 1940: Бобби Хатфилд, АҠШ йырсыһы, «The Righteous Brothers» вокал дуэты ағзаһы.
- 1945: Александр Адабашьян, СССР һәм Рәсәй кинодраматургы, актёр, рәссам, кинорежиссёр һәм сценарист.
- 1950: Алексей Брунов, СССР һәм Рәсәй бард-йырсыһы.
- 1960: Антонио Бандерас, Испания һәм АҠШ актёры, кинорежиссёр, продюсер һәм йырсы.
- 1960: Мамука Кикалейшвили, СССР һәм Грузияның театр һәм кино актёры, кинорежиссёр.