Арыҫлан (лат. Panthera leo) — ҙур һөтимәр йыртҡыс төрө, пантералар төркөмөнөң ҙур бесәйҙәр ярым ғаиләһенә ҡарай. Арыҫландар башлыса Африкала йәшәй. Шулай уҡ боронғо арыҫландар Азияла көн итә. Юлбарыҫ менән бер рәттән әлеге көндә йәшәүсе иң ҙур бесәй булып тора, ҡайһы бер ата арыҫландарҙың ауырлығы 250 кг тәшкил итә.

Арыҫлан
Лев
Луисвилл зоопаргында арыҫлан
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Panthera leo Linnaeus, 1758

Бүлендек таксондар
]
Ареал
изображение
     Урта быуаттарҙа йәшәү ареалы      Хәҙерге ареал
Һаҡлау статусы
en:Vulnerable species
Юғалыуға бирешеүсе төр
IUCN 3.1 Vulnerable : 15951

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  183803
NCBI  9689
EOL  328672
Арыҫлан

Борон арыҫландарҙың таралыу өлкәһе күпкә киңерәк булған. Урта быуаттар башында арыҫлан Африканың бөтә территорияһында , Яҡын Көнсығышта, Иранда һәм хатта Европаның көньяғында ла осраған. Төньяҡ һәм Төньяҡ-Көнбайыш Һиндостанда ул ғәҙәти йыртҡыс булған. Әммә кешенең эҙәрлекләүе һәм йәшәү мөхите тарайыу арҡаһында хәҙер Африкала Сахаранан көньяҡҡараҡ ҡына һаҡланып ҡалған. Азияла бәләкәй генә популяция Һиндостандың Гуджарат штатындағы Гир урманында бар.