Маҡар районы

1930 йылдан 1963 йылға тиклем РСФСР-ҙың Башҡорт АССР-ы составындағы районы. 1963 йылдың 1 февралендә бөтөрөлә.

Маҡар районы — 1930 йылдан 1963 йылға тиклем РСФСР-ҙың Башҡорт АССР-ы составындағы район. 1963 йылдың 1 февралендә бөтөрөлә.

Маҡар районы
Маҡар районы
Нигеҙләү датаһы 1930
Дәүләт  СССР
Административ үҙәк Петровский
Административ-территориаль берәмек Башҡорт АССР-ы
Халыҡ һаны 39 400 кеше
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1963
Майҙан 3429 км²

Административ үҙәге — Петровский ауылы.

Маҡар районы БАССР‑ҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡта — Ғафури, төньяҡ‑көнсығышта — Белорет, көньяҡ‑көнсығышта — Бөрйән, көньяҡта — Мәләүез, көнбайышта Стәрлетамаҡ райондары менән сиктәш ята. 1930 йылдың 20 авгусында Стәрлетамаҡ кантонының улустарынан ойошторола. Тәүҙә ул Петровский районы тип атала. 1930—32 йылдарҙа территорияһының бер өлөшө Тор районына, 1937—40 йылдарҙа Ишембай районына ингән.

1963 йылдың 1 февралендә бөтөрөлә, территоряһы — Стәрлетамаҡ районы, ә 1965 йылдан Ишембай районы составына индерелә. Майҙаны — 3429 квадрат километр. Район үҙәге — Петровский ауылы. Районда 15 ауыл Советы, 102 ауыл тораҡ пункты була. Халҡы 39,4 мең кеше (1959), башҡорттар күпселекте тәшкил итә.

Иҡтисады

үҙгәртергә

Иҡтисади нигеҙен нефть сығарыу сәнәғәте, урман хужалығы, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы, сусҡа үрсетеүгә, иген культуралары һәм мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтереүгә махсуслашҡан ауыл хужалығы тәшкил итә. Умартасылыҡ, йәнлекселек, балыҡсылыҡ, ҡымыҙ эшләү үҫешкән була. 19 колхоз, урман хужалығы, МТС, Маҡар урман сәнәғәте комбинаты, ағас эшкәртеү комбинатыты, кирбес һәм дегет заводтары, 66 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 5 урта мәктәп, балалар баҡсаһы, балалар йорто, 5 дауахана, 4 амбулатория, 28 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, 60 клуб учреждениеһы, 33 ауыл китапханаһы эшләй. Башҡорт телендә “Алға” гәзите сыға, уның редакцияһы Петровский ауылында урынлаша. Ноғман Мусин, Ибраһим Ғиззәтуллин, Сулпан Иманғолов, Әмир Гәрәев һәм башҡа бик күп әҙиптәр тап ошо "Алға" гәзите редакцияһы булдырған әҙәби мөхит шарттарында яҙыусы, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре булып формалаша.

Күренекле кешеләре

үҙгәртергә

Тарихта эҙҙәре ҡалған шәхестәр

үҙгәртергә
  • Әхмәтзәки Вәлиди Туған (төр. Ahmed Zeki Velidi Togan, 10 декабрь 1890 — 26 июль 1970) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы, философия фәндәре докторы, профессор;
  • Аҙнай бей (XVI быуат) — Нуғай даруғаһы Юрматы ырыуы Аҙнай түбәһе башлығы, юрматыларҙың урыҫ дәүләте составына инеүен юллаусыларҙың береһе, староста;
  • Илсектимер (XVI быуат — Юрматы ырыуының Илсектимер түбәһе башлығы, юрматыларҙың урыҫ дәүләте составына инеүен юллаусыларҙың береһе;
  • Ишембай Аҡбирҙин (1771 − 1831) — Нуғай даруғаһы Юрматы волосы йөҙ башы, Ишембай ауылына (хәҙер Ишембай ҡалаһы) нигеҙ һала;
  • Ҡараһаҡал, Солтан-Гәрәй, Миндеғол Юлаев ((?-1749) — 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе, 1740 йылда хан тип иғлан ителә;
  • Ҡармыш, Ҡармыш баба (XVI быуат) — Юрматы ырыуының Ҡармыш түбәһе башлығы, юрматыларҙың урыҫ дәүләте составына инеүен юллаусыларҙың береһе;
  • Килмәк Нурышев (XVIII быуат) — Нуғай даруғаһының Юрматы волосында йәшәй, 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе, батыр, 1704 -1711 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашыусы;
  • Хажи Аҡҡусҡаров (XVII-XVIII) - Нуғай даруғаһы Юрматы волосы башҡорто, 1704-1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе, ихтилал барышында хан тип иғлан ителә, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ;

Советтар Союзы һәм Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, Дан орденының тулы кавалерҙары

үҙгәртергә

Дөйөм исемлек

үҙгәртергә
  • Ғиззәтуллин Ибраһим Ғәзизулла улы (1918—1992), яҙыусы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988);
  • Мусин Ноғман Сөләймән улы (17.06.1931, БАССР-ҙың Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуа) — совет башҡорт яҙыусыһы, писатель. Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2001 йыл). БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Республиканың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты (1991).
  • Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы (10.04.1938) — артист, педагог. 1975 йылдан 1993 йылға тиклем — нефтселәрҙең С. М. Киров исемендәге мәҙәниәт һарайының халык академия хоры етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Почёт грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәте өсөн» ҡаһарманлыҡ билдәһе менән бүләкләнгән. Ишембайҙың Почётлы гражданы (2008).
  • Ишембаева Хәжәр Сәғит ҡыҙы (1908—1991) — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1933), Колхозсыларҙың I Бөтә Союз съезы делегаты, Өфө ҡалаһы Киров районының I саҡырылыш район Советы депутаты (1936), Өфөнөң II саҡырылышы ҡала Советы депутаты (1939.)
  • Хәйбуллин Минеғәлим Хисам улы (12.02.1920) — 1965 йылдан 1976 йылға тиклем Ишембай районының «Коммунар», 1976 йылдан 1989 йылға тиклем — «Коммунизм» колхозы рәйесе. БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ленин ордены, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Почёт Билдәһе», «Халыҡтар дуҫлығы» ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Ишембайҙың Почётлы гражданы (2000).
  • Хәмиҙуллин Әҡсән Абдрахман улы (1928—2000) — нефтсе. «Ишембайнефть» НГДУ-һының скважиналарҙы капиталь һәм ер аҫты ремонты цехында 1952 йылдан 1985 йылға тиклем быраулаусы булып эшләй. СССР-ҙың Ленин, «Почёт Билдәһе» ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә.
  • Хисмәтуллин Хәҙәр Һаҡый улы (18.11.1930) — 1955 йылдан 1994 йылға тиклем «Ишимбайнефть» НГДУ-һының ремонт-механика цехында мастер, өлкән мастер булып эшләй. Йәштәрҙең кәңәшсе-тәрбиәсеһе, рационализатор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе. СССР-ҙың «Почёт Билдәһе» ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән. Ишембайҙың Почётлы гражданы (2000).
  • Шаһиев Марс Хызыр улы (5.10.1946) — хеҙмәт юлын «Ударник» колхозында өлкән ветврач булып башлай, артабан Ишембай район Советы рәйесе итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены, «Хеҙмәт айырымлығы өсөн» миҙалы, Башҡортостан Республикаһының Почёт рамотаһы менән бүләкләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң тыуған ауылы Кинйәбулаттың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уның ҡатнашлығында һәм спонсорлыҡ ярҙамы менән 2009 йылда Кинйәбулатта мәсет бинаһы төҙөлә.
  • Йомағужин Хәлил Моғаттар улы (15.04.1937—2012) — 1974 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем район Советы рәйесе урынбаҫары, мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләй. Ишембай районының һуғыш, хеҙмәт, Ҡороллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советына етәкселек итә[2][3]. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. РСФСР-ҙың халыҡ мәғрифәте отличнигы. СССР һәм Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмалары миҙалдары менән бүләкләнә. Бер нисә баҫманың штаттан тыш хәбәрсеһе була (Ссылка на статью(недоступная ссылка))[4].
  • Ишимбайская энциклопедия. (Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 656. 3000 экз.).
  • К. И. Мангушев, В. Н. Поляков, Ю. В, Уткин «Чудесный клад» (Москва, Советская Россия, 1985 г., стр. 144, 20 000 экз.).
  • Юсупов Ю. М., Исянгулов Ш. Н., Ярмуллин А. Ш. «Юрматы» (Уфа. ИК ВКБ, 2017, стр. 152, 500 экз.)
  • М. Якупов. «Сотник Ишимбай» (Уфа. ГУП ГРИ «Башкортостан», 2005,стр. 126, 400 экз.)
  • Ахметов, Н. Край свой прославили, Почёт заслужили: Почётные граждане Ишимбайского района: к 72-летию Ишимбая / Н. Ахметов // Восход.- 2012.- 10 февр.- С.3.
  • Резяпов, Н. На судьбу не жалуемся: Почётный гражданин города – В.К. Мулюков / Н. Резяпов // Восход.- 2012.- 3 февр.- С.3.
  • Яруллин, Р. Когда полны душа и дом: В.К. Мулюков – Почётный гражданин города / Р. Яруллин, Ф. Яруллина // Восход.- 2012.- 24 янв.- С.3.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Маҡар районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.