Поспелов Пётр Иванович
Поспелов Пётр Иванович (10 август 1924 йыл — 11 декабрь 2006 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, артиллерия полкы разведчигы, рядовой. Дан орденының тулы кавалеры.
Поспелов Пётр Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 10 август 1924 |
Тыуған урыны | Ләүәле, Мәсәғүт кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 11 декабрь 2006 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Златоуст, Силәбе өлкәһе, Рәсәй |
Һөнәр төрө | токарь, Һалдат, tool and die maker |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәПетр Иванович Поспелов 1924 йылдың 10 авгусында Мәсәғүт кантоны[1] Ләүәле ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Урыҫ. Атаһын иртә юғалтыу сәбәпле, колхозға эшкә сыға, ҡустылары менән бергә һыйыр көтә. Ауыл мәктәбенең 7 синыфын тамамлай. 1938 йылда Поспеловтар ғаиләһе Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһына күсә. Бында Пётр токарь һөнәрен үҙләштерә, Ленин исемендәге заводта токарь булып эшләй.
1942 йылдың ноябрендә Златоуст ҡалаһы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 539-сы гаубица артиллерия полкына ебәрелә, унда хәрби әҙерлек үтә һәм артиллерия разведчигы-күҙәтеүсеһе була.
Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1942 йылдың декабренән. Тәүге хәрби һынауҙы Орловщинала «Касторная» станцияһы өсөн һуғышта ала. Курск дуғаһында барған һуғышта ҡатнаша, Днепрҙы һуғышып аша сыға, Белоруссияны азат итә, Буг, Висла, Одра йылғаларын һуғышып аша сыға, ә һуғыштың аҙаҡҡы этабында ҡамауҙа һәм дошмандың Берлин төркөмөн юҡ итеүҙә ҡатнаша. Ике тапҡыр ҡаты яралана, әммә госпиталдә дауаланғандан һуң һәр саҡ үҙенең часенә хәрби стройға әйләнеп ҡайта.
1947 йылда старшина П. И. Поспелов демобилизациялана. Тәүҙә Златоуст станцияһында слесарь-вагонсы, шунан вагондарҙы ҡарап тикшереп тороусы булып эшләй. Башҡортостандың Учалы ҡалаһына күсеп килгәс, тимер-бетон изделиелар заводында слесарь-инструмент яһаусы булып эшләй.
1982 йылдан хаҡлы ялда, 2006 йылдың 11 декабрендә Учалыла вафат була[2].
Батырлығы
үҙгәртергә539-сы гаубица артиллерия полкы 32-се гаубица артиллерия бригадаһының разведчик-күҙәтеүсеһе (12-се артиллерия дивизияһы, Үҙәк фронт) ҡыҙылармеец Поспелов Петр 1943 йылдың 15 сентябрҙән алып 23 сентябргә тиклем осорҙа Белоруссияның Гомель өлкәһе Жиличи һәм Березовец ауылдары янында дошмандың ут нөктәләрен асыҡлай, күрһәтмәләрҙе полктың команда пунктына тапшыра һәм батареяларҙың утына төҙәтмәләр бирә. Һөҙөмтәлә унға яҡын дошман дзоты һәм егермегә яҡын пулемёт оялары сафтан сыға.
Немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн 12 артиллерия дивизияһының 1943 йылдың 17 ноябрендәге бойороғо буйынса (№ 029/н) ҡыҙылармеец Поспелов Петр Иванович 3-сө дәрәжә Дан ордены (№ 94057) менән бүләкләнә.
1944 йылдың 15 авгусында Польша ҡалаһы Пулаванан көнбайыштараҡ урынлашҡан Войшич тораҡ пункты янында 539-гаубица артиллерия полкы 32-се гаубица артиллерия бригадаһының разведчик-күҙәтеүсеһе ҡыҙылармеец. П. И. Поспелов ҡул аҫты саралары менән көслө дошман уты аҫтында Висла йылғаһы аша сыға һәм дошмандың ут нөктәләрен билдәләп ҡуя һәм координаталарҙы кисекмәҫтән полк штабына тапшыра. Алыш ваҡытында ҡыйыу яугир һөжүм итеүсе дошмандың тылында була, яралана, әммә бурысын үтәүҙе дауам итә.
Немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта 1-се Белоруссия фронтының ғәскәрҙәр буйынса 1944 йылдың 21 сентябрендәге бойороғо менән (№ 0278/н) командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн ҡыҙылармеец Поспелов Пётр Иванович 2-се дәрәжә Дан ордены (№ 252) менән бүләкләнә.
1945 йылдың 20 апрелендә Лебус ҡалаһынан (Германия) көнбайыштараҡ урынлашҡан Карциг ауыл янында Поспелов Петр йәшерен дошман тылына үтеп инә һәм танкыға ҡаршы граната менән дзотты шартлата һәм уның расчетын юҡ итә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн ҡыҙылармеец Поспелов Пётр Иванович, Дан орденының тулы кавалеры булып, 1-се дәрәжә (№ 181) Дан ордены менән бүләкләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары,
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
- 13 миҙал менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы
- ↑ Поспелов Пётр Иванович . «Герои страны» сайты.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Поспелов Пётр Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 август 2019)