Әхмәтйәнов Әхәт Әбделхаҡ улы

Әхмәтйәнов Әхәт Әбделхаҡ улы (10 август 1918 йыл3 август 1976 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар дивизияһының инструктор-снайперы, өлкән сержант. Барлығы 502 дошманды юҡ иткән (1944 йылдың 17 ғинуарына ҡарата).

Әхмәтйәнов Әхәт Әбделхаҡ улы
Тыуған ваҡыты

10 август 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Маҡар ауылы, Маҡар улусы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы йәғни Башҡортостан автономияһы[1]

Үлгән ваҡыты

3 август 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (57 йәш)

Вафат урыны

Маҡар ауылы, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

Пехота

Хәрби звание Өлкән сержант
Өлкән сержант
Өлкән сержант
Хәрби алыш/һуғыш

Совет-фин һуғышы Бөйөк Ватан һуғышы:

Наградалар һәм премиялар
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы

Миҙалдар

Биографияһы үҙгәртергә

Әхәт Әбделхаҡ улы Әхмәтйәнов 1918 йылдың 10 авгусында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Маҡар ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Әбделхаҡ Әхмәтйән улы Ҡарамышев (1878—?) Рус-япон һәм Беренсе донъя һуғыштары ветераны[2], 1937 йылда репрессияланған[3]. Милләте — башҡорт[4][5].

Маҡар урта мәктәбенең ете синыфын тамамлағас, 1935 йылда Бөрйән районының Әтек тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта. Сермән педагогия училищеһында белем ала. Ситтән тороп Одесса ҡалаһындағы химик технология университетында уҡый[2].

1938 йылдың 15 апреленән Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә башлай. 1939 йылдың 30 ноябренән 1940 йылдың 13 мартына тиклем совет-фин һуғышында ҡатнаша[4][5].

1941 йылдың 22 июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, июлдә 166-сы махсус уҡсылар батальоны составында хеҙмәт итә. 1941 йылдың 5 авгусында контузия ала, артабан 549-сы махсус уҡсылар батальоны составында хеҙмәт итә. 1942 йылдың 5 ғинуарында Калинин фронтында яралана[4][5]. 1942 йылдың авгусынан Ленинград фронтының Ораниенбаум плацдармында хеҙмәт итә башлай[6].

1942 йылдың 11 ноябрендә 83 дошманды юҡ иткәне һәм 25 снайпер әҙерләгәне өсөн 168-се уҡсылар дивизияһының 260-сы уҡсылар полкы өлкән сержант Әхмәтйәнов «Ҡыҙыл Йондоҙ» орденына лайыҡ була[4]. 1942 йылдан — ВКП (б) ағзаһы[5]. 1943 йылдың 5 июнендә «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[7]. 1943 йылдың 26 сентябрендә 359 дошманды юҡ иткәне һәм полкта 106 снайперҙы әҙерләгәне өсөн 168-се уҡсылар дивизияһының 260-сы уҡсылар полкы өлкән сержант Әхмәтйәнов II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була[5]. 1944 йылдың 17 ғинуарына ҡарата дошмандың барлығы 502 офицерын һәм һалдатын юҡ итә[8][9].

1944 йылдың 1 майында госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң, икенсе төркөм инвалиды бирелеп демобилизациялана. 1944 йылдың 1 июленән Маҡар урта мәктәбе директоры һәм шул уҡ ваҡытта Маҡар район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләй. 1947 йылдың 23 мартынан 1949 йылдың 5 июленә тиклем Маҡар районының Һайран һәм артабан бер йыл дауамында Аҙнай урта мәктәптәренең директоры була. 1950 йылдан Бишбүләк районының Яңы Бикташ мәктәбендә директор вазифаһын үтәй[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • 11.11.1942 — Ленинград фронты буйынса 02364/11 һанлы приказға ярашлы, 83 дошманды юҡ иткәне һәм 25 снайпер әҙерләгәне өсөн 168-се уҡсылар дивизияһының 260-сы уҡсылар полкы яугиры өлкән сержант Әхмәтйәнов Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[4];
  • 05.06.1943 — СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Ленинградты ҡаһармандарса обороналауҙа ҡатнашҡан өсөн «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[7];
  • 26.09.1943 — Ленинград фронты буйынса приказға ярашлы, 359 дошманды юҡ иткәне һәм полкта 106 снайперҙы әҙерләгәне өсөн 168-се уҡсылар дивизияһының 260-сы уҡсылар полкы яугиры өлкән сержант Әхмәтйәнов II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була[5].

Хәтер үҙгәртергә

  • 1983 йылда «Венок славы» антологияһының 3-сө томында Виталий Василевскийҙың «Удар в ночи» хикәйәһе сыға, бында 1942 йылда Ленинград тирәһендә һуғышҡан снайпер сержант Романцовтың батырлыҡтары һүрәтләнә. Уның прототибы Виталий Василевскийҙың полкташы, Ленинград фронтының иң яҡшы снайперҙарының береһе Әхәт Әхмәтйәнов була.
  • 2013 йылда Маҡар ауылында Әхәт Әхмәтйәнов йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйыла[10].
  • 2019 йылда Маҡар ауылында Әхәт Әхмәтйәнов һәйкәле асыла[11].

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ҡатыны Нажиә Ибраһимова менән бергә биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр[10].

Факттар үҙгәртергә

  • Әхәт Әхмәтйәнов өйрәткән снайперҙар Федосий Смолячковҡа — 126, Владимир Пчелинцевҡа 152 дошманды юҡ иткән өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[6].
  • Уның 200-ҙән ашыу өйрәнсек-снайперы барлығы 2300 дошманды юҡ иткән[2][10].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Вәхитов Ф. Снайпер // Ағиҙел : журнал. — 2013. — № 5.
  3. Карамышев Абдулхак Ахмедьянович// Книга памяти Республики Башкортостан. Жертвы политического террора в СССР. Дата обращения: 27 октябрь 2015.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Наградной лист к ордену «Красная Звезда» «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 75, л. 179)
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Наградной лист к ордену «Отечественной войны II степени» «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1144, л. 38)
  6. 6,0 6,1 Арғынбаев К. Ғәҙеллек тантана итергә тейеш // Башҡортостан : гәзит. — 2014.
  7. 7,0 7,1 Акт к награждению медалью «За оборону Ленинграда» «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 6749, оп. 95427, д. 2)
  8. Ахат Ахметьянов истребил 502 немца // Красная Звезда : газета. — 1944. — № 15.
  9. Лебедев А. Советский снайперский террор против Вермахта // Военное обозрение. — 2012.
  10. 10,0 10,1 10,2 Юлтимирова А. А. «Счёт мести» Ахметьянова // Вечерний Петербург : газета. — 2014. — № 13 (25041). — С. 4.
  11. Нормундс Калькис. В Ишимбайском районе открыли памятник легендарному снайперу Ахату Ахметьянову. Филиал ФГУП ВГТРК ГТРК «Башкортостан» (8 май 2019). Дата обращения: 12 май 2019. 2019 йыл 13 май архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Документтар үҙгәртергә