Абай Ҡонанбаев
Абай (Ибраһим) Ҡонанбаев (ҡаҙ. Абай Құнанбайұлы , 1845—1904) — ҡаҙаҡ шағиры, философ, композитор, мәғрифәтсе, аҡыл эйәһе[4], йәмәғәт эшмәкәре, ҡаҙаҡ яҙма әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе классигы, мәҙәниәтте мәғрифәтле либераль ислам нигеҙендә рус һәм Европа мәҙәниәтенә яҡынайтыу рухында реформалаусы.
Абай Ҡонанбаев | |
ҡаҙ. Абай Құнанбайұлы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө |
23 июнь (6 июль) 1904[1] (58 йәш) или 6 июль 1904[3][2] (58 йәш) |
Ил | |
Атаһы |
Кунанбай Ускенбаев |
Әсәһе |
Улжан Ҡонанбаева |
Тормош иптәше | |
Абай Ҡонанбаев Викимилектә | |
Ысын исеме — Ибраһим, өләсәһе Зере биргән Абай (ҡаҙ. Абай «иғтибарлы», «һаҡ») ҡушаматы ғүмерлеккә йәбешеп ҡала. Абайҙың туғаны — Шәкәрим Кудайбердиев шулай уҡ билдәле ҡаҙаҡ шағиры.
Биографияһы
үҙгәртергәАбай Ҡонанбай улы Рәсәй империяһының Көнбайыш-Себер генерал-губернаторлығындағы Семипалатинск өйәҙенең (1845 йылдан — Семипалатинск өлкәһе, хәҙерге административ бүленеш буйынса Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһенең Абай районы) Сыңғыҙ тауҙары араһында көн күргән Арғын ҡәбиләһе Тубыҡты ырыуының байы Ҡонанбай Оскенбаев (Ускенбаев) ғаиләһендә 1845 йылда тыуған. Абай ғаиләһе урындағы билдәле зат була: олатаһы (Оскенбай) һәм ҡарт олатаһы (Ырғыҙбай) үҙ ырыуҙары менән юлбашсы һәм бей сифатында идара итә.
Бала саҡта өйгә мулла саҡыртып уҡытыу Семипалатинскиҙа Әхмәт-Риза мулланың мәҙрәсәһендә дауам ителә, унда ғәрәп, фарсы һәм башҡа көнсығыш телдәре өйрәтелә. Абай бер үк ваҡытта рус мәктәбенә лә йөрөй. Биш йыл уҡығандан һуң шиғырҙар яҙа башлай, тәүге осорҙа уларҙың авторы итеп үҙенең дуҫы Кокпай Джантасовты күрһәтә. 13 йәшлек Абайҙы атаһы ырыу башлығы эшмәкәрлегенә өйрәтә башлай. 28 йәшендә ул был эштән ситләшеп, үҙен тулыһынса белем алыуға бағышлай. 40 йәшендә генә үҙенең тәүге өлгөрөп еткән шиғырҙарын ижад итә. Сәйәси һөргөнгә ебәрелгән Е. П. Михаэлис, Н. Долгополов, С. Гросс менән аралашыу Абай өсөн әһәмиәтле ваҡиға була.
Абайҙың донъяға ҡарашын формалаштырыуҙа Көнсығыштың гуманистик идеяларға тоғро шағирҙары (Фирҙәүси, Алишер Навои, Низами, Физули, Ибн Сина һәм башҡалар), шулай уҡ рус классиктары әҫәрҙәре, улар аша Европа әҙәбиәте йоғонто яһай. Ул Крыловты, Лермонтовты, Пушкинды, Гётене һәм Байронды тәржемә итә.
Халыҡ йырына әүерелгән «Қараңғы түнде тау қалғып» («Горы дремлют в тёмной ночи») шиғырының тарихы ҡыҙыҡлы. Гёте яҙған «Wanderers Nachtlied» («Ночная песнь странника»), Лермонтов рус теленә «Горные вершины спят во тьме ночной…» тип тәржемә итһә, тағы ярты быуаттан һуң Абай Ҡонанбаев уның йөкмәткеһен ҡазаҡ телендә яңғырата.
Абай Кунанбаев ҡаҙаҡтар араһында рус һәм Европа мәҙәниәтен таратыуға булышлыҡ итә. Һуңынан уның өлгөһөнә Турар Рыҫкулов эйәрә.
Күпмелер ваҡыт Абай волость идарасыһы була. Совет әҙәбиәтселәре раҫлауынса, Абай ауылының ҡайһы бер ғәҙәттәренән әсе көлгән, « ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡол хәленә», совет биографияһында яҙылғанса, «социаль яуызлыҡҡа һәм әҙәпһеҙлеккә» ҡаршы сыҡҡан. Совет әҙәби сығанаҡтары был фразаны ҡабатлап, ҡайһы саҡта ссылается уны раҫлау өсөн «Наконец, волостным я стал…» (1889), «Управитель начальству рад…» (1889) и «Кулембаю» (1888) шиғырҙарына һылтана. Абай Ҡонанбаев ҡаҙаҡ шиғриәтендә новатор була, уның йыл миҙгелдәренә арнап яҙылған: «Яҙ» (1890), «Йәй» (1886), «Көҙ» (1889), «Ҡыш» (1888) шиғырҙары, шиғриәттең тәғәйенләнеше тураһындағы шиғырҙары (яҡшыға өйрәтергә һәм яманды ғәйепләргә) быны раҫлай. «Мәсғуд» (1887) һәм «Сказание об Азиме» поэмаларының сюжеттары көнсығыш классик әҙәбиәте мотивтарына нигеҙләнә. «Искәндәр» поэмаһында Аристотель йөҙөндә аҡыл һәм Искәндәр Зөлҡәрнәй (Александр Македонский) йөҙөндә яулаусы тәкәбберлеге ҡапма-ҡаршы ҡуйыла.
Ҡаҙаҡ әҙәбиәте тарихында Абай ҡаҙаҡ шиғриәтен яңы дәүмәл һәм рифма менән байытып, лайыҡлы урын биләй. Ул яңы һигеҙъюллыҡ, алтыъюллыҡ һ.б. шиғри формалар индерә.
Абай яҡынса 170 шиғыр яҙа һәм 56 тәржемә эшләй, «Слова назидания» («Қара сөздер») поэмаһын ижад итә.
Абай шулай уҡ талантлы һәм ғәҙенсәлекле композитор була. Ул ике тиҫтә самаһы көй сығара, улар беҙҙең көндәрҙә лә популыр. Ҡайһы бер шиғырҙарына үҙе көй яҙа, ә уның «Көзімнің қарасы»[5] («Ты зрачок глаз моих», Мария Петровых тәржемәһе) шиғырына яҙған йыры халыҡ йырына әүерелә.
Ты зрачок глаз моих
Ты — зрачок глаз моих,
Пламень душ золотых.
Сердцу мук не избыть
Столь глубок шрам от них.
И мудрец весь седой,
Покачав головой,
Скажет: «Нет, средь живых
Не встречал я такой!»
Весь в слезах я брожу
И тоской исхожу,
Жемчуг слов дорогих
Для тебя нахожу.
Не страшись, что в тиши
Говорю от души,
Иль самой невдомёк!
Дивный день предреши…
Көзімнің қарасы,
Көңілімнің санасы,
Бітпейді ішімде,
Ғашықтың жарасы.Қазақтың данасы,
Жасы үлкен ағасы.
Бар демес сендей бір
Адамның баласы.Жылайын, жырлайын,
Ағызып көз майын.
Айтуға келгенде,
Қалқама сөз дайын.Жүректен қозғайын,
Әдептен озбайын.
Өзі де білмей ме,
Көп сөйлеп созбайын.Тереңдеп қарайсың,
Телміріп тұрмайсың.
Бихабар жүргенсіп,
Бек қатты сынайсың.Сан кісі мұңайсын,
Сабырмен шыдайсың.
Күйемін, жанамын,
Еш рахым қылмайсың.Ақылсыз би болмас,
Сәулесіз үй болмас.
Жүректе оты жоқ,
Адамда ми болмас.Шын ғашық сый болмас,
Сый болса, сыр болмас.
Арызымды айтайын,
Құй болар, құй болмас.Кең маңдай, қолаң шаш,
Я бір кез, я құлаш.
Ақ тамақ, қызыл жүз,
Қарағым, бетіңді аш!Қара көз, имек қас,
Қараса жан тоймас.
Аузың бал, қызыл гүл,
Ақ тісің кір шалмас.Қыр мұрын, қыпша бел,
Солқылдар соқса жел.
Ақ етің үлбіреп,
Өзгеше біткен гүл.Қарағым, бермен кел,
Бізге де көңілің бөл,
Қалқамның нұсқасын,
Көр, көзім, бір кенел.—
Абай Ҡонанбаев XIX быуат һуңында − XX быуат башында тыуып килгән ҡаҙаҡ милли интеллигенцияһына ла ҙур йоғонто яһай. Алаш-Орда хәрәкәте етәкселәре Абайҙы үҙҙәренең рухи етәксеһе итеп ҡабул итә. Әлихан Букейханов Абайҙың беренсе биографы була. Уның «Абай (Ибраһим) Ҡонанбаев» — мәҡәләһе 1905 йылда «Семипалатинск листок» гәзитендә ҡаҙаҡ халыҡ шағирына некролог итеп баҫтырыла.
1914 йылда тюрколог В. В. Гордлевский ҡаҙаҡ әҙәбиәтенең билдәле вәкилдәре сифатында Абай Ҡонанбаев менән Миржакип Дулатовты һайлай һәм уларҙың мәҡәләләре билдәле көнсығыш белгесе, академик Н. И. Веселовскийҙың 70 йәшенә арнап сығарылған "Восточный сборник"та баҫтырыу өсөн һайлап ала.
Ҡарһүҙ
үҙгәртергәАбайҙың билдәле әҫәре булып «Қара сөз» («Ҡарыһүҙ», «Ҡарһүҙ») прозаик поэмаһы тора. Ул үҙ эсенә 45 ҡыҫҡа ҡарһүҙҙе һәм философик трактатты ала. Был ҡарһүҙҙәрҙә этник ҡаҙаҡтарҙың тарихы, педагогикаһы, әхлағы һәм хоҡуҡтары проблемалары күтәрелә. Был әҫәрҙе ул оло йәштә, еңел-елпелек үтеп, аҡыл тупланғас ижад итә. Уны тәржемә итергә тырышыусылар бик аҙ, сөнки ул шиғри ғына түгел, философик фекерләүҙе лә талап итә. 1945 йылда, Абайҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата «Художественная литература» нәшриәтендә уның әҫәрҙәренең рус теленә тәржемәһе донъя күрә, уға Виктор Шкловский тәржемәһендә «Ҡарһүҙ»[6] ҙә инә. Һуңғараҡ был тәржемә 1954 һәм 1979 йылдарҙа донъя күрә. Шулай уҡ ҡаҙаҡ яҙыусыһы Сатимжан Санбаевтың «Ҡарһүҙ» (1970) һәм яҙыусы Ролан Сейсенбаевтың «Һүҙҙәр китабы» (1992—1993)[7] тигән тәржемәләре сыға.
Әҫәрҙәре (төп әҫәрҙәре)
үҙгәртергә- Первый сборник «Стихи казахского поэта Ибрагима Кунанбаева» (под ред. Какитая Искакова) — Санкт-Петербург, 1909; Казань, 1922; Ташкент, 1922.
- «Абай Кунанбайұлы толық жинақ» (полное собрание стихов под ред. М. Ауэзова), Кызыл-Орда, 1933.
- Кунанбаев А. Лирика и поэмы / Под ред. Соболева, предисл. М. Ауэзова, Москва, Гослитиздат, 1940.
- Абай Кунанбаев. Избранное. Пер. с каз. под ред. Л. Соболева. Алма-Ата, Худ. лит., 1945.
- Абай Кунанбаев. Собрание сочинений (в одном томе), Москва, 1954.
- Құнанбаев А. Шығармаларының толық жинағы (екі томдық) — Алматы, 1954 (преизд. 1968, 1986, 2002).
- Абай. «Слова назидания» (Кара соз). (Пер. с каз. С. Санбаева), Алматы, Жалын, 1979, 1982.
- Абай. «Книга слов» (на китайском языке), Пекин, 1995.
- Құнанбаев А. «Книга слов» (Қара сөз). (Пер. с каз. Р. Сейсенбаева), Семипалатинск, 2001.
- «Двадцать стихотворений Абая» (все известные их переводы, сост. и пер. М. Адибаев), Алматы, 2005.
- Абай Кунанбаев. Избранное (серия «Мудрость веков»), Москва, Русский раритет, 2006.
- Abai. Zwanzig Gedichte («Двадцать стихотворений» под ред. Г. Бельгера), Koln, Onelverlag, 2007.
Әҙәбиәт (иртә баҫмалары)
үҙгәртергә- Рамазанов Нух Абай Ҡонанбаев (1841—1904) : биография. Китап: Восточный сборник в честь А. Н. Веселовского. — М. — 1914. — С. 224—230.
- Саади А. ["Ак-Юл"да мәҡәлә (ҡаҙаҡ телендә)]. Ташкент, 1923. № 355, 356, 359, 363, 369, 372.
- Ҡабулов Ильяс. ["Советская степь" гәзитендә мәҡәлә], Ҡыҙыл-Орда, 1928. № 174.
- Мустамбаев, ["Советская степь" гәзитендә мәҡәлә], Ҡыҙыл-Орда, 1928. № 191.
- Аршаруни Аршалуис Михайлович, Милли әҙәбиәт тураһында мәҡәләләр. — «Новый Восток». — № 23—24.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- Абай Ҡонанбаевтың әҫәрҙәре 32 телгә тәржемә ителгән. Әлеге ваҡытта уның 16 телдә сыҡҡан китаптары исемлеге [8] билдәле. Ирекмәндәр артабан эҙләнеү эштәрен дауам итеп, китаптарҙың бөтөн телдәрҙәге тәржемәһен дә табырға ниәтләй.
- Ҡаҙаҡ әҙәбиәте үҫешендә ижады ҙур урын биләгән Мөхтәр Әүәзовҡа (1897–1961) 1959 йылда «Абай юлы» роман-эпопеяһы өсөн Ленин премияһы [9] бирелә.
Хәтер
үҙгәртергәФилателия
үҙгәртергәҠаҙаҡ шағиры иҫтәлегенә СССР-ҙа, Ҡаҙағстанда һәм башҡа илдәрҙә сығарылған почта маркалары һәм башҡа филателия материалдары:
-
Почта маркаһы, СССР, «Тыуған илебеҙ яҙыусылары» серияһынан, А. Ҡонанбаеҡа бағышлана, 1965, 4 тин (ЦФА 3220, Скотт 3059)
Бонистика
үҙгәртергә1993 йылда Абайҙың рәсеме Ҡаҙағстан Республикаһы Милли банкының 20 тенгелек банкнотаһына һүрәтләнә.
Музейҙар
үҙгәртергә- Семейҙа Абайға республика әҙәби-мемориаль йорт-музей асылған.
- Лондонда, яҙыусы Ролана Сейсембаев инициативаһы менән Абай йорто асылған.
Абай тураһында хәтер
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Абай (журнал)
- Абайҙы өйрәнеү
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 АБАЙ КУНАНБАЕВ // Большая российская энциклопедия (урыҫ) — М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Педагоги и психологи мира (урыҫ) — 2012.
- ↑ 3,0 3,1 Abaj Kunanbajev // http://www.enciklopedija.hr/Natuknica.aspx?ID=31
- ↑ Большая советская энциклопедия. — 2-е изд. — М.: Большая советская энциклопедия, 1949. — Т. 1.
- ↑ KazTube — KazTube.kz — Кенжеғали Мыржықбай - көзімнің қарасы(недоступная ссылка)
- ↑ Кунанбаев А. Избранное. Под ред. Л. Соболева. М.: Государственное издательство художественной литературы, 1945.
- ↑ Абай на языке Шиллера и Гете 2011 йыл 3 ноябрь архивланған.
- ↑ http://abay-today.tk/2015/10/06/абай-шагает-по-планете/(недоступная ссылка)
- ↑ https://ru.wikipedia.org/wiki/Лауреаты_Ленинской_премии#.D0.92_.D0.BE.D0.B1.D0.BB.D0.B0.D1.81.D1.82.D0.B8_.D0.BB.D0.B8.D1.82.D0.B5.D1.80.D0.B0.D1.82.D1.83.D1.80.D1.8B.2C_.D0.B8.D1.81.D0.BA.D1.83.D1.81.D1.81.D1.82.D0.B2.D0.B0_.D0.B8_.D0.B0.D1.80.D1.85.D0.B8.D1.82.D0.B5.D0.BA.D1.82.D1.83.D1.80.D1.8B
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Орынбеков М. С. Философские воззрения Абая. — Алма-Аты: Білім, 1995. — 136 с.
- Абай энциклопедиясы.. — Алматы, 1995.
Сығанаҡтар
үҙгәртергәАбай Ҡонанбаев Викиөҙөмтәлә | |
Абай Ҡонанбаев Викимилектә | |
Абай Ҡонанбаев Викияңылыҡтарҙа |
Абай Ҡонанбаев Викимилектә | |
Абай Ҡонанбаев Викияңылыҡтарҙа |
- Абай Ҡонанбаев «Rodovid» ағасында. Ата-бабалар һәм ейәндәр шәжәрәһе
- песни Абая «Көзімнің қарасы»
- песни Абая «Айттым сәлем, Қаламқас»
- Экзистенциальный характер религиозных воззрений Л. Н. Толстого и Абая Кунанбаева 2014 йыл 27 июль архивланған.
- Абай Кунанбаев на biografia.kz(недоступная ссылка)
- Стихи Абая 2007 йыл 2 декабрь архивланған.
- Абай… Кто он для казахов?
- Абай Кунанбаев. Биография, память, стихи (на русском языке) — статья в литературном журнале 2014 йыл 8 май архивланған.
- Б. Канапьянов: «Абай и А. С. Пушкин» 2007 йыл 28 апрель архивланған.
- Г. Бельгер: «Восхождение к Абаю» 2008 йыл 2 октябрь архивланған.
- «Слова Назидания» («Книга слов»). Ориг. назв. «Қара сөз» — досл. «Черное слово» 2012 йыл 27 декабрь архивланған.
- Тюгашев Е. А. Этнофилософия Абая: социально-философский контекст интерпретации 2016 йыл 4 март архивланған.
- Произведения Абая Кунанбаева на Lit.kz 2010 йыл 14 октябрь архивланған.
- Проблема веры в философии Абая 2014 йыл 27 июль архивланған.
- Творчество Абая Кунанбаева 2019 йыл 18 май архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- песни Абая «Көзімнің қарасы»
- песни Абая «Айттым сәлем, Қаламқас»
- Экзистенциальный характер религиозных воззрений Л. Н. Толстого и Абая Кунанбаева 2014 йыл 27 июль архивланған.
- Абай Кунанбаев на biografia.kz(недоступная ссылка)
- Стихи Абая 2007 йыл 2 декабрь архивланған.
- Абай… Кто он для казахов?
- Абай Кунанбаев. Биография, память, стихи (на русском языке) — статья в литературном журнале 2014 йыл 8 май архивланған.
- Б. Канапьянов: «Абай и А. С. Пушкин» 2007 йыл 28 апрель архивланған.
- Г. Бельгер: «Восхождение к Абаю» 2008 йыл 2 октябрь архивланған.
- «Слова Назидания» («Книга слов»). Ориг. назв. «Қара сөз» — досл. «Черное слово» 2012 йыл 27 декабрь архивланған.
- Тюгашев Е. А. Этнофилософия Абая: социально-философский контекст интерпретации 2016 йыл 4 март архивланған.
- Произведения Абая Кунанбаева на Lit.kz 2010 йыл 14 октябрь архивланған.
- Проблема веры в философии Абая 2014 йыл 27 июль архивланған.
- Творчество Абая Кунанбаева 2019 йыл 18 май архивланған.
Статья основана на материалах Литературной энциклопедии 1929—1939.