Әбделмәмбәт (Бөрйән районы)

Әбделмәмбәт (рус. Абдулмамбетово) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл

Әбделмәмбәт
Әбделмәмбәт
Рәсми атамаһы Әбделмәмбәт
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәге Ҡыпсаҡ ауыл советы[1]
Административ-территориаль берәмек Ҡыпсаҡ ауыл советы[1]
Халыҡ һаны 629 кеше (2010)[2]
Сәғәт бүлкәте UTC+5:00[d]
Почта индексы 453610

ТарихыҮҙгәртергә

Әбделмәмбәт ауылы халыҡ телендә Ҡыпсаҡ тип йөрөтөлә. Сөнки был ерҙәрҙә борон Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары йәшәгән.

Ауылға 1775-1811-се йылдарҙа ( XVIII быуат башында ) нигеҙ һалына.

Барлыҡҡа килеүе

Ибраһимғужа тигән бабабыҙҙың Игелек исемле ейәне була ( Ибраһимдың өс улының береһе ). Ул тәү башлап, хәҙерге ауылдың осонда урынлашҡан, ерлектә Иҫке Ыҙма тип йөрөтөлгән, ергә килеп ултыра. Әммә унда көнитмеш киреләнеберәк тора башлағас (һайланған урын йәшәү өсөн ҡулайһыҙыраҡ булып сыға), аҡһаҡалдарҙың һүҙен тыңлап, ЕТЕ ЙЫЛҒА ҡушылып аҡҡан ергә килеп ултыралар. Игелек Бәләкәй йылға менән Оло йылға араларына нигеҙ һала. Шуға ауылды Игелек тип тә йөрөткәндәр.

Игелектең улы Килдеғол һуңғараҡ ауылдан 10 км көнсығышта урынлашҡан Килдеғол ауылына нигеҙ һала. Яуымбай ҙа беҙҙең ауыл кешеләре тарафынан башланған.

Халыҡ һаныҮҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 629 328 301 52,1 47,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыныҮҙгәртергә

Почта индексы — 453583, ОКАТО коды — 80201840002.

Билдәле шәхестәрҮҙгәртергә

  • Заһитов Йәүҙәт Ғаяз улы (10.08.1978), отставкалағы эске хеҙмәт капитаны, «Рәсәй Федерацияһы Яза башҡарыу хеҙмәтенең иң яҡшы хеҙмәткәре» почётлы билдә эйәһе. Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет өлгөлө автомәктәбе начальнигы урынбаҫары.
 
«Тимербатыр» робот техникаһы түңәрәге

ФоторәсемдәрҮҙгәртергә

СығанаҡтарҮҙгәртергә

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә