Алтай крайы
Алта́й крайы — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Себер федераль округы составына керә. 1937 йылдың 28 сентябрендә ойошторолған. Административ үҙәге — Барнаул ҡалаһы.
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Алтай крайы Край
| |||||
| |||||
Административ үҙәк |
Барнаул | ||||
22-й | |||||
- Барлығы |
167 996 км² | ||||
- Барлығы |
↘2 376 774[1] (2016) 14.15 чел./км² | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
299,7[2] млрд. һум (2010) 107,4 мең һум | ||||
Себер | |||||
Губернатор |
Карлин Александр Богданович | ||||
22 | |||||
RU-ALT | |||||
KRAT[d] |
Физик-географик характеристика
үҙгәртергәАлтай крайы Көнбайыш Себерҙең көньяҡ-көнсығышында 50 — 55 градус төньяҡ киңлек һәм 77 — 87 көнсығыш оҙонлоҡта урынлашҡан. Көнбайыштан көнсығышҡа оҙонлоғо 600 км, төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо 400 км самаһы. Барнаулдан Мәскәүгә тиклем тураға 2940 км, автомобиль юлы буйлап 3400 км.
Көньяҡтан һәм көнсығыштан Ҡаҙағстандың Павлодар һәм Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәләре менән сиктәш. Төньяҡтан Новосибирск, Кемерово өлкәләре һәм Алтай Республикаһы менән сиктәш.
Сәғәт бүлкәте
үҙгәртергәАлтай крайы Омск ваҡыты сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытынан +6:00 сәғәткә алдараҡ. Мәскәү ваҡытынан 3 сәғәткә алдараҡ һәм MSK+3 тип билдәләнә.
Рельеф
үҙгәртергәКрай биләмәһе ике физик илгә ҡарай — Көнбайыш-Себер тигеҙлеге һәм Алтай-Саяндар. Крайҙа Рәсәйҙә булған бөтә тәбиғәт зоналары бар — дала һәм урман дала, тайга һәм тауҙар.
Климат
үҙгәртергәАлтай крайының климаты бер төрлө генә түгел, был тәбиғәт шарттарының күплеге менән бәйле. Тау яны һәм Объ буйында Атлантика, Арктика, Көнсығыш Себерҙән һәм Урта Азиянан килеүсе үҙгәреүсән һауа массалары йоғонтоһонда континенталға күсеүсе уртаса климат. Һауа температураһының йыллыҡ амплитудаһы 90—95 °C. Уртаса йыллыҡ температура 0,5—2,1 °С, июль айында уртаса йыллыҡ температура +26…+28 °C, экстремаль температура +40…+42 °C. Уртаса минималь температура −20… −24 °C, абсолют ҡышҡы минимум −50… −55 °C. Туң осор 120 көн дауам итә[5][6]. Крайҙың көнбайыш өлөшө ҡоро һәм эҫе тип тасуирлана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год . Дата обращения: 27 март 2016. Архивировано 27 март 2016 года.
- ↑ Валовой региональный продукт по субъектам Российской Федерации в 1998-2010гг. (xls). Росстат.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Мурзаев Э. М. Словарь народных географических терминов. 1-е изд. — М., Мысль, 1984.
- Мурзаев Э. М. Тюркские географические названия. — М., Вост. лит., 1996.