Ахунов Фәтхелбаян Ғаян улы
Ахунов Фәтхелбаян Ғаян улы (10 август 1938 йыл — 2 декабрь 2019 йыл) — инженер-нефтсе, профсоюз органдары эшмәкәре. 1977—1990 йылдарҙа Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (1998), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1981) ордендары кавалеры.
Ахунов Фәтхелбаян Ғаян улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 август 1938 |
Тыуған урыны | Ҡарткиҫәк, Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2 декабрь 2019 (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | профсоюз эшмәкәре |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМәктәп йылдары
үҙгәртергәФәтхелбаян Ғаян улы Ахунов 1938 йылдың 10 авгусында Башҡорт АССР-ының Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылында тыуа.
1945 йылдың көҙөндә Ҡарткиҫәк башланғыс мәктәбенә уҡырға бара. 1957 йылда ете класс тамамлай.
1952—1955 йылдарҙа уҡыуын Урмияҙ урта дөйөм белем биреү мәктәбендә дауам итә.
Хеҙмәт юлының башы. Белем үрҙәрен яулау.
үҙгәртергәУрта мәктәпте тамамлау менән, райондың социаль тәьминәт бүлегенә өлкән иҫәпсе итеп эшкә саҡыралар. Был вазифала 1955—1956 йылдарҙа эшләй.
1956 йылда Свердловск ҡалаһына барып, 1-се техник училищеһына уҡырға инә. Училищены тамамлап, ҡулына диплом алғандан һуң,
1956—1957 йылдарҙа Свердловск өлкәһендәге Түбән-Туринск гидроэлектростанцияһында слесарь-техник булып эшләй.
1957—1960 Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1960—1965 йылдарҙа Свердловск тау институтында уҡый.
Хеҙмәт юлы
үҙгәртергә1965—1969 йылдарҙа — нефть сығарыу мастеры, «Ишембайнефть» НГДУ-һының нефть һәм газ сығарыу участкаһында етәксе булып эшләй.
1969—1977 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының профсоюз комитеты рәйесе урынбаҫары, рәйесе.
1977—1990 йылдарҙа Нефть һәм газ сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе.
1978—1990 йылдарҙа Пленум ағзаһы, нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Үҙәк Комитетының Президиум ағзаһы.
1990—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар Федерацияһы Советы рәйесе урынбаҫары.
1994 — 1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Социаль страховкалау фонды рәйесенең беренсе урынбаҫары булып эшләй, республиканың санаторий һәм ял йорттары менән етәкселек итә.
2002—2003 йылдарҙа эксперименталь-механик заводы директоры.
2004 йылдан Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы транспорт энергоресурстары проблемалары институтында төп эксперт. Ошо осорҙа ул нефть промыслалары социаль объекттарын төҙөкләндереүҙә, үҫтереүҙә һәм уларҙың экологик һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә актив ҡатнаша. Нефтселәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса ла бик күп эштәр башҡара. Фәтхелбаян Ахунов әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөгөлләнергә лә ваҡыт таба. Ул бик күп йылдар Ишембай ҡала Советына депутат булып һәм тағы ла СССР-ҙың XVI һәм XVII профсоюздар съездына делегат булып һайлана. Ә ғүмеренең һуңғы йылдарында «Башнефть» берекмәһенең ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡара.
Ахунов Фәтхелбаян Ғаян улы 2019 йылдың 2 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Ғаилә хәле
үҙгәртергәАтаһы Ахунов Ғаян Ахун улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауылда вазифалы эштәрҙә эшләй: уҡытыусы, хиҫапсы, агроном, ауыл Советы рәйесе, ферма мөдире, һатыусы, почтальон; ауыл Советы депутаты булып та һайлана. Әсәһе Зәйтүнә Әбрар ҡыҙы. Ғаиләлә 7 бала үҫәләр. Хеҙмәтендә абруй ҡаҙанған ир азаматы — өйҙә өлгөлө ғаилә башлығы. Улар тормош иптәше Дания Йәрхәм ҡыҙы менән өс балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына сығарған. Ейәндәре Данис, Арыҫлан, Әмир, ейәнсәрҙәре Вероника, Далия, бүләсәрҙәре Данияр үҫеп килә. Фәтхелбаян Ғаян улының балалары ла уның юлынан киткән: оло ҡыҙы Алисия Социаль страховкалау фондында баш белгес, икенсе ҡыҙы Дилара һәм улы Азамат «Башнефть» берекмәһендә инженер булып эшләй.
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергәФәтхелбаян Ахунов ҡайҙа ғына эшләһә лә, ниндәй генә вазифа башҡарһа ла эшен еренә еткереп, намыҫ менән атҡара торған кеше. Тырыш, фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн ул «СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы» (1988), «Башҡортостан Республиҡаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре» (1998) исемдәренә лайыҡ була.
Бүләктәре
үҙгәртергә- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы [(1974);
- «Почёт Билдәһе» ордены (1981);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986);
- Бихисап грамоталар, рәхмәт хаттары.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Сыртланов А. Ш., Сафонов Е. Н., Галлямов М. Н., Ризванов Н. М., Баймухаметов К. С., Насибуллина Л. У. Башкирских нефтяников славные имена.. — УФА: РИЦ АНК “Башнефть”, 1997. — 59-60 с.
- Кочергин Н. Ваш собеседник. — УФА, 1991. — 2-11 с.
- Татьяна Круглова. Мы привыкли слышать "да". — Республика Башкортостан: Республиканская общественно-политическая газета, 2016.
- Островский В. Школа ишимбайского промысла.. — Восход: Ишимбайская общественно-политическая газета, 2008.