Сосновка (Баймаҡ районы)
Сосновка (рус. Сосновка) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 539 кеше[3]. Почта индексы — 453654, ОКАТО коды — 80206813006.
Сосновка | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Йылайыр ауыл советы һәм Баймаҡ районы |
Халыҡ һаны |
530 кеше (2002)[1], 539 кеше (2009)[1], 407 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453654 |
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәЫрымбур өлкәһенең Кваркен районы Сосновка ауылы йылъяҙмаһынан Сосновка йылғаһының башҡортса атамаһы Ҡарағайлы үҙәк булыуы билдәле. «Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Түңгәүер улусының аҫаба башҡорттарының улустың Савельевка, Әҙеһәмов, Алексеевка, Сосновка һәм Яңы Кура дөйөм хужалыҡ итеү участкаһына ҡарата планында …» (1887 г.) Сосновка йылғаһы «Ҡарағай-Йылға» булараҡ билдәләнгән[4].
Географик урыны
үҙгәртергәТигеҙлектә урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 62 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Урғаҙа): 17 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 33 км
Ауыл эргәһенән Сибай-Аҡъяр маршруты буйынса юл үтә[4].
Тарихы
үҙгәртергә1916 йылда Әбдрәхмән ауылы халҡынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә барлыҡҡа килгән[5]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1929 йылда БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы Йылайыр игенселек совхозының Сосновка бүлексәһе булараҡ Ҡарағай туғай башҡорт утары нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Тәүге тапҡыр тораҡ пунктының атамаһы 1929 йылда Башҡорт республикаһының Йылайыр кантоны Хәйбулла улусы Вәлит ауылынан Фәхретдин Ғөбайҙуллин күсеүе менән бәйле телгә алына[4].
Ауылда төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[6].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 145 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 341 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 527 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 530 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 407 | 190 | 217 | 46,7 | 53,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса бөрйән ырыуы башҡорттар (96 %) йәшәй[7].
Ауыл активы
үҙгәртергә— Йылайыр ауыл советы 8-cе округы (Октябрь, Комсомол, Покровка, Сосновка, Урал ауылдары буйынса) депутаттары — Ольга Федоровна Кузьминова, Рәшиҙә Хәдис ҡыҙы Раҡаева
— Ауыл старостаһы Илдар Хәләф улы Ғөбәйҙуллин
— КФХ етәксеһе Айрат Алик улы Шәрәфетдинов
— Башланғыс кластары мәктәбе мөдире Зәйтүнә Таһир ҡыҙы Рәхмәтуллинауҡытыусыһы
— «Ләйсән» балалар баҡсаһы мөдире Дильбәр Нәбиулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина
— Китапхана («Баймаҡ ауыл-ара китапханалар үҙәге» филиалы) мөдире Зилә Хәлил ҡыҙы Намаҙҡаева
— Ауыл мәҙәниәт йорто (Баймаҡ «Халыҡ ижады үҙәге» филиалы) мөдире Фәниә Нурғәли ҡыҙы Түләбаева
— Элемтә бәйләнеше бүлексәһе мөдире Ғәлиә Ринат ҡыҙы Ишбулдина
— Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Гөлдәр Хәләф ҡыҙы Ғөбәйҙуллина
— Мәсеттең имам-хатыбы Ильдар Хәләф улы Ғөбәйҙуллин[4]
Ауылдың билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Яхин Риза Хәжиәхмәт улы — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976)[8], Ленин ордены (1971, 1976), Октябрь революцияһы (1973), «Серп и молот» алтын миҙалы (1976) кавалеры, Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаты (1979), Х саҡырылыш РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты (1980), Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1995), Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ раййонының Почетлы гражданы (1996);
- Әхмәтйәнов Ғәлийән Сабирйән улы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2008);
- Ғайсин Миңлеғәли Зәйнулла улы — БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы (1987), Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1976), IX саҡырылыш БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты (1975);
- Ғәлиуллина Рәйлә Йәүҙәт ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы;
- Дуранин Петр Кириллович — Ленин ордены кавалеры (1935);
- Иванов Петр Иванович — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1935);
- Исмәғилев Хәйҙәр Әхәт улы — Башҡортостандың атҡаҙанған шахтеры;
- Ҡаһарманова Зәлифә Хәйривара ҡыҙы — Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы (1994);
- Ҡаһарманова Римма Рәсүл ҡыҙы — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры;
- Ҡарамырҙин Исламморат Зөлҡәрнәй улы — Коммунистик хеҙмәте ударнигы;
- Кәримова Фәниә Талха ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2008);
- Комаров Гаврил Гаврилович — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры;
- Комаров Кузьма Гаврилович — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры;
- Мәхмүтова Алһыу Ғүмәр ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2008);
- Муллагилдин Йомабай Әбделғәни улы — БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981);
- Радионов Михаил Семенович — Ленин (1972) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) ордендары кавалеры;
- Рәхмәтуллин Мөхәммәт Сәғит улы — «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры;
- Рахматуллин Сагит Галиахметович — «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976);
- Родионов Василий Семенович — Ленин ордены кавалеры (1967);
- Сырлыбаев Рафаэль Рим улы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2006) һәм атҡаҙанған төҙөүсеһе (2008);
- Теүәлбаев Зиннур Шәйәхмәт улы — Ленин (1971) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) ордендары кавалеры;
- Утарбаева (Әминева) Зөбәржәт Рәфҡәт ҡыҙы — «Тюркские языки. Филология. Языки и литература народов России» Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһының аҙаҡҡы этабы еңеүсеһе (Горно-Алтайск, 2009), һәләтле йәштәргә ярҙам итеү буйынса Рәсәй Федерацияһы Президентының Гранты эйәһе (2010), БДУ аспиранттары араһында Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендианты (2011), «Школа сказительства в юго-восточной части Башкортостана» монографияһы авторҙашы (Өфө, 2010), билдәле үҙешмәкәр дизайнер;
- Хущамова (Алибекова) Римма Абдулла ҡыҙы — Саха (Якутия) Республикаһында «Яҡташ» Башҡорт мәҙәни үҙәгенең рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Лена йылға бассейнындағы хәрби бәйләнештәр идаралығы бүлегенең начальнигы (Якутск ҡалаһы);
- Яхин Рәшит Риза улы — Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1987)[4].
Урамдары
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Деревня Сосновка (Сосновка ауылы)
- ↑ * Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ Сосновка (Баймаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Сельские советы
- ↑ Улицы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сосновка (Баймаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 август 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |