Токио
То́кио (япон. 東京 ja-Tokyo.og , «Көнсығыш баш ҡала») — Японияның баш ҡалаһы, уның административ, финанс, мәҙәни, сәнәғәт һәм сәйәси үҙәге. Хонсю утрауының көньяҡ-көнсығышында, Канто тигеҙлегендә, Тымыҡ океандың Токио ҡултығы бухтаһында урынлашҡан. Префектура майҙаны 2187,65 км²,[1] халҡы — 13 051 965 кеше (1 июнь 2010)[2], халыҡ тығыҙлығы — 5966,20 кеше/км².
Префектура Токио 東京都 | |
Префектура Токио Япония картаһында Токио префектура картаһы | |
Урынлашыуы | |
---|---|
Ил | |
Япония регионы | |
Утрау | |
Координаталары | |
Информация | |
ISO 3166-2:JP |
JP-13 |
Статистика | |
Майҙаны |
2187,65 км² (45-се) |
% воды |
1,0 % |
Халҡы |
(на 1 июнь 2010) |
Всего |
13 051 965 человек |
Халыҡ тығыҙлығы |
5966,20 чел./км² |
Өйәҙҙәр |
1 |
Муниципалиттар |
62 |
Символика | |
| |
Ағасы |
Гинкго (Ginkgo biloba) |
Сәскәһе |
Сакура Йошино |
Ҡошо | |
Администрация | |
Губернатор | |
Рәсми сайт (яп.) | |
Токио баш ҡала округы — Японияның административ берәмеге, үҙ эсенә Токионың махсус райондарын, Тама өлкәһен һәм Токио баш ҡала округының утрау территорияларын (Изу һәм Огасавара утрауҙары) ала.
Административ статусы
үҙгәртергәРәсми рәүештә Токио ҡала түгел, ә префектураларҙың береһе, дөрөҫөрәге ҡала округы (япон. 都то ) булып тора. Был синыфта ул бер үҙе генә. Уның территорияһына, Хонсю утрауының бер өлөшөнән башҡа, көньяғындағы бер нисә ваҡ утрау, шулай уҡ Изу һәм Огасавара утрауҙары инә. Токио округы 62 административ берәмектән — ҡалаларҙан, ҡасабаларҙан һәм ауыл общиналарынан тора. «Токио ҡалаһы» тигән ваҡытта, ғәҙәттә баш ҡала округына ингән 23 махсус районды күҙ уңында тоталар. Улар 1889 һәм 1943 йылдары араһында Токио ҡалаһының административ берәмектәре ине. Ә хәҙер улар үҙҙәре ҡала статустарына эйә: һәр береһенең үҙ мэры һәм ҡала советы бар.
Ҡала хөкүмәтен халыҡ тарафынан һайланған губернатор етәкләй. Хөкүмәттең штаб-квартираһы округтың муниципаль үҙәге Шинджукула урынлашҡан. Токиола шулай уҡ дәүләт хөкүмәте менән Токионың император һарайы (элекке исеме: Токио император замогы — Япония императорҙарының төп резиденцияһы) урынлашҡан.
Тарих
үҙгәртергәТокио районында ҡәбиләләрҙең таш быуатта уҡ йәшәүенә ҡарамаҫтан, ҡала тарихта яңыраҡ ҡына актив роль уйнай башлаған. XII быуатта урындағы яугир Эдо Таро Шигенадой тарафынан бында форт төҙөлгән. Йолалар буйынса, Эдо исемен ул йәшәгән урынынан (япон. 江戸, «бухтаға инеү урыны») алған . 1457 йылда Ота Докан, япон шогунлығындағы Канто өлкәһенең хакимы, Эдо замогын төҙөгән. 1590 йылда уны Токугава Иеясу, Токугава шогундары кланына нигеҙ һалыусы, яулап алған. Шулай итеп, Эдо шогунлыҡтың баш ҡалаһы була, империяның баш ҡалаһы булып Киото ҡала бирә. Иеясу оҙайлы идара институттарын булдыра. Ҡала бик шәп үҫешә һәм XVIII быуатта донъяның иң эре ҡалаларының береһенә әйләнә. 1615 йылда Иеясу ғәскәре үҙ дошмандарын — Тойотоми кланын ҡыйрата һәм 250 йыл тирәһе абсолют власҡа эйә була.
Мейджи реставрацияһы һөҙөмтәһендә 1868 йылда шогунлыҡ ҡолатыла һәм император власы тергеҙелә. 1869 йылда Император Муцуһито баш ҡаланы Эдоға күсерә, һәм исемен Токиоға алмаштыра. Бының һөҙөмтәһендә Киотоның баш ҡала булып ҡала булып ҡалыуы тураһында бәхәстәр тыуа. XIX быуаттың икенсе яртыһында сәнәғәт, судно төҙөү шунан бик шәп үҫешә башлай. 1872 йылда Токио — Иокогама тимер юлы төҙөлә, 1877 йылда — Кобе — Осака — Токио.
1923 йылдың 1-се сентябрендә Токио һәм тирә-яғында көслө ер тетрәүе була. (магнитудаһы Рихтер шкалаһы буйынса 8—9 балл). Ҡаланың яртыһына яҡын өлөшө емерелә, бик ҙур янғын сыға. 90 000 тирәһе кеше һәләк була. Кире тергеҙеү планы бик ҡиммәт булһа ла, ҡала өлөшләтә тергеҙелә башлай.
Ҡала Икенсе донъя һуғышы ваҡытанда тағы зыян күрә. Бер урынға төбәлгән көслө авиация һөжүмдәренә дусар була. 1945 йыл 8 март төнгө һөжүмендә генә 80 000 артыҡ кеше һәләк була. Бик күп ағас ҡаралтылар яна, иҫке Император һарайы зыян күрә. Һуғыштан һуң Токио оккупациялана, Корея һуғышы ваҡытында эре хәрби үҙәк була. Бында хәҙер ҙә бер нисә америка хәрби базалары бар (Йокота хәрби базаһы һ.б.).
XX быуат уртаһында ил иҡтисады бик шәп үҫә башлай («Иҡтисади мөғжизә» тип атап үтелә), 1966 йылда донъяның икенсе иң ҙур иҡтисадына әүерелә. Һуғыш яраларының уңалғанын Токиола 1964 йылда үткәрелгән йәйге Олимпия уйындары иҫбатлай.
70-се йылдарҙа Токионы ауыл райондарынан килгән эшсе көстәре тулҡыны биләп ала. Был ҡаланың үҫешенә бик ынғай йоғонто яһай. 80-се йылдарҙа Токио донъяның бик хәрәкәтсән үҫешкән ҡалаһына әйләнә.
20 март 1995 йылда токио метроһында зарин газы менән теракт яһала. Теракт Аум Шинрикьо дини сектаһы тарафынан башҡарыла. Һөҙөмтәлә 5 000 ашыу кеше зыян күрә, 11 кеше һәләк була.
Токио районындағы сейсмик активлыҡ Япония баш ҡалаһын икенсе ҡалаға күсереү бәхәсен тыуҙыра. Бының өсөн өс кандидат һайлана: Насу (300 км төньяҡта), Һигашино (Нагано эргәһендә, үҙәк Япония) һәм Мие провинцияһындағы яңы ҡала, Нагоянан алыҫ түгел (Токионан 450 км көнбайышта). Хөкүмәттән ризалыҡ алыныуға ҡарамаҫтан был юҫыҡта башҡа эштәр дауам ителмәй.
Хәҙерге ваҡытта Токио үҫеүен дауам итә. Бер-бер артлы яһалма утрауҙар яһау проектары тормошҡа ашырыла. Иң билдәле булғаны Одайба проекты, хәҙер ул төп сауҙа һәм күңел асыу үҙәге булып тора.
География
үҙгәртергәТокионың ҡитға өлөшө Токио ҡултығының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, оҙонлоғо көнсығыштан көнбайышҡа 90 км, төньяҡтан көньяҡҡа 25 км тирәһе. Көнсығышта Чиба префектураһы, көнбайышта — Яманаши префектураһы, көньяҡта — Канагава префектураһы һәм төньяҡта Сайтама префектураһы менән сиктәш. Ҡитға Токиоһы көнсығыш яртыһында Токио махсус райондарына бүленә. Бынан башҡа, Токионың административ сиктәрендә Тымыҡ океанда Хоншу утрауының көньяғнда ике утрауҙар сынйыры бар. Был утрауҙар (Изу һәм Огасавара) Японияның ҡитға өлөшөнән 1000 км ашыуға тиклем һуҙылып киткәндәр.
Токиола бер нисә көслө ер тетрәү булған: 1703, 1782, 1812, 1855, 1923 һәм 2011 йылдарҙа.
Утрауҙар
үҙгәртергәТокио алыҫта урынлашҡан күп утрауҙарға эйә, уларҙың береһе Токио үҙәгенән 1850 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Шинджукулағы баш ҡала хөкүмәтенең штаб-квартираһынан бик алыҫта булғандары өсөн улар Токио округтары хакимиәттәре тарафынан идара ителәләр.
Милли парктар
үҙгәртергәТокиола бер нисә милли парк бар, уларҙың араһында:
- Хачиоджи көньяғындағы Такао тирәләй урынлашҡан Мейджи урманы (япон. 明治の森高尾国定公園Мейджи но мори Такао кокутей ко:эн ) .
- Огасавара милли паркы (Бонин утрауҙарында). 2006 йылдан башлап хәҙерге ваҡытта уны ЮНЕСКО бөтә донъя тәбиғәт мираҫы объекты итеү өсөн көс түгелә.
- Уэно паркы үҙенең музыйҙары менән киң билдәле. Был паркта киләһе музейҙар урынлашҡан: Токио милли музейы, Милли фән музейы, Шитамачи музейы һәм Милли көнбайыш сәнғәте музейы.
Климат
үҙгәртергәТокио (Кёппендың климаттар классификацияһы буйынса Гумид климат зонаһында урынлашҡан: дымлы эҫе йәй һәм йомшаҡ ҡыш. Йыллыҡ яуым-төшөм күләме уртаса 1380 мм. Токиола ҡар ҡышын бер нисә тапҡыр ғына, ләкин йыл һайын яуа. Токионың халыҡ һаны климатҡа тәьҫир итә. Ҡалаларҙың үҫеше һәм климат араһындағы бәйләнешкә Токио асыҡ бер миҫал.
Токиоға тайфундар йыш килә, тик һирәктәре генә көслө була. Һуңғыһы 2007 йылғы, халыҡ-ара классификация буйынса «Fitow» исемле «19-сы Хэйсэй йылының 9-сы тайфуны».
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 22,6 | 24,5 | 25,1 | 28,9 | 31,9 | 36,2 | 39,5 | 39,1 | 38,1 | 32,6 | 26,7 | 24,8 | 39,5 |
Уртаса максимум, °C | 9,9 | 10,4 | 13,3 | 18,8 | 22,8 | 25,5 | 29,4 | 31,1 | 27,2 | 21,8 | 16,9 | 12,5 | 20,0 |
Уртаса температура, °C | 6,1 | 6,5 | 9,4 | 14,6 | 18,9 | 22,1 | 25,8 | 27,4 | 23,8 | 18,5 | 13,3 | 8,7 | 16,3 |
Уртаса минимум, °C | 2,4 | 2,8 | 5,5 | 10,7 | 15,3 | 19,1 | 22,9 | 24,6 | 21,0 | 15,3 | 9,7 | 5,0 | 12,9 |
Абсолют минимум, °C | −6,3 | −4,8 | −4,4 | 0,3 | 4,0 | 10,3 | 14,0 | 15,9 | 11,1 | 5,9 | −0,7 | −4,2 | −6,3 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 53 | 57 | 119 | 126 | 139 | 169 | 155 | 169 | 210 | 200 | 90 | 52 | 1537 |
Сығанаҡ: Һауа торошо һәм климат |
Административ-территориаль бүленеш
үҙгәртергәТокио үҙ эсенә 23 махсус районды ала. Улар 1943 йылға тиклем ҡала составына ингәндәр, хәҙер айырым үҙидара муниципалитет булып торалар, һәр береһенең үҙ мэры һәм советы бар. Был 23 муниципалитетҡа өҫтәмә булып, префектураға 26 ҡала, бер өйәҙ һәм 4 округ (5 ҡасаба һәм 8 ауыл) инә. Токио хөкүмәтен халыҡ тарафынан һайланған губернатор һәм ҡала йыйыны етәкләй. Хөкүмәттең штаб-квартираһы Шинджукула, ул бөтөн Токио менән идара итә, шул иҫәптән бөтә күлдәр, йылғалар, дамбалар, фермалар, алыҫтағы утрауҙар һәм милли парктар.
Токионың 23 махсус районы
үҙгәртергәӘйтеп кителеүенсә, 23 махсус райондың һәр береһе мэры һәм район советы булған үҙаллы муниципаль берәмек һәм статустары ҡалаларҙыҡына тиңләнгән. Бер айырмаһы — ҡайһы бер идари функцияларҙы Токио округының ҡала хөкүмәте башҡара.
1 октябрь 2005 йылға ҡарата бөтә 23 махсус райондың халҡы 8,457 млн кеше тирәһе тәшкил иткән, халыҡ тығыҙлығы иһәм 13 603 кеше/км².
Көнбайыш Токио
үҙгәртергәМахсус райондарҙың көнбайышында ҡалалар бар. Күбеһенсә улар үҙәк Токиола эшләгән кешеләрҙең йоҡо райондары булып тора. Ҡайһы берҙәренең сауҙа һәм сәнәғәт базалары ла бар. Был ҡалалар бергә «Көнбайыш Токионы» барлыҡҡа килтерә.
Ҡалалар
үҙгәртергәПрефектура ҡалалары исемлеге:
Уезд
үҙгәртергәПрефектураның иң көнбайыш өлөшөндә Нишитама уезды урынлашҡан. Уның эсенә киләһе Япония ҡасабалары һәм ауылдары инә:
Был майҙандың күп өлөшөн тауҙар биләй, улар иһә урбанлашыуға ярамай. Токиолағы иң бейек тау — Кумотари тауы — 2017 м. Шулай уҡ округта киләһе тауҙар бар: Такасу (1737 м), Одаке (1266 м) һәм Митаке (929 м). Яманаши префектураһы янындағы һәм Тама йылғаһындағы Окатума күле Японияның иң ҙур күлдәренең береһе булып тора.
Округтар
үҙгәртергәУтрауҙарҙа дүрт Токио округына ингән ике ҡасаба һәм ете ауыл урынлашҡан. Округтар буйынса муниципалитеттар:
Демография
үҙгәртергә2007 йылдың октябренә ҡарата Токиола 12,79 млн кеше, уларҙың 8,653 миллионы 23 махсус райондарҙа йәшәй. Көндөҙ халыҡ һаны күрше өлкәләрҙән килгән 2,5 млн эшсе һәм талипҡа арта. Был бигерәк тә өс үҙәк районда (Чийода, Чуо һәм Минато) һиҙелә. Уларҙын халыҡ һаны 2005 йылда төндә 326 мең, көндөҙ 2,4 млн булған. Сит ил кешеләре араһынан иң күбе ҡытайҙар — 145 320 кеше, шунан Көньяҡ һәм Төньяҡ Кореялылар (117 567), филиппинлылар (31 974), американдар (19 408), һиндтар (9 418), инглиздәр (7 482)[3].
Урын буйынса: |
Токио |
12,79 миллион |
---|---|---|
Йәш буйынса: |
Бәлиғ булмағандар (0-14) |
1,461 миллион (11.8 %) |
Ваҡыт буйынса: |
Көн |
14,978 миллион |
Милләт буйынса: |
Сит ил кешеләре |
353 826 |
|
Иҡтисад
үҙгәртергәНью-Йорк һәм Лондон менән бергә Токио донъяның иң эре финанс үҙәктәренең береһе булып тора. Токио шулай уҡ донъяның иҡтисади яҡтан иң үҫешкән агломерацияларҙың береһе. PricewaterhouseCoopers компанияһы үткәргән тикшеренеүҙәр буйынса, Токио ҡала зонаһы (Токио, Канагава һәм Чиба префектуралары, бергә 35,2 млн кеше) 2005 йылында $ 1,191 трлн (һатып алыу һәләт паритеты буйынса) эске тулайым продуктҡа эйә булған һәм ЭТП буйынса донъялағы эре агломерациялар араһында беренсе урынды биләй. 2008 йылда Fortune Global 500 ингән 47 компания Токиола урынлашҡан.
Токио эре халыҡ-ара финанс үҙәге һәм күп кенә халыҡ-ара ҙур инвестиция банктарының һәм страховкалау компанияларының штаб-квартираһы булып тора. Шулай уҡ транспорт, нәшриәт һәм тапшырыу тармаҡтарының концентраторы функцияһын үтәй. Икенсе донъя һуғышынан һуң япон иҡтисады бик шәп үҫешкән ваҡытта күп кенә ҙур компаниялар үҙҙәренең штаб-квартираларын власҡа яҡын булыр өсөн Токиоға күсергәндәр. Һуңғы ваҡытта был тенденция йәшәү хаҡының артыу һөҙөмтәһендә аҙайыуға табан бара.
«Экономист» журналы был ҡаланы 2006 йылға тиклем, 14 йыл буйына иң ҡиммәт (йәшәү хаҡы иң юғары) тип белдергән.
Японияның Токио фонд биржаһы — эре фонд биржаларының береһе, баҙар капитализацияһы буйынса донъя икенсеһе һәм әйләнештәге өлөшө буйынса донъя дүртенсеһе.
Ауыл хужалығы, урман һәм балыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса 2003 йылда Токио 20 900 гектар ауыл хужалығы ерҙәренә эйә булған. Был һөҙөмтә, ил префектуралары араһында һуңғы урын. Тиҙ боҙолған продуктар (йәшелсә, емеш-еләк һәм сәскәләр) округтың көнсығыш баҙарҙарына алып барыла. Ҡытай кәбеҫтәһе (комацуна) һәм шпинат етештерелгән продуктар араһында мөһим урын биләй. Токио ҡултығы төп балыҡ сығанағы булған. Хәҙерге ваҡытта балыҡ продукцияһының күбеһе Токиоға алыҫ утрауҙарҙан (Идзуосима һәм Хатидзёдзима кеүек) килтерелә. Төп океан продукты булып тунец тора.
Токиолағы туризм да иҡтисадҡа үҙ өлөшөн индерә.
Транспорт
үҙгәртергәМәғариф
үҙгәртергәТокиола бик күп колледждар, профессиональ училищелар һәм университеттар урынлашҡан, шулар иҫәбендә иң дәрәжәле Токио университеты, Хитоцубаши университеты, Токио технология институты, Васеда университеты һәм Кейо университеты[4].
Мәҙәниәт
үҙгәртергә17 быуатта Эдо ҡалаһында Токугава сёгунаты (1603 йылда Японияның хәби-феодаль хөкүмәте) урынлаштырылғандан алып Токио илдең сәйәси-мәҙәни үҙәге булып тора, шуға күрә мәҙәни ҡомартҡылар күп һаҡланған. Эдо замогы тарихи — мәҙәни ҡомартҡы һәм баш ҡаланың биҙәге булып тора. Замоктың ихаталары Токионың Император һарайына бирелгән, ә төньяҡ ихата паркка әүерелгән. Парк тирәләй бейек башнялар, таш стеналар, тәрән соҡорҙар урытып алған. Тарихи ҡомартҡылар араһында Мацудайра нәҫел-усадьбаһы, Токугава Иенобу нәҫел-усадьбаһы, Коисикава Коракуэн баҡсаһы бар.
Ҡыҙыҡ факттар
үҙгәртергә- Токио агломерацияһында (3 күрше префектураны үҙ эсенә ала) 35,2 млн кеше йәшәй — был Рәсәйҙең территорияһының 3/4 киҫәге булған Азия яғында (эсенә Себер һәм Алыҫ Көнсығышты ала) йәшәгән кеше һанынан (31 млн тирәһе) күп.
- Әгәр Токио айырым дәүләт булһа, ЭТП буйынса илдәр исемлегендә 15-се урында һәм Австралия, Төркиә, Индонезия һ.б. илдәрҙе үткән булыр ине.
- 1900 йылда Токиола асылған астероид (498) Tokio был ҡала исеме менән аталған.
Ҡәрҙәш ҡалалар[5]
үҙгәртергә- Нью-Йорк (ингл. New York), АҠШ (1960);
- Пекин (ҡыт. 北京), Ҡытай (1979);
- Париж (франц. Paris), Франция (1982);
- Яңы Көньяҡ Уэльс (штат) (ингл. New South Wales), Австралия (1984);
- Сеул (кор. 서울), Корея Республикаһы (1988);
- Джакарта (яв. Jakarta), Индонезия (1989);
- Сан-Паулу (штат) (порт. São Paulo), Бразилия (1990);
- Каир (ғәр. القاهرة), Мысыр (1990);
- Мәскәү, Рәсәй (1991);
- Берлин (нем. Berlin), Германия (1994);
- Рим (итал. Roma), Италия (1996);
- Лондон (ингл. London), Бөйөк Британия (2006)(Махсус партнерлыҡ аңлашмаһы төҙөлгән).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Майҙан Geospatial Information Authority of Japan (яп.) сайтында 1 апрель 2009 йылында булған мәғлүмәттәр буйынса күрһәтелә. 1 апрель 2010 йылда индерелгән үҙгәрештәр иҫәпкә алына.
- ↑ 東京都の人口 (推計) (билдәһеҙ). Токио префектураһы администрацияһы (1 май 2010). — Токио префектураһы халҡы. Дата обращения: 16 июль 2010.
- ↑ Tokyo Statistical Yearbook 2008, Population . Bureau of General Affairs, Tokyo Metropolitan Government. Дата обращения: 21 март 2011. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ The Times Higher Education - QS World University Rankings 2008 . QS Quacquarelli Symonds Limited. Дата обращения: 11 ноябрь 2008. Архивировано 28 май 2012 года.
- ↑ Sister Cities (States) of Tokyo - Tokyo Metropolitan Government . Дата обращения: 8 июнь 2012. Архивировано 22 июнь 2012 года. 2010 йыл 5 февраль архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Токио: тематик медиа-файлдар
- Рәсми сайт (инг.)
- ТОКИО // Япония от А до Я. Популярная иллюстрированная энциклопедия. (CD-ROM). — М.: Directmedia Publishing, «Япония сегодня», 2008. — ISBN 978-5-94865-190-3.
- Токио — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
- Tokyo Convention & Visitors Bureau (яп.)
- 東京都 (билдәһеҙ). Geospatial Information Authority of Japan. — Географические координаты населённых пунктов префектуры Токио. Дата обращения: 23 июль 2010.
- 東京都内区市町村 (билдәһеҙ). Local Authorities Systems Development Center. — Идентификационные коды, названия, почтовые адреса и телефоны администраций населённых пунктов префектуры Токио. Дата обращения: 23 июль 2010.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |