Правда (гәзит)
«Пра́вда» — гәзит, 1991 йылға тиклем КПСС-тың төп көндәлек баҫмаһы һәм иң тәьҫирле совет матбуғат сараһы, ғәмәлдә Советтар Союзының иң төп гәзите. КПСС-ты тыйғандан һуң — КПРФ органы, аҙнаға өс тапҡыр донъя күрә.
«Правда» | |
Форматы |
А 2 |
---|---|
Тиражы |
100 300 (2013) |
Веб-сайты |
gazeta-pravda.ru Награды: |
Правда Викимилектә | |
Гәзиттең сыға башлауы
үҙгәртергәРСДРП(б)-ының VI Бөтә Рәсәй (Прага) конференцияһы |Ленин башланғысы менән эшсе һәм большевистик көндәлек киң күләм гәзит сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Уны нәшер итеү өсөн аҡсаны завод һәм фабрикаларҙа йыялар. Лена алтын приискаһында эшселәрҙе атыу (урыҫса Ленский расстрел) гәзит сығырыуҙы тиҙләтә.[1] «Правда» исемле гәзиттең беренсе һаны 1912 йылдың 5 майында (иҫке стиль менән 22 апрелдә) донъя күрә. Ул әле РСДРП(б) Үҙәк Комитетының рәсми органы булмай, сөнки был бурысты сит илдә йәшерен баҫтырылып, Рәсәйгә йәшертен индерелгән «Социал-демократ» баҫмаһы үтәп килә. Быға тиклем, 1908 йылдың октябренән 1912 йылдың апреленәсә башта Львовта, аҙаҡ Венала Лев Троцкий мөхәррирләгән һәм киң танылыу алып өлгөргән «Правда» социал-демократик гәзите сығып килгән була. Бер үк исемдәге икенсе баҫманың донъяға күреүе киҫкен бәхәс (полемка) тыуҙыра. Был мәсьәлә буйынса третей судьялар (урыҫса третейские судьи) сифатында нимес социаль-демократтарына ла мөрөжөғәт итәләр, әммә был бер нәмә лә бирмәй. Һөҙөмтәлә «Правда» исеме Ленин башланғысы менән яңы булдырылған гәзиткә ҡала. Уның тиражы 40 мең дана тирәһе була, ваҡыты менән 60 меңгә лә етә.
Революцияға тиклемге осор
үҙгәртергә1912—1914 йылдарҙа «Правда» гәзитендә В. И. Лениндың 285 хеҙмәте баҫылып сыға.[2]
1912 йылдың декабренә тиклем баҫманың рәсми нәшер итеүсеһе Николай Гурьевич Полетаев, артабан Алексей Егорович Бадаев була. 1912—1914 йылдарҙа әҙәби бүлекте Максим Горький етәкләй. Мөхәрририәт секретары булып Вячеслав Михайлович Молотов эшләй.
Революцияға тиклем гәзит тиражының бер өлөшө Норвегияның Финмарк губернаһы типографияларында баҫыла һәм, сельдь балығы тултырылған ағас мискәләрҙә Архангельск ҡалаһына йәшертен килтерелеп, Рәсәй биләмәләрендә таратыла.
Февраль революцияһынан һуң (1917 йылдың 5 мартынан башлап) «Правда» РСДРП(б)-ның Үҙәк һәм Петроград комитеттары органы булып сыға башлай. Уның тиражы 85-90 мең данаға етә. Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, был осорҙа гәзит Германия тарафынан әүҙем финаслана.[3] Германияның Статс-секретары (сит ил эштәре министры) Рихард фон Кюльман үҙенең кайзерға 1917 йылдың 3 декабрендә яҙған хатында түбәндәгеләрҙе билдәләй: «Төрлө каналдар аша һәм төрлө ярлыҡтар менән беҙҙән даими фондтар ала башлағас ҡына большевиктар үҙҙәренең төп органы Правданы аяҡҡа баҫтырып, көслө пропаганда алып барыу һәм үҙ партияһының бығаса шаҡтай көсһөҙ булған нигеҙен һиҙелерлек нығытыу мөмкинлегенә эйә булды» .[4][5] 3 июлдә статс-секретарь Циммерман ҡәнәғәтлек менән: «Лениндың тыныс пропагандаһы барған һайын көсәйә, һәм уның „Правда“ гәзите инде 300 000 дана менән баҫыла» тип телеграмма һуға.[4]
1917 йылдың 18 июлендә Петроградтағы хөкүмәткә ҡаршы сығыштарҙан һуң гәзитә ябыла һәм октябргә тиклем башҡа төрлө исемдәр аҫтында донъя күрә («Листок „Правды“», «Рабочий и солдат», «Пролетарий», «Рабочий», «Рабочий путь»). Октябрь революцияһынан һуң (1917 йылдың 9 ноябренән) ул тағы ла «Правда» исеме менән РСДРП(б) Үҙәк Комитеты органы булып сыға башлай.
1918 йылда коммунистик булмаған матбуғат юҡ ителгәндән һуң «Правда», Советтар органы булған "Известия"ны ситкә этәреп, илдең төп гәзитенә әйләнә. Уның беренсе һаны донъя күргән 5 май «Матбуғат көнө» итеп иғлан ителә.
Гәзитте Мәскәү һәм Ленинградта бер үк көндә алып уҡыһындар өсөн 1931 йылдың июненән үҙәк баҫмаларҙың, тәү сиратта "Правда"ның материалдарын алып барыу өсөн был ике ҡала араһында авиалиния эшкә ҡушыла. Ленинград самолёттары теләһә ниндәй һауа шарттарында оса. Был йүнәлеште илдең иң яҡшы осоусылары ингән «почта звеноһы» хеҙмәтләндерә.
Технологиялар үҫешкәндән һуң авиалинияның кәрәклеге бөтә: материалдар телеграф аша тапшырылып, гәзит урында баҫыла башлай.
Гәзиттең тиражы йылдан-йыл арта бара һәм 1975 йылда 10,6 млн данаға етә. Был башлыса КПСС ағзалары өсөн партия матбуғатына яҙылыуҙың мәжбүри булыу нәтижәһе. "Правда"ла баҫылған мәҡәләләр, очерк һәм фельетондар илдең барлыҡ партия ойошмалары өсөн ғәмәлдә үтәү өсөн бойороҡ һәм ҡулланып эш итеү өсөн директива кимәлендә булды. Гәзиттә некрологтар баҫылды, мәҫәлән, Ленин, Сталин, Брежнев һәм башҡа партия етәкселәренең вафаты тураһында хәбәрҙәр уның тәүге битендә урын алды. «Правда» шулай СССР-ҙың Бөйөк Ватан һуғышында еңеүе, Юрий Гагариндың космосҡа осоуы һәм башҡа шундай бик күп мөһим ваҡиғалар хаҡында үҙенең беренсе битендә хәбәр итте.
СССР тарҡалғандан һуң
үҙгәртергә1991 йылдың 19 авгусында ГКЧП ҡарары менән ябылмаған туғыҙ гәзит иҫәбендә «Правда» ла була.[6]
1991 йылдың 22 авгусында гәзит һуңғы тапҡыр «КПСС Үҙәк Комитеты органы» булараҡ донъя күрә. Шул уҡ көндө ГКЧП-ны яҡлаған һәм хуплаған баҫма булараҡ, Б. Н. Ельцин указы менән "Правда"ны сығарыу туҡтатыла.
1991 йылдың сентябрендә ул баш мөхәррир Геннадий Селезнёв етәкләгән хеҙмәт коллективы нәшер иткән «дөйөм сәйәси гәзит» (урыҫса «общеполитическая газета») булып яңынан сыға башлай. Бер үк ваҡытта редакция «Правда» урамындағы 24-се йортта урынлашҡан күп бүлмәләренән мәхрүм ҡала. Был бинаның бер нисә ҡаты РСФСР властары ойошторған баҫмаларға, атап әйткәндә, «Российская газета» һәм «Россия» гәзиттәренә бирелә. Редакция менән бер рәттән гәзиткә идара итеү өсөн Йәмәғәт советы ойошторола, уны билдәле совет партия һәм дәүләт эшмәкәре Николай Иванович Рыжков етәкләй.
1992 йылда «Правда-Интернешнл» ябыҡ акционерҙар ойошмаһы ойошторола, һәм 1996 йылға тиклем гәзитте грек бизнесмендары Янникостар финанслай. 1993 йылдың 4 октябрь ваҡиғаларынан (Рәсәй Юғары Советын ҡыуып таратыуҙан (урыҫса Разгон Верховного Совета России) һуң Рәсәй Федерацияһы Матбуғат министрлығы ҡыҫҡа ваҡытҡа гәзит сығарыуҙы туҡтата. Был саҡта яңы мөхәррир итеп Виктор Линник һайлана, һәм 21 октябрҙә «Правда» гәзите яңынан баҫыла башлай.[7][8].
1997 йылдың апреленән гәзит Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы — КПРФ органы булараҡ, баш мөхәррир Александр Ильин етәкселендә нәшер ителә башлай. Быны КПРәсәй Федерацияһының IV съезы махсус ҡарар менән нығыта. 2003 йылға тиклем «Правда» исеме аҫтында бер нисә гәзит сығып килә. Был хәл тауар билдәһен ҡулланыу мәсьәләре буйынса суд тикшереүҙәрен тыуҙыра.
"Правда"ны үҙенең гәзит битендәге исеме аҫтындағы «Коммунистическая партия Российской Федерации» һүҙҙәре һәм баҫманың ҡыҙыл логотибына бәйләнешле йыш ҡына «Красная „Правда“» йәки «Правда-КПРФ» тип тә атап йөрөтәләр.
2010 йылдың июнендә баҫманың тиражы — 100,3 мең дана була.
2012 йылдың 5 майында Союздар йортоноң Колонналы залында «Правда» гәзите үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне.[9] Гәзиттең бөгөнгө хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, уның әүҙем уҡыусылары һәм партия активы, сит илдәрҙең коммунистик матбуғат вәкилдәре ҡатнашҡан тантаналы кисәлә Геннадий Зюганов сығыш яһаны. "Правда"сыларға ул саҡтағы Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев һәм Белоруссия президенты Александр Лукашенко ҡотлау телеграммалары ебәрҙе. Рәсәй дәүләте башлығы «баҫма бөгөн Рәсәй медиа-баҙарында үҙ урынын тапты, уның биттәрендә төрлө фекер-ҡараштарға һәм замандың актуаль проблемалары буйынса йәмәғәтселек бәхәсе өсөн һәр саҡ урын бар», тип билдәләне.[10]
Американың East View Information Services (EVIS) компанияһы «Правда» гәзите архивын электрон формаға күсергән. Тик ул бушлай һәм дөйөм ҡулланылышта юҡ.[11][12]
2013 йылдың 24 февралендә КПРәсәй Федерацияһының XV съезында яңы редакцияла ҡабул ителгән партия Уставының инеш өлөшөндә (преамбулаһында) «Правда» гәзите Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының рәсми баҫма органы тип яҙылған.
КПРФ шулай уҡ айына бер тапҡыр "Информационный бюллетень «Правда»"ны сығара, уның тиражы миллион данаға етә. Ғәҙәттәге "Правда"ның 1 бите күләмендә булған был бюллетень төрлө төбәктәрҙә башлыса төҫлө итеп һәм күп фотографиялар менән баҫыла, КПРФ һәм ЛКСМ РФ активистары араһында бушлай таратыла.
Бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин ордены (1945)
- Ленин ордены (1962)
- Октябрь Революцияһы ордены (1972).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Заметка под названием У колыбели «Правды» в газете «Луганская правда» за 05.05.1927.
- ↑ Депутаты-большевики и легальная рабочая печать
- ↑ Фельштинский Ю. Брестский мир 2008 йыл 3 май архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Пушкарёв С. Г.Ленин и Россия
- ↑ Ещё раз о немецких деньгах(недоступная ссылка)
- ↑ Постановление ГКЧП № 2, 19.08.1991
- ↑ Елена Струкова — Цензура в периодической печати
- ↑ В. Ф. Шумейко. Министр на три месяца // Пельмени по протоколу. — 2005.
- ↑ «Правда» на все времена. В Колонном зале Дома Союзов прошёл праздничный вечер, посвящённый 100-летию главной партийной газеты | KPRF.RU
- ↑ Медведев поздравил сотрудников «Правды» со 100-летним юбилеем газеты | СМИ | Лента новостей «РИА Новости»
- ↑ Оцифрован архив «Правды»
- ↑ Оцифрован и выложен в Интернет полный архив газеты «Правда» за 100 лет
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ильин А. А. Геннадий Зюганов. «Правда» о вожде. — М., 2005. — ISBN 5-9265-0171-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт
- Свежие выпуски и архив за 12 лет (на КПРФ.ру)
- «Старая газета» 2006 йыл 23 октябрь архивланған. текст ряда номеров газеты «Правда» начиная с 1912 года
- Обзор номера газеты «Правда» 2009 йыл 15 апрель архивланған.