Хеҙмәт ветераны (исем)
Хеҙмәт ветераны — Рәсәй Федерацияһындағы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтте билдәләүсе маҡтаулы исем.
Хеҙмәт ветераны |
Йәнле һөйләү телендә «Хеҙмәт ветераны» термины «оҙаҡ йылдар эшләгән кеше» термины синонимы булараҡ ҡулланыла.
«Хеҙмәт ветераны» маҡтаулы исеме Рәсәй Федерацияһында 1995 йылдың 12 ғинуарындағы «Ветерандар тураһында» исемле 5-ФЗ-се һанлы Закон ингәндән һуң көскә инә.
СССР-ҙа маҡтаулы исем
үҙгәртергәСССР-ҙа «Хеҙмәт ветераны» маҡтаулы исем ғәмәлдә булмай.
СССР-ҙа «Хеҙмәт ветераны» миҙалы ғәмәлдә була. Миҙал мораль яҡтан дәртләндереү сараһы булараҡ ҡулланыла һәм 1995 йылға тиклем бер ниндәй ҙә ташламаға йәки түләүгә хоҡуҡтар бирмәй. 1995 йылдан башлап Хеҙмәт ветераны исеме (һәм тейешле ташламалары) дәүләт наградалары йәки СССР-ҙың маҡтаулы исемдәре йәки ведомство билдәләре (Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте раҫлаған исемлек буйынса) 25 йыл эш стажы булған ирҙәргә һәм 20 йыл эш стажы булған ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә башлай.
Элегерәк «Хеҙмәт ветераны» исемен конкрет предприятиелар эшселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә биреү киң таралған була. «Хеҙмәт ветераны» ғәҙәттә предприятиела бер туҡтауһыҙ 10 йылдан 15 йылға тиклем эшләгән хеҙмәткәрҙәргә бирелгән. Предприятиела 25 йылдан ашыу эшләгәндәргә ғәҙәттә «Атҡаҙанған хеҙмәт ветераны» йәки «Почётлы хеҙмәт ветераны» исеме бирелгән. Исем биреү менән бергә йыш ҡына предприятиеның хеҙмәт ветераны билдәһе тапшырылған.Бындай маҡтаулы исемдәрҙе биреү тәртибе һәм тейешле бүләкләү саралары ведомство акттары һәм предприятие акттары менән көйләнгән.
Исем Рәсәйҙә
үҙгәртергә«Ветерандар тураһында» Федераль Законына ярашлы «Хеҙмәт ветераны» исеме СССР-ҙың йәки Рәсәй Федерацияһының ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнгән, шулай уҡ СССР-ҙың йәки Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәре йәки Рәсәй Федерацияһы Президентының маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән йәки Рәсәй Федерацияһының рәхмәтенә лайыҡ булған йәки хеҙмәттәге (службала) ҡаҙаныштары өсөн ведомство билдәләре менән бүләкләнгән һәм тейешле эшмәкәрлек өлкәһендә 15 йылдан кәм булмаған оҙайлы эш өсөн һәмпенсияға сығыу өсөн иҫәпкә алынған эш стажы (25 йыл — ирҙәргә, 20 йыл — ҡатын-ҡыҙҙарға) йәки пенсияға тәғәйенләү өсөн выслугаһы булған Рәсәй Федерацияһы граждандарына бирелә. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы осоронда хеҙмәт эшмәкәрлеген башлаған бәлиғ булмағандарға 1995 йылдың 12 ғинуарындағы «Ветерандар тураһында» исемле 5-ФЗ-се һанлы Законға ярашлы «Хеҙмәт ветераны» исеме бирелә (ирҙәр өсөн 40 йылдан да кәм булмаған эш стажы һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 35 йылдан да кәм булмаған эш стажы менән).
2016 йылдың 30 июненә ҡарата хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн ведомство билдәләре менән бүләкләнгән граждандар эш стажы булыу шарты менән «Хеҙмәт ветераны» исеменә эйә булыу хоҡуғы һаҡлана. Пенсияға тәғәйенләү өсөн иҫәпкә алынған эш стажы - ирҙәр өсөн 25 йылдан да кәм түгел һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 20 йылдан да кәм түгел йәки календарь иҫәпләмәһе менән пенсияға тәғәйенләү өсөн йылдар выслугаһы (2015 йылдың 29 декабрендәге 388-ФЗ-се һанлы Федераль Законы). 2016 йылдың 1 июленән бирелгән ведомство наградалары Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2016 йылдың 25 июнендәге 578-се һанлы ҡарарына ярашлы бирелгән осраҡта федераль дәүләт органы етәксе тарафынан иҫәпкә алына (2016 йылдың 1 июленә тиклем федераль дәүләт органынан түбәнге дәрәжәле наградаларҙы биреү хоҡуғы шулай уҡ федераль органдарының төбәк, ҡайһы берҙә хатта район подразделениеларына, бирелгән).
Хеҙмәт ветерандарына пенсия йәшенә ваҡыты етеү менән Рәсәй Федерацияһының субъект закондар сығарыу органдары ҡарары буйынса тейешле бюджеттар иҫәбенә билдәләнгән ташламаларға һәм өҫтәмә социаль ярҙам сараларына (йәки аҡсалата алыу) хоҡуҡ бирелә.
2005 йылдың 19 декабрҙәге төҙәтмәләргә ярашлы «Хеҙмәт ветераны» исемен биреү тәртибе һәм шарттары Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән билдәләнә.
Рәсәй Федерацияһының күп кенә субъекттары үҙ территорияһында өҫтәмә булдырыу ветеран исемен булдырҙылар, мәҫәлән: «Башҡортостан республикаһы хеҙмәт ветераны», «Ростов өлкәһе хеҙмәт ветераны» һәм башҡалар. Бындай исемдәрҙе биреү, ҡағиҙә булараҡ, «Ветерандар тураһында»ғы Федераль законынан бер аҙ айырыла: мәҫәлән, федерация субъектының дәүләт наградаларына лайыҡ булғандарға бирелә йәки федерация субъектындағы эш стажы булыу талабы ҡуйыла ала.
2016 йылдың башына ҡарата «хеҙмәт ветераны» исеме өсөн кәмендә алты йыл дауамында өҫтәмә (финанс бүләкләү) 495 һум тәшкил итә. Социаль яҡлау органдары тарафына ай һайын түләнә.
Ҡасан баш тарта алалар
үҙгәртергәУчреждение ғаризаларҙы кире ҡаға ала:
- әгәр ветеран законда күрһәтелгән талаптар буйынса ҡәнәғәтләндерә алмаһа (хеҙмәт статусы раҫлаған награда кимәле буйынса);
- әгәр кеше Мәскәүҙә теркәлмәгән булһа, Мәскәү территориаль органы дәғүә итеүсенән документтарҙы ҡабул итеүҙән баш тарта ала,;
- әгәр бирелгән документтарҙың юридик көсө срогы үткән булһа;
- әгәр мәғлүмәттәрҙең ялған икәне билдәләнһә йәки ҡағыҙҙарҙа ысынбарлыҡҡа тап килмәгән мәғлүмәт булһа.
Социаль яҡлау бүлеге маҡтаулы статусты биреүҙән баш тартҡан осраҡта яҙма рәүештә дәлилләп кире ҡағыу сәбәптәр тураһында хәбәр итә.[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ветеран труда: за что дают, ведомственные награды, стаж 2018 йыл 1 август архивланған. (рус.). npfond.com. Проверено 15 марта 2018.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Федеральный закон «О ветеранах» от 12.01.1995 № 5-ФЗ
- Сравнительный анализ законов и иных нормативных правовых актов отдельных субъектов РФ, касающихся присвоения звания «Ветеран труда» и мер социальной поддержки 2012 йыл 22 ноябрь архивланған.
- Постановление Правительства Москвы о присвоении звания «Ветеран труда» 2015 йыл 23 декабрь архивланған.
- Каталог знаков и значков «Ветеран труда»