Төп менюны асырға

Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы

Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы — башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте ҡаҙаныштарын күрһәтеү, әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре араһындағы тәжрибә алмашыу һәм ижади ҡаҙаныштар күрһәтеү формаларының береһе. 1955 йылдың 27 майынан 5 июнгә тиклем уҙа. Декада һуғыштан һуңғы тиҫтә йылда Башҡортостан мәҙәниәте үҫешенең үҙенсәлекле йомғағы була.

Йөкмәткеһе

ТарихыҮҙгәртергә

СССР күп милләтле дәүләт булып тора. Милли сәнғәт ҡаҙаныштарын күрһәтеү өсөн Мәскәүҙә даими рәүештә СССР халыҡтары сәнғәте декадаһы үткәрелеп тора. 1936 йылдан 1960 йылға тиклем 35 милли сәнғәт, СССР-ҙың бөтә союздаш республикаларының һәм милли автономиялы  республикаларының (БАССР, ТАССР, Яҡут АССР-Ы һәм башҡалар.) әҙәбиәт һәм сәнғәт декадалары үткәрелгән.

Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк, 1942 йылда[1], һуңынан 1953 йылда үткәрелергә тейеш була, әммә һәр ваҡыт срогы төрлө сәбәптәр арҡаһында күсерелә килә. Булмаған декадаларға әҙерлек алып барып, рәссамдар социализм төҙөү һәм халыҡтар дуҫлығы тематикалы һүрәттәр өҫтөндә эшләгәндәр: «Ленин менән Сталин - Совет Башҡортостанын ойоштороусылар», «Салауаттың Пугачев менән осрашыуы», «Пушкин башҡорттар араһында», «Н. К. Крупская Өфөлә», «А. М. Горький һәм Мәжит Ғафури», «Икенсе Баҡы», «Башҡортостанда ҡымыҙ» һәм башҡалар. Халыҡ таланттарын асыҡлау өсөн сәнғәт эштәре буйынса Идаралыҡ бригадалары ойошторола. Улар тарафынан БАССР-ҙың Баймаҡ, Әбйәлил һәм Матрай райондарында 2 меңгә яҡын башҡарыусылар ҡарала һәм декадала ҡатнашыу өсөн 142 кеше һайлап алына, шул иҫәптән йырсылар, бейеүселәр, ҡурайсылар, актерҙар, импровизаторҙар, сигеүселәр һәм башҡалар.

Һуғыштан һуңғы декаданы үткәреү өсөн етди әҙерлек эштәре ойошторола. Башҡортостанда БАССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары С. Ф. Сәитбатталов рәйеслегендә хөкүмәт комиссияһы төҙөлә. БАССР Министрҙар Советы БАССР-ҙың халыҡ ҡулланыуы тауарҙары министрлығына артистар өсөн хром һәм кирзанан 210 пар ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар итеге тегеү бурысын ҡуя, ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты Мәскәүҙә күрһәтеү өсөн башҡорт театрҙары репертуарын ҡарай һәм раҫлай[2]. Декадала Башҡорт АССР-ының 2 меңгә яҡын мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре ҡатнаша.

1955 йылда ойошторолған декадала БАССР яҙыусылар союзы, БАССР композиторҙар союзы, БАССР рәссамдар союзы ағзалары, Башҡортостан театрҙары артистары (Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры) һәм БАССР-ҙың ижади коллективтары, шул иҫәптән Ф. Ғәскәров исемендәге башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Ишембай ҡалаһының нефтселәр хоры, БАССР-ҙың Учалы һәм Маҡар райондары хоры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Башҡорт филармонияһы хоры; музыканттар Н. Х. Аллаярова, А С. Бувакина, И. Ш. Дилмөхәмәтов һәм башҡалар ҡатнаша.

Декада саралары Союздар йортоноң Колонналы залында, В.И.Ленин исемендәге СССР Дәүләт китапханаһында, Мәскәү дәүләт университетында, Мәскәү театры сәхнәләрендә, СССР рәссамдар Союзының күргәҙмә залында, СССР яҙыусылар Союзының әҙәбиәтселәр Үҙәк йортонда, Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең актерҙар йортонда, Ҙур театрҙа уҙғарыла.

Башҡорт яҙыусылары Ғ. Әмири, З. А. Биишева, М. Кәрим, С. Ҡоҙаш, Н. Нәжми, Р. Ниғмәти, Ш. Биҡҡол, Ә. Г. Бикчәнтаев, Ҡ. Даян ҡала китапханаларында китап уҡыусылар конференцияһында, Мәскәү предприятиеларында сығыш яһайҙар.

Башҡорт театрҙары Мәскәү театрҙары сәхнәләрендә үҙҙәренең: Башҡорт драма театры А. П. Чеховтың «Ваня ағай» («Дядя Ваня»), Ғ. Әмири һәм В. Г. Ғәлимовтың «Ҡара йөҙҙәр»" («Черноликие»"),  У. Шекспирҙың «Отелло», М. Кәримдең «Яңғыҙ ҡайын» («Одинокая берёза»") спектаклдәрен;  Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Н. А. Римский-Корсаковтың «Батша кәләше»", «Салауат Юлаев» операларын[3], А. А. Крейндың «Сыңрау торна», «Лауренсия»" балеттарын ҡуя.

Рәссамдар Союзының күргәҙмә залында һәм Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең актерҙар йортонда рәссамдар һәм скульпторҙар: В. П. Андреев, М. Н. Арыҫланов, Р. Г. Ғүмәров, К. С. Дәүләткилдеев, Б .Ф. Домашников, М. Н. Елгаштина, Г Ш. Имашева, Р. У. Ишбулатов, А. А. Кузнецов, А. П. Лежнев, Т. П. Нечаева, А Э. Тюлькин, И. И. Урядовтарҙың эштәре күргәҙмәһе үтә. Рәссам А. А. Кузнецовтың «Допрос Салавата Юлаева» һүрәте күргәҙмә залында күргәҙмәнең үҙәк рәсеме булып тора.

Декаданың йомғаҡлау концерты Ҙур театрҙа була. Концертта башҡорт оҫталары халыҡ әҫәрҙәрен - йыр, бейеү күрһәтә, башҡорт композиторҙарының классик музыкаһы башҡарыла.

Декада барышында 24 опера, балет һәм драма спектаклдәре башҡарыла, симфоник оркестр ҡатнашлығында өс концерт, ике камерный концерт ҡуйыла. Декада үҙәк һәм Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыла.

Артабанғы йылдарҙа башҡорт сәнғәте декадаһы һәм көндәре Санкт-Петербургта (1964, 1969, 2001), Мәскәүҙә (1987, 1997); Украинала (1970, 1978), Ҡаҙаҡ ССР-ында ([[1976]]); ТАССР-ҙа (1960, 1989), Яҡут АССР-ында (1973, 1978), Сыуашстанда (1975, 2001), Истанбулда (2006) үтә. Үҙ сиратында,  Башҡортостанда татар әҙәбиәте аҙнаһы (1960); яҡут әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре (1972), украин (1979), ҡараҡалпаҡ (1977), ҡаҙаҡ (1977) һ. б. әҙәбиәте көндәре уҙа.

НаградаларҮҙгәртергә

1955 йылдың 7 һәм 8 июнендә Башҡорт АССР-ы һәм СССР Юғары Советы Президиумының декадала ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тураһында указдары сыға.

Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусылар Ленин ордены (6 кеше), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (24), «Почёт Билдәһе» ордены (68), «Өлгөлө хеҙмәте өсөн»  миҙалы (97) менән бүләкләнәләр.

Башҡорт академия драма театры артисы А. К. Мөбәрәковҡа һәм балерина З. Ә. Насретдиноваға СССР-ҙың халыҡ артисы исеме бирелә.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 4 се т. Башҡорт совет әҙәбиәте (1941–1955 йылдар). Өфө, 1993;
  • Башкирский государственный академический театр драмы. Уфа, 1969;
  • История башкирской советской литературы. М., 1977;
  • Газета «Советская культура» от 7 июня 1955 г. № 71/305/. Статья «Одаренность и мастерство».
  • Постановления бюро Башкирского обкома ВКП(б) о подготовке к Декаде башкирского искусства в Москве. ЦГАОО РБ. Ф. 122. On. 21. Д. 109. Л. 109.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Информация начальника Управления по делам искусств при СНК БАССР А. Н. Усманова о ходе подготовки к Декаде башкирского искусства в Москве. ЦГИА РБ. Ф. Р-928. On. 1. Д. 28. Л. 154-157
  2. Постановление бюро Башкирского обкома ВКП(б) о подготовке к Декаде башкирского искусства в Москве. ЦГАОО РБ. Ф. 122. On. 21. Д. 109. Л. 109
  3. Газета Правда. 1955. 2 июня. Рецензия народного артиста СССР Б. А. Покровского на спектакль Башкирского государственного театра оперы и балета «Салават Юлаев»