Биатлон

олимпия спорт төрө

Биатло́н (лат. bis — ике тапҡыр һәм бор. грек. ἆθλον — ярыш, алыш) — саңғы уҙышы менән винтовканан атыуҙан торған ҡышҡы олимпия спорт төрө. 1993 йылдан биатлон буйынса рәсми халыҡ-ара ярыштар Халыҡ-ара биатлон союзы ҡарамағы аҫтында үтә.

Биатлон
Рәсем
Етәксе орган Международный союз биатлонистов[d]
Алыштырған соревнования военных патрулей[d]
Пиктограмма
 Биатлон Викимилектә

Биатлон хәрби патрулдәрҙең ярыштарынан үҫеп сыҡҡан тип иҫәпләнелә. Әлеге мәлгә биатлондың төрҙәре күп, улар араһында: саңғы ярышы менән спорт йәйәһенән атыу, ҡалтағайҙа ярышыу һәм винтовканан атыу (ҡалтағайлы биатлон), һунар саңғыһында ярышыу һәм һунар винтовкаһынан атыу (һунар биатлоны). Йәнә йәйге биатлон тигән төрө бар — уға йүгереүҙән һәм атыуҙан (кросс-биатлон), роллерлы саңғыла уҙышыуҙан һәм атыуҙан (роллерлы саңғы биатлоны), һәм маунтин-байктарҙа (тау велосипедтарында) уҙышыуҙан һәм атыуҙан торған(маунтин-байк биатлоны) төрҙәр инә. Биатлондың бөтә төрҙәренән тик «классик» ҡышҡы биатлонға, ҡалтағай биатлонына һәм йәйге биатлонға ғына Халыҡ-ара биатлонсылар союзы кураторлыҡ итә.

Саңғы кейеп һунарға йөрөү бик күп төньяҡ халыҡтарының көнкүрешенә хас була. Әммә XVIII быуаттан башлап ҡына был шөғөл спорт төрөнә әүерелә. Биатлонға оҡшаған тәүге ярыш 1767 йылда үтә. Уны швед-норвег сигендә пограничниктар ойоштора. Эре халыҡ-ара ярыштарҙа хәҙерге биатлонға оҡшаш тәүге ярыш Францияның Шамони ҡалаһындағы 1924 йылғы I ҡышҡы Олимпия уйындары программаһына күрһәтмә статуста индерелә. Ул «хәрби патрулдәрҙең ярышы» тип атала. Күрһәтмә статуста хәрби патруль ярыштары 1928, 1936, 1948 йылғы ҡышҡы Олимпиадаларҙа ла үткәрелә. Шунан Икенсе донъя һуғышынан һуң донъяны солғаған пацифистик кәйефтәр арҡаһында уны рәсми календарҙан төшөрөп ҡалдыралар.

1948 йылдың 3 авгусында Халыҡ-ара хәҙерге заман бишбәйгеһе федерацияһы ойошторола (франц. Union internationale de pentathlon moderne, UIPM — УИПМ), 1953 йылдан ул биатлонды үҙ ҡарамағына ала. 1954 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты биатлонды спорт төрө тип таный. 1957 йылда Стокгольмда УИПМ үҙен биатлон ярыштарын үткәреү өсөн яуаплы тип иғлан итә. 1958 йылда беренсе эре халыҡ-ара биатлон ярышы — Австрияның Зальфельден ҡалаһында донъя чемпионаты үтә[1]. Ике йылдан биатлон Ҡышҡы Олимпия уйындарының рәсми программаһына индерелә. 1967 йылда донъя чемпионатында тәүге тапҡыр юниорҙар ярышы үткәрелә. 1978 йылдан шулай уҡ Донъя кубогының да тарихы башлана. Тәүҙә ярыштар тик ирҙәр араһында үтә. 1983 йылдан алып ҡатын-ҡыҙҙар Европа кубогына ярыша башлай, ә киләһе йылына донъя беренселегендә лә ҡатнашалар. 1987/1988 миҙгеленән ҡатын-ҡыҙ дисциплиналары Донъя күбогының календарына, икенсе йылына Европа кубогы календарына ла индерелә. Шул уҡ йылды Халыҡ-ара олимпия комитеты ҡатын-ҡыҙ дисциплиналарын 1992 йылғы Ҡышҡы олимпия уйындары (Франция, Альбервилль) программаһына индерергә ҡарар итә.

1992 йылдың 30 ноябрендә биатлонды хәҙерге заман бишбәйгеһенән айырырға хәл ителә. 1993 йылдың 2 июлендә Лондонда Халыҡ-ара хәҙерге заман бишбәйгеһе һәм биатлон федерацияһының ғәҙәттән тыш конгресында был федерация ҡарамағында Халыҡ-ара биатлонсылар союзы ойоштороу тураһында иғлан ителә. Шул уҡ йылдың 12 декабрендә Зальцбургта яңы халыҡ-ара ойошманың штаб-фатиры эш башлай. Биатлон буйынса ярыштарҙың форматы киңәйтелә. 1994 йылда Финляндияның Контиолахти тигән төбәгендә Европаның беренсе чемпионаты үткәрелә. Ике йылдан Австрияның Хохфильцен тигән төбәгендә йәйге биатлон буйынса халыҡ-ара ярыш үтә. 1998 йылдың 26-28 июнендә Халыҡ-ара биатлонсылар союзының Өсөнсө даими конгресы ойошторола, унда Халыҡ-ара хәҙерге заман бишбәйгеһе һәм биатлон федерацияһынан тулыһынса айырылырға ҡарар сығарыла.

Таралғанлығы

үҙгәртергә

Биатлон бөтәһенән элек үҙәк, төньяҡ һәм көнсығыш Европала, шул иҫәптән Рәсәйҙә киң таралыу алған. Биатлон тарихындағы иң уңышлы илдәр иҫәбенә СССР, Рәсәй, ГДР, Германия, Норвегия инә. Ул шулай уҡ Францияла, Австрияла, Беларуста, Швецияла, Украинала, Италияла, Ҡытайҙа һәм Төньяҡ Америкала ла популяр. Халыҡ-ара ярыштарҙа 43 ил спортсылары ҡатнаша (2013 йылға ҡарата). Шул уҡ ваҡытта 68 ил федерацияһы Халыҡ-ара биатлонсылар союзында ағза булып иҫәпләнә.

 
Донъя кубогы этабының утлы рубежы

Биатлон ойошмалары

үҙгәртергә
1948 йылға тиклем биатлон үҫеше өсөн яуаплы ойошма булмай. 1948 йылдан башлап биатлон түбәндәге ойошмалар ҡарамағына инә:
  • 1948—1966 — Халыҡ-ара хәҙерге заман бишбәйгеһе федерацияһы (УИП);
  • 1967—1992 — Халыҡ-ара хәҙерге заман бишбәйгеһе һәм биатлон федерацияһы (УИПБ);
  • 1993—1998 — Халыҡ-ара биатлонсылар союзы (формаль рәүештә УИПБ ҡарамағында);
  • 1998 йылдан алып — Халыҡ-ара биатлонсылар союзы (үҙ аллы ойошма).


Халыҡ-ара биатлонсылар союзының төп документтары:

  • 1993 — Халыҡ-ара биатлонсылар союзы конституцияһы (1994, 1996, 1998, 2000, 2004, 2006, 2008 йылғы үҙгәрештәр менән);
  • 1994 — Халыҡ-ара биатлонсылар союзының Дисциплинар ҡағиҙәләре (1996, 1998, 2000, 2002, 2004, 2006, 2008 йылғы үҙгәрештәр менән):
  • 1998 — Халыҡ-ара биатлонсылар союзының Ярыш ҡағиҙәләре һәм уларға ҡушымталар (2000, 2002, 2004, 2006, 2008 йылғы үҙгәрештәр менән);
  • 2008 — Халыҡ-ара биатлонсылар союзының Допингҡа ҡаршы ҡағиҙәләре.

Рәсәйҙә Милли биатлон федерацияһы сифатында Рәсәй биатлонсылар союзы ойошторолған (1992). Рәсәй биатлонсылар союзы шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттарындағы төбәк биатлон федерацияларының эшмәкәрлеген дә көйләй.

Ҡағиҙәләр һәм ҡорамалдар

үҙгәртергә
 
2006 йылда Туринда ҡышҡы Олимпия уйындарының масс-старты

Биатлонда саңғыла йөрөүҙең ирекле стиле ҡулланыла. Саңғының оҙонлоғо спортсының буйына бәйле — спортсының буйы минус 4 сантиметрҙан да ҡыҫҡараҡ булырға тейеш түгел, максималь оҙонлоғона сикләү ҡуйылмаған. Саңғының минималь киңлеге — 4 см, массаһы — 750 грамдан кәм түгел. Саңғы ярыштарына тәғәйенләнгән ҡәҙимге саңғы һәм саңғы таяғы алына (таяҡтың оҙонлоғо спортсының буйынан артыҡ түгел; оҙонлоғон үҙгәртә торған һәм этәреүҙе көсәйтә торған таяҡ тыйыла).

Атыу өсөн минималь ауырлығы 3,5 килограмдан артмаған винтовка алына, шыуған саҡта ул арҡаға тағыла. Автоматик һәм үҙ-үҙенән атыла торған ҡорал тыйыла. Тәтегә баҫҡанда күрһәтмә бармаҡ кәм тигәндә 500 грамлыҡ көс һалырға тейеш. Винтовканың прицелы сәпте ҙурайтып күрһәтергә тейеш түгел. Тоҫҡағанда ҡулсалы мушка һәм диоптриялы прицелды сәптәге түңәрәккә тап килтерергә кәрәк. Патрондарҙың калибры 5,6 мм (1977 йылға тиклем — 7,62 мм; шулай уҡ 6,5 мм калибрлы винтовкалар). Атҡанда пуляның тиҙлеге көбәк осонан 1 метр алыҫлыҡҡа сығып осҡанда күп тигәндә 380 м/с булырға тейеш.

Атыу яланында сәптәргә тиклем ара 50 метр тәшкил итә (1977 йылға тиклем — 100 метр). Ярыштарҙа ҡулланылған сәптәр ҡара төҫтә, аҡ ерлектә, биш данала була. Пуля тейгән сәптәр аҡ ҡапҡас менән ябыла бара, шуға биатлонсы атыуының һөҙөмтәләрен күреп тора. Һәр сәп пластина эсендәге 115 мм диаметрлы ҡара түңәрәк рәүешендә була. Баҫып атҡанда түңәрәктең ҡайһы еренә тейҙерһәң дә ярай, ә ятып атҡанда 45 мм диаметрлы ҡара түңәрәккә тейҙереү кәрәк, уның уртаһы 115 мм диаметрлы түңәрәктең уртаһы менән тап килеп тора. Пластинаның ситенә тейеп ҡаҡлыҡҡан пуляның түңәрәккә тейеүе лә сәпкә тейеү тип һанала. Эстафетанан башҡа бөтә ярыш төрҙәрендә лә ут рубежында биатлонсының биш атыу мөмкинлеге бар. Эстафетала һәр рубежда өҫтәмә рәүештә тағы өс патрон файҙаланырға рөхсәт ителә, улар ҡулдан ҡороп алына.

Айырыуса киң файҙаланыла торған ҡорал төрҙәре — Anschütz тигән немец винтовкаһы һәм Рәсәйҙең «Биатлон» тигән винтовкаһы.

Ярыш төрҙәре

үҙгәртергә

Эре халыҡ-ара биатлон ярыштарында уҙыштың ете төрө ҡулланыла:

  • шәхси уҙыш
  • спринт
  • эҙәрләү уҙышы
  • масс-старт
  • эстафета
  • ҡатнаш эстафета
  • берәрле ҡатнаш эстафета

Яҙа атҡан өсөн штрафтар: шәхси уҙышта — штраф минуты, башҡаларында — штраф әйләнәһен үтеү, берәрле ҡатнаш эстафетала ул — 75 метр, ә башҡа уҙыштарҙа— 150 метр.

Атыу. Спринтта һәм команда төрҙәренең һәр этабында биатлонсылар ике тапҡыр ата — тәүҙә ятып, шунан баҫып. Пасьютта һәм масс-стартта дүрт тапҡыр атырға: тәүҙә ике тапҡыр — ятып, шунан ике тапҡыр — баҫып. Шәхси уҙышта шулай уҡ дүрт тапҡыр атырға, ләкин атыу төрө сиратлана: беренсе һәм өсөнсө утлы рубежда — ятып, икенсе һәм дүртенселә баҫып атырға.

Ярыш төрҙәре

үҙгәртергә

Биатлон ярыштарын шартлы рәүештә ике төркөмгә — төрлө төрҙәр төркөмөнә (биатлон дисциплиналарынан тыш спорттың башҡа төрҙәре лә инә) һәм биатлон ярыштары төркөмөнә бүленә. Биатлон ярыштары иһә кубоклыларға һәм кубокһыҙҙарға бүленә.

Төрлө төрҙәр ярыштарында биатлон

үҙгәртергә

Төрлө төрҙәр ярыштарында биатлонды ярыш календарына индерергәме-юҡмы икәнен ярышты ойошторған халыҡ-ара ойошма Халыҡ-ара биатлон союзы менән берлектә хәл итә.

Төрлө төрҙәр төркөмөнән торған иң мөһим һәм күп кеше ҡатнашҡан ярыш тип ҡышҡы Олимпия уйындары иҫәпләнә. Хәҙерге олимпия биатлон программаһына шәхси уҙыш, спринт, пасьют (эҙәрләү уҙышы), масс-старт, ҡатнаш эстафета, ҡатын-ҡыҙҙар эстафетаһы, ирҙәр эстафетаһы инә. Бынан тыш, биатлон ярыштары ҡышҡы Универсиадаларҙа, хәрбиҙәр араһында саңғылы донъя чемпионаттарында, Бөтә донъя оҫталарҙың ҡышҡы уйындарында, ҡышҡы Бөтә донъя хәрби-спорт уйындарында үткәрелә.

Кубоклы биатлон ярыштары

үҙгәртергә

Кубоклы биатлон ярыштары араһында иң абруйлыһы — Донъя кубогы. Ул 1977/1978 миҙгеленән башлап — ирҙәр араһында, 1987/1988 миҙгеленән башлап ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелә. Этаптарға бүленгән ярыштар серияһынан ғибәрәт. Биатлон миҙгеле барышында Донъя кубогы һөҙөмтәләренә ҡарап биатлонсылар рейтингы төҙөлә.

Европаның Асыҡ кубогы (IBU кубогы тип тә атала) әһәмиәте буйынса икенсе урында тора[2] . Донъя кубогы менән IBU кубогынан башҡа, халыҡ-ара кимәлдә кубоклы тағы ике ҡитға ярышы бар — Төньяҡ Америка кубогы һәм Көньяҡ Америка кубогы. Азия кубогы үткәреү ҙә күҙҙә тотола.

Кубокһыҙ биатлон ярыштары

үҙгәртергә

Биатлон буйынса донъя чемпионаты — иң беренсе эре халыҡ-ара ярыш, тәүге тапҡыр ул 1958 йылда Австриялағы Зальфельден ҡалаһында үткәрелә.

Ҡитғаларҙа кубокһыҙ биатлон ярыштары араһында иң әһәмиәтлеләре — биатлон буйынса Европаның Асыҡ чемпионаты U26. Ул 1994 йылдан башлап үткәрелә. Бынан тыш Азия чемпионаты, Төньяҡ Америка чемпионаты һәм Көньяҡ Америка чемпионаттары бар.

Ярыштарҙа ҡатнашыусылар

үҙгәртергә

Кластар буйынса бүленеш

үҙгәртергә

Рәсми халыҡ-ара ярыштарҙа спортсылар өс класҡа бүленә:

  • ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар;
  • юниор егеттәр һәм юниор ҡыҙҙар;
  • егеттәр һәм ҡыҙҙар.

Биатлон миҙгеле (старты ноябрь аҙаҡтарында була) башланған йылдың 31 декабренә тиклем 21 йәше тулған кешеләр «ирҙәр» һәм «ҡатын-ҡыҙҙар» тип йөрөтөлә, улар миҙгелдең тик өлкәндәр араһында үткәрелгән ярыштарында ғына ҡатнашырға хоҡуҡлы. Үрҙә аталған датаға 19 йәше тулған кешеләр «юниор егеттәр» һәм «юниор ҡыҙҙар» тип йөрөтөлә. Улар юниорҙар ярыштарында ла, өлкәндәр ярыштарында ла ҡатнаша ала. Үрҙә әйтелгән йәшкә етмәгәндәр «егеттәр» һәм «ҡыҙҙар» тип йөрөтөлә. Улар бөтә кимәлдә лә: егеттәр һәм ҡыҙҙар ярыштарында ла; юниорҙар ярыштарында ла; өлкәндәр ярыштарында ла ҡатнаша ала.

Иң уңышлылар

үҙгәртергә

Бөгөнгө көнгә 8 тапҡыр Олимпия чемпионы Уле Эйнар Бьёрндален (Норвегия), 3 тапҡыр олимпия чемпионы Кати Вильхельм (Германия) һәм өс тапҡыр олимпия чемпионы Дарья Домрачева (Белоруссия) иң уңышлы биатлонсылар иҫәпләнә. Уле Эйнар донъя чемпионаттарында 20 тапҡыр еңгән. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя беренселектәрендә иң күп еңеүгә немец биатлонсыһы Магдалена Нойнер өлгәшкән (12 тапҡыр донъя чемпионы).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Полное название — Зальфельден-ам-Штайнернен-Мер.
  2. До сезона 2007/2008 включительно Кубок IBU назывался просто Кубком Европы по биатлону.

Һылтанмалар

үҙгәртергә