Атанғолов Абдрахман Абдулғәлим улы

техник фәндәр кандидаты

Атанғолов Абдрахман Абдулғәлим улы (5 май 1912 йыл — 1 август 1990 йыл) — ғалим-тау инженеры, педагог, хужалыҡ эшмәкәре. 1963 йылдан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш инженеры, директоры һәм директор урынбаҫары; 1967 йылдан Учалы тау-механика техникумының бүлек мөдире, директорҙың уҡыу-производство эштәре буйынса урынбаҫары, директоры. 1970—1975 йылдарҙа Төмән индустриаль институтының өлкән уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1968), доцент (1970). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.

Атанғолов Абдрахман Абдулғәлим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 май 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Һабыр, Йылайыр районы
Вафат булған көнө 16 март 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Баймаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө тау инженеры
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Абдрахман Абдулғәлим улы Атанғолов 1912 йылдың 5 майында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Түңгәүер волосының[1] (Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы) Һабыр ауылында тыуа. Олатаһы — ахун, атаһы мулла була һәм золом йылдарында репрессиялана[1]. 1925 йылда Абдрахман Ырымбур педагогия техникумына уҡырға инә, әммә синфи сығышы һөҙөмтәһендә уны тамамлай алмай. 1929 йылда ата-әсәһенә әйтмәйенсә Магнитогорск ҡалаһы төҙөлөшөнә китә. 1932 йылда Свердловск тау (геология-разведка) институтына уҡырға инә, әммә тағы ла синфи сығышы уҡыуын тамамларға ҡамасаулай — уны уҡыуҙан сығаралар. Ахырҙа исем-шәрифен «Андрей Андреевич» тип алмаштырғандан һуң ғына 1936 йылда Томск индустриаль институтында уҡый башлай. 1939 йылда «халыҡ дошманадары» балалары амнистияланғандан һуң, ҡабат үҙ исем-фамилияһын алып, Магнитогорск тау-металлургия институтына күсә һәм уны 1941 йылда «тау инженеры» һөнәре буйынса тамамлай[1]. Юғары белемле белгес хеҙмәт юлын «Башзолото» тресы руднигынан башлай һәм унда 1947 йылға тиклем эшләй. 1948 йылдан — Баймаҡ тау-металлургия техникумында уҡыта башлай. 1955 йылда директор урынбаҫары, 1956—1958 йылдарҙа директор була, 1959 йылдан СССР Төҫлө металлургия министрлығының Түбә мәғдән идаралығы директоры.
1962 йылдан СССР Гостехнадзорҙың Башҡортостан округы идаралығында баш инженер була.
1963—1966 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш инженеры, директоры һәм директор урынбаҫары[2]; 1967 йылдан Учалы тау-механика техникумының бүлек мөдире, директорҙың уҡыу-производство эштәре буйынса урынбаҫары, директоры. 1970—1975 йылдарҙа Төмән индустриаль институтының өлкән уҡытыусыһы, доцент[3].
Абдрахман Атанғолов 1995 йылдың 16 мартында Баймаҡ ҡалаһында вафат була[3]

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Атанғолов А. А. мәғдән ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү өлкәһе белегесе. Учалы һәм Межозерный рудниктарын тикшерә. 16 баҫма хеҙмәт авторы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы[3].

Ҡатыны Малифа Ғабдулла ҡыҙы менән 5 ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Иң оло улдары Айрат — инженер-геолог, Ҡазан дәүләт университетын тамамлай, Ханты-Манси автономиялы округы хакимиәтендә эшләй. Акрам менән Фәрит — инженер-электриктар, икеһе лә Мәскәү дәүләт университетыны тамамлай. Марат менән Илдар Төмән индустриаль институтын тамамлай, улар ҙа инженер-электрик. Балаларының иң өлкәне — ҡыҙҙары Өфө авиация институтын авиация двигателдәрен ремонтлау буйынса инженер һөнәре буйынса тамамлай Гурьевта, сит илдәрҙә, Псковта эшләй[4]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә