Теләүбаев Сәләхетдин Хөснөтдин улы

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы

Теләүбаев Сәләхетдин Хөснөтдин улы(5 май 1923 йыл — 30 апрель 2000 йыл) — малсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Бөрйән районы «Ҡыҙыл таң» колхозының келәт мөдире, ат ҡараусыһы, 1955 йылдан Сатра фермаһы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1980).

Теләүбаев Сәләхетдин Хөснөтдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 май 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Нәби ауылы, Иҫке Монасип ауыл Советы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 30 апрель 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (76 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Сәләхетдин Хөснөтдин улы Теләүбаев 1923 йылда Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған. Йәшләй «Паризан» колхозында (һуңынан «Ҡыҙыл таң» колхозы) эшләй башлай.

Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылдың июнь баштарында саҡырыла. Шул йылда 6—7 ай самаһы хәрби күнекмә үткәс, Төньяҡ-Көнбайыш фронтҡа ебәрелә. Яу юлын Старая Русса ҡалаһынан башлай. 1943 йылда 2-се Белорус фронтына күсерелә. Польша ерҙәрен азат итеү һуғыштарында «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Ул һуғышта ике тапҡыр яралана, госпиталдә ята. Еңеү көнөн Польшала ҡаршылай.

Армиянан 1947 йылда демобилизациялана һәм колхозға ҡайта. Тәүҙә төрлө эштәрҙә йөрөй, артабан келәт мөдире, ат ҡараусы була, фермала эшләй. 1955 йылдан Сатра фермаһына мөдир итеп ҡуялар. Яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн ул 1956 йылда Мәскәүгә ВДНХ-ға барыуға лайыҡ була.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ҡатыны Ғәрифә менән биш ул, ике ҡыҙ үҫтерә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1980)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә