Күсем ауыл Советы

Әбйәлил районының 2008 йылда бөтөрөлгән ауыл биләмәһе.

Күсем ауыл Советы — Әбйәлил районының 2008 йылда бөтөрөлгән ауыл биләмәһеТашбулат ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә. Административ үҙәге — Күсем Руднигы ауылы.

Күсем ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Әбйәлил районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Почта индексы — 453613. Код ОКАТО — 80201829000. Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законының 1-се стаьтьяһында түбәндәге юлдар бар[1]:

"Башҡортостан Республикаһындың административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә : 1) Әбйәлил районы буйынса:


Ташбулат һәм Күсем ауыл Советтарын, «Ташбулат ауыл Советы» атамаһын ҡалдырып, берләштерергә, Ташбулат ауылына административ үҙәкте урынлаштырырға. Күсем ауыл Советының Күсем руднигыГеологоразведка, Зелёная Поляна, Яҡтыкүл ауылдарын Ташбулат ауыл Советы составына индерергә. Ташбулат ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Күсем ауыл Советын алып ташларға;


Ауыл Советы Буранғол ауыл Советы, Таштимер ауыл Советы, Ташбулат ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш, Әбйәлил һәм Белорет райондары сиктәрендәге урталыҡта урынлашҡан (Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы (ред. 16.07.2008) «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статустары һәм административ үҙәктәре тураһындағы» Законы (Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы 2004 йылдың 16 декабрендә ҡабул итә))[2].

Ауыл Советында Яҡтыкүл, Сабаҡты кеүек эре күлдәр бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә