Шәретдинов Эдуард Фәүзи улы

Шәретдинов Эдуард Фәүзи улы (рус. Шаретдинов Эдуард Фавзиевич) - (5 май 1947 йыл) — СССР һәм Рәсәй сәйәси эшмәкәре. Юридик фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1] Милләте - башҡорт [2]

Шәретдинов Эдуард Фәүзи улы
Тыуған көнө 5 май 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Асҡын, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 5 сентябрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (68 йәш)
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Эдуард Фәүзи улы Шәретдинов 1947 йылдың 5 майында Башҡорт АССР-ының Асҡын районы Асҡын ауылында тыуған.

1972 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 1980 йылда Свердловскиҙағы Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1966 йылда Өфө авиация техникумын тамамлағандан һуң "Гидравлика" заводында технолог булып башлаған. Артабан прокуратурла стажер булып эшләгән.

1972 - 1973 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән. Унан ҡайтҡас, 1978 йылға тиклем прокурор, БАССР прокуратураһының Тикшереү идаралығы начальник урынбаҫары, БАССР Министрҙар Советы хакимиәт органдары бүлегенең етәксеһе булып эшләгән.

Свердловскиҙағы Юғары партия мәктәбен тамамлағандан һуң КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында бүлек мөдире урынбаҫары булған, республика прокурорының беренсе урынбаҫары, партияның өлкә комитетында бүлек мөдире.

1990 йылда Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына Октябрьский ҡалаһы, 108-се Ыҡ һайлау округынан депутат итеп һайланған [3][4]

1991 йылда Закондар сығарыу, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре комиссияһы рәйесе, Юғары Совет Президиумы ағзаһы, ә һуңынан 12-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары була.

1995 йылда 1-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты итеп һайлана.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында юридик фәндәр уҡыта.

2015 йылдың 5 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була [5]

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Шаретдинов Эдуард Фавзиевич/Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5.
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 95.
  3. 12 созыв (БАССР)
  4. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 30
  5. В Башкирии простились с известным юристом и политическим деятелем Эдуардом Шаретдиновым

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар үҙгәртергә