Хилажев Мәүлит Хилаж улы

Хилажев Мәүлит Хилаж улы (5 май 1916 йыл — 30 август 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар полкының орудие төҙәүсеһе, ефрейтор. Дан орденының тулы кавалеры.

Хилажев Мәүлит Хилаж улы
Тыуған ваҡыты

5 май 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мансур ауылы

Үлгән ваҡыты

30 август 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (81 йәш)

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

1941—1945

Хәрби звание
Ефрейтор
Ефрейтор
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Мәүлит Хилаж улы Хилажев 1916 йылдың 5 майында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мансур ауылында тыуған.

Башҡорт. Башланғыс белемле. 1942 йылдан КПСС ағзаһы.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 12 йәшендә Мансур алтын руднигы приискыларында башлай.

1941 йылдың июлендә Учалы район хәрби комиссариаты армияға ала. 1941 йылдың октябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 14-се атлы-артиллерия полкында. Ленинградты обороналауҙа ҡатнаша. 1944 йылдың майында 141-се пулемёт-артиллерия бригадаһының артиллерия взводы командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.

Һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн М. X. Хилажев 1944 йылда III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә. 1945 йылда II дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә. 1945 йылда Кенигсберг ҡалаһын алыу өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн I дәрәжә дан ордены менән бүләкләнә, был орден уға 1995 йылда тапшырыла. Һуғыштан һуң Польшала Вроцлав ҡалаһында хеҙмәт итә.

1946 йылда демобилизациялана. Мансур ауылында йәшәй (Башҡортостан).

Демобилизацияланғандан һуң Мансур ауылындағы алтын приискыларында эшләй.

1997 йылдың 30 авгусында вафат була, Мансур ауылында ерләнгән[1].

Батырлығы үҙгәртергә

602-се уҡсылар полкы орудие төҙәүсеһе (Ленинград фронтының 42-се армия, 109-сы уҡсылар дивизияһы) ефрейтор Хилажев 1944 йылдың 1 февралендә Александровская Горка ауылы янындағы һуғыштарҙа (Ленинград өлкәһе Кингисеппский районы), орудиеһын асыҡ позицияға тәгәрәтеп сығарып, тура тоҫҡау менән дошмандың ике ут нөктәһен юҡ итә. Артиллерия расчёты составында, дошман контратакаһын кире ҡағыу барышында, дошмандың ике пулемётын ҡыйрата, 10-дан ашыу пехотаһын ҡыра, сафтан сыҡҡан орудие командирын алмаштыра. 1944 йылдың 12 апрелендә 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

Арникайми тораҡ пункты районында (Латвия) дошман оборонаһын өҙгәндә, Хилажев орудиенән тура тоҫҡап дошмандың 2 пулемёт нөктәһен юҡ итә, ошоноң менән полк подразделениеларының алға барыуын тәьмин итә. 1944 йылдың 22 декабрендә дошман контратакаһын кире ҡаҡҡанда, расчет яугирҙәре менән тура тоҫҡап, отделениенән күберәк дошман һалдатын юҡ итә. 1945 йылдың 30 ғинуарында 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

Кенигсберг (хәҙерге Калининград) ҡалаһын алыу өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн 1994 йылдың 18 декабрендә Хилажев I дәрәжә Дан орденына тәҡдим ителә.

Наградалар үҙгәртергә

  • Дан орденының өс дәрәжәһе
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән бүләкләнә

Хәтер үҙгәртергә

Мансур урта мәктәбе Хилажев Мәүлит Хилаж улы исемен йөрөтә, шулай уҡ ауыл урамдарының береһе кавалер исеме менән аталған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Хилажев Мәүлит Хилаж улы. «Герои страны» сайты.

Һылтанмалар үҙгәртергә

http://bash-rmbs.ru/hero/knightsrb/alfavitnyj-ukazatel/h/138-hilaghevmh 2016 йыл 5 март архивланған.

http://encyclopedia.mil.ru/encyclopedia/gentlemens/hero.htm?id=11556305@morfHeroes

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Несокрушимые. Уфа, 1985.
  • Башҡортостандың данлы улдары. Өфө.
  • Кавалеры ордена Славы трех степеней, Краткий биографический словарь, М., Военное изд-во, 2000
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.