РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре — РСФСР-ҙың маҡтаулы исеме. 1964 йылдың 26 майында ҡабул ителгән.
Мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф органдары, полиграфия, матбуғат,радио һәм телевидение учреждениелары, ойошмаларының юғары квалификациялы хеҙмәткәрҙәренә бирелгән. Шулай уҡ ижади үҙешмәкәрлектә, мәғариф органдары, учреждениелары, ойошмаларының эшмәкәрлегендә йәмәғәт башланғысында ҡатнашыусылар, мәҙәниәт үҫешенә индергән өлөштәре, хеҙмәттәре өсөн һәм мәҙәниәт өлкәһендә 15 һәм унан күберәк йылдар эшләгәндәр ҙә ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
1992 йылдың 4 февралендә һуңғы тапҡыр был маҡтаулы исем бирелгән [1][2].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергә- Заслуженный работник культуры Российской Федерации
- Список Заслуженных работников культуры РСФСР
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Указ Президента РФ от 04.02.1992 № 105 «О присвоении почётного звания «Заслуженный работник культуры РСФСР» 2014 йыл 7 ноябрь архивланған.
- ↑ [ Звания почётные] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә