Башкатов Сергей Александрович

биохимик

Башкатов Сергей Александрович (5 апрель 1961 йыл) — ғалим-биохимик. Биология фәндәре докторы (1997), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2008), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011)[1].

Башкатов Сергей Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 апрель 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө биохимик
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Сергей Александрович Башкатов 1961 йылдың 5 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1983 йылда Башҡорт дәүләт университетын һуң Химия институтында эшләй башлай. 1991—1998 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт медицина университетының ғилми тикшеренеү үҙәге директоры, бер үк ваҡытта 1993—1998 йылдарҙа — лаборатория мөдире, 1995 йылдан алып Нефтехимия һәм катализ институтының лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1998—2000 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт аграр университетының дөйөм биология, 2000 йылдан алып Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының дөйөм психология кафедраһы мөдире, 2010 йылдан — уҡытыусы[1]. 2013 йылдан — БДУ-ның биология факультеты деканы[2].

С. А. Башкатовтың фәнни эшмәкәрлеге кеше организмы адаптацияһы механизмдарында күҙәнәктәр араһындағы матрикс гетерополисахаридтарының ролен өйрәнеүгә, плацентар гликозаминогликандар нигеҙендә дарыу препараттары уйлап табыуға арналған. 140-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

Төп ғилми хеҙмәте: Гликозаминогликаны в биохимических механизмах адаптации организма к некоторым физиологическим и патологическим состояниям. М., 2004 (авторҙаш)[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә