Кәримова Ләлә Фазыл ҡыҙы

табип‑ортопед. Медицина фәндәре докторы. СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1975).

Кәримова Ләлә Фазыл ҡыҙы (рус. Каримова Ляля Фазыловна; 5 апрель 1926 йыл21 май 2011 йыл) — табип‑ортопед. Медицина фәндәре докторы (1983). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1975).

Кәримова Ләлә Фазыл ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Башҡорт АССР-ы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 апрель 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Түбәнге Ҡарғауыл, Әсән ауыл Советы (Дүртөйлө районы), Дүртөйлө районы
Вафат булған көнө 21 май 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Һөнәр төрө табип, хирург-ортопед
Эш урыны Научно-исследовательский детский ортопедический институт им. Г. И[d]
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме уйлап табыусы[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Һаулыҡ һаҡлау Отличнигына» тамғаһы (СССР)

Биографияһы

үҙгәртергә

Кәримова Ләлә Фазыл ҡыҙы 1926 йылдың 5 апрелендә БАССР‑ҙың Бөрө кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы) Түбәнге Ҡарғауыл ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа. 1948 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай һәм биш йыл Салауат районы дауаханаһында хирург булып эшләй. 1953 йылда РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Г.И.Турнер исемендәге Ленинград балалар ортопедия ғилми-тикшеренеү институтының клиник ординатураһын тамамлай, ә 1956 йылда аспирантураға инә. 1962 йылдың ғинуарында «1955—1956 йылдарҙа полиомиелит кисергән ауырыуҙарҙы диспансеризациялау» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы уңышлы яҡлай. 1964 йылдан Ләлә Фазыл ҡыҙы институттың ғилми хеҙмәткәре була[1].

1989 йылдың февралендә «Пороки развития костей голени» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Илле ете йыл ғүмерен Ләлә фазыл ҡыҙы институтта балалар мәнфәғәте өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итә, уларҙың аяҡтарын ампутациянан ҡотҡара. Ләлә Фазыл ҡыҙы Кәримова тарафынан тыумыштан аяҡ-ҡулдары үҫеше кәмселеге булған балаларҙы оператив дауалауҙың уникаль методикалары эшләнә һәм индерелә. Ул меңләгән балаға операция яһай һәм аяҡҡа баҫтыра.

Ләлә Фазыл ҡыҙы ғилми һәм йәмәғәт эшен һәр саҡ уңышлы аралаштырып алып барған[1]. Кәримова Ләлә Фазыл ҡыҙы 2011 йылдың 21 майында 86-сы йәшендә Санкт-Петербург ҡалаһында вафат була, Өфөлә ерләнә.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге балалар ортопедияһы проблемаларына арналған. Кәримова тарафынан сираҡ һөйәктәренең үҫеш кәмселектәре классификацияһы, сираҡ һөйәктәре һәм янбаш‑бот быуынының тыумыштан булған патологияһы ваҡытында реконструктив‑пластик операциялар методикаһы, тергеҙеү һәм резидуаль осорҙарҙа полиомиелитты дауалау ысулдары эшләнә, улар Рәсәй Федерацияһында, Германияла һәм Кувейтта дауалау практикаһына индерелә. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы[1].

Санкт-Петербург Закондар сығарыу Йыйылышы Рәхмәте[2]

Уйлап тыбуҙары

үҙгәртергә
  • Способ хирургического лечения врожденного дефекта дистального конца большеберцовой кости у детей
  • Способ хирургического лечения заднего вывиха стопы при гипоплазии большеберцовой кости у детей
  • Способ хирургического лечения деформаций стопы при пороке развития малоберцовой кости у детей грудного возраста
  • Способ хирургического лечения врожденной деформации кости голени и стопы у детей
  • Способ хирургического лечения детей при полном отсутствии большеберцовой кости
  • Способ лечения детей с врожденным отсутствием большеберцовой кости
  • Способ лечения врожденного дефекта большеберцовой кости и недоразвитием малоберцовой кости и вывихом стопы
  • Способ лечения врожденного недоразвития костей голени с деформацией их во фронтальной плоскости с расположением между ними таранной кости
  • Способ лечения недоразвитых сращенных костей предплюсны со смещением стопы кнаружи
  • Способ лечения врожденного отсутствия малоберцовой кости, недоразвития бедра, синостоза эпифизов в положении сгибания голени и вывиха стопы
  • Способ лечения эквино-варусной стопы с анкилозами ее суставов
  • Способ лечения сгибательной контрактуры коленного сустава с птеригиум синдромом при артрогрипотическом гемипоражении
  • Способ лечения деформации стопы со сгибательной контрактурой, вертикальным положением таранной кости и передним вывихом
  • Способ лечения полного врожденного отсутствия голени с порочным положением стопы
  • Способ реконструкции коленного сустава при диастрофическом дворфизме

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә