Ҡар
Ҡар — кескәй боҙ ярсыҡтарынан торған атмосфера яуым-төшөмө. Ер өҫтөнә ябырылып яуа торған яуым.[1]
Кристалдарҙың барлыҡҡа килеүе
үҙгәртергәБолоттарҙа күҙгә күренмәҫ һыу тамсылары туҙан бөртөксәләре менән ойошоп туңғас, ҡар барлыҡҡа килә. Тәүҙә диаметры 0,1 мм артмаған боҙ кристалдарына ергә яуған мәлендә һауанан һыу молекулаларын үҙенә тартып ҙурая. Шул саҡта алты мөйөшлө кристалл формалары барлыҡҡа килә. Һыу молекулаларының төҙөлөшө үҙенсәлектәре арҡаһында кристалл нурҙары араһында 60 йә 120 градуслы мөйөштәр төҙөлә лә инде. Тигеҙлектә һыуҙың төп кристалы 6 нурлы була. Һәр осона яңы кристалдар өҫтәлә,уларына тағы ла ҡушыла бара. Шулай кристалдар өҫтәлгән һайын ҡар бөртөктәренең төрҙәре лә төрлөләнә. Һауа торошо үҙгәргән һайын һыу кристалдары атмосферала вертикаль рәүештә күсә, ирей, яңынан төҙөлә, шуға кристалдарҙың төҙөлөшө үҙгәрә,төрлө ҡатнаш формалар барлыҡҡа килә. Алты нурҙарға бер ваҡытта кристалл йәбешкәнгә күрә, бер тирә һауа торошонда оҡшаш ҡар бөртөктәре лә осрайҙар.
Ҡар бөртөктәре
үҙгәртергәҠар бөртөгөнөң аҡлығы һауаға бәйле. Төрлө нурҙар һауа һәм кристалл сиктәренә төшөп сағыла. Ҡар бөртөктөре 95 % һауанан тора, шуға күрә улар үтә лә еңел һәм бик яй ергә төшәләр(0,9км/c.). 1887 йылдың 28 ғинуарында Форт-Кео, Монтана, АҠШ-та иң ҙур ҡар бөртөгөн теркәгәндәр. Ул диаметрында 15 дюйм (йәки 38см)булған. Был турала Monthly Weather Review, 1915, 73.[2] яҙғандар. Ғәҙәттә, ҡар бөртөктәренең диаметры 5 мм, ауырлығы 0,004 г. артмай[3][4][5].
Ҡар бөртөктәренең төрҙәре
үҙгәртергәҠар бөртөктәренең төрҙәре шуныса күп, хатта ике бер төрлө ҡар бөртөгө булмай тиҙәр. Иң ҙур ҡар бөртөктәре коллекцияһы авторы Кеннет Либрехт был турала былай ти: Бөтә ҡар бөртөктөре лә төрлө,уларҙы группаларға, классификацияларға бүлеү — һәр кемдең шәхси теләге. Ябай, призма кеүек, ҡар бөртөктәре түбән еүешлектә барлыҡҡа киләләр һәм улар, молекула төҙөлөшөндө төрлө булһалар ҙа, бер-береһенә оҡшаштар. Йондоҙға оҡшаш ҡар бөртөктәре үҙенсәлекле, күҙгә күренеп торған геометрик формалы булалар. Киотолағы Рицумэйкан (яп.) университеты физигы Джон Нельсон фекеренсә, ҡар бөртөктәренең төрлөлөгө күҙгә күренгән йыһандағы барлыҡ атомдар һанынан күберәк.
Ҡар — тәбиғәт күренеше
үҙгәртергәҠар — ҡыштың үҙенсәлеге. Ҡар ятмайынса ла түбән температура була алыуына ҡарамаҫтан, климатик ҡыштың төп шарты — ҡарҙың ҡыш буйына бер туҡтауһыҙ йәки һирәк аяҙлап яуыуы һәм ерҙә өҙлөкһөҙ ятыуы. Шулай ҙа, Ер шарының ҡайһы бер өлөштөрендә (Ғәрәбстан ярымутрауында) ҡар бөтөнләй юҡ йәки бик һирәк яуа.
Рәсәйҙә ҡар бөтә ерендә лә яуа, ята. Климатик ҡыш нисек килеп етә,ҡарҙың ергә ятыуы ла шулай була. Рәсәйҙең төньяҡ-көнсығыш райондарында(Коми Республикаһы, Красноярск крайы, Чукотка, Якутияла) ҡар октябрь айынан июнгә тиклем ята.
Оймяконда ҡар йылдың төрлө ваҡытында яуа. Ғәҙәттә 24 сентябргә, көҙгө көн менән төн тигеҙләшкәндә, Оймяконда ҡар ятһа ла, 24 августа ла ятыуы ихтимал. Ҡар иреүе иһә 17 майҙан 31 майға тиклем дә була ала. Шулай ҡар был ауылда йылына уртаса 237 тәүлек, ҡайһы бер йылда хатта 282 тәүлек ята. Хатангала ҡар 256 тәүлектән кәм ятмай — 23 сентябрҙән 5июнгә тиклем. Норильскиҙа ҡар уртаса 244 йә 277 тәүлек ята. Челюскин морононында ҡар 11 айҙан артыҡ ята. Йылдың иң йылы айының уртаса температураһы − 1 — 2градус артмаған Рәсәйҙең ҡайһы бер төньяҡ утрауҙарында ҡар йыл әйләнәһенә ята. Виза утрауында июндә ҡарҙың ҡалынлығы 50 сантиметр. Рәсәйҙең урта һыҙатында тәүге ҡар октябрь аҙағында, ноябрь башында яуһа, ноябрь аҙағынан марттың аҙағына тиклем тиклем ныҡлап ята. Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙ буйҙарында ҡайһы бер йылда ҡар ныҡлап иң һыуыҡ ҡышта 2-3 аҙна ғына ята. 1946—2013 йылдар арауығында иң иртә яуған һәм ятҡан ҡар яуымы 1976 йылдың 25 сентябрендә һәм 1993 йылдың 24 октябрендә теркәлгән.
Ҡар яуыу төрҙәре
үҙгәртергәҠар төрлө параметрҙар менән ҡылыҡһырлана: япманың ҡалынлығы, ундағы һыу күләме, ыуалыусанлыҡ һ. б. Типик ҡарҙан тыш, тропиктан тыш циклондар, күлдәр һәм таулы ерҙәр менән бәйле махсус ҡар яуыуҙары була.
Төньяҡ ярымшарҙа Көнбайыш Европа, Канада һәм Гренландия өсөн хас тропик булмаған циклондар көслө ямғырҙар һәм көслө ҡар яуған, ә елдең тиҙлеге сәғәтенә 119 км-ҙан ашып киткән экстремаль шарттар тыуҙырыуы мөмкин[6]. Йылы фронт менән бәйле яуым-төшөм һыҙаты йыш ҡына киң һәм фронталь сик аша һауаның көсһөҙ өҫкә табан хәрәкәт итеүе арҡаһында барлыҡҡа килә; һыуынған һайын дым конденсациялана һәм ҡат-ҡат ямғырлы болоттар теҙмәһен барлыҡҡа килтереп, яуым-төшөм тыуҙыра[7][8]. Һалҡын секторҙа, циклон үҙәгенән көнбайышҡа һәм полюсҡа табан, кесе һәм уртаса ҡар яуыу һыҙаттарының, ғәҙәттә, 32 км-ҙан 80 км-ға тиклем киңлектә булалар[9]. Был һыҙаттар циклондың фронтогенез, йәки температураның контраст зоналары менән бәйле[10].
Йыш ҡына циклондар менән килтерелгән һалҡын һауа ҙур һыу ятҡылыҡтары өҫтөндә ҡар яуыу һыҙаттары эффектына килтереүе мөмкин: һыу өҫтөндәге һауа менән һыу температураһының һиҙелерлек айырмаһына килтергән ҙур күлдәр йылылыҡты һөҙөмтәле туплай[11]; температура айырмаһы арҡаһында йылылыҡ һәм дым өҫкә табан хәрәкәт итәләр, вертикаль йүнәлешле болоттарҙа ҡуйырып, ҡарҙы барлыҡҡа килтерәләр. Бейеклек менән температура ни тиклем көслөрәк кәмеһә, болоттар ҙа шул тиклем ҡалыныраҡ барлыҡҡа килә һәм ҡар көслөрәк яуа[12].
Таулы урындарҙа көслө ҡар яуа, әгәр һауа тауҙарға күтәрелерергә һәм, һыуынып, бейек тауҙарҙың ел өргән битләүҙәренә ҡар булып яуған артыҡ атмосфера дымлылығын бирергә мәжбүр булғанда. Таулы ландшафттың үҙенсәлектәре арҡаһында бында көслө ҡар яуыуын күҙаллау етди проблема булып ҡала[13].
Көсөргәнешлек буйынса түбәндәге ҡар яуыу төрҙәре айырыла:
- көсһөҙ — 1 м3 һауаға 10 ябалаҡ ҡарҙан да кәмерәк;
- уртаса — 1 м3 һауаға 10 — 100 ябалаҡ ҡар;
- көслө (ҡалын) — йөҙҙән алып бер нисә меңгә тиклем ҡар ябалағы.
Ҡар яуыуҙың оҙайлығы, көсөргәнешлеге һәм тиҙлеге ҡар яуыу күләмен билдәләй. Ел булмаһа, ҡар яуыу тыныс һанала. Елле һауа торошонда ҡар яуыуы «үрге буран» тип атала.
Ҡар типтары
үҙгәртергәҠарҙың төрҙәрен ябалаҡтар формаһы, йыйылыу тиҙлеге, япманың ҡалынлығы, ундағы һыу күләме, ыуалыусанлыҡ һәм ерҙә йыйылыу юлдары аша күрһәтергә мөмкин. Ҡар яуым-төшөмөнөң иреү һәм боҙланыу циклдары арҡаһында ябалаҡлап түгел, ә шар булып яуыуы борғанаҡ булараҡ билдәле[14][15].
Ҡар ергә төшкәндән һуң, порошок һымаҡ һәм бөртөклө тип классификациялана ала. Саңғысылар һәм сноубордсылар яуған ҡарҙы «целек», «круд», «наст», «ҡар бутҡаһы» һәм «боҙға» бүлә. Ҡар порошок һымаҡ булғанда, елгә дусар булып ҡар өйөмдәре яһай[16] һәм бер нисә метр тәрәнлектәге көрттәр барлыҡҡа килтерә ала[17].
Тау битләүҙәренә яуған ҡар, текә битләүҙәрҙән ҡар ишелмәһе рәүешендә төшкән ҡар плитаһына әйләнеүе мөмкин.
Ҡар яуыу көсөргәнешлеге күреү мөмкинлеге менән билдәләнә. Күреү мөмкинлеге 1 км-ҙан ашыу булғанда ҡар еңел тип һанала. «Уртаса ҡар» тип 0,5-1 км араны күреү мөмкинлеген сикләгән ҡар яуыуы һүрәтләнә[18]. Көслө ҡар яуыуы күреү мөмкинлеге 0,5 км-ҙан кәмерәк булғанда атала. Байтаҡ даими көсөргәнешле ҡарҙы йыш ҡына «буран» (ҡар бураны) тип атайҙар[19].
Өйрәнеү тарихи
үҙгәртергәАстроном Иоганн Кеплер 1611 йылда «Алты мөйөшлө ҡар бөртөктәре тураһында» фәнни трактатын баҫтырып сығара, унда ҡаты геометрия яғынан тәбиғәт мөғжизәләрен тикшерә.
«Алты мөйөшлө ҡар бөртөктәре тураһында» миниатюраһы — фән раритеты, теоретик кристаллография документы һәм уның тарихы ғорурлығы.
1635 йылда француз философы, математик һәм натуралист Рене Декарт ҡар бөртөктәренең формаһы менән ҡыҙыҡһына башлай, һәм «Опыт о метеорах», йәки «Метеоры» китабына ингән этюд яҙа.
1885 йылда, күп һынауҙарҙан һәм хаталарҙан һуң, «Снежинка» ҡушаматлы америка фермеры Уилсон Бентли микроскоп аҫтында ҡар бөртөгөнөң тәүге уңышлы фотоһүрәтен ала. Бының менән ул ҡырҡ алты йыл дауамында шөғөлләнә, 5000-дән ашыу уникаль фото төшөрә. Ижады нигеҙендә бер-береһенә оҡшаш ике ҡар бөртөгө булмауы иҫбатлана (артабан кристалл теорияһын тулыландыра).
1889 йылда Санкт-Петербургта Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы барон Николай Васильевич Каулбарс ғәҙәти булмаған формалағы ҡар бөртөктәре аса.
Н. В. Каульбарстың яҙмаһынан[20]:
Утром 28 февраля, совершая свою обычную прогулку в Юсуповом саду в С.-Петербурге, я был поражён необыкновенным наружным видом снежинок, падавших на моё пальто.
Они состояли по большей части из небольших столбиков, в два миллиметра длины, фиг. 2, на обоих концах которых и в плоскости, перпендикулярной к их оси, прикреплены были диски, диаметром около 1 миллиметра. Такой оригинальной формы снежинок мне ранее не доводилось видеть, а потому, вооружившись лупою, я стал ближе рассматривать все подробности их строения, которое и старался выразить на фиг. 1. Столбик а из белого непрозрачного льда казался мне цилиндрическим без внутренней пустоты. Все столбики были одинаковых размеров, около 2 миллиметров длины и около 1⁄4 миллиметра ширины. Быть может и даже вероятно, что столбики эти были шестигранные призмы; но на рисунке я не решился этого сделать, так как, при внимательном наблюдении в лупу нескольких десятков снежинок, столбики казались мне цилиндрическими.
То же самое скажу и о двух прозрачных ледяных дисках, прикреплённых к обоим концам столбика. Они также для глаза и в лупу казались совершенно правильными кружками б б, хотя основанием их формы, вероятно, был шестигранник, на что указывает число спиц, расположенных радиально внутри кружков и колебавшееся почти всегда между числами 6 или 12. Только в одном случае насчитал я таких спиц 24. Внутри кружка виднелось круглое основание столбика, образ которого представлял небольшую непрозрачную точку, окружённую весьма тонкой радиальной шрафировкой, упиравшейся как будто в край столбика. Число этих миниатюрных лучей невозможно было сосчитать, но, по-видимому, оно соответствовало числу спиц кружка. Эти последние мне казались трёхгранными, удлинёнными пирамидами (фиг. 3) из совершенно прозрачного льду, упиравшимися основанием на край обреза столбика, а вершиной в край диска. Пространство между этими пирамидами было выполнено весьма нежными перистыми образованиями формы, изображённой на фиг. 4.
Особенно поразило меня в этих снежинках оригинальное образование на наружном крае дисков, украшенных рядом игл, вертикально стоявших на самом наружном крае диска. Число этих игл, которые казались мне также трёхгранными пирамидами, всегда строго соответствовало числу спиц диска, и притом на каждую спицу приходилось по 4 иглы с.
У разных авторов я нашёл рисунок этого весьма редкого вида снежинок, но везде только в самых общих чертах, без подробностей. Ни на одном, например, не показаны спицы внутри дисков и иглы, расположенные на их наружном крае.
Вместе с описываемыми снежинками падали и снежинки обыкновенной шестигранной формы, но в весьма ограниченном числе.
Погода была пасмурная, при слабом S. W. и −5° Реомюра.
1951 йылда Халыҡ-ара ҡар һәм боҙ комиссияһы ҡаты яуым-төшөмдөң ярайһы уҡ ябай һәм киң ҡулланылған классификацияһын ҡабул итә. Был система буйынса кристаллдарҙың ете төп төрө бар: пластиналар, йондоҙ һымаҡ кристалдар, бағаналар (йәки колонналар), энәләр, арауыҡ дендриттар, осло һәм даими булмаған формалы колонналар. Уларға боҙло яуым-төшөмдөң тағы өс төрө өҫтәлде: ваҡ ҡар бөртөктәре, боҙ бөртөгө һәм боҙ-борсаҡ.
2001 йылда физика профессоры, Калифорния технология институты астрономы Кеннет Либбрехт ҡар өлкәһендә тикшеренеүҙәрен башлай. Профессор Либбрехт лабораторияһында ҡар бөртөктәре яһалма рәүештә үҫтерелә.
Әлеге ваҡытта ҡарҙы грациология бүлеге — снеговедение өйрәнә.
Ҡар төҙөлөштә
үҙгәртергәИглуны төҙөгәндә сағыштырмаса юғары тығыҙлыҡтағы ҡар ҡулланыла.
Ҡар, бигерәк тә яңы яуған, яҡшы йылылыҡ изоляторы булып тора. Яңы яуған ҡарҙың тығыҙлығы 0,12… 0,20 г/см3. Йылы үткәреүсәнлек коэффициенты Ктп = 0,1—0,15 Вт/м·К (яҡшы йылытҡыс кимәлендә). Әммә тығыҙлығы 0,40… 0,56 г/см3 еткән һайын, йылы үткәреүсәнлек коэффициенты 0,5 һәм хатта 0,6—0,7 Вт/м·К тиклем күтәрелә[21]. Шул уҡ ваҡытта ҡарҙың йылылыҡ һыйышы әллә ни үҙгәрмәй (2090… 2100 Дж/кг·К)[21]
Ҡар шығырлауы
үҙгәртергәҠыҫылғанда ҡар кертерләүгә оҡшаған тауыш сығара. Был тауыш ҡарҙа йөрөгәндә, сана йәки саңғы менән шыуғанда, ҡар бабай яһағанда һ. б. барлыҡҡа килә.
Ҡарҙың шығырлауы −2 °C[22] (башҡа сығанаҡтар буйынса −5 °C[23]) түбән температурала ишетелә. Был температуранан юғары булғанда ҡар шығырламай.
Был тауыштың сығыуының өс төп сәбәбе бар тип иҫәпләнә:
- ҡар кристалдарының һыныуы;
- баҫым аҫтында бер-береһенә кристалдарының шылыуы;
- кристалл рәшәткәһенең деформацияһы.
Ҡар шығырлауының төп сәбәбе тип беренсеһе (кристалдар һыныуы) һанала.
Ҡар шығырлауының акустик спектрҙа ике максимумы бар: 250—400 Гц һәм 1000—1600 Гц диапазонында.
Ҡар шығырлауына оҡшаған тауышты, мәҫәлән, тоҙ һәм шәкәр ҡушылмаһын ҡыҫып алырға мөмкин. Был, атап әйткәндә, «Александр Невский» фильмын төшөргәндә ҡулланыла[24].
Иреүе һәм газға әйләнеүе
үҙгәртергәҒәҙәти шарттарҙа һауа температураһы 0 °C-тан юғары булғанда ҡар ирей башлай, әммә тәбиғәттә, шыйыҡлыҡ фазаһын үтеп, түбән температурала байтаҡ ҡар парға әйләнә. Был процесты үҙаллы күҙәтеү еңел. Ҡаты есемдән газлы хәлгә күсеү сублимация тип атала. Ҡояш нурҙарына дусар булғанда ҡарҙың сублимацияһы айырыуса көсөргәнешле була, әммә тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре ҡар бөртөктәренең үҙ-ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә буран ваҡытында көсөргәнешле парланыуҙы күрһәтә[25].
Ҡар башҡа планеталарҙа һәм юлдаштарында
үҙгәртергәМарста беҙҙәге ғәҙәти ҡар һәм шулай уҡ ҡаты углекислотанан торған ҡар яуа.
Титанда (Сатурндың юлдашы), ғәҙәттә, ямғыр булып яуған метан, һыуыҡ урындарҙа ҡар былып яуа (ерҙәге һыу менән булған кеүек).
Тритондың, Нептундың юлдашының, күп өлөшө ҡар ҡатламы менән ҡапланған, был уны ярайһы уҡ сағыу итә (ул яҡтылыҡтың яҡынса 85 процентын сағылдыра). Тритон ҡары туңған азоттан, һыуҙан, углекислый газдан, углерод оксидының, метандың һәм этандың ҙур булмаған ҡушылмаларынан тора. Уға ультрафиолет нурланыш һәм йыһан нурҙары тәьҫирендә метандан һәм азоттан барлыҡҡа килгән ҡатмарлыраҡ берләшмәләр биргән алһыу төҫкә эйә. Тритон полюстары янында ҡар һәм боҙ ҡатламының ҡалынлығы йөҙҙәрсә метрға етә тип фаразлана[26].
Ҡар тураһында мифтар һәм риүәйәттәр
үҙгәртергә«Скифтар еренән төньяҡтараҡ ятҡан районда, — ти Геродот, — бер нәмә лә күренмәй, осоп барған ҡауырһындар арҡаһында үтеп инеү мөмкин түгел тиҙәр. Һәм ысынлап та, унда ер һәм һауа ҡауырһындар менән тулы, күреү һәләтенә лә ҡамасаулай».
Көньяҡ славяндар фольклорында, аҡлығы һәм йомшаҡлығы менән тарттырылғаг игенде хәтерләткән, унда күктән төшкән он күргән ҡар тураһында легенда билдәле (Афанасьев 1994/1:290). Был мотив «Когда Господь ходил по земле» һәм «Грешная женщина» легендаларында, шулай уҡ Төньяҡ Македониялағы Велес төбәгендә яҙып алынған «Ни өсөн күктән он төшмәй» тигән хөрәфәттә сағыла.
Эскимостарҙа ҡарҙың төрлө төрҙәренә ҡағылышлы һүҙҙәр һаны бик күп тигән легенда йөрөй. Эвенк телендә ҡарҙы аңлатыу өсөн 30 һүҙ бар[27]. Атап әйткәндә, рус-эвенк һүҙлеге айырым терминдар менән «беренсе мамыҡ ҡар», «беренсе дымлы ҡар», «бөртөклө ҡарҙы» һәм башҡаларҙы айыра[28].
«Ҡарҙар иле» — Тибеттың шиғри атамаһы.
Спорт
үҙгәртергә2012 йылдан Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы (FIS) инициативаһы менән ғинуарҙың һуңғы йәкшәмбеһендә «Бөтә донъя ҡар көнө» билдәләнә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәБыл бүлеккә «Ҡар» темаһына йәки «Ҡар» исемле китаптар һәм әҫәрҙәр исемлеге ҡуйыла, мөмкин булһа һылтанма эшләнелә
Шиғырҙар
үҙгәртергә- Ҡар бөртөгө (шиғыр). Тамара Искәндәриә
- Ҡар яуа (шиғыр). Тамара Искәндәриә
- Ҡар һыуы. Гүзәл Ситдиҡова
- Ҡар. Гүзәл Ситдиҡова
- Ҡармы, ямғырмы? Гүзәл Ситдиҡова
Хикәйәләр
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бровкин В. В. Атмосферные явления — классификация и описание 2020 йыл 1 июнь архивланған.
- ↑ Выпавший в Омской области оранжевый снег оказался не радиоактивен . Лента.Ру (2 февраль 2007). Дата обращения: 15 март 2017.
- ↑ Monthly Weather Review, 1915, 73.
- ↑ Keith C. Heidorn, PhD. Giant Snow Flakes. — Weather Journal, November 15, 2000.
- ↑ William J. Broad. Giant Snowflakes as Big as Frisbees? Could Be, New York Times (20 март 2007). 31 май 2016 тикшерелгән.
- ↑ Joan Von Ahn; Joe Sienkiewicz; Greggory McFadden Hurricane Force Extratropical Cyclones Observed Using QuikSCAT Near Real Time Winds (инг.) // Mariners Weather Log (инг.)баш. : magazine. — Voluntary Observing Ship Program, 2005. — Т. 49. — № 1.
- ↑ Owen Hertzman Three-Dimensional Kinematics of Rainbands in Midlatitude Cyclones Abstract (инг.) : journal. — University of Washington, 1988. — Т. PhD thesis. —
- ↑ Yuh-Lang Lin. Mesoscale Dynamics (билдәһеҙ). — Cambridge University Press, 2007. — С. 405. — ISBN 978-0-521-80875-0.
- ↑ K. Heidbreder. Mesoscale snow banding, TheWeatherPrediction.com (16 октябрь 2007). 7 июль 2009 тикшерелгән.
- ↑ David R. Novak, Lance F. Bosart, Daniel Keyser, and Jeff S. Waldstreicher. A climatological and composite study of cold season banded precipitation in the Northeast United States (инг.) (2002). 2011 йыл 19 июль архивланған.
- ↑ B. Geerts. Lake Effect Snow (инг.), University of Wyoming (1998). 2019 йыл 2 сентябрь архивланған.
- ↑ Greg Byrd. Lake Effect Snow (ингл.) (недоступная ссылка — история). University Corporation for Atmospheric Research (3 июнь 1998). Дата обращения: 1 июль 2012. Архивировано 31 март 2012 года. 2012 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Karl W. Birkeland and Cary J. Mock Atmospheric Circulation Patterns Associated With Heavy Snowfall Events, Bridger Bowl, Montana, USA (инг.) // Mountain Research and Development : journal. — 1996. — Т. 16. — № 3. — С. 281—286. — DOI:10.2307/3673951
- ↑ Glossary of Meteorology. Ice pellets (ингл.). American Meteorological Society (2009). Дата обращения: 1 июль 2012. Архивировано из оригинала 22 сентябрь 2008 года.
- ↑ Glossary of Meteorology. Snow pellets (ингл.). American Meteorological Society (2009). Дата обращения: 1 июль 2012. Архивировано из оригинала 12 июль 2012 года.
- ↑ Joy Haden. CoCoRaHS in the Cold – Measuring in Snowy Weather (ингл.). Colorado Climate Center (8 февраль 2005). Дата обращения: 1 июль 2012. Архивировано 5 август 2012 года. 2012 йыл 24 февраль архивланған.
- ↑ Caroline Gammel. Snow Britain: Snow drifts and blizzards of the past (ингл.). Telegraph Media Group (2 февраль 2009). Дата обращения: 1 июль 2012. Архивировано 5 август 2012 года.
- ↑ Glossary of Meteorology. Snow . American Meteorological Society (2009). Дата обращения: 28 июнь 2009. Архивировано из оригинала 20 февраль 2009 года.
- ↑ Winter Storms...the Deceptive Killers (ингл.). National Oceanic and Atmospheric Administration. United States Department of Commerce (ноябрь 1991). Дата обращения: 1 июль 2012. Архивировано 5 август 2012 года.
- ↑ Каульбарс Н. В. Снег необычной формы. — Известия Императорского русского Географического общества. Том XXV. — СПб., 1889. — С. 108—109.
- ↑ 21,0 21,1 Теплопроводность строительных материалов, их плотность и теплоёмкость . ThermalInfo.ru (2017).
- ↑ ОСНОВНЫЕ ФИЗИЧЕСКИЕ СВОЙСТВА ВОДЫ, ВОДЯНОГО ПАРА, ЛЬДА, СНЕГА . Дата обращения: 12 ғинуар 2009. Архивировано из оригинала 24 август 2011 года.
- ↑ Страница 2(недоступная ссылка)
- ↑ Простые опыты. Снег скрипит:: Класс!ная физика
- ↑ Дюнин А. К. В царстве снега. — Новосибирск: Наука, Сибирское отделение, 1983.
- ↑ McFadden Lucy-Ann, Weissman Paul, Johnson Torrence. Encyclopedia of the Solar System (билдәһеҙ). — 2. — Academic Press, 2006. — С. 483—502. — ISBN 0-12-088589-1.
- ↑ Чиринда — край эвенкийского края 2014 йыл 11 сентябрь архивланған.
- ↑ русско-эвенкийский
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Ҡар» тип башҡортса әйтелеше
- «Яуған ҡар» тип башҡортса әйтелеше(недоступная ссылка)