Йомағужа (Күгәрсен районы)

Йомағужа (рус. Юмагузино) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 5161 кеше[4]. Почта индексы — 453336, ОКАТО коды — 80238557000.

Йомағужа
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Йомағужа ауыл Советы (Күгәрсен районы)[2]
Административ-территориаль берәмек Йомағужа ауыл Советы (Күгәрсен районы)
Халыҡ һаны 4564 кеше (2010)[3]
Почта индексы 453336
Карта

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1900 йыл 325
1920 йыл 26 август 1320
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 2079
1959 йыл 15 ғинуар 2355
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 5198
2002 йыл 9 октябрь 5343
2010 йыл 14 октябрь 4564 2191 2373 48,0 52,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 30 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 65 км

Урамдары

үҙгәртергә

[5]

Йомағужа ауылы XVIII быуат уртаһынан билдәле. Быуат аҙағында 97 кеше йәшәгән 14 ихатанан тора. 64 йылдан һуң уның 58 ихатаһы һәм 320 кешеһе була. Халыҡ этник яҡтан ҡатнаш була: 1920 йылда унда башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәгән. 226 йортта барлығы 1320 кеше йәшәгән.

1842 йылда 257 кешегә 512 бот яҙғы иген сәселә.

1816 йылдың VII ревизияһында Йомағужа исемле ике кеше иҫәпкә алына — беренсе Йомағужа Бикбовҡа 71 йәш (улдары Дәүләткилде, Сирбай, Бикмөхәмәт, Әлмөхәмәт, Рәхимғол, Уразай). 1789 йылда Туғыҙтимер йылғаһы буйындағы ерҙәрҙе Бекович-Черкасскийға һатыуҙа Санким һәм Бушман-Ҡыпсаҡ улустарының башҡорт аҫабаларының ышаныслы вәкиле булыуы менән билдәле. Ошо уҡ ауылда йәшәүсе тағы бер Йомағужа булған. Ул Ҡаныев — 79 йәш. Улдары Әлмөхәмәт, Ярмөхәмәт, Мөхәмәтшәрип. Ауыл ике ауыл кешеһенең береһенең исемен йөрөтә. Кем икәнен әйтеүе ҡыйын[6].

Матбуғатта

үҙгәртергә

Видеофильмдар

үҙгәртергә
  • Зәйтүнә Әбдүрәшитова. Күгәрсен районы, Йомағужа ауылы. Слайд. Етегән-2020.[7]
  • Хәтер бюсы. Йомағужа. Күгәрсен районы[8]
  • Йомағужа күпере[9]
  • Ҡурайсылар ансамбле. Башҡортостан Республикаһы, Күгәрсен районы, Йомағужа[10]
  • Йомағужа һыуһаҡлағысы. Башҡортостандың Күгәрсен районы[11]

Топонимдары

үҙгәртергә

Башҡарҙы: Ғимранова Карина Рәмил ҡыҙы, 9-сы класс, Етәксеһе: Ғимранова Рәсимә Факил ҡыҙы[12].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. ОКТМО (урыҫ)
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года
  4. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  5. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  6. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 150. 2022 йыл 11 апрель архивланған.
  7. YouTube сайтында Видео
  8. YouTube сайтында Видео
  9. YouTube сайтында Видео
  10. YouTube сайтында Видео
  11. YouTube сайтында Видео
  12. Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 27 — 29-сы биттәр
  13. Отдел культуры Кугарчинского района. Официальный сайт. Галим Кинзябулатов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 ноябрь 2023)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)