Ғафарова Зинфира Хөсәйен ҡыҙы

китапханасы, библиограф

Ғафарова Зинфира Хөсәйен ҡыҙы (5 апрель 1936 йыл) — китапханасы, библиограф. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Ленин ордены кавалеры (1976).

Ғафарова Зинфира Хөсәйен ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 апрель 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (88 йәш)
Тыуған урыны Күҙәй ауылы, Бүздәк районы, Башҡортостан Республикаhы
Һөнәр төрө китапханасы, библиограф
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Зинфира Хөсәйен ҡыҙы Ғафарова 1936 йылдың 5 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Күҙәй ауылында тыуған.

1954 йылда Өфө китапхана техникумын тамамлай һәм Саҡмағош районында үҙаллы эш башлай: башта Яңы Балтас ауылында китапхана мөдире, 1956 йылдан Саҡмағош ауыл балалар китапханаһы хеҙмәткәре була.

1957 йылдан — Саҡмағош район китапханаһы мөдире, 19761993 йылдарҙа Саҡмағош район үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры вазифаларын үтәй.

Ғафарова Зинфира Хөсәйен ҡыҙы етәкселек иткән китапхана йыйылма каталогтар төҙөү, китапхана системаһын үҙәкләштереү буйынса алдынғы тәжрибә мәктәбе була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988)
  • Ленин ордены (1976)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә