Ильин Сергей Спиридонович

Ильин Сергей Спиридонович (5 апрель 1925 йыл5 февраль 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Ильин Сергей Спиридонович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 5 апрель 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1]
Тыуған урыны Өфө районы, СССР
Вафат булған көнө 5 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1] (19 йәш)
Вафат булған урыны Германия
Ерләнгән урыны Бранденбург
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы

Биографияһы

үҙгәртергә

Сергей Спиридонович Ильин 1925 йылдың 5 апрелендә, Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны Андреевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. 7 класс тамамлай. «Ҡыҙыл юл» колхозында комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй.

1943 йылдың февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1944 йылда Әстерхан хәрби пехота училищеһын тамамлай.

1944 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Лейтенант Сергей Ильин 1945 йылдың 2 февраленән 5 февраленә тиклемге осорҙа, Одер йылғаһының һул ярында (Германия), Врицен (Германия) ҡалаһынан көнсығыштараҡ плацдармды  һаҡлап ҡалыу буйынса һуғышта айырыуса батырлыҡ күрһәтә.

1945 йылдың 5 февралендә ауыр яраларҙан вафат була[2][3]. Бад-Фрайенвальде (Көнсығыш Германия) ҡалаһында ерләнгән[4].

Батырлығы

үҙгәртергә

1945 йылдың 5 февралендә дошман батальоны совет ғәскәрҙәре подразделениеһы йүнәлешендә һөжүм итә. Дошман атакаһын кире ҡағып, лейтенант Ильин шәхсән үҙе ике немец танкыһын юҡ итә, һәм, ике тапҡыр яраланған көйө сафта ҡала, һуғыш менән етәкселек итеүен дауам итә. Сергей Ильин взводы яугирҙәре 120-гә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын, тағы бер танкты юҡ итә.

1945 йылдың 2 февраленән 5 февраленә тиклем Сергей Ильин взводы бөтәһе немецтың алты танкын, ике штурмлау орудиеһын һәм ике йөҙ һикһәнгә тиклем гитлерсыларын юҡ итә, бының менән Одер йылғаһының һул ярында плацдармды ныҡлы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.

1945 йылдың 6 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән, командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн, лейтенант Сергей Ильин Спиридоновичкә үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Наградалары

үҙгәртергә
  • Өфө районының Герой уҡыған Яңы Жуковка мәктәбе бинаһына мемориал таҡтаташ ҡуйылған.
  • Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Жуково ауылындағы муниципаль дөйөм белем биреү урта мәктәбе С. С. Ильин исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Sergey Spiridonovich Ilin // TracesOfWar
  2. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  3. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  4. Ильин Сергей Спиридонович. «Герои страны» сайты.
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 19, л. 393, 394).
  6. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 38, л. 2).
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 2. В-Ж. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006. — 624 с. — ISBN 5-88185-062-9.