Мәҫкәү (Учалы районы)

Мәҫкәү (рус. Москово) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. Наурыҙ ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 409 кеше булған[1]. Почта индексы — 453747, ОКАТО коды — 80253850004.

Ауыл
Мәскәү
Мәҫкәү
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Наурыҙ

Координаталар

53°58′49″ с. ш. 59°06′09″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 850 004

ОКТМО коды

80 653 450 116

Мәскәү (Рәсәй)
Мәскәү
Мәскәү
Мәҫкәү (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мәскәү

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 69 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Наурыҙ): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 79 км[2]

Мәҫкәү ауылына Нуғай даруғаһы Теләү улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә XVIII быуаттың 1-се яртыһында Урал йылғаһы буйында нигеҙ һалған. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр ихтилалын баҫтырғанда, яндырылған, һуңғараҡ тергеҙелгән. 1795 йылда 46 хужалыҡта 285 кеше йәшәгән. 1859 йылғы X ревизия 132 йортта йәшәгән 550 кешене асыҡлай. XIX быуат уртаһында Тиләү улусындағы 20 хужалығында 94 кеше йәшәгән тағы бер икенсе Мәҫкәү ауылы теркәлә. Ауыл тәүге төпләнеүсеһе Мәҫкәүбай Мәмбәтҡолов исеме менән атала. Е.Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы йылдарында ауыл бер-береһенә ҡаршы тороусыларҙың күсеп йөрөү үҙәгенә эләгә. Ихтилады баҫтырыу ваҡытында ауыл яндырыла, һуңынан тергеҙелә. 1866 йылда 119 йортта 598 кеше теркәлгән, улар малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Мәсет булған[3].

Мәҫкәү ауылы бөгөн

үҙгәртергә

Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 495
1920 йыл 26 август 648
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 384
1959 йыл 15 ғинуар 372
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 388
2002 йыл 9 октябрь 470
2010 йыл 14 октябрь 409 207 202 50,6 49,4
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Мәҫкәү ауылында башҡорттар (99 %) йәшәй[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары

үҙгәртергә
  • Зәңгәр күк урам (рус. Васильковая улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)[5]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары

Йылғалар:

  • Ҡаратал йылғаһы
  • Ҡасҡынбил биләне

Тауҙар:

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары

үҙгәртергә

Ҡыҙҙар юлы. 1967 йылда Учалы районы Мәҫкәү ауылы Исхаҡов Ғиниәт Исхаҡ улынан (1887 йылғы) А. А. Камалов яҙып алған. — Ғилми архив, ф. 3, оп. 63, д. 56, л. 45— 47; Б Х И , Р Л , № 122; Б Н Т , П Л , № 92.[6]

Тарихи ҡомартҡылар

үҙгәртергә
  • Элекке мәсет бинаһы — XX быуат башы архитектура ҡомартҡыһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 23. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  6. Башҡорт халыҡ ижады. II том. Риүәйәттәр, легендалар.

Һылтанмалар

үҙгәртергә