Ҡушаева Таңһылыу Хафиз ҡыҙы
Ҡушаева Таңһылыу (Динә) Хафиз ҡыҙы (5 апрель 1925 йыл — 17 август 1996 йыл) — башҡорт совет балет артисы, педагог, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1956). Уны шулай уҡ Динә тип тә белгәндәр һәм ҡәберендә уның ике исеме лә ҡуйылған [1]
Ҡушаева Таңһылыу Хафиз ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 апрель 1925 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 17 август 1996 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Пермь, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Пермь |
Атаһы | Ҡушаев Хафиз Ҡушай улы |
Әсәһе | Рабиға Йәнғол ҡыҙы Ҡушаева |
Һөнәр төрө | балет артисы |
Уҡыу йорто | А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Балеринаның бейеүҙе башҡарыу оҫталығы теүәл академиклыҡ менән айырылып тора, еңел һәм көслө һикереүе бейеүҙе үҙенсәлекле итә.
Биографияһы
үҙгәртергәТышҡы һүрәттәр | |
---|---|
[http://enc.permculture.ru/getImage.do?object=1804252546&original=1&compatible=1 Ҡушаева Джульетта ролендә, 1956 йыл |
Таңһылыу Хафиз ҡыҙы Ҡушаева 1925 йылдың 5 апрелендә дәүләт эшмәкәре Хафиз Ҡушаев менән ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте эшмәкәре Рабиға Ҡушаева ғаиләһендә Ленинградта тыуған. 1937 йылда атаһы һәм әсәһе сәйәси золом ҡорбаны була.
Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Ленинград хореография училищеһында (хәҙер А. Я. Ваганова исемендәге рус балеты академияһы) уҡый, һуғыш йылдарында улар Пермгә эвакуацияна. 1945 йылда училищены тамамлағас, Н. А. Камкова һәм А. Я. Вагановала белем ала. 1945—1965 йылдарҙа Пермь опера һәм балет театры солисткаһы була. Борис Машковтың «Бэла» һәм «Грушенька» балеттарында төп ролдәрҙе тәүге башҡарыусы. Ҡушаеваның башҡа партиялары — Зарема («Баҡсаһарай фонтаны»), Тао-Хоа һәм Хрусталь («Ҡыҙыл мәк»), Китри («Дон Кихот»), Эсмеральда («Эсмеральда»), Джульетта («Ромео һәм Джульетта»), Лиза («Файҙаһыҙ һаҡлыҡ»), Флоренция, хазиналар Феяһы («Йоҡлаусы һылыуҡай»), Никия һәм Гамзатти («Баядерка»), Жизель («Жизель»).
1946—1975 йылдарҙа Пермь хореография училищеһында классик бейеү дәрестәренән уҡыта[2]. Таңһылыу Ҡушаеваға «20 быуат Пермь балетының күренекле эшмәкәре» исеме бирелә. (2000).
1989 йылдың 25 ғинуарынан Пермь ҡалаһындағы персональ пенсионерҙар йорт-интернатында йәшәй, 1996 йылдың 17 авгусында вафат була.Ул Пермь ҡалаһында Төньяҡ зыяратта ерләнгән [3]
«Пермь крайы дәүләт архивында» Т. Х. Ҡушаеваға ҡағылышлы документтар һаҡлана[4]. Ҡушаевтарҙың бик күп туғандары Күҙәш ауылында (Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) төпләнгән. Улар оҙаҡ йылдар Таңһылыу менән Ирек Ҡушаевтарҙы эҙләй, Таңһылыу Ҡушаеваның балаларын эҙләп табалар, тик Ирек Ҡушаевтың яҙмышы һаман да асыҡланмай ҡала.
Галерея
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Балет: энциклопедия. // Ю. Н. Григорович. — М.: Советская энциклопедия, 1981.
- Театральная энциклопедия. М., 1964. 3-сө сығарылыш.
- Субботин Е. П. Выдающиеся деятели Пермского балета ХХ столетия / Е. П. Субботин, М. И. Серов. Пермь, 2000.
- Суриц Е. Всё о балете: слов.-справ. М.; Л., 1966. С. 239.;
- Миронов С. А. Кушаева, Танслу Хафизовна // Театр. энцикл. М., 1964. Т. 3. Стб. 351;
- Гинц С. Концерт хореографического училища // Звезда. 1943. 11 апр.;
- Земскова Н. По ту сторону рампы // Звезда. 1996. 19 янв.;
- Никольский Э. Блистательны, полувоздушны…: [о балеринах Перм. театра оперы и балета Т. Кушаевой и М. Подкиной] // Театрал. жизнь. 1959. № 16. С. 21-22.;
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Похороненные на Северном кладбище [З-О http://permnecropol.ucoz.ru/index/pokhoronennye_na_sk3/0-189]
- ↑ КУШАЕВА Танслу Хафизовна
- ↑ Похороненные на Северном кладбище [З-О http://permnecropol.ucoz.ru/index/pokhoronennye_na_sk3/0-189]
- ↑ ЛИЧНОЕ ДЕЛО ЗАСЛУЖЕННОЙ АРТИСТКИ РСФСР КУШАЕВОЙ ТАНСЛУ ХАФИЗОВНЫ 2016 йыл 21 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кушаева Танслу Хафизовна(недоступная ссылка)
- Кушаева Танслу Хафизовна