Исмәғил (Ауырғазы районы)
Исмәғил (рус. Исмагилово; боронғо исеме Үҙәнбаш) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. Исмәғил ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 918 кеше[2]. Почта индексы — 453488, ОКАТО коды — 80205813001.
Ауыл | |
Исмәғил рус. Исмагилово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар, башҡорттар, урыҫтар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453488 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергәИсмәғилауылы Өршәк йылғаһы ҡушылдығы Өйәҙән йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәИсмәғил (Үҙәнбаш) ауылы 1795 йылда «яңынан булдырылған» Үҙәнбаш тип аталған. Ул саҡта ауылда 6 ир-ат һәм 7 ҡатын-ҡыҙ яһаҡлы татар йәшәгән. Улар Боғорослан өйәҙенең Ҡотломбәт ауылынан һәм Минзәлә өйәҙенең Дүсмәт ауылынан сыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта бында Волга йылғаһы бассейнындағы Түбәнге Новгород губернаһы Сергач өйәҙенең Грибаново һәм Ключищи ауылдарынан хеҙмәтле татарҙар: 15 ир-ат һәм 7 ҡатын-ҡыҙ күсеп килгән. Ауыл халҡы алпауыт гвардия капитаны Левашов һатып алған Өршәк-Мең башҡорттарынан аҫаба ерҙәрендә, 1812 йылғы купчий ҡағыҙы буйынса яңы хужаға (Левашовҡа) беркетелгән биләмәлә, төпләнә. 1816 йылғы VII ревизияла ауылға нигеҙ һалыусының улы 32 йәшлек Сәйфетдин Исмәғилов теркәлгән[3].
1859 йылда үткән X рәүиз 34 кешенән торған 2 башҡорт йортон һәм 547 кешенән торған 93 мишәр йортон асыҡлай[4].
1865 йылда 135 йортта 1088 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 йылда 2 мәсет, 2 мәҙрәсә, 2 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән[5].
Әлеге көндә Исмәғил ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[6].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1629 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1338 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1021 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 797 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 828 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 918 | 425 | 493 | 46,3 | 53,7 |
- Милли состав
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (100 %) йәшәй[7].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ревизия материалдары
үҙгәртергә1859 йылда[8] Исмәғил ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғөбәйҙуллин Наил Мырҙахан улы (4 май 1953 йыл), инженер-механик. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009), профессор. (2011)[9].
- Байтимеров Рамаҙан Муллағәли улы (5 апрель 1923 йыл — 1989 йыл), татар шағиры. Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды. Халыҡ араһында киң танылыу алған, Татарстан Республикаһының әлеге мәлдәге Дәүләт гимнының нигеҙен тәшкил иткән «Тыуған ягым» шиғыры һәм йыры тексының авторы (Рустәм Яхин музыкаһы).
- Нагаев Валерий Сәлим улы (1949 йыл) — ғалим-педагог.
- Нәҙершин Ким Рәүеф улы (11 ғинуар 1937 йыл — 22 декабрь 2019 йыл) — театр ветераны, режиссёр. 1980—1992 йылдарҙа хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991).
Урамдары
үҙгәртергә- урамдар исеме[10]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 54. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 54. — ISBN 978-5-295-04683-4., д. 763
- ↑ Исмәғил (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Исмәғил (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ Ғөбәйҙуллин Наил Мырҙахан улы
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 3 по Республике Башкортостан
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Исмәғил (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 54. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- 1859 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1818-1834 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- [https://www.komandirovka.ru/cities/ismagilovo_bash._r./ Село Исмагилово Аургазинского района Республики Башкортостан.
- Сайт «Командировка.ру»] (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |