25 октябрь
көнө
(25 октября битенән йүнәлтелде)
25 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 298-се көнө (кәбисә йылында 299-сы). Йыл аҙағына тиклем 67 көн ҡала.
25 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
25 октябрь Викимилектә |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тыныслыҡ өсөн көрәш көнө.
- Ер: Макарон көнө.
- Опера көнө.
- АҠШ: Майлы ризыҡ көнө.
- Гренада: Рәхмәт көнө.
- Литва: Конституция көнө.
- Словения: Суверенитет көнө.
- Япония: Карате көнө.
- Ер: Рәссамдар көнө.
- Европа: Юристар көнө.
- Пицца эшләүселәр көнө.
- Беларусь: Тирмәнсе көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Кабель сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Маркетолог көнө.
- Румыния: Ҡораллы көстәр көнө.
- Үзбәкстан: Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Төбәк байрамдары
- Рәсәй Федерацияһы: Приморье крайы көнө.
- 1839: Манчестерҙа беренсе тимер юл поездары расписаниеһы ҡуллланыла.
- 1889: Эйфель башняһын төҙөү тамамлана.
- 1955: Беренсе микротулҡынлы мейес эшләнә.
- 1977: Советтар Союзында «СССР-ҙың халыҡ табибы» тигән маҡтаулы исем булдырыла.
- 1990: Таулы-Алтай автономиялы өлкәһе үҙен республика итеп иғлан итә.
- 1990: «Мөғжизәләр яланы» телеуйынының беренсе сығарылышы.
- 2001: «Windows XP» системаһы ҡулланыуға тәҡдим ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Никольский Дмитрий Петрович (1855—1918), ғалим-табип, этнограф, антрополог. 1881 йылдан Екатеринбург өйәҙендә, 1882—1888 йылдарҙа Ҡыштым заводтарында земство табибы. Медицина докторы (1895, икенсе мәғлүмәттәр буйынса, 1897). Коллегия советнигы (1894). Фәнни хеҙмәттәре башҡорттарҙың антропологияһына һәм этнографияһына, халыҡ медицинаһына арналған. 1899 йылда нәшер ителгән «Башҡорттар: этнографик һәм санитар-антропологик тикшеренеү» тигән хеҙмәтендә дала һәм тау башҡорттарының антропологик үҙенсәлектәрен, уларҙың торлағын, традицион интерьерын, кейемен, башҡорт аш-һыуын, хужалығын, йолаларын, байрамдарын һүрәтләй. Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәтенең, Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Пермь ҡалаһынан.
- Афзал Таһиров (1890—27.09.1937), СССР-ҙың дәүләт, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1928 йылдан ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының партколлегия секретары, 1931 йылдан — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты, бер үк ваҡытта 1934 йылдан БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе, 1936 йылдан Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты директоры. Хәрәзм Халыҡ Совет Республикаһының Хеҙмәт ордены кавалеры (1923), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған совет әҙәбиәте һәм сәнғәте эшмәкәре (1934). Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ғайнанов Рашат Ғәбдрәшит улы (1925—1990), Татарстандың әҙәбиәт белгесе, тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Нәсибаш ауылынан.
- Ғәлиев Миҙхәт Ғәббәс улы (1925—10.02.2002), йырсы (драматик баритон). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1980). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
- Хафизов Нәриф Фаяз улы (1935—27.03.2003), дәүләт эшмәкәре. 1969 йылдан Кинофильмдар прокатлау буйынса Башҡортостан республика контораһының идарасы урынбаҫары, 1985 йылдан — идарасыһы; 1989—2003 йылдарҙа «Башкиновидеопрокат» производство идаралығы начальнигы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Рәсәйҙең почётлы кинематографисы. Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Һырдаръя өлкәһенең Совея ҡасабаһынан.
- Ишморатов Миңлерәйес Миңлеғәли улы (1940) — ауыл хужалығы, партия һәм дәүләт органдары ветераны, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1979 йылдан халыҡ депутаттарының Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1983 йылдан КПСС-тың Ауырғазы район комитетының беренсе секретары, 1991 йылдан — халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйесе һәм бер уҡ ваҡытта 1992—1995 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Иҡтисад фәндәре докторы (2010), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры. Ауырғазы (2000) һәм Стәрлетамаҡ райондарының (2008) почётлы гражданы.
- Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы (1945), тел ғалимы-төрҡиәтсе. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2009 йылдан татар филологияһы кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2001), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011).
- Гәрәева Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы (1960), ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1995 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (2011), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Яныш Ялкайн (Ялкаев Яныш Ялкаевич; (1906—17.09.1938), мари шағиры, прозаик, әҙәбиәт белгесе, ғалим-этнограф. СССР Фәндәр академияһының антропология һәм этнография институтында ғилми хеҙмәткәре. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы (1911—1968), ғалим-төрҡиәтсе, яҙыусы, йәмәғәтсе. 1944 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1949—1968 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1950 йылдан сит телдәр факультеты деканы, 1951—1968 йылдарҙа башҡорт теле кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1957—1961 йылдарҙа университеттың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Филология фәндәре докторы (1961), профессор (1961). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967). Ленин (1967) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры.
- Дьячков Александр Васильевич (1921—8.09.1961), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының разведка отделениеһы командиры, кесе сержант. Дан орденының тулы кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кербель Лев Ефимович (1917—14.08.2003), скульптор, педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962 йылдан Мәскәү художество институты уҡытыусыһы. 1942 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. СССР Художество академияһы академигы (1975). СССР-ҙың (1977) һәм РСФСР-ҙың (1967) халыҡ рәссамы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985). Ленин (1962) һәм беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1950), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1979).
- Әминев Миңнулла Ғибат улы (1932—30.01.1975; ҡайһы бер башҡа мәғлүмәттәр буйынса 15 октябрҙә тыуған), инженер-механик, йәмәғәтсе. 1955 йылдан «Туймазы—Өфө» газ үткәргестәр идаралығының смена, газ бүлеү станцияһы һәм эксплуатациялау участкаһы начальнигы, өлкән инженеры; 1965 йылдан Өфө магистраль газ үткәргестәр идаралығының начальник урынбаҫары, начальнигы; 1974—1975 йылдарҙа «Баштрансгаз» берекмәһе директоры. Өфө ҡала Советы депутаты (1971—1973). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Һикһәнбай ауылынан.
- Сәғәҙәтов Ишбулды Ибраһим улы (1937—14.12.1993), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1953—1993 йылдарҙа Баймаҡ районы Ленин исемендәге колхоз механизаторы. Октябрь Революцияһы (1976) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1976). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Таулыҡай ауылынан.
- Томансина Рәйсә Фазылйән ҡыҙы (1937), сауҙа хеҙмәткәре. 1964 йылдан Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк ҡулланыусылар йәмғиәте, 1972—1992 йылдарҙа — «Матрай» хужалыҡ иҫәбендәге сауҙа предприятиеһы һатыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1990). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Ысмаҡ ауылынан.
- Хисамов Эрнст Нурғәли улы (1937), ғалим-табип-гистолог. 1966—1977 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты, 2013 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы; 1978 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылдан — зоология кафедраһы, 1997—2005 йылдарҙа физик тәрбиә һәм физиологияның теоретик нигеҙҙәре кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1998), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Арҡауыл ауылынан.
- Ткачев Валерий Константинович (1947—2014), педагог. Шаран районы Шаран сәнғәт мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Әйүпова Әнисә Ғәйнулла ҡыҙы (1947—2.03.2005), педагог, Комсомол һәм партия органдары, мәғариф хеҙмәткәре. 1967 йылдан ВЛКСМ-дың Әбйәлил район комитеты секретары — мәктәптәр бүлеге мөдире; 1977 йылдан Асҡарҙағы 1-се урта мәктәптең директор урынбаҫары, 1977 йылдан — Гусев урта мәктәбе уҡытыусыһы; 1983 йылдан Күгәрсен район мәғариф бүлеге инспекторы, КПСС район комитетының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире; 1990—2005 йылдарҙа Асҡарҙағы Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997 йылдан директорҙың уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса, 2000 йылдан — фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996), Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1996). Сығышы менән Асҡар ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Игишев Сөләймән Мөхәмәтйән улы (1893—2.08.1970), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1931—1960 йылдарҙа Баймаҡ районы Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе. Ленин (1948) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1951) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ишмырҙа ауылынан.
- Ғәбдрәшитов Фазулла Ғабдулла улы (1903—5.04.1975), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының станоклы пулемёт тоҫҡаусыһы, гвардия рядовойы. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Иҫке Ҡандра ауылынан.
тулы исемлек
- Передельский Константин Григорьевич (1918—27.05.2001), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1961—1978 йылдарҙа Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозының бүлексә идарасыһы, механизаторы һәм механигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Аҡморон ауылынан.
- Садиков Ғабит Ғата улы (1923—20.05.2011), инженер, яҙыусы, афоризмдар оҫтаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1997), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылынан.
- Нурихан Фәттах (1928—18.02.2004), яҙыусы, тәржемәсе, тарихсы, тел белгесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978), Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (1998) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Костин ауылынан.
- Улинкина Лидия Алексеевна (1948), мәҙәниәт хеҙмәткәре, педагог. 1968 йылдан Әбйәлил районы Ҡыҙыл Башҡортостан ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе; 1974 йылдан һәм 2008 йылдан — балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы, 2002 йылдан — директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976). Төрлө кимәл ижади конкурстар лауреаты һәм дипломанты. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Шарапов Салауат Марат улы (1948), юрист, партия, урындағы башҡарма һәм суд органдары хеҙмәткәре. 1972 йылдан Баймаҡ ҡала советы башҡарма комитеты секретары, 1975 йылдан Баймаҡ район советы башҡарма комитетының бүлек мөдире; 1984 йылдан Баймаҡ машиналар эшләү заводының партбюро, 1987 йылдан — Түбә руднигының партком секретары; 1988—2009 йылдарҙа Баймаҡ район суды судьяһы һәм рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Байдәүләт ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Анощенко Николай Дмитриевич (1894—14.12.1975), кинорежиссёр, кинооператор, сценарист. 1927—1956 йылдарҙа Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты уҡытыусыһы. Профессор (1940). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1930 йылда Башҡортостан тураһында документаль‑этнографик фильмдар төшөрөүсе: «Азия сигендә» («На границе Азии»), «Совет әкиәте» («Советская сказка» — Әбйәлил районының «Красная Башкирия» совхозы тураһында), «Башкирка» (башҡорт аты хаҡында поэтик хикәйә). Рәсәй империяһының IV дәрәжә Изге Георгий ордены, СССР-ҙың Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Белгород ҡалаһынан.
- Коптяева Антонина Дмитриевна (1909—12.11.1991), СССР яҙыусыһы. «Урал йылғаһында» («На Урале-реке»; 1969—1978) һәм башҡа романдар авторы. Башҡортостанға сәфәренән һуң «Яратам һине, Башҡортостан» («Люблю тебя, Башкирия»; 1963) исемле очерк яҙа, артабан Башҡортостан һәм Татарстан нефтселәренә арналған «Ер бүләге» («Дар земли»; 1963) романынын ижад итә. III дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959, 1969), Халыҡтар Дуҫлығы (1979) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Амур өлкәһенең Южный приискыһы ҡасабаһынан.
- Вәлитов Октябрь Кәли улы (1934), комсомол, партия органдары һәм дәүләт хеҙмәткәре, юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-философ, публицист. 2001—2016 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы директоры. Тарих фәндәре кандидаты (1969), философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002). 1959 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Вена халыҡ-ара университетының (Австрия) һәм Башҡорт дәүләт университетының почётлы профессоры; Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984); «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2009). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2008). Нефтекама ҡалаһының һәм Яңауыл районының почётлы гражданы.
- Егоров Валерий Борисович (1959), ғалим-инфекционист. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2000 йылдан — балалар инфекцион ауырыуҙары кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1838: Жорж Бизе, Франция композиторы.
- 1843: Глеб Успенский, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1864: Тоҡтағол Һатылғанов, Ҡырғыҙстандың халыҡ аҡыны.
- 1881: Пабло Пикассо, Испания рәссамы.
- 1909: Минғәли Нәҙреков, театр актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1976), Татар АССР-ының халыҡ артисы (1967).
- 1920: Әмәт-Хан Солтан, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1943, 1945).
- 1926: Галина Вишне́вская, опера йырсыһы, театр режиссёры, педагог, актёр. СССР-ҙың халыҡ артисы (1966).
- 1936: Виктор Ту́ров, кинорежиссёр, сценарист һәм педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1986).
- 1938: Тамара Сёмина, театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1978).
- 1979: Михаил Галустян, Рәсәй юморисы.
- 1971: Михаил Я́нгель, СССР-ҙың ракета-космос комплекстары конструкторы, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959, 1961).
- 1973: Бирҙин Ғәли Иркәбай улы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 1999: Бату Мөлөков, композитор, Татар АССР-ының (1977) һәм РСФСР-ҙың (1981) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984).
- 2010: Валентина Гаганова, СССР-ҙың хеҙмәт алдынғыһы, туҡыусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).