Екатеринбург өйәҙе
Екатеринбург өйәҙе — 1781—1923 йылдарҙа Рәсәй империяһы Пермь губернаһы һәм РСФСР-ҙың Екатеринбург губернаһы составындағы административ-территориаль берәмек. Өйәҙ ҡалаһы — Екатеринбург.
Екатеринбург өйәҙе
|
Был мәҡәләлә мәғлүмәттәр XX быуат башына ҡарата килтерелгән. |
Географияһы
үҙгәртергәЕкатеринбург өйәҙе майҙаны буйынса Пермь губернаһының, күлдәр биләгән 888 км2(780 кв. саҡрым) майҙанды иҫәпләмәгәндә, 4-се урында торған, майҙаны 28 291 км2 (24 858 кв. саҡрым), өйәҙе булған. Өйәҙҙең үҙләштерелгән 27 761 км2(2 541 мең дис.) тигеҙ булған: урмандар — 23 325 км2(2 135 мең дис.), һөрөнтө ерҙәр — 2 994 км2(274 мең дис.), болондар һәм утлауыҡтар — 1 453 км2(133 мең дис.) яҡын. Уңайһыҙ ерҙәр — 2 622 км2(240 мең дис.) яҡын. Ҡаҙна ерҙәр — 8 019 км2(734 мең дис.), крәҫтиәндәргә бүленгән участкалар — 2 939 км2(269 мең дис.), хосуси биләмәләр (башлыса завод биләмәләре) — 19 174 км2 (1 755 мең дис.); ҡалған ерҙәр ҡаланыҡы, сиркәүҙеке, монастырҙарҙыҡы һ.б. булған. Хосуси милек хужалары: дворяндар —16 181 км2 (1481 мең дис.), сауҙагәрҙәр — 2 972 км2 (272 мең дис.), мещандар һәм крәҫтиәндәр — 2 207 км2 (202 мең дис.) ергә эйә булған. Халыҡ һаны — 347 133.
Был тирәлә түбәләре артыҡ ныҡ бейек булмаған Урал тауҙары, төньяҡтан көньяҡҡа, тупраҡ составында һәм төҙөлөшөндә ҙур ҡатмарлылыҡ, шулай уҡ бындағы минералдар һәм аҫыл таштарҙың байлығын һәм төрлөлөгөн барлыҡҡа килтереп, өйәҙ территорияһы буйлап уҙа. Екатеринбург өйәҙенең алтын рудниктары һәм приискылары борондан данлыҡлы булған. Өйәҙ территорияһында ҙур йылғалар юҡ, ләкин уртаса йылғалар байтаҡ булған: Иҫәт, Тагил, Нейва, Реян, Пышма, Иҫәт ҡушылдығы Синара, Тинес (Теча), уның һул ҡушылдыҡтары Ревда һәм Төньяҡ (Северная), уң ҡушылдыҡтары Шайтан һәм Билимбаиха, Ҡариҙел һ.б.. Күлдәрҙән иң шәбе: Өйәлге (түңәрәк әйләнәһе оҙонлоғо 64 км), Иртәш (оҙонлоғо 64 км), Кәҫле (түңәрәк әйләнәһе 96 км-ҙан артыҡ), Иҫәткүл (түңәрәк әйләнәһе 21 км), Тәүәтүй (түңәрәк әйләнәһе 43 км), Балтым. Иң ҙур завод быуалары — Ҡыштым һәм Үрге Иҫәт. Екатеринбург өйәҙендәге завод ҡасабалары халыҡ һаны буйынса бик күп өйәҙ ҡалаларынан ҡалышмай (мәҫәлән, Берёзовский — 10 189 кеше, Кәҫле (Касли) һәм Ҡыштым — 9 меңдән артыҡ, Невьянск — 12 355). Күп халыҡ йәшәгән ауылдар ҙа аҙ булмаған (уларҙа 1 - 2 мең һәм унан күберәк кеше йәшәгән).
Тарихы
үҙгәртергәӨйәҙ 1781 йылдың 27 ғинуарында Пермь наместничествоһы Екатеринбург өлкәһе составында барлыҡҡа килгән. 1796 йылдың 12 декабренән Пермь губернаһы составында булған. 1919 йылдың 15 июленән өйәҙ Пермь губернаһы составынан яңы барлыҡҡа килгән Екатеринбург губернаһына күсерелгән.
1923 йылдың 3 ноябрендә өйәҙ бөтөрөлгән, уның территорияһы Урал өлкәһе Екатеринбург округы составына ингән.
Халҡы
үҙгәртергә1897 йылғы йәниҫәп мәғлүмәттәре буйынса өйәҙҙә халыҡ һаны 412 296 кеше, шуның араһында урыҫтар — 398177, башҡорттар — 8583, мишәрҙәр — 2983, татарҙар — 1253 һ.б. булған. Екатеринбург ҡалаһында 43 239 кеше йәшәгән.
Административ бүленеше
үҙгәртергә1913 йылда өйәҙ составында 61 улус булған[2]:
|
|
|
Иҡтисады
үҙгәртергәЗавод ихтяжы өсөн даими ҡырҡыуға дусар ителһә лә, Екатеринбург өйәҙе урманға, төп элементы ҡарағай булған ылыҫ урманына, бай. Игенселек үҫеше көсһөҙ булған. Башлыса һоло һәм яҙғы арыш һәм бойҙай, аҙыраҡ — арпа, борсаҡ, етен, киндер сәскәндәр. Картуф тик йәшелсә баҡсалары культураһы тип һаналған. Көндәлек тормош өсөн генә мал тотҡандар, әйтер кәрәк, халыҡтың бер өлөшө заводтарҙа эшләгәнлектән, аттар байтаҡ булған: 73 мең башҡа яҡын. Һыйыр малы - 50 меңдән артыҡ, һарыҡ - 60 меңдән артыҡ сусҡалар һәм кәзә - бик аҙ ғына.
Кәсепселек, шулар араһында тәгәрмәс туғынлау, һандыҡ, тимерселек эшләнмәләре, итек һәм башмаҡтар тегеү күренекле урын биләгән, халыҡ көнкүрешендә аҙ булһа ла ярҙам-ҡушым булған; бындағы халыҡты тау заводтары мәшғүллек менән тәьмин иткән: 40 алтын һәм платина приискыһы, етештереү, суммаһы 2 1/2 млн. һумға яҡын, 5 млн һумдан артыҡ етештереү суммалы 32 суйын иретеү һәм суйын ҡойоу заводы, 1 ҙур булмаған баҡыр иретеү, бер нисә сөй-ҡаҙаҡ һәм башҡа металл эшләнмәләре заводы, күп тимерлектәр (200-гә яҡын). Барлыҡ әйләнеш суммаһы 10 млн һумға яҡын һәм 36 мең эшсеһе эшләгән заводтар һаны 800-гә яҡын булған.
Урындағы үҙидара
үҙгәртергә1892 йылда өйәҙҙә 8 259 уҡыусы уҡыған 102 мәктәп булған; шуның 1-һе 2-класлы училище, 82 башланғыс, 2 грамоталылыҡ мәктәбе. 9 врач участкаһы, ҡабул итеү пункттары - 30, шуларҙың 10-һы врачтар менән һәм 20 фельдшер пункты. Земствоның килемдәре һәм сығымдары 400 мең һум тирәһе булған; шуның эсенән земство хакимиәте өсөн 30 меңгә яҡын аҡса тотонола: халыҡ мәғарифына 88 мең, дауалау (врачтар) ихтыяжы өсөн 82 меңгә яҡын һум.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Демоскоп Weekly. Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г. Наличное население в губерниях, уездах, городах Российской Империи (без Финляндии) . Архивировано 25 февраль 2012 года.
- ↑ Адрес-календарь и справочная книжка Пермской губернии на 1913 год. — Пермь: Типолитография Губернского правления, 1912.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Екатеринбург // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Старые карты Екатеринбургского уезда
- Шумилов Е. Н. Екатеринбург өйәҙе // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.