Никольский Дмитрий Петрович
Никольский Дмитрий Петрович (25 ноябрь 1855 йыл— 28 июнь 1918 йыл) — ғалим-табип, этнограф, антрополог. 1881 йылдан Екатеринбург өйәҙендә, 1882—1888 йылдарҙа Ҡыштым заводтарында земство табибы. Медицина докторы (1895, икенсе мәғлүмәттәр буйынса, 1897). Коллегия советнигы (1894). Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәтенең, Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1898).
Никольский Дмитрий Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы РСФСР |
Тыуған көнө | 25 октябрь 1855[1] |
Тыуған урыны | Пермь, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 июнь 1918 (62 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Совет Рәсәйе |
Һөнәр төрө | табип, антрополог, этнограф, географ |
Эшмәкәрлек төрө | медицина һәм гигиена[d] |
Эш урыны | Санкт-Петербург дәүләт тау университеты |
Уҡыу йорто |
Император медицина-хирургия академияһы С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы |
Ғилми дәрәжә | медицина докторы[d] һәм медицина фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәДмитрий Петрович Никольский — 1855 йылдың 25 ноябрендә (6 ноябрҙә) Пермь ҡалаһында тыуған[2]. 1880 йылда Петербург хәрби-медицина академияһын (хәҙер С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы) тамамлағандан һуң, Ҡыштым тау заводтарында земство табибы булып эшләй. 1888 йылда Санкт-Петербургтың Невская фабрикаһының баш табибы вазифаһын башҡара. 1897 йылда медицина докторы дәрәжәһен ала. Никольский Дмитрий Петрович Рәсәй империяһының беренсе булып хеҙмәт гигиенаһы һәм производствола бәхетһеҙ осраҡтар ваҡытында беренсе медицина ярҙамы курсы булдыра. Үҙенең лекцияларын ул Тау (хәҙер Санкт-Петербург дәүләт тау университеты)1897 йылдан алып, Технология (1902 й. алып) һәм политехник (1904 йылдан алып) институттарында уҡый. Табип-йәмәғәтсе булараҡ ул ғүмер буйы хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға әүҙем сығыш яһай. Шулай уҡ Николай Иванович Пирогов съездарында ҡатнаша. Революциянан (1917) һуң Петроград өлкә хеҙмәт бүлегенең «хеҙмәтте һаҡлау бүлегендә» хеҙмәт итә. 1918 йылдың 26 июнендә Петроградта ваба ауырыуынан вафат була[3].
Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре
үҙгәртергәФәнни хеҙмәттәре башҡорттарҙың антропологияһына һәм этнографияһына, халыҡ медицинаһына арналған. Кәҫле заводында, Ҡыштым заводтарында, Наҙы-Петровск заводында, Көньяҡ Уралдың алтын приискыларында эшләүселәрҙең санитар-гигиеник шарттарын һәм төп ауырыуҙарын, земство табиптарының эшмәкәрлеген өйрәнә[2].
«Башҡорттар: этнографик һәм санитар-антропологик тикшеренеү» («Башкиры: этнографическое и санитарно-антропологическое исследование»; 1899) тип аталған хеҙмәтендә дала һәм тау башҡорттарының антропологик үҙенсәлектәрен, уларҙың торлағын, традицион интерьерын, кейемен, башҡорт аш-һыуын, хужалығын, йолаларын, байрамдарын һүрәтләй.
- Хеҙмәттәре: Из поездки к лесным башкирам // Землевладение. Кн.4. СПб., 1895; Библиографический указатель литературы о башкирах //Этнографическое обозрение. 1899. № 4.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәХалыҡ араһында ғилем камиллығын таратыу буйынса комиссия менән етәкселек итә. Халыҡ университеттарын ойоштороуҙа һәм күп төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Пирогов йәмғиәтендә, антрополог, этнографтар, география йәмғиәте эштәрендә ҡатнаша. Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәтенең, Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Рус Халыҡ һаулығын һаҡлау йәмғиәтенең 4-се бүлексәһе рәйесе урынбаҫары (1898).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Никольский Дмитрий Петрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 май 2022)
- Забытые имена Пермской губерни/ Никольский Дмитрий Петрович 2021 йыл 23 октябрь архивланған.